Эстәлеккә күсергә

Мортазин Муса Лот улы

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Муса Мортазин битенән йүнәлтелде)
Мортазин Муса Лот улы
Тыуған ваҡыты

20 февраль 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Күбәләк-Тиләү улусы[1], Көсөк (Көсөк-Маяҡ) ауылы

Үлгән ваҡыты

27 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (46 йәш)

Вафат урыны

Мәскәү, СССР

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 19121917
19181919
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР 19191937

Хәрби звание
Комбриг
Комбриг
Командалыҡ итеү

Башҡорт корпусының 1-се Башҡорт полкы
Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы,
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы,
Совет-поляк һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Мортазин Муса Лот улы (20 февраль 1891 йыл27 сентябрь 1937 йыл) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе (1921—1922), Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы командиры (1919—1920). Комбриг (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.

Ғаиләһе. Батша армияһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Муса Лот (Лотфулла) улы Мортазин 1891 йылдың 20 февралендә (4 мартында) Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Көсөк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылы) тыуған. Милләте башҡорт[2].

Әсәһе — Орҡоя Собханғол ҡыҙы. Шәжәрәһе: Мортаза → Көсөк → Моратшаһ → Лот → Муса. Моратшаһ Көсөков (1796—?) Башҡорт ғәскәрендә зауряд-есаул булып хеҙмәт итә. Көсөк Мортазин 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша һәм Пугачёв есаулы була, уның исеме буйынса Көсөк ауылы атала[3].

1911 йылға ҡәҙәр Байрамғол ауылы мәктәбендә уҡый, артабан ошо мәктәптә мөғәллим булып эшләй[3].

1912 йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәткә алына, Владивостокта Алыҫ Көнсығыштағы 9-сы Себер артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә[4]. 1913 йылда уҡыу командаһын тамамлай, бомбардир-наводчик (артиллерияла ефрейтор) званиеһын ала[5], шул уҡ йылдан Русский утрауында хеҙмәт итә башлай[3].

Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1914 йылдың сентябрендә 9-сы Себер артиллерия бригадаһының 1-се батарея составында Варшава тирәһенә Көнбайыш фронтҡа ебәрелә. 1914 йылдың сентябрендә вице-фейерверкер (кесе унтер-офицер) званиеһын ала. 1915 йылдан Румыния фронтында һуғыша[3]. 1916 йылдың 15 авгусында башы яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1916 йылда уға фейерверкер (унтер-офицер) званиеһы бирелә[6].

1917—1919 йылдар. Башҡорт ғәскәрендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917—1918 йылдар

1917 йылдың майында, мосолман һалдаттарынан делегат булараҡ, Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнаша. Съезд эше тамамланғандан һуң, кире 6-сы армияға ҡайта, бында уны йәнә делегат итеп 2-се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезына ебәрелә. 1917 йылдың декабрендә Ырымбур ҡалалаһында уҙған 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша[4]. 1918 йылдың ғинуарында башҡорт делегацияһы составында Өфөлә төрки-татарҙарҙың Милли мәжлесе йыйылышында ҡатнаша, бында башҡорттар Башҡортостан автономияһына ҡаршы сығыш яһаған татарҙар менән бәхәскә инергә мәжбүр була[7]. Ҡазанда 2-се Бөтә Рәсәй мосолмандар хәрби съезына ҡатнаша[3].

1918 йылдың февралендә Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәте ағзалары губерна мосолман комитеты тарафынан ҡулға алынғас, яңы ойошторолған Башҡортостандың ваҡытлы революцион советына ағза итеп алына. 1918 йылдың апрелендә был ваҡытлы революцион совет таратылғас, тыуған яғына ҡайта һәм төбәктә совет власы урынлаштырыу һәм милиция ойоштороу менән шөғөлләнә. 1918 йылдың йәйендә Тамъян-Ҡатай кантонында Әмир Ҡарамышев етәкселегендә 5-се Башҡорт пехота һәм 1-се Башҡорт кавалерия полкы төҙөлә башлай, һуңғыһын ойоштороуҙа Муса Мортазин да ҡатнаша. Әмир Ҡарамышев етәкселек иткән 1-се Башҡорт кавалерия полкы Блюхер һәм Кашириндың йыйылма отрядтары менән Белорет, Верхнеурал, Ишембай тирәһендә һуғыша. Һуңыраҡ полктың 1-се эскадронына командир итеп Муса Мортазин тәғәйенләнә[8].

1918 йылдың 15 ноябрендә уҙғарылған Тамъян-Ҡатай кантон думаһы йыйылышына саҡырыла һәм унда йыйылыш президиумы рәйесенең урынбаҫары итеп һайлана. 1918 йылдың декабрендә Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы составында Стәрлетамаҡ фронтында Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре менән һуғыша. Был алыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн, 1918 йылда корнет званиеһын ала[9].

1919 йыл

1919 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт хәрби шураһы рәйесе Әхмәтзәки Вәлидов корнет Муса Мортазинды 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләй. Һуңыраҡ был полк Башҡорт корпусының 1-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составына керә[10].

1919 йылдың 19—20 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, 1-се Ҡыҙыл Армия командованиеһының приказына ярашлы башҡорт полктары 20-се Пенза уҡсылар дивизияһының тылына күсерелә, фронт һыҙығында 1-се Башҡорт кавалерия полкы ғына ҡала. Муса Мортазиндың полкы Смоленск полкы менән бергә Тамъян-Ҡатай кантонында аҡтарға ҡаршы фронт тота, әммә оҙаҡламай ҡыҙылдар башҡорт полктарын көсләп ҡоралһыҙландыралар, ҡаршылыҡ күрһәткәндәрен аталар, тигән хәбәр фронт һыҙығындағы 1-се Башҡорт кавалерия полкы яугирҙарына ла килеп етә. Быға ҡаршылыҡ күрһәтеп, ҡайһы бер башҡорт частары (2-се Башҡорт кавалерия полкының эскадроны, 1-се Башҡорт уҡсылар полкының батальоны) кире аҡтар яғына сыға. Ҡыҙыл Армия һалдаттары ябай башҡорттарҙан үс алырға тотона, тыныс халыҡты талай, ыҙа сиктерә башлай. Был башбаштаҡлыҡҡа түҙмәй, 1919 йылдың 23 мартында Башҡорт кавалерия полкы ҡыҙылдарҙы туҙҙырып, ҡоралһыҙландыра. Полк командиры бының хаҡында бригада командованиеһына хәбәр итә, ҡурҡышынан бригада штабы 40 километр тылға — Ҡананикольскийға ҡаса. Башҡорт кавалерия полкы тарафынан штабҡа ебәрелгән делегация атыла. Бер нисә көндән 20-се дивизияның 1-се бригадаһы частары тупланып, Муса Мортазиндың полкына һөжүм итә башлай. Аҡтар был низағ тураһында белеп ҡалып, Мортазинға полкты үҙҙәре яғына сығарыу тураһында һөйләшеү өсөн делегация ебәрә. Ике яҡҡа ҡаршы көрәшә алмағас, Башҡорт кавалерия полкы аҡтар яғына сығырға мәжбүр була[11].

1919 йылдың апрель урталарынан алып майҙың аҙағына ҡәҙәр Муса Мортазин полкы менән Белорет ҡалаһында була һәм полкына төбәктәге башҡорт һалдаттарын туплай башлай. Шул уҡ йылдың июнь башында полк Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсә, бында 15 көн тирәһе әҙерлек үтә, һалдаттар һәм ҡоралдар менән тулыландырыла. 1919 йылдың июнендә был полк нигеҙендә Муса Мортазин тарафынан 4000 самаһы кешенән торған Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы ойошторола. Мортазиндың бригадаһы 10 июлгә тиклем Ағиҙел буйында һаҡта тора. 1919 йылдың июлендә Ҡыҙыл Армия һөжүмгә күскәс, А. В. Колчак командованиеһы күпме генә уларға ҡаршы сығырға, тип бойороҡтар бирһә лә, Муса Мортазин ҡыҙылдарға артыҡ ҡаршылыҡ күрһәтмәй сигенә йә булмаһа бәреләштән тайпыла. 5-се корпус командиры генерал Эллерс-Усов саҡырыуы буйынса, 8 августа Мортазин корпустың штабы урынлашҡан Әбйәлил ауылына килә. Бында улар араһында низағ барлыҡҡа килә, Мортазин генералды револьверҙан яралай. 9 августа үҙенең бригадаһы менән килеп, корпус штабының канцелярияһын, арсеналынан 3000 мең винтовкаһын алып китә. 1919 йылдың 17 авгусында мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу маҡсатында корпус командиры генерал Бакич Муса Мортазинды үҙенә саҡыра. Әммә 18 августа Башҡорт кавалерия бригадаһы Березовка ауылы эргәһендә корпустың ике полкын туҙҙырып, штабын баҫып ала. Был осорҙа Башревком вәкиле Таһир Имаҡов Мортазинға килә һәм бригадаһы менән ҡыҙылдар яғына кире сығыу хаҡында һөйләшеүҙәр башлай. 1919 йылдың февраль-мартындағы ваҡиғалар ҡабатланмаһын өсөн, Муса Мортазин Ҡыҙыл Армия яғына сығыу өсөн ҡәтғи шарттар ҡуя[12]:

1. Башҡорт һалдаттарын һәм командирҙарын ҡоралһыҙландырмаҫҡа һәм атмаҫҡа.

2. Бригаданы ҡабул итеү өсөн башҡорт һәм совет командованиеһы вәкилдәре менән бергә ике-өс башҡорт совет полкын ҡуйырға, сөнки башҡорттар март айындағы атыуҙарҙан һуң рус командованиеһына ышанмай.

3. Полктарҙы Колчакка ҡаршы ебәреү мөмкинлеге булмаһа, уларҙы заводтарға һәм күсенеү пункттарына урынлаштырмаҫҡа, йә Верхнеуралға ебәрергә, йә Стәрлетамаҡта ҡалдырырға.

Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — С. 15–16. — 280 с.

Ҡыҙыл Армия командованиеһы Муса Мортазиндың шарттарына ризалаша. Ҡыҙылдар яғында уның бригадаһы Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы статусын ала, ә команда составы һәм полктар үҙгәрешһеҙ ҡалдырыла. Зәки Вәлиди был бригаданы башҡорт ғәскәрҙәренә ҡушыу ниәтенән уны Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының 2-се бригадаһы тип иғлан итә. Әммә Ҡыҙыл Армияның 1-се армия командованиеһы башҡорт ғәскәрҙәренең бер урынға тупланыуына ҡаршы була, һәм 1919 йылдың август аҙағында Мортазин бригадаһы, 24-се уҡсы дивизияһы составына ҡушып, аҡтарҙың Көньяҡ армияһына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә[13].

1919 йылдың октябрь башында Муса Мортазин бригадаһы менән бергә Урал фронтына күсерелә, бында ҡыҙылдарҙың 4-се армияһына буйһондорола. 1919 йылдың ноябрь-декабрендә Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы Төркөстан фронтының Урал—Гурьев операцияһында ҡатнаша, был хәрби операция һөҙөмтәһендә аҡтарҙың Урал армияһы тар-мар ителә. Урал фронтында һуғыш операциялары башланған саҡта бригадала 2000 кеше булһа, һуғыштарҙан һуң үҙенең 60 процент самаһы составын юғалта. Һөҙөмтәлә Төркөстан фронты командующийы М. В. Фрунзе Башҡорт айырым кавалерия бригадаһын 5-се дивизияға ҡушырға ҡарар иткәс, Муса Мортазин бригаданы рус ғәскәрҙәренән айырым хәрби формирование итеп ҡалдырырға йәки Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы составына ҡушырға булышлыҡ итеүҙе һорап, Башҡортостандың хәрби комиссары Зәки Вәлидигә рапорт яҙа. Вәлиди был мәсьәләне тиҙ арала Ленин һәм Троцкийға еткерә һәм уларҙы бригаданы таратмаҫҡа күндерә. Мортазиндың бригадаһы 1919 йылдың декабренән алып 1920 йылдың апрель аҙағына ҡәҙәр Ырымбур эргәһендәге Ҡарғалы ауылында тора[14].

1920 йыл. Совет-поляк һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башревкомдан алыҫлатыу маҡсатында, 1920 йылдың 29 апрелендә бригада Совет-поляк һуғышына ебәрелә. Башҡорт айырым кавалерияһы бригадаһы 12-се армия составында 9 майҙан Киев ҡалаһы тирәһендә поляктарға ҡаршы һуғыша башлай. Бровары тирәһендә башҡорт атлылары һөжүм ойоштора, әммә фронтта буталсылыҡ арҡаһында улар ҡыҙылдарҙың уты аҫтына эләгә, һөҙөмтәлә 50 яугир һәм 27-се Башҡорт кавалерия полкы командир К. Әйләров һәләк була. 16 майҙа Мортазиндың бригадаһы Новогород губернаһынан ебәрелгән 1-се Башҡорт кавалерия полкы (элекке Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы) менән көсәйтелә. 4 июндә бригада полктары Днепрҙың уң яҡ ярында нығына һәм 6 июндә Пилява ауылы янында 6-сы поляк пехота полкын һәм «Татар язда» полкының эскадронын тар-мар итә: 440 әсир, 18 пулемёт, 2 орудие һәм 200 ат алына. 7 июндә Богданы ауылы янында алышта бригада 40 яраланған һәм һәләк булған яугирен юғалта, был алышта Мортазин да яралана. 11 июндә поляктарҙың сигенеү юлы булған Киев—Коростень тимер юлын ябыу маҡсатында, бригада Тетерев станцияһында тимер юлды һәм күперҙе емерә. Шул уҡ көндө Польша ғәскәрҙәре Киевты ташлап китә, бының төп сәбәбе ҡалаға Мортазиндың бригадаһының яҡынлашыуы булып тора. 14 июндә Зарудье ауылы янында алышта, башҡорт атлылары 60-сы Краков пехота полкын ҡамауға ала, 250 поляк һалдатын юҡ итә, 18 пулемёт һәм бер батальон штабы бригаданың ҡулына эләгә. 21 июндә Игнатополь ауылы янындағы алыш барышында 28-се Башҡорт кавалерия полкы командиры Ибраһим Мортазин һәләк була, 27-се полктың штабы поляктарҙың ҡулына эләгә. 22 июндә бригада Игнатополде биләй һәм алыш барышнда 7-се полк штабын командиры менән бергә ҡайтарыуға өлгәшә.

Артабан Мортазиндың бригадаһы сигенеүсе поляктарҙы эҙәрлекләй башлай: 26 июндә Зубковичи ауылы янында, 3 июлдә — Липино ауылы янында, 4 июлдә — Ҙур һәм Кесе Глумча ауылдары янында алыштар була. 11 июлдә бригада дошман артынан Горынь йылғаһы аша үтә[15]. 1920 йылдың 13 июлендә Муса Мортазин командалығында 12-се армияның атлы төркөмө ойошторола, был төркөм составында Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы, 25-се кавалерия бригадаһы, Дон-Кубань, Суров, 7-се Йыйылма һәм 59-сы кавалерия полктары була. 23 июль был атлы төркөм менән етәкселек итеү Голиковҡа тапшырыла. 5 август Мортазин бригадаһы атлы төркөм составында Ковель ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. Совет-поляк һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Мортазин алтын сәғәт, көмөш ҡылыс менән бүләкләнә, ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ орденына (1920, 1921) лайыҡ була[16]. Башҡортостанда ихтилал тоҡанғанын ишеткәс, отпуск алып, 12 августа тыуған яғына ҡайта[17].

Башҡортостандағы эшмәкәрлеге (1921-1922)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанға ҡайтас, ихтилалды тиҙерәк артыҡ ҡорбандарһыҙ туҡтатыу өсөн күп көс һала. 1920 йылдың декабренән Автономиялы Башҡортостан Совет Республикаһының Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары булып эшләй, уның урынбаҫары Сөләймән Мырҙабулатов тәғәйенләнә[18]. 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы[9]. Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе И. Каширин үҙәк властарға йәнәһе Муса Мортазин етәкселегендә советтарға ҡаршы ихтилал әҙерләнеүе һәм уны республиканан ситләтеүҙе һорап яҙа, әммә был ғәйепләүҙәр провокация булыуын аңлағас үҙәк властары 1921 йылдың 7 майында Каширинды Мәскәүгә саҡыртып ала[3].

1921 йылдың июнендә Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. Был вазифала БашЧК һәм Башобкомды халыҡты талауға, продразверстканы йәйелтеүҙә булышлыҡ итеүҙә ғәйепләй. Башсовнарком рәйесе Муллайән Халиҡов менән берлектә 1921—1922 йылдарҙағы Башҡортостандағы аслыҡты бөтөрөү менән шөғөлләнә, асығыусыларға ярҙам күрһәтеүсе Америка ярҙам администрацияһы (ингл. American Relief Administration) йәлеп ителә, Урта Азиянан аҙыҡ-түлек килтереү ойошторола. 1921 йылдың 3 февралендә Мортазин рәйеселегендә Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитетының Президиумы ултырышында йәнә «Оло Башҡортостан» тураһында мәсьәлә күтәрелә, бында Өфө ҡалаһы менән бергә Бөрө, Бәләбәй һәм Өфө өйәҙҙәрен Башҡортостанға ҡушыу эшен тиҙләтеүҙе һорап ВЦИК-ҡа теллеграмма ебәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә[3].

Советтарҙың 8-се һәм 9-сы Бөтә Рәсәй съездарына (1920, 1921, Мәскәү), Эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары советтарының 10-сы һәм 11-се Бөтә Рәсәй съездарына (1922, 1924, Мәскәү), 1922 йылдың декабрендә СССР Советтарының I, 1924 йылдың ғинуарында II съездарына делегат итеп һайлана[4][9].

1922 йылдың башында үҙәккә саҡыртып алына[19], Мәскәү юғары хәрби-педагогика мәктәбенә уҡырға ебәрелә һәм уны 1924 йылда тамамлай. 1924—1927 йылдарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияһында белем ала. 1927 йылда академияны тамамлағас, Ҡыҙыл Армияның Баш идаралығында резервта тора[20].

1927 йылда Мәскәүҙә — «Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында» («Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну»), ә 1929 йылда «Ҡыҙыл Башҡортостанда» («В Красной Башкирии») тигән китаптары нәшер ителә.

1928 йылдың ғинуарынан 11-се кавалерия дивизияһының 3-сө бригадаһы командиры, шул уҡ йылдың мартынан 8-се кавалерия дивизияһының бригада командиры булып хеҙмәт итә. 1929 йылдың декабренән Мәскәүҙә РККА-ның Баш идаралығында инструктор, 1931 йылдан РККА-ның Аттар составы буйынса идаралығының 2-се секторы начальнигы урынбаҫары, һуңынан ошо уҡ идаралыҡтың 4-се секторы начальнигы, ә 1935 йылдың февраленән РККА-ның ат составын тулыландырыу буйынса 2-се секторы начальнигы булып хеҙмәт итә. 1935 йылдың 2 декабрендә Муса Мортазинға рәсми рәүештә комбриг дәрәжәһе бирелә[4].

Сәйәси золом ҡорбаны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылдың 31 майында ҡулға алына, контрреволюцион террористик ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнә. 27 сентябрҙә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан үлем язаһына хөкөм ителә һәм шул уҡ көндө атыла. Мәскәүҙең Дон зыяратында ерләнә. 1956 йылда Зөбәржәт Муса ҡыҙы Мортазина атаһының исемен аҡлауға булышлыҡ күрһәтеүҙе һорап маршал С. М. Будёныйға хат яҙа. Маршал аҡлауҙы тиҙләтеү буйынса баш прокурор Е. И. Варскийға рәсми хат ебәрә[21]. 1956 йылдың 14 июлендә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы, енәйәт эше булмағанлыҡтан, хөкөм ҡарарын юҡҡа сығара, һәм Муса Мортазин тулыһынса аҡлана. 1967 йылдың 11 июлендә наградаларға хоҡуғы ҡайтарыла[4]. Шуға ҡарамаҫтан, 1990-сы йылдарға тиклем республикала уның исемен телгә алыу тыйыла[3][22].

Ғаиләһе: ҡатыны — Фәтихә, ҡыҙҙары — Зөбәржәт, Шәүрә, Ынйы, Ләйлә, Наилә, улы Асҡар[2]

«Башкирия и Башкирские войска в гражданскую войну» китабының тышы
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1920, 1921)
  • 12-се армияның Хәрби-революцион советының алтын сәғәте (1920 йыл, июнь) һәм яҙыулы көмөш ҡылыс (1920 йыл, август)
  • Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну. — М.— Л., 1927.
  • В Красной Башкирии. — М. — Л., 1929.
  • Әҫәрҙәр: Очерктар, повесть, документтар һәм фотолар. — Өфө, 1994.
  • Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну. — М., 2007.
  • 1991 йылда Көсөк ауылында Муса Мортазин музейы асыла[23]; унда геройҙың наградалары, ҡылысы, шәхси әйберҙәре һәм XX быуат башына хас антиквариат әйберҙәре һаҡлана.
  • Учалы, Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Учалы, Иҫке Сибай, Темәс ауылдарында һәм башҡа тораҡ пункттарҙа Муса Мортазин хөрмәтенә урам исемләнгән[9].
  • Учалы районында Муса Мортазин исемендәге әҙәби премия булдырылған[9].
  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы.
  2. 2,0 2,1 Анкета арестованного начальника 2-го отделения Инспекции Кавалерии Красной Армии комбрига Мусы Муртазина // Документы и материалы по истории башкирского народа (1900–1940) / Сост.: М. М. Кульшарипов, М. Н. Фархшатов, Д. Х. Яндурин, Р. З. Алмаев, Р. О. Багаутдинов, Р. Р. Газизов, Р. М. Зиязетдинов, А. Д. Казанчеев, К. К. Каримов, П. Ф. Назыров, Ю. Х. Юлдашбаев, А. З. Ярмуллина. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2012. — С. 336–337. — 624 с. — ISBN 978-5-916-08093-3.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 История башкирских родов, 2018
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Арҙаҡлы башҡорттар, 2005
  5. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары, 2011, с. 7
  6. Башҡорт армияһы тарихынан, 2012, с. 91
  7. Башҡорт армияһы тарихынан, 2012, с. 92
  8. Башҡорт армияһы тарихынан, 2012, с. 93–94
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Ярмуллин А. Ш. Мортазин Муса Лот улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Башҡорт армияһы тарихынан, 2012, с. 95
  11. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары, 2011, с. 14
  12. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары, 2011, с. 15–16
  13. Башҡорт армияһы тарихынан, 2012, с. 98
  14. У истоков Башкирской республики, 2017, с. 137-139
  15. У истоков Башкирской республики, 2017, с. 140
  16. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары, 2011, с. 20–22
  17. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары, 2011, с. 24
  18. У истоков Башкирской республики, 2017, с. 141
  19. 1922 йылдың 22 февралендә Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитетының президиумы Мортазиндың эшен юғары баһалап уны республикаға ҡайтарыуҙы һорап мөрәжәғәт итә:
    «…Принося глубокую благодарность от лица Президиума БЦИК тов. Муртазину за его честную неутомимую плодотворную энергию, проявленную им в своей работе за твердо решительное руководство многими отраслями Республики, даже не использовав свой месячный отпуск, данный центром РСФСР, в то же время глубоко сожалеем эту утрату, как утрату главного двигателя Республики, просить тов. Пестун ходатайствовать перед ЦК РКП и ВЦИК об обратном откомандировании тов. Муртазина в Башреспублику, как одного из видных и редких его деятелей, как самого необходимого работника для Башкирии»

    История башкирских родов. Кубаляк, Кувакан, Теляу. Том 29 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа, 2018. — С. 129-192.

  20. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары, 2011, с. 27
  21. «Направляю Вам прошение гр-ки Муртазиной З. М. об ускорении пересмотра судебного дела ее отца бывшего комбрига Муртазина М. Л., арестованного в 1937 г. Муртазина М. Л. знал по работе в Инспекции Кавалерии Красной Армии только с положительной стороны, и считаю, что врагом нашей партии он быть не мог»
  22. У истоков Башкирской республики, 2017, с. 142
  23. Чишкова Л. А. Мортазин М. музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • История башкирских родов. Кубаляк, Кувакан, Теляу. Том 29 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа, 2018. — С. 129-192.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 1. — Уфа, 2002. — С. 246, 254, 354, 381, 384, 386.
  • Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  • Шафиков Г. Г. И совесть, и жертвы эпохи. Их память народа хранит. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1991. — 221 с. — ISBN 5-295-00853-3.
  • Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында: Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө, 2009. — С. 56—64. — 222 с.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — С. 91–108. — 280 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
  • Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — 280 с.
  • Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского национального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — С. 133—142. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.