Эстәлеккә күсергә

Мерәҫ (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мерәҫ
Мерәҫ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°40′55″ с. ш. 58°19′04″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34751
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 838 001

ОКТМО коды

80 606 438 101

ГКГН номеры

0524713

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мерәҫ (Рәсәй)
Мерәҫ
Мерәҫ
Мерәҫ (Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мерәҫ

Мерәҫ (рус. Мерясово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 820 кеше[1]. Почта индексы — 453660, ОКАТО коды — 80206838001.

Ауылдың атамаһы йорт старшинаһы Мерәҫ Биктимеров исеме менән бәйле. Ул 1816 йылда [[Сыңғыҙ] ауылынан улдары Хәсән (йорт есаулы була) һәм Әбүшахман һәм ағаһы подпоручик Сәғит Мерәҫов менән бергә күсеп килә.

Күсеүселәр араһында шулай уҡ Cәғиттең улдары Әйүп, Ҡаһарман, Ҡахтаран, Зөлкәрнәй, Ғәбделваһап булалар. Уларҙан тыш үҙҙәренең балалары менән Хужабиргән Заитов, Ғөбәйҙулла Мәмәков, Ураҙбай Алтынғужин, Ишбирҙе Бараҡаев, Рәхмәтулла Ғәйетҡужин, Хәбибулла Айытҡужин, Әбделкәрим Ятанов, Сырлыбай Остыров (Астыров — Асхаров — Аскаров[2]) була[3].

1829 йылда властар икенсе Бәхтегәрәйҙән (Манһыр) ҡаҙаҡтар Ямгурсиндарҙы (Ямантай һәм Шәрифулла), Нуртай Букановты күсерәләр. Ямантайҙың дүрт улы була — Байрамғол, Мөхәмәтшафиҡ, Мөхәмәтсәлих һәм Мөхәмәтәмин[4].

1834 йылда 20 йортта 123 кеше йәшәй, 1859 йылда — 29 йортта 180 кеше, 1885 йылда — 31 йортта 215 кеше, 1920 йылда — 80 йортта 360 кеше, 1989 йылда — 696 кеше, 1999 йылда — 812 кеше.

Ауыл халҡы элек-электән малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән. 1839 йылда 30 йортҡа 120 йылҡы малы, 245 һыйыр, 72 һарыҡ, 50 кәзә тура килгән.

1834 йылда 123 кешегә 18 длисәтинә ярауай иген сәселгән[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 655 327 328 49,9 50,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Ирәндек һыртының көнбайыш битләүендә, Аҡминде йылғаһы янында урынлашҡан[6].
  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 57 км
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. http://ufagen.ru/places/baymakskiy/meryasovo.html Мерясово
  3. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  4. Сельские советы
  5. Сельские советы
  6. Сельские советы