Будённый Семён Михайлович
Будённый Семён Михайлович (25 апрель 1883 йыл — 26 октябрь 1973 йыл) — СССР-ҙың хәрби етәксеһе, тәүге Советтар Союзы Маршалдарының береһе, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Георгий тәреһенең тулы кавалеры. Граждандар һуғышы йылдарында РККА-ның Беренсе атлы армияһы командующийы, ҡыҙыл кавалерияһын ойоштороусыларының береһе. Беренсе атлы армия яугирҙары «буденовсылар» йыйылма атама аҫтында билдәле.
Йәш сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Семён Михайлович Будённый 1883 йылдың 25 апрелендә Дон ғәскәре өлкәһе, Сальск округы, Козюрин утарында (хәҙер Ростов өлкәһенең Мартын районы) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның ата-әсәһе Михаил Иванович һәм Меланья Никитична Буденныйҙар ситтән, Үҙәк Рәсәйҙән, килеүселәр булған[6][7].рус[8][9]|. 1919 йылдан РКП(б)/ВКП(б)/КПСС-тың ағзаһы.
Хәрби хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Император армияһында хеҙмәт итеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1903 йылда армияға саҡырыла. Алыҫ көнсығышта Приморье драгун полкында хеҙмәт итә, срогы тулғандан һуң шунда уҡ тороп ҡала. 26-сы Дон казак полкы составында 1904—1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында ҡатнаша.
1907 йылда полктың иң яҡшы һыбайлыһы булараҡ Петербургка, Офицер кавалерия мәктәбенә, кесе чиндар өсөн һыбайлылар курстарына ебәрелә, курстарҙы 1908 йылда тамамлай. 1914 йылға тиклем Приморье драгун полкында хеҙмәт итә. Беренсе донъя һуғышында Кавказ кавалерия дивизияһының 18-се драгун Северск полкы унтер-офицеры званиеһында Германия, Австрия һәм Кавказ фронттарында ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн «тулы Георгий таҫмаһы» — дүрт дәрәжә Георгий тәреләре һәм дүрт дәрәжә Георгий миҙалдары менән наградлана[10]. Беренсе һалдат 4-се дәрәжә Георгий тәреһенә унтер-офицер Будённый 1914 йылдың 8 ноябрендә немец ылауын һәм пленныйҙарҙы алғаны өсөн лайыҡ була.
Дивизия Кавказ фронтына күсерелгәндән һуң Ворошилов вахмистр Хестановҡа ҡул күтәргәне өсөн (быға тиклем вахмистр Буденныйҙы мыҫҡыл итә һәм уның битенә һуға)[11] дивизия буйынса фарманға ярашлы үҙенең беренсе 4-се дәрәжә Георгий тәреһенән мәхрүм ителә. 3-сө дәрәжә тәрене 1916 йылдың ғинуарында Менделидж янындағы һөжүмдәрҙә ҡатнашҡаны өсөн, шул уҡ 1916 йылдың мартында 2 дәрәжә тәреһенә лайыҡ була. 1916 йылдың июль айында 1-се дәрәжә Георгий тәреһен дүрт иптәше менән дошман тылынан 7 төрөк һалдатын алып килгәне өсөн ала.
1917 йылдың йәйендә Кавказ кавалерия дивизияһы менән Минск ҡалаһына килә, бында уны полк комитеты рәйесе һәм дивизия комитетының рәйесе урынбаҫары итеп һайлайҙар. 1917 йылдың авгусында М. В. Фрунзе менән бергә Оршала Корнилов ғәскәрҙәренең эшелондарын ҡоралһыҙландырыу менән етәкселек итә. Октябрь революцияһынан һуң Донға, Платов станицаһына, Сальск округ Советы башҡарма комитетының ағзаһы итеп һайлана һәм округ ер бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә[12].
Граждандар һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың февралендә Буденный Дондағы аҡ гвардиясыларға ҡаршы революцион атлы отряд ойоштора, Б. М. Думенко командованиеһы аҫтындағы отряд 1-се кавалерия крәҫтиән социалистик полкы сафтарына инә, Буденный полк командирының урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Һуңынан полк бригадаға әүерелдерелә, артабан — кавалерия дивизияһына, дивизия 1918—1919 йылдың башында Царицыно тирәһендә бик уңышлы һуғыша.
1919 йылдың икенсе яртыһында Ҡыҙыл армияһында тәүге эре кавалерия берләшмәһе — Атлы корпус ойошторола. 1919 йылдың август башында генерал П. Н. Врангелдең Кавказ армияһына ҡаршы Дондағы ныҡышмалы алыштарҙа ҡатнаша, корпус Царицынға, артабан Воронежға тиклем барып етә һәм 1919 йылда Воронеж-Касторное операцияһында 8-се армияның дивизиялары менән бергә Мамонтов һәм Шкуро казак корпустарын тар-мар итә[13]. Корпус өлөштәре Воронеж ҡалаһын яулай, Мәскәү йүнәлешендә Ҡыҙыл армияһы ғәскәрҙәре позицияларындағы 100 километрлыҡ өҙөлгән урынды ямай. Буденныйҙың Атлы корпусының еңеүҙәре Воронеж һәм Касторное тирәһендә Дондағы дошманды ҡыйратыуҙы тиҙләттеләр.
Буденный командованиеһы аҫтындағы ғәскәрҙәр (О. И. Городовиковтың 14-се кавалерия дивизияһы) Миронов Ф. К. етәкләгән Дон корпусын ҡоралһыҙландырыуҙа ҡатнаша. Һуңынан Миронов Ф. К. 2-се Атлы армияһының командующийы була.
1919 йылдың 19 ноябрендә Көньяҡ фронты командованиеһы Республика Реввоенсоветы ҡарарына ярашлы Атлы корпусты Беренсе Атлы корпус итеп исемен үҙгәртеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Армияның командующийы итеп Буденный тәғәйенләнә. Ул 1923 йылдың октябрь айына тиклем етәкселек иткән Беренсе Атлы армия Граждандар һуғышының бер нисә эре операцияларында Төньяҡ Таврияла һәм Ҡырымда Деникин һәм Врангель ғәскәрҙәрен тар-мар итеү буйынса мөһим роль уйнаны. Буденный етәкселегендә Беренсе Атлы армия аҡтарҙан ике мәртәбә Дондағы ҡапма-ҡаршы атлы алыштарҙа бик ауыр еңелеүгә дусар булды: 1920 йылдың 6 (19) ғинуарында Ростов тирәһендә генерал Топорковтан[14][15] һәм 10 көндән генерал Павловтың атлы ғәскәренән Маныч йылғаһындағы алыштарҙа 1920 йылдың 16 (29) ғинуары — 20 ғинуарында (2 февраль), был алыштарҙа Будённый 3 мең ҡылыс юғалта һәм үҙенең бөтә булған артиллерияһын ташлап китергә мәжбүр була[16][17]. Совет-поляк һуғышында Пилсудский армияһы менән алыштарҙа шулай уҡ еңелә, әммә уға шул уҡ ваҡытта һиҙелерлек юғалтыуҙар ҙа килтерә (Киев операцияһы (1920)).
Һуғыштар араһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1921—23 йылдарҙа Будённый — Революцион хәрби совет (РВС) ағзаһы, ә һуңынан — Төньяҡ-Кавказ хәрби округы командующийы урынбаҫары. Советтар Союзындағы аттар заводтарын ойоштороу һәм етәкселек итеү буйынса ҙур эштәр башҡара, күп йыллыҡ эштәр һөҙөмтәһендә аттарҙың яңы тоҡомдары барлыҡҡа килә — буденный һәм терский. 1923 йылда Будённый Чечен автономия өлкәһенә Бохара әмире башлығын кейеп, яуырыны аша ҡыҙыл таҫма тағып, рус Мартанға килә һәм ВЦИК декретына ярашлы Чечняны автономия өлкәһе тип иғлан итә.
1923 йылда Будённый кавалерия буйынса Ҡыҙыл Армияһының баш командующийы ярҙамсыһы һәм СССР-ҙың РВС-ы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. 1924 — 1937 йылдарҙа ул РККА кавалерияһы инспекторы. 1928 йылдың 1 июленән ул «Йылҡысылыҡ һәм йылҡыларҙы заводтарҙа үрсетеү» журналын ойоштороусыларының береһе һәм редакторы. 1930 йылда Успенскийҙа Тәжрибәле атлы заводы базаһында Мәскәү йылҡысылыҡ һәм йылҡыларҙы заводтарҙа үрсетеү зоотехник институтын ойоштороуҙа кураторлыҡ итә. 1932 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай. Дошманға ҡаршы яңы заманса көрәш ысулдарын үҙләштереү сиктәрендә 1931 йылда самолеттан парашют менән үҙенең беренсе һикереүен башҡара.
1935 йылдың 22 сентябрендә яңы персональ званиелар индерелә. Шул уҡ йылдың ноябрендә ЦИК һәм Совнарком биш иң күренекле совет полководецтарына яңы хәрби званиеһы бирә — Советтар Союзы Маршалы. Уларҙың араһында Буденный ҙа була. ВКП (б) Үҙәк комитетының февраль-март (1937) пленумында Н. И. Бухарин һәм А. И. Рыков тураһында бәхәстәрҙә уларҙы партиянан сығарыу, хөкөмгә һәм атыуға тарттырыу яҡлы була. 1937 йылдың май айында М. Н. Тухачевскийҙы һәм Я. Э. Рудзутакты партиянан сығарыу буйынса һораулама үткәргәндә: «Һис шикһеҙ, ЗА. Был кәбәхәттәрҙе язалар кәрәк», тип яҙа. СССР-ҙың Юғары судының Махсус суд присутствиеһы составына инә. 1937 йылдың 11 июнендә «хәрби-фашист заговоры» исеме аҫтында билдәле эш ҡарала (М. Н.Тухачевский һ.б. эше) һәм хәрби начальниктар атыуға хөкөм ителә.
1937 йылдан 1939 йылға тиклем Будённый Мәскәү хәрби округы ғәскәрҙәре менән етәкселек итә, 1939 йылдан — СССР-ҙың НКО-һы Баш хәрби советы ағзаһы, нарком урынбаҫары, 1940 йылдың авгусынан — СССР оборона наркомының беренсе урынбаҫары. Будённый маневрлы һуғышта кавалерияның мөһим ролен билдәләй, шул уҡ ваҡытта армияның техник яҡтан йыһазландырылыу яҡлы була, атлы механизациялланған формированиеларҙы ойоштороуҙа булышлыҡ итә. Һуғыштан алдағы йылдарҙа кавалерия һуғыш яланында танк һәм моторлаштырылған берләшмәләргә етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмаясаҡ тигән фекерҙәр өҫтөнлөклө була. Һөҙөмтәлә 1938 йылға ҡарата СССР-ҙа быға тиклем булған 32 кавалерия дивизияһынан һәм 13 корпустар идаралыҡтарынан һуғыш башланыу мәленә 13 кавалерия дивизияһы һәм 4 корпус ҡалған була. Ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, һуғыш тәжрибәһе кавалерияны кәметеү менән ашыҡҡанлыҡты күрһәтә[18].
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Юғары башкомандование Ставкаһы составына ингән, Мәскәүҙең оборонаһында ҡатнашҡан, Ставканың армиялар резервы ғәскәрҙәре төркөмө менән (1941 йылдың июне) етәкселек иткән, һуңынан — Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлешендәге ғәскәрҙәр главкомы (1941 йылдың июль — августы), Резерв фронты командующийы (1941 йылдың сентябрь — октябре), Төньяҡ-Кавказ йүнәлешендәге ғәскәрҙәр главкомы (1942 йылдың апрель-майы), Төньяҡ-Кавказ фронты командующийы (1942 йылдың май-августы).
Будённыйҙың тәҡдиме буйынса[19] совет командованиеһы 1941 йылдың йәйендә яңы кавалерия дивизиялары ойошторола башлай, йылдың аҙағында өҫтәмә рәүештә 80-дән артыҡ еңел типтағы кавалерия дивизиялары туплана (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, был Г. Жуков башланғысы менән эшләнә[20]). 1941 йылдың июль — сентябрь айҙарында Будённый УССР территорияһына немец баҫыусыларының юлында торған Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлешендәге (Көньяҡ-Көнбайыш һәм Көньяҡ фронттар) ғәскәрҙәрҙең баш командующийы була.
Август айында маршал Буденный бойороғо буйынса Запорожьела НКВД-ның 157 полкы саперҙары ДнепроГЭСты шартлаталар. Ҡапыл ауҙарылған тулҡын ағымында немец һалдаттары ла, Ҡыҙыл Армияһы һалдаттары ла һәләк була. Ғәскәрҙәрҙән һәм ҡасҡынсыларҙан башҡа, уйһыу ерҙәрҙә һәм яр буйы зонаһында бик күп унда эшләгән кешеләр, урындағы халыҡ, мал һәләк була. Ҙур тиҙлек менән Днепр буйындағы туғайҙарҙы һыу тулҡыны баҫа. Бер сәғәт эсендә Запорожьеның аҫҡы өлөшө сәнәғәт ҡоралмалары запастары менән бергә тулыһынса ағып китә[21]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, совет ғәскәрҙәре һәм халыҡ араһындағы юғалтыуҙар һаны ныҡ арттырылған[22]. Сентябрҙә Будённый Ставкаға ҡамау хәүефенән ғәскәрҙәрҙе ситкә алып китеү тәҡдиме менән телеграмма ебәрә, шул уҡ ваҡытта фронттың командующийы М. П. Кирпонос Ставкаға ғәскәрҙәрҙе ситләштереү ниәте юҡлығы тураһында хәбәр итә. Һөҙөмтәлә Буденныйҙы Сталин Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлеше баш командующийы вазифаһынан бушата, уның урынына С. К. Тимошенко ҡуйыла.
Артабан — Резерв фронты командующийы (сентябрь-октябрь 1941 йыл), главком Төньяҡ-Кавказ йүнәлеше главкомы (апрель — май 1942 йыл), Төньяҡ-Кавказ фронты командующийы (май — август, 1942 йыл). 1943 йылдың ғинуарынан — Ҡыҙыл армия кавалерияһы командующийы[23], ә 1947—1953 йылдарҙа бер үк ваҡытта СССР-ҙың йылҡысылыҡ буйынса ауыл хужалығы министры урынбаҫары. 1943 йылда Буденныйҙың башланғысы буйынса Мәскәү йылҡысылыҡ зоотехник институты тергеҙелә.
Һуғыштан һуңғы эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1953 йылдың майынан 1954 йылдың сентябренә тиклем — кавалерия инспекторы, 1954 йылдан — СССР-ҙың оборона министры ҡарамағында, ДОСААФ үҙәк комитеты президиумы ағзаһы, уның наградной комиссияһы рәйесе. Совет — монгол дуҫлығы йәмғиәте рәйесе була. 1958 йылдың 1 февралендәге СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы[24], 1963 йылдың 24 апрелендәге, 1968 йылдың 22 февралендәге Указдарына ярашлы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
1939—1952 йылдарҙа КПСС-тың Үҙәк комитеты ағзаһы (1934—39 йылдарҙа һәм 1952—1973 йылдарҙа — кандидат). ВЦИК-тың һәм ЦИК СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы. 1—8-се саҡырылыштары СССР-ҙың Юғары Советы депутаты, 1938 йылдан СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы.
1973 йылдың 26 октябрендә Семен Михайлович Буденный 91 йәшендә Мәскәүҙә башына ҡан һауыуҙан вафат була. 30 октябрҙә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Кремль диуарында ерләнә[25]. Ҡәберендә һәйкәл ҡуйылған. Буденныйҙың ҡатыны Мария Васильевна 2006 йылда 90 йәшендә вафат була, ул иренән 33 йәшкә кесе була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Замандаштар фекере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Константин Симоновтың Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлеше штабының элекке начальнигы, генерал-полковник А. П. Покровский менән һөйләшеүенән[26]
Будённый — бик үҙенсәлекле кеше. Тыумыштан талантлы, халыҡсан аҡыллы, айыҡ фекерле кеше. Уның тиҙ арала хәлгә төшөнә торған һәләте булды. Ул үҙе
мәсьәләнең сиселешен тәҡдим итмәй ине, үҙе бындай тәҡдим яһар өсөн хәл-торошто ла белмәй ине, әммә уға һөйләп биргән саҡта, мәсьәләнең сиселешен тәҡдим иткәндә, теге йәки был ғәмәлдәр программаһын, ул, беренсенән, хәлдең айышына бик тиҙ төшөнә һәм, икенсенән, ҡағиҙә булараҡ, иң рациональ сиселештәрҙе тотоп ала ине. Һәм быны ул кәрәк хәтле тәүәккәллек менән эшләне.
Атап әйткәндә...уға Киев операцияһындағы хәлдәр торошо тураһында хәбәр иткәс һәм ул уға төшөнгәс, әһәмиәтен билдәләгәс, уға Ставка алдында Киев тоғынан сигенеү тураһында тәҡдимде штаб еткергәндән һуң, ул шундуҡ тәҡдимде ҡабул итә һәм кәрәкле телеграмманы Сталинға яҙа. Был аҙымдың һөҙөмтәләре уның өсөн хәүефле һәм ҡаты булыуына ҡарамаҫтан ул быны ҙур ҡыйыулыҡ менән эшләне.
Шулай килеп сыҡты ла! Нәҡ ошо телеграммаһы өсөн ул Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлеше командующийынан бушатылды һәм уның урынына Тимошенко тәғәйенләнде.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]С. М. Буденный өс тапҡыр өйләнгән була. Беренсе ҡатыны — Надежда Ивановна, казактар ғаиләһенән, 1903 йылда никахлашалар. Граждандар һуғышы ваҡытында Буденный менән бергә хеҙмәт итә, 1925 йылда осраҡлы рәүештә пистолеттан үҙен үҙе атып үлтерә. Икенсе ҡатыны — Ольга Стефановна Михайлова, опера йырсыһы, 1937 йылда, шпионажда ғәйепләнеп, ҡулға алына. 1956 йылда, Буденныйҙың булышлығы арҡаһында, һөргөндән ҡайтарыла. Буденный уны Мәскәүгә алып ҡайта һәм аҫрауға ала. Өсөнсө ҡатыны — икенсе ҡатынының ике туған һеңлеһе. Уларҙың 3 балаһы була: Сергей (1938), Нина (1939), Михаил (1944).
Буденный образы нәфис әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Толстой А. Н. Хождение по мукам (трилогия). 3-сө китап: Хмурое утро
- Бабель И. Э. Конармия (хикәйәләр йыйынтығы)
- Листовский А. П. Конармия (роман)
- Бондарь А. В. Чёрные мстители
- Бляхин П. А. Красные дьяволята (повесть)
- Пантелеев Л. Пакет
- Шолохов М. А. Тихий Дон (роман)
- Яҙыусы Р. Б. Гуль уны «Красные маршалы: Ворошилов, Буденный, Блюхер, Котовский» (Берлин: Парабола, 1933.) китабында һүрәтләй.
- Петров Д. М. (Бирюк). Юг в огне: Роман. (М: Военное издательство, 1988.)
Буденный — кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Константин Давидовский («Красные дьяволята (фильм)», 1923)
- Семён Будённый («Пакет», 1934)
- Василий Бауков («Детство маршала», 1938)
- Александр Хвыля (Первая конная (фильм, 1941), Оборона Царицына (фильм), 1942, Клятва (фильм, 1946), 1946)
- Лев Свердлин (Олеко Дундич, 1958, Неуловимые мстители (фильм), 1966)
- Станислав Франио (Бесстрашный атаман, 1973 — Будённыйҙың бала сағы тураһында)
- Петр Тимофеев ([[Хождение по мукам (телесериал), 1977)
- Леонид Бакштаев (Маршал революции, 1978)
- Вадим Спиридонов (Первая конная (фильм, 1984), 1984; Оглашению не подлежит (фильм), 1987)
- Пётр Глебов ([[Битва за Москву (фильм), 1985)
- Алексей Булдаков (Утомлённые солнцем 2: Предстояние, 2010)
- Александр Самойлов (Тухачевский. Заговор маршала, 2010)
- Виктор Смирнов (Сын отца народов, 2013)
- Сергей Валиев (Жуков (телесериал), 2011) — титрҙарҙа күрһәтелмәгән
- Александр Суворов (Страна Советов. Забытые вожди, 2016)
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй империяһы наградалары
- 1-се дәрәжә Георгий тәреһе (март 1916)
- 2-се дәрәжә Георгий тәреһе (февраль 1916)
- 3-сө дәрәжә Георгий тәреһе (ғинуар 1916)
- Ике 4-се дәрәжә Георгий тәреһе (1914), (1915)
- 1-се дәрәжә Георгий миҙалы
- 2-се дәрәжә Георгий миҙалы
- 3-сө дәрәжә Георгий миҙалы
- 4-се дәрәжә Георгий миҙалы
- СССР-ҙың наградалары
- Советтар Союзы Геройының "Алтын Йондоҙ" миҙалы 10827-се һанлы, 01.02.1958
- Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының "Алтын Йондоҙ" миҙалы 45-се һанлы, 24.04.1963
- Өс тапҡыр Советтар Союзы Геройының "Алтын Йондоҙ" миҙалы 4-се һанлы, 22.02.1968[27]
- Һигеҙ Ленин ордены:
- 23.02.1935 й. 881-се һанлы
- 17.11.1939 й. 2376-се һанлы (Беренсе Атлы корпусының 20-йыллығына)
- 24.04.1943 й. 13136-се һанлы
- 21.02.1945 й. 24441-се һанлы
- 24.04.1958 й. 257292-се һанлы
- 01.02.1963 й. 348750-се һанлы
- 22.02.1968 й. 371649-се һанлы
- 24.04.1973 й.
- Алты Ҡыҙыл Байраҡ ордены (34-се һанлы, 29.03.1919, 390/2-се һанлы, 13.03.1923, 100/3-сө һанлы, 22.02.1930, 42/4-се һанлы, 8.01.1941, 2/5-се һанлы, 3.11.1944, 299579-се һанлы, 24.06.1948)
- 1-се дәрәжә Суворов ордены (123-сө һанлы, 22.02.1944)
- Әзербайджан ССР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены (29.11.1929)
- Үзбәк ССР-ның Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.01.1930)
- Почётлы революцион ҡоралы]] (ике төрө):
- Ҡыҙыл Байраҡ орденлы ҡылыс (ҡорал)
- Ҡыҙыл Байраҡ орденлы пистолет
- Алтын ялатылған СССР Дәүләт гербы менән Почетлы ҡорал
- «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн (Хәрби батырлығы өсөн) юбилей миҙалы. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыллығы айҡанлы»
- «Мәскәү оборонаһы өсөн» миҙал
- «Кавказ оборонаһы өсөн» миҙал
- «Одесса оборонаһы өсөн» миҙал
- «Севастополь оборонаһы өсөн» миҙал
- 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының 20 йыллығына» юбилей миҙалы
- «Мәскәүҙең 800-йыллыҡ иҫтәлегенә» миҙалы
- «Ленинградтың 250-йыллыҡ иҫтәлегенә» миҙалы
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының XX йыллығына» юбилей миҙалы
- «Совет Армияһына һәм Флотына 30 йыл» миҙалы
- СССР-ҙың Ҡораллы Көстәренә 40 йыл» миҙалы
- СССР-ҙың Ҡораллы Көстәренә 50 йыл» миҙалы
- Сит ил дәүләттәре наградалары
- Ике Сухэ-Батор ордены (МХР)
- Ҡыҙыл Байрағы ордены (Монголия)|Ҡыҙыл Байрағы ордены (МХР, 1936)
- «Монгол Халыҡ Революцияһына 50 йыл» миҙалы(МХР, 1970)
- «Монгол Халыҡ Армияһына 50 йыл» миҙалы (МХР, 1970)
- «Дуҫлыҡ» миҙалы (МХР, 1967)
Иҫтәлеген мәңгеләштереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Будённый С. М. — Дондағы Ростов, Волгоград, Серпухов Ҡалаларының почетлы гражданы.
- Ставрополь крайында Буденновск ҡалаһы (в 1799—1921 йылдарҙа Святой Крест, 1921—1935 һәм 1957—1973 йылдарҙа Прикумск).
- 1919—1958 йылдарҙа Бирюч ҡалаһы Будённый исемен йөрөткән.
- Ростов өлкәһендә Буденновская станица
- Пенза өлкәһендә Буденновка ауылы
- Хакассияла Буденовка ауылы.
- Кинешма ҡалаһында Будённый ҡасабаһы.
- Донецк, Старый Оскол ҡалаларында район.
Урамдар — Серпухов, Сальск, Серафимович, Липецк, Краснодар, Тверь, Тула, Элиста, Брест, Луганск, Красноград, Архангельск, Белгород, Дзержинск, Глазов, Екатеринбург, Симферополь, Волгоград, Аҡтүбә, Минск, Витебск, Гродно, Гомель, Бишкек, Тетиев, Тамбов, Одинцово, Алматы.
Урамдар Башҡортостанда — Бүздәк ауылы, Чесноковка (Өфө районы), Архангел (Архангел районы), Благовещен ҡалаһы, Воскресенск (Мәләүез районы), Мәләүез ҡалаһы, Түбәнге Троицк ауылы (Туймазы районы), Тавтиман ҡасабаһы, Көҙәй ауылы (тыҡрыҡ һәм урам), Урман ауылы, Оло Теләк ауылы (Иглин районы).
Проспекттар — Мәскәү, Санкт-Петербург, Будённовск, Тольятти (бульвар), Новочеркасск, Дондағы Ростов , Ростов өлкәһенең Пролетарск ҡалаһы (Будённый тыҡрығы), Аксай.
- Санкт-Петербургта Советтар Союзы Маршалы С. М. Буденный исемендәге элемтә хәрби академияһы, Тихорецк проспект, 3 йорт.
- «Будённый исемендәге йылҡысылыҡ заводы» ҡасабаһы (Сальск районы, Ростов өлкәһе).
- Будённый аты — башта армия өсөн һыбайлы-егеүле аттар тоҡомо, һуңынан — спорт өсөн.
- Воронежда Буденный исемендәге ҡасаба.
- Будённый зыяраты Воронежда.
- Тамбовта С. М. Будённый исемендәге ипподром.
Һәйкәлдәр:
- Донецк ҡалаһындағы Буденный майҙанында.
- Кремль диуары янындағы ҡәберендә.
- Дондағы Ростов ҡалыһында юронза бюст.
- Будённовскиҙа ҡала вокзалы фасадында, Белгород өлкәһенең Великомихайловка ауылында бюстар
Музейҙар:
- С. М. Будённыйҙың дача-музейы;
- С. М. Будённыйҙың йорт-музейы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Конница в мировой войне // Военный вестник. — 1924. — № 28. — С. 53—57.
- Красная конница: Сб. ст. 2014 йыл 20 март архивланған. — М.; Л.: Госиздат. Отд. воен. лит., 1930.
- Основы тактики конных соединений. — М., 1938.
- Первая конная на Дону. — Ростов н/Д, 1969.
- Пройденный путь. — М., 1959—1973. Кн. 1—3.
- Сталин и армия. — М. 1959.
- Встречи с Ильичом. — 2-е изд. — М., 1972.
- (редакция) Книга о лошади: в 5 т. — М., 1952—1959.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Semyen Mikhaillovich Budenny // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Bibliothèque nationale de France Semen Mihajlovič Budennyj // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Semyon Mikhailovich Budyonny // TracesOfWar
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118664425 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ НИНА БУДЕННАЯ: ГЕОРГИЕВСКИЕ КРЕСТЫ ПАПА НОСИЛ ДОМА Семен Буденный . www.peoples.ru. Дата обращения: 13 июнь 2017.
- ↑ Семен Михайлович Буденный . Официальный веб-сайт маршала СССР. www.budenney.ru. Дата обращения: 13 июнь 2017.
- ↑ Будённый Семён Михайлович . www.warheroes.ru. Дата обращения: 13 июнь 2017.
- ↑ Семён Михайлович Будённый . www.marshals.su. Дата обращения: 13 июнь 2017. 2017 йыл 10 апрель архивланған.
- ↑ Архивными исследователями подтверждены только два креста Будённого: 4-й степени № 643701 за отличие 21 мая 1916 и 3-й степени № 203480.
- ↑ Будённый С. М. Пройдённый путь. Книга первая: М.: Воениздат, 1958. — 448 с. Тираж не указан.; Книга вторая: М.: Воениздат, 1965. — 392 стр. Тираж 115000 экз.; Книга третья: М.: Воениздат, 1973. — 408 стр. Тираж 100000 экз.
- ↑ Они сражались за Россию: Семён Михайлович Будённый . Обзор. www.obzor.lt. Дата обращения: 13 июнь 2017.
- ↑ Будённый С. М. Пройдённый путь. Книга первая: М.: Воениздат, 1958. — 448 с. Тираж не указан.; Книга вторая: М.: Воениздат, 1965. — 392 стр. Тираж 115000 экз.; Книга третья: М.: Воениздат, 1973. — 408 стр. Тираж 100000 экз.
- ↑ Деникин А. И. ОЧЕРКИ РУССКОЙ СМУТЫ. [В 3 кн.] Кн.3, т.4, т.5. Вооружённые силы Юга России — М.: Айрис-пресс, 2006. — 832 с.: ил. + вкл. 16 с — (Белая Россия). Ҡалып:ISBN с опечаткой (Кн. 3), стр.753
- ↑ Шамбаров В. Е. Белогвардейщина. — М.: ЭКСМО, Алгоритм, 2007. — (История России. Современный взгляд). ISBN 978-5-9265-0354-5, стр.408
- ↑ Деникин А. И. ОЧЕРКИ РУССКОЙ СМУТЫ. [В 3 кн.] Кн.3, т.4, т.5. Вооружённые силы Юга России — М.: Айрис-пресс, 2006. — 832 с.: ил. + вкл. 16 с — (Белая Россия). Ҡалып:ISBN с опечаткой (Кн. 3), стр.754
- ↑ Шамбаров В. Е. Белогвардейщина. — М.: ЭКСМО, Алгоритм, 2007. — (История России. Современный взгляд). ISBN 978-5-9265-0354-5, стр.411
- ↑ Исаев А. В. Антисуворов. Десять мифов Второй мировой. 2011 йыл 11 март архивланған. — М.: Яуза, Эксмо, 2004. — 416 с. — ISBN 5-699-07634-4
- ↑ Волкогонов Д. А. Сталин. Политический портрет. В 2-х книгах 2011 йыл 15 февраль архивланған.. — М.: Новости, 1992.
- ↑ Игорь Пыхалов Миф о кавалерии // «Отечественные записки». — 2002. — № 2.
- ↑ Кто взрывал ДнепроГЭС . Огненные версты. nikopolpage.ucoz.ua. Дата обращения: 13 июнь 2017.
- ↑ Взорвать Днепрогэс. Мгновения черного лета 1941 года . cripo.com.ua. Дата обращения: 13 июнь 2017.
- ↑ Будённый Семен Михайлович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Звезду Героя маршалу «присвоила» Каховка (рус.). www.mycity.kherson.ua. Дата обращения: 13 июнь 2017.
- ↑ Похороны Семена Михайловича Будённого 2013 йыл 13 декабрь архивланған., Днепр Вечерний 31.10.1973
- ↑ «Записал Константин Симонов». — журнал «Октябрь»
- ↑ Будённый Семён Михайлович . Патриотический интернет проект "Герои Страны". Дата обращения: 20 март 2011. Архивировано 22 август 2011 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Леонидов О. С. М. Буденный — вождь красной конницы. Материалы для биографии С. М. Буденного и истории I конной армии. — Л.: Изд. Губкомпома при Ленигубисполкоме, 1925.
- Игорь Евгеньевич Всеволожский И. Семен Михайлович Буденный. — М.; Л.: Детиздат, 1937.
- Маршал Буденный. Из цикла передач «Маршалы Советского Союза». — М.: Радиоиздат, 1937.
- Александр Михайлович Золототрубов. Буденный. — М.: Молодая гвардия, 1983.
- Борис Вадимович Соколов. Буденный: Красный Мюрат. — М.: Молодая гвардия, 2008.
- Ларин М. Ю., Хватов А. В. Неизвестные войны России. — М.: ООО «Дом Славянской книги», 2012. — 480 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Семён Михайлович Будённый Викиөҙөмтәлә | |
Семён Михайлович Будённый Викимилектә | |
Семён Михайлович Будённый Викияңылыҡтарҙа |
Будённый Семён Михайлович . «Герои страны» сайты.
- Автобиография С. М. Будённого . biografija.ru. Дата обращения: 27 ғинуар 2012. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- Семён Михайлович Будённый «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- Путь маршала и человека — статья и фильм про Будённого
- Персональный сайт 2018 йыл 3 сентябрь архивланған.
- Будённый Семен Михайлович. «Пройдённый путь» в 3-х томах 2018 йыл 4 июль архивланған. — читать
- Выступление С. М. Будённого на совещании высшего руководящего состава РККА 23-31 декабря 1940
- С. Витошнев. «С. М. Будённый. Летопись.» (Биография) 2018 йыл 11 ноябрь архивланған.
- НИНА БУДЁННАЯ: «ГЕОРГИЕВСКИЕ КРЕСТЫ ПАПА НОСИЛ ДОМА»
- Фотопортреты Будённого С. М. в «Российской портретной галерее» 2014 йыл 18 июль архивланған.
- Аудиозапись выступления С. М. Будённого
- Фотография С. М. Будённого во время инспекции военного училища 2016 йыл 23 сентябрь архивланған.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 25 апрелдә тыуғандар
- 1883 йылда тыуғандар
- Дон ғәскәре өлкәһендә тыуғандар
- 26 октябрҙә вафат булғандар
- 1973 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Кремль стенаһы некрополендә ерләнгәндәр
- Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән наградланыусылар
- I дәрәжә Суворов ордены кавалерҙары
- «Одессаны обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары (Монголия)
- Сухэ-Батор ордены кавалерҙары
- «Монголия Халыҡ Революцияһының 50 йыллығы» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Монголия Халыҡ Армияһының 50 йыллығы» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Георгий миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышы ғәскәр башлыҡтары
- 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 2-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 3-сө саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 4-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 6-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Совет Союзы маршалдары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Изге Георгий ордены билдәһенең тулы кавалерҙары
- Рус-япон һуғышында ҡатнашыусылар
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Совет-поляк һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар