Эстәлеккә күсергә

Ибраһим (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ибраһим
Рәсем
Нигеҙләүсе 1850 йыл
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1986
Карта

Ибраһим (икенсе атамаһы Күктүбә) — бөткән ауыл. Башҡорт АССР-ы Ишмөхәмәт ауыл Советы составында булған. 1986 йылда ғәмәлдән сығарылған.

Баймаҡ районы Ибраһим (Күктүбә) ауылы урынында.
Ошо урында Ибраһим (халыҡ телендә Күктүбә) ауылы булған. Шишмә яғынан күренеш. Бында электән дә андыҙ күпләп үҫә.

Ибраһим ауылы 1850 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 4-се Башҡорт кантоны Әптекәй ауылы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән. Ауылға бында тәүге булып төпләнгән урядник Ибраһим Йосоповтың исеме бирелгән[2][3]. Ауылдың икенсе киң билдәле атамаһы — Күктүбә. Ибраһим Йосоповтың улдары — Йәнәли, Муса, Мостафа, Абделманнан, Исмәғил, Исхаҡ, Исрафил[3].

1859 йылда ауыл Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 4-се Башҡорт кантоны 10-сы йорттың Теләүҡабул ауыл йәмғиәте составында була

1866 йылда — Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 1-се Бөрйән улусының Теләүҡабул ауыл йәмғиәте составында.

1885—1901 йыл дарҙа — Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 1-се Бөрйән улусы составында.

1907—1917 йылдарҙа — Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Бөрйән -Таналыҡ улусы составында.

1917 йылдың декабренән алып 1919 йылдың 20 мартына тиклем — Бәләкәй Башҡортостандың Бөрйән-Түңгәүер кантоны Бөрйән -Таналыҡ улусы составында.

1919 йылдың 20 мартынан 1922 йылдың 14 июненә тиклем — Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы Бөрйән-Түңгәүер кантонының Бөрйән-Таналыҡ улусы составында.

1922 йылдың 14 июненән алып 1922 йылдың 5 октябренә тиклем — БАССР-ҙың ауыл Советы Бөрйән-Түңгәүер кантонының Бөрйән -Таналыҡ улусы Бәхтегәрәй ауыл Советы составында.

1922 йылдың 5 октябренән алыр 1923 йылдың 26 июненә тиклем — БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Бөрйән -Таналыҡ улусы Бәхтегәрәй ауыл Советы составында.

1928 йылдан алып 1930 йылдың 20 августына тиклем — БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Баймырҙа ауыл Советы составында.

1930 йылдың 20 авгусынан 1933 йылдың 20 сентябренә тиклем — БАССР-ҙың Баймаҡ-Таналыҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составында.

1933 йылдың 20 сентябренән алып 1955 йылға тиклем — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составында.

1955 йылдан алып 1981 йылға тиклем — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауыл Советы составында.

1981 йылдың октябрендә Ибраһим ауылының һуңғы кешеләре — Мортазиндар ғаиләһе күсеп китә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы 1986 йылдың 12 декабрендәге Н 6-2/396-сы Указына ярашлы исемлектән төшөрөлә.

1850 йылда ауылда 100 кеше йәшәй, 1859 йылда — 15 йортта 92 (42 ир-егет, 50 ҡатын-ҡыҙ), 1866 йылда 15 йортта 98 (47 ир-егет, 51 ҡатын-ҡыҙ), 1885 йылда 16 йортта 104, 1891 йылда — 24 йортта 103 (54 ир-егет, 49 ҡатын-ҡыҙ), 1900 йылда — 22 йортта 112, 1907 йылда — 28 йортта 118 (63 ир-егет, 55 ҡатын-ҡыҙ)ы, 1917 йылда — 37 йортта 180, 1925 йылдың сентябрендә — 24 йортта 127, 1925 йылда — 113 йорт, 1928 йылда — 40 йортта 165, 1929 йылда — 26 йортта 153, 1930 йылда — 30 йортта 160, 1933 йылда — 28 йортта 144 (15 ихатала единоличниктар йәшәй), 1939 ылда — 151 (78 ир-егет, 73 ҡатын-ҡыҙ), 1961 йылда — 105 кеше, 1969 йылда — 73 кеше йәшәй.

Аҙаҡҡы ваҡыт ауылда барыһы 12 йорт була.

Ауылда башланғыс мәктәп була. Артабан балалар Байыш ауылында уҡый. Төп фамилиялар — Сөләймәновтар, Мортазиндар, Мостафиндар, Ибраһимовтар, Йосоповтар[4].

1960-сы йылдарҙа ауыл перспективаһыҙ ауылдар иҫәбенә индерелә, 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында иҫәптә тормай[2].

Ауыл халҡы 4 км алыҫлыҡта ятҡан Байыш ауылына бер урам булып күсеп ултыралар.

  • Мостафин Мотаһар Ғәлеәҡбәр улы — Зәки Вәлидиҙың көрәштәше. Бөрйән-Түңгәүер кантоны Таналыҡ улусында ер бүлеге мөдире[2]
  • Сөләймәнов Төхфәт Абдулла улы — Муса Мортазин бригадаһында командир ярҙамсыһы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры[6]. «Почет Билдәһе» ордены кавалеры (1947), Баймаҡ районы Баймырҙа, Татлыбай, Юлыҡ һәм башҡа ауыл Советтары, «Большевик» һәм «Урғаҙа» колходары рәйесе
  • Сөләймәнов Сәфиулла Абдулла улы — золом ҡорбаны. 1930-сы йылдарҙа Себергә һөрөлә, 20 йыл һөргөндә йәшәй. Аҡланғандан һуң, ғаиләһе менән тыуған ауылына ҡайта;
  • Сөләймәнова Рима Төхфәт ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995)
  • Әбсәләмов Сөнәғәт Нутфулла улы — 1931 йылғы, уҡытыусы[4]
  • Йосопов Рәшит — 1952—1954 йылдарҙа «Урғаҙа» колхозы рәйесе[4]
  • Дәүләтов Сөләймән Латып улы — ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1944), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945), III дәрәжә Дан ордены (1945) кавалеры
  • Кәримов Дауыт сыңғыҙ улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976), Халыҡтар дуҫлығы ордены (1986) кавалеры
  • Мортазин Камил Фитрат улы — «Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеме кавалеры (1996)
  • Мортазин Йәмил Камил улы — «Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеме кавалеры (1999)
  • Мостафин Мөхәмәтйән Ғиниәт улы — III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1981) кавалеры
  • Сөләймәнов Рәшит Сәфиулла улы — III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975), «Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеме кавалеры(1996)
  • Байрамғолов Нурмөхәмәт Нәбиулла улы — Байыш башланғыс мәктәбе директоры (1949—1951)
  • Ирназарова Раҡия Вәдүт ҡыҙы — Байыш башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы.

Шәжәрә байрамдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— 2011 йылдың 25 июнендә Әптекәй ауылының элекке урынында ауылдың 250 йыллығына арналған йыйын уткәрелде. Йыйын сиктәрендә Әптекәй аҫабалары нигеҙлеген ауылдар исемлеге язылган стела асылды, әрүәхтәр рухына доғалар бағышланды, милли уйындар, ат сабышы, көрәш ойошторолдо. Байрам «Беҙ айыҡ тормош яҡлы» девизы аҫтында үтте[7]. Ауыл тарихын тергеҙеүҙә, йыйынды әҙерләүҙә Рауил Әхмәҙулла улы Назаров күп көс һала, «Әптекәйҙә — ил яҙмышы» исемле китап яҙа. Йыйынға Ибраһим (Күктүбә) ауылы вәкилдәре лә килә. Ойоштороусылар араһында Байыштан Нәйлә Сөләймәнова әүҙем ҡатнаша. Шәжәрә байрамы бик йәнле, юғары кимәлдә үтә[8].

  1. 1,0 1,1 М. М. Маннапов. Историческая справка по д. Ибрагимово Баймакского района
  2. 2,0 2,1 2,2 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с. Ред.составитель А. Багуманов
  3. 3,0 3,1 3,2 Ибрагимово (Куктуба)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Список глав семей д. Ибрагимово Баймакского района (1952—1954)
  5. Список глав семей д. Ибрагимово Баймакского района (1949—1951)
  6. * Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 б. — ISBN 978-5-4466-
  7. Әптекәй йыйыны
  8. Әптекәйҙәге шәжәрә — бар шәжәрәләргә шәжәрә!