Хәсән (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Хәсән
Хәсән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°39′09″ с. ш. 58°34′19″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 849 006

ОКТМО коды

80 606 449 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Хәсән (Рәсәй)
Хәсән
Хәсән
Хәсән (Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Хәсән

Хәсән (рус. Хасаново) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 48 кеше[1]..

Почта индексы — 453656, ОКАТО коды — 80206849006. [2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сибай ауылы кешеләре 1816 йылда нигеҙ һалған. Бында дистанция начальнигы Рысҡужа Аҫылғужин улдары Тусҡәли һәм Сирғәли менән, алты ағалы-ҡустылы Байназаровтар, Аҡназар Яҡупов ике улы менән, Кинйә, Нарымбай, Ҡаҙаҡбай Бикьяновтар, Иҫәнғол Мәмбәтсурин күсеп төйәкләнәләр[3]. Йорт старшинаһы сотник Хәсән Байназар улы Биишев исемен йөрөтә. Һуңыраҡ ул 6-сы башҡорт кантоны начальнигы була (1838—1846). Кантонда 50 мең кеше йәшәй. Хәсән ауылы — кантон начальнигының штаб-фатиры була[2].

Тарихта Хәсән Биишевтың оло ҡаҙанышы — 1864 йылда ул бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамьян ырыуҙары шәжәрәһен күсереп ала[2].

1834 йылда бында 59 кеше йәшәй, 1920 йылда — 327, 1939 йылда — 156 кеше, 1989 йылда — 23 кеше йәшәй.

Совет осоронда ауыл Сталин исемендәге колхоз составында була. Һуңғараҡ — Киров исемендәге колхоз составына ингән. Артабан — Сибай совхозының Йәнйегет бүлексәһендә, әммә ауыл халҡы күпселектә БМСК-ла эшләйҙәр һәм индивидуаль хужалыҡ алып баралар[2].

Аҙаҡҡы йылдарҙа ауыл әүҙем үҫешә. Яңы йорттар барлыҡҡа килде. Мәсет төҙөлдө.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 57 30 27 52,6 47,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаракүбәк йылғаһы буйлап урынлашҡан[2].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 32 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татлыбай): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 12 км

Ауылдың билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы (3.02.1948), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-иҡтиадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1998), иҡтисад фәндәре докторы (2005), профессор. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2003)[4].
  • Мирсаяф Биишев — В. И. Ленин менән бер ваҡытта уҡыған, студенттар йыйылышында ҡатнашҡан;
  • Сәйетбаттал Байназаров — Сибай МТС-ы директоры. Репрессияланған;
  • Хәсәнов Ғибәт — Бөрйән-Таналыҡ улусының рәйесе;
  • Ф. Биишев — ВЛКСМ-дың Баймаҡ райком яуаплы секретары. Репрессияланған;
  • Хәсәнов С. Г. — Сибай АТП-һы директоры. Рәсәй Федерацияһының автотранспорты атҡаҙанған хеҙмәткәре;
  • Сирғәлин А. Ә. — республикала билдәле хирург[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  3. http://ufagen.ru/places/baymakskiy/khasanovo_baym.html Хасаново
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2018)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.