Татлыбай ауыл Советы (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Татлыбай ауыл Советы
Нигеҙләү датаһы 1925
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Татлыбай[1]
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы һәм Йылайыр кантоны
Халыҡ һаны 1367 кеше (1 ғинуар 2018)[2]

Татлыбай ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы муниципаль берәмек.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойоштороу ваҡыты: 1925 йыл (БАССР-ҙың Баймаҡ районы хеҙмәтсәндәренең Татлыбай ауыл Советы булараҡ).

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законы» на ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Советы 1930 йылда булдырылған, уның составына 12 ауыл ингән. 1937 йылдың 29 июнендә ике Советҡа бүленә — Татлыбай һәм Сибай. Татлыбай Советына Ғәле, Йәнйегет, Фәйзулла, Кәрешкә, Сындәүләт, Абдрахман ауылдаы инә. Һуңынан Совет составына Сындәүләт ауылы урыына Хәсән ауылы индерелә[4].

Совет территорияһында өс бүлексә була: Куйбышев, Татлыбай, Йәнйегет («Сибай» СПК-һы).

Советтың беренсе ойоштороусылары һәм етәкселәре: Рысҡужин Хәйрулла, Хисаметдинов Ғәҙелша, Биктимеров Дәүләтша, Ғәлин Ғөбәйҙулла[4].

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлдашбаева Фатима Әхмәт ҡыҙы (1969)[4].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[6]2012[7]2013[8]2014[9]2015[10]
1418153314291405139213941376

Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тораҡ пунктыТораҡ пункты тибыХалҡы
1 Татлыбай ауыл, административный центр 331[6]
2 Кәрешкә ауыл 418[6]
3 Йәнйегет ауыл 362[6]
4 Абдрахман ауыл 239[6]
5 Хәсән ауыл 57[6]
6 Ғәле ауыл 22[6]
7 Фәйзулла ауыл 0[6]

Ауыл Советы етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Усманов Сибәғәт, Сөләймәнов Төхвәт, Ихсанов Яҡуп, Хәмитов Хәбибрахман, Ғафаров Фазулла, Ишбаев Фәхрираз, Әбүбәкеров Нурый, Биҡҡолова Хәҙисә, Йәнтилин Хәмитйән, Дәүләтбаев Айытбай, Ҡунаҡҡолов рафаил, Әхмәтов Ғаян, Сибаев Мөхтәр, Ишбирҙина Венера, Зәбиров, Ишбирҙин Вәли, Байбулов Рәүф, Ярмөхәмәтов Рауил, Хоҙайғолов Ғәзизйән[4].

Хәҙерге ваҡытта хакимиәт башлығы: Иҙрисов Руслан Әхтәм улы[11].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  5. 5,0 5,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  9. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  11. http://tatlybai.ru/organyi-mestnogo-samoupravleniya/ОРГАНЫ(недоступная ссылка) МЕСТНОГО САМОУПРАВЛЕНИЯ

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.