Эстәлеккә күсергә

Богачёв (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Богачев (Баймаҡ районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Богачев
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°23′31″ с. ш. 58°16′41″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 822 002

ОКТМО коды

80 606 422 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Богачев (Рәсәй)
Богачев
Богачев
Богачёв (Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Богачев

Богачёв (рус. Богачёво) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 301 кеше[1]. Почта индексы — 453655, ОКАТО коды — 80206822002.

1910—1911 йылдарҙа бер нисә Яйыҡ казактары ғаиләләре башҡорттарҙан ерҙәрҙе һатып алалар һәм утар ойошторалар. Утарға беренсе күсенеүсе Богачев В. Ф. исеме бирелгән[2]. Утарҙа халҡы игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. 1930 йылда улар «Красная дружина» колхозына берләшәләр. Колхоздың тәүге рәйесе Артамонов була, һуғыш йылдарында — Тимофеев, һуғыштан һуңғы йылдарҙа — Витушкин һәм Горин Н. В. Горин оҙайлы йылдар КПСС-тың район комитетының икенсе секретары булып эшләй. Һуңғараҡ «Красная дружина» колхозы Фрунзе исемендәге колхоз менән берләшә[2].

1992 йылда колхозсылар үҙаллы «Богачевский» колхозын булдыралар. Ете йылдан шул уҡ Фрунзе исемендәге колхоз менән ҡабаттан берләшәләр.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 254 130 124 51,2 48,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Таналыҡ йылғаһының уң ярында урынлашҡан[2].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 25 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ишмырҙа): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 66 км

Тәбиғәт ҡомартҡыһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл янындағы ике тау — Балтатау менән Топор-тау — республика хөкүмәте тарафынан «тәбиғәт ҡомартҡыһы» тип, ә улар биләгән ер «махсус рәүештә ҡурсаланған тәбиғәт биләмәһе» тип иғлан ителгән. Бында «дала флораһының эталон берләшмәһе» урынлашҡан: дала үҫемлектәренең һирәк төрҙәре үҫә[3].

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  3. Памятниками природы в Башкирии объявлены две горы в Баймакском районе (рус.)