Моҡас ауыл Советы (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Моҡас ауыл Советы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк 1-се Төркмән[1]
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Халыҡ һаны 2234 кеше (1 ғинуар 2018)[2]

Моҡас ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы муниципаль берәмек.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законы"на ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[3]. 1919 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында хәҙерге Моҡас ауыл Советы ауылдарында беренсе ауыл Советтары булдырыла.

1-се Төркмән ауыл Советы рәйесе итеп — Заманов Әмир, 2-се Төркмәндә — Харрасов Минғажетдин, 1-се Моҡаста — Искәндәров Бикмөхәмәт, 2-се Моҡаста — Баймырҙин Мөхәмәтйән, Әхмәрҙә — Абдисов Ибраһим, Мостайҙа — Ильясов Ибраһим, Казанкала — Янюшкин Григорий һайланалар[4].

1930 йылда был зонала Моҡас ауыл Советы (үҙәге — Әхмәр ауылы) һәм Төркмән ауыл Советы (үҙәге — 1-се төркмән) ойошторолалар.

1957 йылда ошо ике ауыл Советтарҙы берләштерәләр, үҙәге Әхмәр була. 1966 йылда ауыл Советының үҙәге итеп 1-се төркмәнде тәғәйенләйҙәр.

Ауыл Советы территорияһында «Ирәндек» СПК-ның Ирәндек, Шверник, Үҙәк бүлексәләре урынлаша[5].

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Пикалова Анна Алексеевна
  • Йәнтурина Маһира Хәйрулла ҡыҙы (1975)[6].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2009[7]2010[8]2012[9]2013[10]2014[11]2015[12]
2631299124522441242323732332

Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тораҡ пунктыТораҡ пункт тибыХалҡы
1 1-се Төрөкмән ауыл, административ үҙәк 1043[8]
2 Әхмәр ауыл 543[8]
3 Казанка ауыл 417[8]
4 2-се Төрөкмән ауыл 156[8]
5 Абзаково ауыл 144[8]
6 1-се Моҡас ауыл 114[8]
7 2-се Моҡас ауыл 32[8]
8 Наҙар ауыл 3[8]

Ауыл Советы етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Төрлө йылдарҙа Совет рәйестәре булып Ситдыҡов Х., Әхмәтшин Х., Аҡназаров Я, Батталов М., Абдисов М., Айытбаева З., Сабаева З., Игебаева Р., Хөсәйенов Г., Нәбиуллин Ә., Әхмәтов А., Талипов Г., Ишморатов Б. булалар[13].

Ауыл Советы хакимиәте 453643, Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ районы, 1-е Төркәмнә ауылы, С. Юлаев урамы, 17-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Башлығы: Буләканов Илдар Рафиҡ улы[14].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  3. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  4. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  5. Сельские советы
  6. Сельские советы
  7. 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 8,7 8,8 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  11. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
  13. Сельские советы
  14. https://baimak.bashkortostan.ru/about/districts/310350 Сельское поселение Мукасовский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.