Эстәлеккә күсергә

Ҡолсора ауыл Советы (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡолсора ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы муниципаль берәмек.

Ойошторолоу ваҡыты: 1976 йыл[1]

Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законы"на ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[2]. 1918 йылдан алып Ҡолсора һәм Муллаҡай ауылдарында үҙаллы ауыл Советтары ғәмәлдә була. Ҡолсора Ауыл Советының беренсе рәйесе — Сәфәрғәли Үтәбаев (1919 йылдың 28 авгусында һайлана)[3].

1930 йылда яңынан ойошторолған Муллаҡай ауыл Советы составына Үрге һәм Түбәнге Байрамғол, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Кейәүеште урман участкаһы ҡасабаһы, Ял йорто ҡасабаһы, Мәтим урман участкаһы ҡасабаһы, Муллаҡай, Ҡолсора ауылдары, һуңғараҡ Бәхтегәрәй (Мерәҫ ауыл Советы, Баймаҡ районы) (Әпек) менән Мерәҫ ауылдары ла индерелә[3].

1976 йылда Мерәҫ һәм Ҡолсора ауыл Советтары булдырыла. Ҡолсора ауыл Советына уның составына Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Ҡолсора, Муллаҡай индерелә (барыһы 1810 кеше).

Ауыл Советы территорияһында шулай уҡ Октябрҙең 50-йыллығы исемендәге колхоз була.

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғүмәрова Мусадина Низаметдин ҡыҙы (1972)
  • Мәүлетҡолова Маһира Закир ҡыҙы (1978)
  • Танһыҡҡужина Мәҙинә Дәүләтбирҙе ҡыҙы (1977)
  • Фазуллина Хәбирә Мөхәммәт ҡыҙы (1973)
  • Фазуллина Сәғиҙә Тәңребирҙе ҡыҙы (1973)
  • Хисматуллина Сабира Әхмәткирәй ҡыҙы (1972)[3].
Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]2012[6]2013[7]2014[8]2015[9]
1834184516811672166916601670

Ауыл биләмәһе составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тораҡ пунктТораҡ пункты тибыХалҡы
1 Ҡолсора ауыл, административ үҙәк 429[5]
2 Муллаҡай ауыл 475[5]
3 Үрге Иҙрис ауыл 412[5]
4 Түбәнге Иҙрис ауыл 365[5]

Ауыл Советы етәкселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хәйретдинова А., Ғәйнуллин Н., Мөхәмәтйәнов Х., Яҡшыбаев А., Мәжитов Ғ., Диәрова Р., Сыңғызова Р., Абдуллин Т., Мазһаров А., Абдрахманов М., Сәлихов М.[10].

Хәҙерге ваҡытта Ҡолсора ауыл советы башлығы — Арғынбаева Фирүзә Иштуған ҡыҙы[11]

  1. baimak.ru/advice/villages/seloposelenie/kulsora/index.php
  2. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  3. 3,0 3,1 3,2 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  4. 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  8. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  10. Сельские советы
  11. http://kulchura.ru/organyi-mestnogo-samoupravleniya/Официальный(недоступная ссылка) сайт