Байым (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Байым
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°51′56″ с. ш. 57°59′39″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 840 006

ОКТМО коды

80 606 440 111

Байым (Рәсәй)
Байым
Байым
Байым (Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Байым

Байым (рус. Баимово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 487 кеше[1]. Почта индексы — 453672, ОКАТО коды — 80206840006.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Указлы мулла булып хеҙмәт иткән тәүге төпләнеүсе Байым Тәнебәков (1733—1816) исеме менән Муллабайым тип аталған. 1786 һәм 1802 йылдарҙағы карталарҙа әлеге ауыл Кинйәғол тип күрһәтелгән[2]. Филолог-тикшеренеүсе Усманова М. Ғ. үҙенең хеҙмәтендә ауыл исеме Байым антропонимынан алынған тип яҙа, шулай уҡ ауылдың башҡа исемдәрен күрһәтә: Ҡырҡсусҡалар, Атъетәр (гидронимдар). Информанттар мәғлүмәттәренә ярашлы, Байым хәҙрәт үҙ дәүеренә өсөн бик уҡымышлы, белемле кеше булғанға күрә, Атъетәр ауылының исеме 175 йылдан һуң Байым хәҙрәт хөрмәтенә Байым тип үҙгәртелә. 1795, 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы составында Байым ауылы (Мулла Байым йорто, Муллабаимова) теркәлгән[3]

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таулы һәм Саҡмағош йылғалары янында урынлашҡан[4]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 41 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (2-се Эткол): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 89 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Проф. Ә. З. Әсфәндиәров билдәдәүенсә, ауыл XVIII быуаттың 70-се йылдарында Таулы йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән. 1775 йылдан алып Муллабайым исеме аҫтында билдәле, 1786, 1802 йылдарҙағы карталарҙа Кинйәғол тип күрһәтелгән. Хәҙерге ваҡытта Байым тип йөрөтөлә[2]. Байым ауылына 2-се Этҡол һәм Яйыҡбай ауылы кешеләре нигеҙ һалған. Байымдың улдары — Мөхәмәтғәле (уның улдары — Мифтахетдин, Тажетдин), Заһритдин (улдары — Насибулла, Сәхиулла, Әхтәм, Ғәзиз), Хәжиәхмәт (улдары — Хәммәт, Ғәлләмитдин), Тажиәхмәт. Был ауылда Байым мулланың ҡустыһы Торсонбай (1770 йылғы) ҙа йәшәгән. 1811 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда ҡаҙаҡтар Үҙәнбай, Яныбай, Килмөхәмәт Ҡылҡанаевтар ҙа иҫәпкә алынған[2]. 1795 йылда 30 йортта 230 кеше йәшәгән, Х ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 48 йортта — 305 кеше. Ауыл халҡы башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнә, йылдың йылы миҙгелендә — йәйләүҙә, ҡышын ихаталарҙа йәшәй. 1843 йылда 262 кеше йәненә 200 йылҡы малы, 320 һыйыр, 85 һарыҡ тура килгән, 44 бот ужым һәм 440 бот ярауай иген сәселгән[2]. </ref>. Мәсет булған.

Рядовой Үҙәнбай Ғәҙелгәрәев 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша, көмөш миҙалдар кавалеры. Тайғуба Иткөсөкөв Францияға ҡаршы [[Пруссия)) һәм Польша территорияһындағы һуғышта (1806—1807) ҡатнаша[4].

Совет осоро

1920 йылда ауыл күпкә үҫешкән була: 140 йортта 793 кеше йәшәй. 1929 йылда ауыл халҡы — «Ҡыҙыл ҡарағай» ауыл хужалығы артеленә, 1930 йылда Сталин исемендәге колхозға берләшә. Колхоз күп тапҡыр төрлө эреләтеү-бүленеү үҙгәрештәрен кисерә, исемдәре лә төрлө була. Аҙаҡҡы ваҡытта ауыл ауыл хужалығы етештереү комплексы (СПК) — «Урал» колхозына ингән[4].

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән 50 кеше наградланған[5].

Бөгөнгөһө

Ниғәмәт ауыл Советына ҡарай. Ауылда төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар. Ағинәйҙәр ойошмаһы булдырылған.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 304 156 148 51,3 48,7
1920 йыл 26 август 793
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 228 103 125 45,2 54,8
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 474 244 230 51,5 48,5
2002 йыл 9 октябрь 521 261 260 50,1 49,9
2010 йыл 14 октябрь 487 239 248 49,1 50,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәй (100 %)[6].

Ауылдың билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Байым ишан Динебәков (1733—1816) — дин әһеле, мәғрифәтсе;
  • Байымов Ә. Х. — (1876 — 17.11.1964) — дин әһеле, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Байым ишандың бүләһе;
  • Байымов М. Ә. — ғалим һәм яҙыусы;
  • Ғәлин Ғ. — «Ҡыҙыл Баймаҡ» гәзитенең мөхәррире урынбаҫары;
  • Зарипов А. Г. — колхозсы, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры;
  • Ғүмәров М. И. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы;
  • Мөхәмәтйәнов Р. М. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы[4].
  • Тажетдинов Азамат Әғзәм улы (12 декабрь 1938 йыл — 2015 йыл) — Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013). Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты (2005). Байым ауылында тыуған.

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Әүлиәләр зыяраты

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • М. Байымов урамы (рус.  М. Баимова улица
  • Баҡсалы урам (рус.  Садовая улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная улица )

[7]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байым ишан

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 89. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5 160 бит
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8 69 бит.
  5. Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән…/ А. Ә Тажетдинов. — Өфө:БР ФА, Ғилем, 2010. — 272 б. — ISBN 978 — 5 — 7501 — 1136- 7 172—180 б.б.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған.
  7. Улицы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]