Советтар Союзы Маршалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Советтар Союзы Маршалы
Нигеҙләү датаһы 22 сентябрь 1935
Атамаһы Маршал Советского Союза, Маршал Радянського Союзу, Маршал Савецкага Саюза, Marshal of the Soviet Union һәм Marschall der Sowjetunion
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә Генералиссимус Советского Союза[d]
Түбәнерәк дәрәжә генерал армии[d] һәм 1-се ранг командармы[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе маршал рода войск[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 28 август 1991
Знак отличия
 Советтар Союзы Маршалы Викимилектә

Советтар Союзы маршалы — шәхси хәрби звание[1], һуңыраҡ РККА-ла юғары командирҙар составының хәрби дәрәжәһе, Совет армияһында 1946 йылдан команда ранг табелендә иң юғары дәрәжә. СССР Юғары Советы Президиумы указы менән бирелә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1935 йылдың 22 сентябрендә Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары советының «РККА-ың етәкселек составында шәхси хәрби званиеларҙы индереү тураһында» ҡарарына ярашлы индерелә. 1945 йылдың 26 июненә тиклем Советтар Союзының Генералиссимусы дәрәжәһенән һуң килгән иң юғары звание (берҙән-бер Генералиссимус И. В. Сталин вафат булғандан һуң 1953 йылда — иң юғары дәрәжә булып ҡала)[2].

Флотта быға тап килгән дәрәжә — Советтар Союзы Флоты Адмиралы, ә ҡайһы бер ғәскәрҙәр төрҙәрендә, көстәрҙә һәм махсус ғәскәрҙәрҙә — Ғәскәр төрөнөң баш маршалы.

1935 йылдың 21 ноябрендә беренсе тапҡыр Советтар Союзы маршалы исеме бирелә; был юғары шәхси хәрби званиеға лайыҡ хәрби етәкселәр түбәндәге вазифаларҙы биләй:

Шулай уҡ һуғышҡа тиклем маршал исемен алалар:

Советтар Союзы маршалы исеменә лайыҡ булған хәрби начальниктар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1935 йылдан Советтар Союзы маршалы исеме 41 тапҡыр бирелә. Уларҙың: 36-һы — профессиональ хәрбиҙәргә, 5-һе — хәрби вазифалы сәйәси эшмәкәрҙәргә (И. В. Сталин, Л. П. Берия[3], Н. А. Булганин, Л. И. Брежнев, Д. Ф. Устинов).

Дүрт Советтар Союзы маршалынан был исем кире алына:

  • М. Н. Тухачевский — 1937 йылдың 11 июнендәге Тухачевский эше буйынса хөкөм ҡарарына ярашлы исемдән мәхрүм ителә, шул уҡ ҡарар нигеҙендә атыла.
  • Г. И. Кулик — 1942 йылда генерал-майор дәрәжәһенә тиклем төшөрөлә, әммә СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә.
  • Л. П. Берия — 1953 йылдың июнендә ҡулға алынғандан һуң, хөкөм ҡарары сығарылғанға тиклем айырым указ нигеҙендә «барлыҡ наградалары һәм исемдәренән» мәхрүм ителә, 1953 йылдың декабрендә атыла.
  • Н. А. Булганин — 1958 йылдың ноябрендә генерал-полковник дәрәжәһенә тиклем түбәнәйтелә, шул уҡ ваҡытта отставкаға ебәрелә; репрессияларға дусар булмай.

М. Н. Тухачевский һәм Г. И. Кулик аҡлау процесында үлгәндән һуң Советтар Союзы маршалы дәрәжәһе ҡабаттан тергеҙелә. Репрессияланған икенсе ике Советтар Союзы маршалы — тикшереү ваҡытында төрмәлә вафат булған В. К. Блюхер һәм хөкөм ҡарары буйынса атылған А. И. Егоров рәсми рәүештә исемдәренән мәүрүм ителмәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Словосочетание (термин) того времени
  2. Де-юре и де-факто звание Генералиссимуса Советского Союза оставалось высшим до 1993 года, до принятия Федерального Закона «О воинской обязанности и военной службе».
  3. Л. П. Берия получил звание маршала вследствие того, что весь аттестованный личный состав НКГБ СССР был приравнен к военнослужащим и специальные звания государственной безопасности были автоматически заменены на воинские.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рубцов Ю. В. Маршалы Сталина. — Ростов-на-Дону: Феникс, 2001. — 352 с. ISBN 5-222-01140-2
  • Рубцов Ю. В. Маршалы Сталина. От Буденного до Булганина. — М.: Вече, 2006. ISBN 5-9533-1087-0
  • Рубцов Ю. В. Маршалы Советского Союза в истории России. Гербы на погонах — М.: Вече, 2015. ISBN 978-5-4444-2725-5

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]