Сәйғәфәр
Ауыл | |
Сәйғәфәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Сәйғәфәр (рус. Сайгафар) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 674 кеше[1]. Почта индексы — 453676, ОКАТО коды — 80206807005.
Икенсе исеме Комсомол
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме ҡыҫҡартылып Сәйетғәфәр антропонимынан алынған[2].
Географик урыны[2]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 28 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аҡморон): 11 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 69 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Ауыл йорт старшинаһы Сәйетғәфәр Байегетовтың утары урынында барлыҡҡа килә һәм уның исемен йөрөтә[2]. 1931 йылдан РККА-ның 46-сы Баймаҡ йылҡы заводының — Комсомол бүлексәһе, 1956 йылдан — Баймаҡ совхозының, 1997 йылдан — «Баймаҡ» ПСК-һының бүлеге. Халыҡтың төп шөғөлө — игенселек һәм малсылыҡ[2]. Ауылда бөрйән башҡорттары йәшәй.
Бөгөнгөһө
Ауылда мәҙәни тормош ҡайнап тора. Клубты ремонтлағандан һуң бигерәк тә әүҙемлелек һиҙелә: һәр урам концерт әҙерләй, ауыл һәүәҫкәрҙәре спектакль әҙерләйҙәр[3]. «Хазина» ансамбле ойошторолған, ағинәйҙәр ойошмаһы бик әүҙем, йолаларҙы тергеҙеү эшен яҡшы ойоштора[4]. Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләр бар[5]. Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, йыйындар кеүек мәҙәни саралар, спорт ярыштары, төрлө акциялар, флешмобтар үткәрелә.
«Беҙҙең Һаҡмар буйында муйыл иҫ киткес мул үҫә. Йыл һайын күп итеп йыйып, ит турағыстан үткәреп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуя инек. Әле лә тыуған яғыма — Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылына, еләк-емештең өлгөргән осорона тура килтереп, ҡайтырға тырышабыҙ, элеккесә муйылға сығабыҙ» (Рәшиҙә Мәһәҙиева[6].)
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 463 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 630 | 332 | 298 | 52,7 | 47,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (97 %) йәшәй[7].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- З. Вәлиди урамы рус. З. Валиди (улица)
- Тыныслыҡ урамы рус. Мира улица)
- Һаҡмар урамы рус. Сакмара улица)
- Таулы урамы рус. Горная улица)
- Совет урамы рус. Советская улица)
- Түләш урамы рус. Туляша улица)
- Йәштәр урамы рус. Молодежная улица)
- Салауат Юлаев урамы рус. Салавата Юлаева улица)
- Ш. Бабич урамы рус. Ш. Бабич улица)
Ауылдың билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Миңлеғәле Райманов — көтөүсе, Ленин ордены кавалеры.
- Хазина Аҡбулатова — һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы[2]
- Рәшиҙә Мәһәҙиева — «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы, «Көмөш ҡауырһын» халыҡ-ара асыҡ ижади конкурсы лауреаты, филология фәндәре кандидаты[6]
Шулай уҡ уҡығыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ Лена Алсынбаева. Ә беҙҙең ауылда…
- ↑ «Әйләнә, орсоҡ әйләнә»
- ↑ Альбина Ҡоҙашева. Ҡулдарынан матурлыҡ тыуа
- ↑ 6,0 6,1 Суҡ муйылдар — табын түрендә
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. Bсторико лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284
- Назаров, Рауил Әхмәҙулла улы (Хоҙайназаров). Әптекәйҙә-ил яҙмышы : (Сәйғәфәр, Шәмсел, Мырҙабулат ауылдары тарихы) / Р. Ә. Назаров. — Сибай : Сибай ҡала тип., 2011. — 240 б.
- Өмөтбаев Рамаҙан. Осрашыуҙар — юғалтыуҙар. Публицистик очерктар, 1984—1993 йылдарҙағы иҫтәлекле ваҡиғалар.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 248 бит. 15ВМ 5-295-01799-0(недоступная ссылка)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йыйын-2019. Баймаҡ районы. Сәйғәфәр ауылы.(недоступная ссылка)
- YouTube сайтында Видео Сәйғәфәрҙә — Яңы йыл байрамы
- Сәйғәфәр ауылы видеолары