Аҫыл
Аҫыл | |
Нигеҙләү датаһы | 1812 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы СССР |
Административ-территориаль берәмек | Баймаҡ районы |
Аҫыл (баштағы исеме Буранбай) (рус. Асылово ) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Аҡморон ауыл Советы составындағы ауыл. 1812 йылда барлыҡҡа килгән. 1940-сы йылдарҙа ауыл юҡҡа сыға[1].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таналыҡ йылғаһының ҡушылдығы Оморҙаҡ һәм Әселе йылғалары ҡушылған ерҙә элекке утар урынында Ҡаратал тауы итәгендә урынлашҡан була. Район үҙәге Баймаҡтан көньяҡ-көнбайышҡа табан 7 км алыҫлыҡта ятҡан[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл 1812 йылда нигеҙләнгән, башта ауылдың исеме Буранбай була[2]. Ә.З. Әсфәндиәров фекеренсә, ауылға йорт старшинаһы һәм 14-се класс чиновнигы Һөйөндөкөв Буранбай Ҡотдос улының исеме бирелгән. Буранбай тураһында бик күп риүәйәттәр, йырҙар, бәйеттәр ижад ителгән. Ул үҙе лә оҫта йырсы, сәсән, ҡурайсы булған. Буранбай дистанция начальнигы булып хеҙмәт итә, 6-сы кантон командаларын Ырымбур һәм Себер сик буйы һыҙаттарына хеҙмәт иткән урындарға оҙатып йөрөгән. Этҡол, Кинйәбулат, Ғәҙелбай, Сындәүләт, Буранбай, Бәхтегәрәй, Фәйзулла ауылдарында йорт старшинаһы була[2], әммә төрлө хәйләләр һәм ғәҙелһеҙлектәр арҡаһында Буранбайҙы һөргөнгә хөкөм итәләр. Халыҡты уның аяныслы яҙмышы әлегә тиклем борсой, эҙләнеүҙәргә этәрә.
Буранбай ауылы халҡы Аҡморон, Таналыҡ йылғалары буйында, шулай уҡ Аранбай күле тирәләп йәйләй. Буранбайҙы хөкөм иткәндән һуң йорт старшинаһы итеп уның ике туған ҡустыһы Аҫыл Йонос улы Һөйөндөкөвты тәғәйенләйҙәр[2]. Ауылды Аҫыл исеме менән йөрөтә башлайҙар. «Баймакский край» китабында башҡасараҡ версия бирелә: 1812 йылда Буранбай ауылының бай кешеләре Аҫыл һәм Мотаһар Йосоповтар, улар менән бергә бер нисә кеше яңы ауыл булдыралар, ауылға Аҫыл атамаһы бирелә[1]. Рәсми ҡағыҙҙарҙа Кинйәбулат ауылының икенсе исеме итеп Буранбай күрһәтелә башлай (ХХ быуаттың 20-се йылдарынан), артабан ул ауыл халыҡ телендә лә, рәсми документтарҙа ла Буранбай булып таныла[1]. Йәмгеһе 30 йорт булған ауылда 188 кеше теркәлгән, уларға 680 йылҡы малы, 180 һыйыр, 212 һарыҡ һәм 76 кәзә тура килгән[2], йәғни ауыл халҡы бик етеш тормош көткән. Мал аҫрауҙан тыш, улар бер аҙ игенселек менән шөғөлләнәләр: 22 дисәтинә ерҙә 12 бот ужым һәм 384 бот ярауай бойҙай сәскәндәр. Ауыл мал аҫрау өсөн киң көтөүлектәре, шишмәләре булған ерҙә урынлашҡанға күрә, бында һәр хужалыҡ эйәһе йөҙләп йылҡы малы тота алған. Ауыл кешеләре шулай уҡ Таналыҡ буйлап алтын йыуыу менән булышалар[1].
1816 йылда Буранбай ауылында 156 кеше йәшәһә, 1834 йылда — 187, 1866—162. Совет осоронда, 1920-се йылдарҙа 382 кеше теркәлгән, йорттар һаны — 22,38, 25, 80[2].
Ауылда тыуып-үҫкән Сәлихова С. Н. Һәм Сәйетҡолов Р. З. хәтерләүенсә[1], коллективлашыу осоронда урындағы халыҡ «Навил» колхозына инә, әммә күбеһе, кулаклыҡта ғәйепләнеп, репрессиялана. Иркен, етеш тормошта йәшәп өйрәнгән халыҡ колхозға ылыҡмай, ҡасыу яғын ҡарай, 1940-сы йылдарҙа ауыл бушап ҡала.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Әлибаев Мөхәмәтшәриф — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Генеалогия и архивы. Буранбаево (Асылово)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- БАШКОРТ АССР-ының ТОПОНИМДӘР ҺҮҘЛЕГЕ
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.