Күсей
Күсей | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәге | Күсей ауыл Советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Күсей ауыл Советы, Йылайыр кантоны һәм Бөрйән-Түңгәүер кантоны |
Почта индексы | 453644 |
Күсей (рус. Кусеево) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 508 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80206831001.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 450 | 230 | 220 | 51,1 | 48,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бикҡужа исеме менән 1736 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1737 йылда) Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы 2-се Этҡол ауылыҙ ерҙәрендә нигеҙләнгән. 1795 йылда Күсей(ауылға тәүге булып төпләнгән кеше исеме) атамаһы менән теркәлгән. 20 йортта 143 кеше йәшәгән, 1866 йылда 50 йорт теркәлгән һәм унда 394 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Мәсете, мәҙрәсәһе (1900 йылда) булған, шулай уҡ тирмәне теркәлгән.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 84 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 47 км
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байназаров Азамат Хажмөхәмәт улы (11.01.1936), хеҙмәт ветераны. 1982—1996 йылдарҙа «Башмедьстрой» тресы идарасыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы[3][4].
- Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы (4.06.1951), Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998). Театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы (1979).
- Бикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улы (10.06.1952—14.05.1996), бейеүсе, балетмейстер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).
- Ғарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы (22.07.1947), прозаик, драматург. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).
- Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы (15.10.1926—19.02.1989), башҡорт теленең ғалим-методисы, педагогия фәндәре кандидаты, доцент, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Абдулхаҡ Игебаев (2.07.1930—27.09.2016), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2010), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы (29.05.1922—29.09.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының миномёт батареяһы расчёты командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы
- ↑ Администрация городского округа г. Сибай. Официальный сайт Почётные гражданы: Байназаров Азамат Хажмухаметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2021)
- ↑ https://vk.com/wall-53797991_27248 Азамат Байназаров: «Меня испытывали на каждом шагу». Газета «Сибайский рабочий», 14 янв 2016 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2021)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Күсей // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кусеево на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2021)
- Күсей ауылы картала
- Күсей ауыл биләмәһе
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |