Билал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Билал
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

53°04′42″ с. ш. 58°13′12″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 810 001

ОКТМО коды

80 606 410 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Билал (Рәсәй)
Билал
Билал
Билал (Башҡортостан Республикаһы)
Билал

Билал (рус. Билялово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 651 кеше[1]. Почта индексы — 453666, ОКАТО коды — 80206810001.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ирәндек һыртының көнбайыш битендә Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.

Ауыл аҡһаҡалдары күрһәтеүенсә, ауылға 1755 йылда нигеҙ һалынған. Рәсми рәүештә 1795 йылда Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы составында телгә алына[2].

Атамаһы Таһир ауылынан килеп төпләнгән кеше исемнән алынған, уның улдары — Төлкө, уның улдары Рәхмәтулла, Ирназар; Ирназарҙың балалары — Ҡастаран, Ғөзәйер, игеҙәктәр Байғунды һәм Иҙрис; Ҡастарандың улы — Юлмөхәмәт; Юлмөхәмәттең улдары — Хәмит, мөхәмәтсафа, Ғәбит, Исхаҡ, Мөхәмәтвәли. Иҙристың улдары — Байегет, Әхмәт, Мөхәмәтвәли, Әбделмалбай. Билалдың кесе улы Мәмбәт сура (1774 йылғы), уның улы — Бикбай, ейәне — Әбделмәжит[3] .

Билалдар 1812 йылғы Ватан һуғышында әүҙем ҡатнаша: зауряд-хорунжий Мөхәмәтйән Алтынаманов, рядовойҙар Әбйәлил Алсынбаев, Байегет Иҙрисов, Мөхтәсар Дәүләткилдин, Йыһанша Ильясов, Әбсәләм Ҡадырғәлин, Алтынғужа Алтынаманов, Байбура Солтанғужин, Әбделмөкмин Төлкөбаев, Ҡотлозаман Ҡотлогилдин. Яугирҙар юғары хәрби наградалар менән бүләкләнә[4].

1864 йылдан Билал ауылында Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусының идаралығы урынлашҡан була.

1897 йылда ауылда урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла, уны ойоштороусы Билал Абдрахманов. Октябрь революцияһынан һуң ул Бөрйән-Түңгәүер кантревкомын етәкләй. 1920 йылда кантондың башҡа етәкселәре менән бергә Поленов тарафынан атып үлтерелә[5] .

1930 йылда административ райондарҙың биләмәләрен билдәләгән саҡта Билал ауылы һәм Билал ауыл Советы Әбйәлил районы составына инә.

1931 йылда бында «Һәүәнәк» совхозының малсылыҡ фермаһы булдырыла.

1990-сы йылдарҙың аҙағында һәм 2000-се йылдарҙың башында ҙур үҙгәрештәр була, Билалға тәбиғи газ үткәрелә, бында республика әһәмиәтендәге Өфө — Баймаҡ юлы һалына.

1920-се йылдар аҙағында бында уҡытыусы булып Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева эшләй, башланғыс белемен ғалим-атомсы, Урал политехник ғилми-тикшерен институтының генеральный директоры Л. А. Зәйнуллин ала[6] .

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 557 288 269 51,7 48,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 70 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 109 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Абдулла Сурағолов — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 14-се Башҡорт атлы полкының поход старшинаһы, подпоручик.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы
  2. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  3. Сельские советы
  4. Сельские советы
  5. Сельские советы
  6. Сельские советы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)