Ворошилов Климент Ефремович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ворошилов Климент Ефремович
рус. Климе́нт Ефре́мович Вороши́лов
Флаг
Флаг
CCCР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе
15 марта 1953 — 7 май 1960
Алдан килеүсе: Николай Михайлович Шверник
Дауамсы: Леонид Ильич Брежнев
Флаг
Флаг
СССР-ҙың хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары
6 ноябрь 1925 — 20 июнь 1934
Хөкүмәт башлығы: Алексей Рыков
Вячеслав Молотов
Алдан килеүсе: Михаил Фрунзе
Дауамсы: Вазифа бөтөрөлә, СССР оборонаһы халыҡ комиссары
Флаг
Флаг
Народный комиссар обороны СССР
20 июнь 1934 — 7 май 1940
Хөкүмәт башлығы: Вячеслав Молотов
Алдан килеүсе: Вазифа бөтөрөлә
Дауамсы: Семён Тимошенко
 
Дине: атеизм
Тыуған: 23 ғинуар (4 февраль) 1881[1]

Рәсәй империяһы, Екатеринослав губернаһы, Бахмут өйәҙенең Верхнее ауылы
(хәҙер Украина, Луганск өлкәһенең Лисичанск ҡалаһы)
Үлгән: 2 декабрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1][2][3][…] (88 йәш)
Мәскәү, СССР[1]
Ерләнгән: Кремль диуарындағы некрополдә
Супруг: Ворошилова, Екатерина Давидовна[d]
Партия: КПСС (с 1905)
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 1918—1969
Ғәскәр төрө: Урыҫ император армияһы[d] һәм пехота[d]
Звание: Ҡалып:Маршал Советского Союза
Командир булған: СССР, РККА
Бәрелештәр: Бөйөк Ватан һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет-поляк һуғышы (1939)[d] һәм Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940)
 
Автограф:
 
Наградалары:
Советтар Союзы Геройы — 1956 Советтар Союзы Геройы — 1968 Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1960
Ленин ордены — 1935 Ленин ордены — 1938 Ленин ордены — 1941 Ленин ордены — 1945
Ленин ордены — 1951 Ленин ордены — 1956 Ленин ордены — 1961 Ленин ордены — 1968
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1919 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1921 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1925 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1930
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1944 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1948 Орден Суворова I степени  — 1944
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы
«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
«40 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«40 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
«В память 250-летия Ленинграда» миҙал
«В память 250-летия Ленинграда» миҙал

Почётное революционное оружие (дважды)
Иностранные награды:

Монголия Халыҡ Республикаһы Геройы
Монголия Халыҡ Республикаһы Геройы
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Ҡыҙыл Байраҡ ордены (Монголия) Ҡыҙыл Байраҡ ордены (Монголия)
Ҡыҙыл Байраҡ ордены (Монголия) Ҡалып:Орден Полярной звезды (Монголия)
«Японияны еңгән өсөн» миҙал
«Японияны еңгән өсөн» миҙал
Ҡалып:Орден Заслуг 1 класса (ВНР)

Климент Ефремович Ворошилов — (23 ғинуар (4 февраль) 1881 йыл — 2 декабрь 1969 йыл) — революционер, СССР-ҙың хәрби етәксеһе, дәүләт һәм партия эшмәкәре, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, иң тәүге биш Советтар Союзы Маршалдарының береһе.

1925 йылдан хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса комиссар, 1934—1940 йылдарҙа СССР-ҙың оборона халыҡ комиссары. 19531960 йылдарҙа — СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. 1921—1961 һәм 1966—1969 йылдарҙа партияның үҙәк комитеты ағзаһы. ВКП(б) (1924—1926) ойоштороу комитеты ағзаһы. ВКП(б) Үҙәк комитеты Политбюроһы (1926—1952) ағзаһы, КПСС-тың Үҙәк комитеты Президиумы (1952—1960) ағзаһы.

Ворошилов ВКП (б)-ның Үҙәк комитетында, КПСС-тың Үҙәк комитеты Президиумында (34,5 йыл) ағзалыҡ буйынса рекордҡа эйә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климент Ворошилов 1881 йылдың 4 февралендә Рәсәй империяһы Екатеринослав губернаһының Бахмут өйәҙе Верхнее ауылында (хәҙер Украина, Луганск өлкәһендәге Лисичанск ҡалаһы) эшсе-тимер юлсыһы Ворошилов Ефрем Андреевич (1844—1907) һәм көнлөксө Ворошилова (ҡыҙ фамилияһы Агафонова) Мария Васильевнаның (1857—1919) ғаиләһендә тыуған. рус[4][5]. Ете йәшенән көтөүсе, шахтер булып эшләй. 1893—1895 йылдарҙа Васильевка ауылында земство мәктәбендә белем ала (хәҙер Алчевск ҡала составына инә). 1896 йылдан Юрьев металлургия заводында, ә 1903 йылда Луганск ҡалаһында паровоздар төҙөү заводында эшләй.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында хеҙмәттән ситләшә.

Революцион эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1903 йылдан — Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһы (большевиктарҙың) /ВКП(б)/КПСС -тың ағзаһы. 1904 йылдан — Луганск большевиктар комитеты ағзаһы. 1905 йылдан — Луганск советы рәйесе, эшселәр стачкаһы, хәрби дружиналар ойоштороу буйынса етәксеһе. Дүртенсе (1906) һәм Бишенсе (1907 йылда) РСДРП(б) съезы депутаты. Псевдонимы «Володин» була[6]. 1908—1917 йылдарҙа Баҡы, Петроград, Царицында йәшерен партия эшен алып бара. Бер нисә тапҡыр ҡулға алына, һөргөнгә ебәрелә. 1907 йылдың сентябрь аҙағында эске эштәр министры ошондай ҡарар сығара: «Выслать Ворошилова в Архангельскую губернию под гласный надзор полиции на три года, считая срок с 1 октября 1907 года» К. Е. Ворошиловтың һөргөн урыны итеп Архангельск губернаһындағы ҙур булмаған Пинега ҡалаһы билдәләнә[7] 1907 йылдың 22 декабрендә һөргөндән ҡаса.
«Архангельскому губернатору из Пинеги № 795. 22 декабря 1907 года скрылись политические Ворошилов и Найда. Исправник Кунников».

1909 йылда Санкт-Петербургта ҡулға алына. Уны «Кресты» төрмәһенә ултырталар, ә һуңынан этап буйлап ҡабаттан Архангельск губернаһындағы Мезень ҡалаһына ебәрәләр, Климент Ефремович унда 1909 йылдың октябрь аҙағына тиклем йәшәй. 1910 йылдың аҙағында эске эштәр министры янындағы махсус кәңәшмә ҡарар итә: «Липаевҡа һәм Ворошиловҡа полицияның асыҡ күҙәтеүе һәм Архангельск губернаһына һөрөү срогын тағы ла бер йылға оҙайтырға, ә Избицкийҙы артабан полиция күҙәтеүе аҫтына Печора крайына оҙатырға». Губерна төрмәһе начальнигы Архангельск губерна жандарм идаралығына (1911 йылдың октябрендә) түбәндәгене еткерә:

«… Климентий Ворошилов, миңә ышанып тапшырылған төрмәлә булған саҡта, әлеге йылдың 24 февраленән 10 авгусҡа тиклем өс тапҡыр дисциплинар язаға тарттырылыуы тураһында Һеҙгә еткерәм: 24 февралдә төрмә ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн карцерға 7 тәүлеккә; 28 мартта за арестанттарҙы законһыҙ талаптарға ҡотортоуы өсөн — 7 тәүлеккә һәм 1 июлдә саф һауала ял итеү ваҡытында ҡағиҙәләрҙе боҙғаны өсөн шулай уҡ 7 тәүлеккә ултыртылды. Үрҙә телгә алынған язаларҙан башҡа Ворошилов йыш ҡына төрмә тәртибен күп тапҡыр боҙғаны өсөн ултыртыуға һәм шелтәгә тарттырылды. Дөйөм алғанда, төрмәлә ултырған саҡта Ворошилов сиктән тыш алама тәртибе һәм үҙ һүҙле холҡо менән айырылып торҙо, администрацияға һәм надзорға ҡарата үҙен үтә тупаҫ тотто, шуның менән бергә башҡа арестанттарға үҙенең үрнәге менән алама йоғонто яһаны. Мәҫәлән, Ворошиловтың туранан-тура етәкселеге аҫтында уның менән бер камерала ултырған арестанттар аслыҡ иғлан иттеләр. Ошондай насар тәртибе арҡаһында Ворошилов аҙаҡҡы ваҡыт башҡа арестанттарҙан бөтөнләй изоляцияланды һәм айырым камерға урынлаштырылды».

Ауырыу һәм аслыҡтан, төрмә карцерҙарынан көсһөҙләнгән Ворошиловты башта этап буйынса Мезенгә, артабан — Полярный Кругка тиерлек, Долгая Щель ҡасабаһына, ебәрәләр. Мезенда Ворошилов урындағы политссыльныйҙар төркөмдәре эшмәкәрлегенә сума. Һөҙөмтәлә — тентеүҙәр һәм яңы этаптар. 1912 йылдың мартында Ворошиловты бер-бер артлы Юромаға, Усть-Вашкаға, Дорогорскоеға күсерәләр. 1912 йылдың июлендә Ворошилов полицияның асыҡ күҙәтеүенән азат ителә. Ул Архангельскиға, артабан — губернанан ситкә, Донбасҡа, китә[7].

Полиция һәм жандармерия Ворошилов артынан йәшерен күҙәтеү алып барыуын дауам итә. 1913 йылдың мартында, ике мәртәбә ҡулға алынғандан һуң, уға «рөхсәт ителмәгән эшмәкәрлекте тыйыу саралары» тураһында иғлан итәләр — ике йылға Пермь губернаһының Чердын өйәҙенә полицияның асыҡ күҙәтеүе аҫтына ебәрелә. Архангельск губернаһындағы кеүек, бында ла Ворошилов политссыльныйҙар менән бәйләнештәр булдыра, урындағы халыҡ араһында сәйәси эш алып бара. Ворошиловтың революцион эшмәкәрлеге бик яҡшы йәшерелгән була һәм шуға күрә уның Пермь һөргөнө срогы бер йылға ҡыҫҡартыла (Романовтарҙың батшалығына 300 йыл тулыу айҡанлы амнистияһы буйынса).

1914 йылдың 13 мартында Ворошилов Донбасҡа китә, әммә Луганскиҙа эш булмай, полиция эрәлекләүе лә көсәйә. Ворошилов башҡа ерҙә эш эҙләргә була. Беренсе донъя һуғышы башланғанда ул Царицында була, бында ул ҡорал заводында эшләй. 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң — Петроград эшселәр һәм һалдаттар депутаттары советы ағзаһы, Етенсе (Апрель) Бөтә Рәсәй конференцияһының һәм РСДРП(б)-ның алтынсы съезы делегаты. 1917 йылдың мартынан— Луганск большевиктар комитеты, августан — Луганск советы һәм ҡала думаһы рәйесе (1917 йылдың сентябренә тиклем)[8].

1917 йылдың ноябрендә, Октябрь революцияһы көндәрендә, Ворошилов Петроград хәрби-революцион комитеты комиссары була. 1917 йылдың 5 декабрендә Ф. Э. Дзержинский тәҡдиме буйынса Совнарком баш ҡалала тәртип һаҡлау өсөн махсус орган булдырыу тураһында мәсьәлә тикшерә. Совнарком планды тормошҡа ашырыуҙы К. Е. Ворошиловҡа йөкмәй[9]. . Ф. Э. Дзержинский менән берлектә Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссияһын (ВЧК) ойоштороу эштәрен алып бара. 1918 йылда Учредителдәр йыйылышында большевиктарҙан делегат була.

1918 йылдың март башында Ворошилов Харьковта Германия-Австрия ғәскәрҙәренән һаҡлаған беренсе Луганск социалистик отрядын ойоштора.

Граждандар һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Граждандар һуғышы йылдарында — Царицын ғәскәрҙәре төркөмө командующийы, командующий урынбаҫары һәм Көньяҡ фронттың Хәрби советы ағзаһы, 10-сы армия командующийы (3 октябрь — 18 декабрь 1918), УССР-ҙың эске эштәр наркомы (ғинуар — июнь 1919), Харьков хәрби округы командующийы, 14-се армия һәм эске Украин фронты командующийы. С. М. Будённый етәкселек иткән 1-се атлы армияһы Реввоенсоветы ойоштороусыһы һәм ағзаһы.

Советтар Союзы Маршалы исеменә лайыҡ булған тәүге биш совет маршалы. Һулдан уңға ултыралар: Тухачевский, Ворошилов, Егоров; торалар: Будённый һәм Блюхер) Фото, 1935 йыл.

1920 йылда Ворошилов хәрби ҡаҙаныштары өсөн почётлы революцион ҡорал менән наградлана. 1919 йылдың мартында үткән РКП (б)-ның VIII съезында ул «хәрби оппозицияға» ылыға.

1921 йылда Кронштадт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1921—1924 йылдарҙа — РКП (б)Үҙәк комитетының Көнсығыш бюроһы ағзаһы, Төньяҡ-Кавказ хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы. 1924—1925 йылдарҙа — Мәскәү хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы һәм СССР-ҙың Революцион хәрби советы ағзаһы. Ленинды ерләү буйынса ойоштороу комиссияһы ағзаһы.

Оборона наркомы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. В. Фрунзе вафат булғандан һуң Ворошилов СССР-ҙың хәрби ведомствоһын етәкләй: 1925 йылдың 6 ноябренән 1934 йылдың 20 июненә тиклем — хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса наркомы, СССР-ҙың Реввоенсоветы рәйесе; в 1934—1940 йылдарҙа — СССР-ҙың оборона наркомы. Сталиндың ышаныслы фекерҙәше тигән репутацияһы була, Троцкий менән көрәшкән сағында ла, һуңғараҡ, 1920 йылдарҙың аҙағында, Сталиндың власы көсәйгән осорҙа ла, Сталинды яҡлап сыға. Граждандар һуғышы ваҡытында Сталиндың роле үтә ныҡ ҙурлап күрһәтелгән «Сталин һәм Ҡыҙыл Армия» китабы авторы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Сталин менән Ҡытайҙағы сәйәсәте буйынса, шулай уҡ Троцкий менән Зиновьевты Үҙәк комитетынан кисекмәҫтән сығарыу мәсьәләһендә конфликттары билдәле[10].1927 йылдың 4 июлендә Молотов Сталин үҙенең хатында яҙа: «Ворошилов доходит до огульного охаивания вашего руководства за последние 2 года».

Файл:Киров, Ворошилов и Микоян в группе комсомольцев города Баку. 1923 год.jpg
С. М. Киров, К. Е. Ворошилов һәм А. И. Микоян Баҡыла.
Фото, 1923 йыл

Сталиндың 50 йәше тулыуы айҡанлы Ворошилов «Сталин һәм Ҡыҙыл Армия» (1929) мәҡәләһен нәшер итә. Тарихи фәндәре докторы С. В. Липицкий, Ворошиловтың мәҡәләһендәге бөтә ҡанундар «ВКП (б) тарихы ҡыҫҡа курсы»нда, Сталиндың 60 йәшенә яҙылған «Сталин һәм Ҡыҙыл Армия төҙөлөүе» мәҡәләһендә, шулай уҡ күп мәртәбә нәшер ителгән Сталиндың „ҡыҫҡа биография»һында үҫештерелә һәм изгеләштерелә, тип билдәләй[11].

Ворошилов һәм Илья Старинов.
Фото, 1937 йыл.

1933 йылдың октябрендә хөкүмәт делегацияһы етәксеһе булараҡ Төркиәлә Мостафа Кәмал Ататөрк менән бергә Анҡарала хәрби парадты ҡабул итә[12]. 1934 йылдың ғинуарында ВКП (б)-ның XVII съезында 2020 йыл 22 октябрь архивланған. «Совет иленең оборонаһын тағы ла нығыраҡ көсәйтербеҙ» тип телмәр тота. 1935 йылдың ноябрендә Үҙәк башҡарма комитеты һәм СССР-ҙың Совнаркомы иң билдәле биш совет полководецтарына «Советтар Союзы Маршалы» яңы хәрби дәрәжәле исемен бирә. Улар иҫәбендә Ворошилов та була.

Ворошилов эшләгән осорҙа РККА заманса ҡораллана һәм техник яҡтан танктар һәм самолеттарҙың, шулай уҡ артиллерия орудиеларҙың яңы моделдәре йыһазландырыла. Бынан тыш, Ҡыҙыл Армияла яңы званиелар һәм айырмалыҡ билдәләре раҫлана, шулай уҡ яңы обмундирование индерелә.

Совет-фин һуғышынан һуң, 1940 йылдың 7 майында, Ворошиловты оборона наркомы вазифаһында С. К. Тимошенко алыштыра, уны был вазифаға Сталин тәғәйенләй. Шул уҡ көндө Ворошилов СССР халыҡ комиссарҙары советы рәйесе (1953 йылда уны 15 мартҡа тиклем була) урынбаҫары һәм СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы янында оборона комитеты рәйесе (1941 йылдың 30 майына бөтөрөлгәнгә тиклем[13]) итеп тәғәйенләнә.

Сталин репрессияларында ҡатнашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙур террор ваҡытында Ворошилов, Сталиндың башҡа яҡынлаштырылған кешеләре һымаҡ, «расстрельный» исемлектәргә — ВКП(б) Үҙәк комитеты Политбюроһы ағзалары санкцияһынан репрессияға дусар ителгән кешеләр исемлектәренә — ҡултамғаһын ҡуйған. Исемлектәргә ҡуйылған ҡултамға ғәйепләү хөкөмөн раҫлауын аңлатҡан. Ворошиловтың ҡултамғаһы 185 исемлектә тора, улар буйынса 18 000 ашыу кеше хөкөм ителгән һәм атылған[14].

ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты Политбюроһы ағзаһы булараҡ «лимиттарҙы» («НКВД-ның элекке кулактарҙы, енәйәтселәрҙе һәм башҡа советтарға ҡаршы элементтарҙы репрессиялау буйынса операция тураһында» 00447-се бойороғона ярашлы репрессияланыусылар һанына квоталар) ҙур күләмдә раҫлай.

Оборона халыҡ комиссары булараҡ Ворошилов РККА командирҙары составына ҡаршы репрессияларҙа әүҙем ҡатнаша. 1937 йылдың 28 майында НКВД тарафынан НКО-ға ебәрелгән Ҡыҙыл Армияһының 28 командирҙары исемлегенә ул ошондай резолюция ҡуйған: «Тов. Ежову. Берите всех подлецов. 28.V.1937 года. К. Ворошилов»; Ворошиловтың унан да ҡыҫҡараҡ — «Арестовать. К. В.» — резолюцияһы 142 командирҙан торған ошоға оҡшаш исемлектә тора[15].

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ГКО ағзалары Горький исемендәге паркта (К. Е. Ворошилов уңдан 2-се) трофейлы немец ҡорал өлгөләре күргәҙмәһендә. Мәскәү, 1943 йыл

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Советтар Союзы Маршалы К. Е. Ворошилов — Дәүләт оборона комитеты (ГКО) ағзаһы (1941 йылдың 30 июнендә ойошторолған көнөнән), Төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендәге ғәскәрҙәр командующийы — 1941 йылдың 10 июленән[16] (27 августа таратыла), һуңынан Ленинград фронты ғәскәрҙәре командующийы (5 буйынса 1941 йылдың 5 сентябренән 14 сентябренә тиклем, уны Г. К. Жуков алыштыра), ғәскәр булдырыу буйынса Ставка вәкиле (1941 йылдың 12 октябренән 1942 йылдың 5 сентябренә тиклем), Волхов фронтында Юғары башкомандование Ставкаһы вәкиле (15 февраль—25 март, 1942 йыл), партизан хәрәкәтенең башкомандующийы (1942 йылдың сентябренән 1943 йылдың майына тиклем), ГКО-ның трофей комитеты рәйесе (1943 йылдың (май—сентябрь), ваҡытлыса тыныслыҡ урынлаштырыу мәсьәләләре буйынса Комиссия рәйесе (1943 йылдың сентябренән — 1944 йылдың июненә тиклем). 1941 йылдың сентябрендә ул шәхсән үҙе диңгеҙ пехотсыларын штык атакаларына күтәрә. 1943 йылда Тәһран конференцияһы эшендә ҡатнаша.

1944 йылдың 22 ноябрендә Ворошилов Оборона дәүләт комитетынан составынан сығарыла. ГКО-ың ғәмәлдә булған осоронда (1941-45) Ворошилов уның составынан сығарылған берҙән-бер кеше була.

Һуғыштан һуңғы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Клим Ворошилов Исаак Бродский портретында

1945—1947 йылдарҙа — Венгрияла Союз тикшереү комиссияһы рәйесе.

1946—1953 йылдарҙа — СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе урынбаҫары. 1953 йылдың мартынан алып 1960 йылдың майына тиклем — СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе.

1960 йылдың майынан СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы.

1-7 саҡырылыштары СССР-ҙың Юғары Советы депутаты (1937—1969), 1-4 саҡырылыштары Украина ССР-ҙың Юғары Советы.

1969 йылдың 2 декабрендә 89 йәшендә вафат була. Мәскәүҙә Кремль диуары янында Ҡыҙыл майҙанда ерләнгән. Тарих фәндәре кандидаты Л. Максименков яҙыуынса, уны ерләүгә быға тиклем күрелмәгән әһәмиәт бирелә — Ждановты ерләүҙән һуңғы егерме йыл эсендә беренсе мәртәбә В. И. Ленин Мавзолейы артында ҡәбер ҡаҙыла (Сталиндың ҡабаттан ерләүен иҫәпкә алмағанда)[17].

Партияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КГБ-ның ойошторолоуы тураһында Ворошилов ҡул ҡуйған указ. 1954 йыл.

1921 йылдан 1961 йылдың октябренә тиклем һәм 1966 йылдан алып КПСС-тың Үҙәк Комитеты ағзаһы. 1926 йылдан 1960 йылдың 16 июленә тиклем КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы (1952 йылға тиклем — КПСС-тың Үҙәк Комитеты Политбюроһы), «шәхси үтенес» буйынса сығарыла.

10-23 партия съездары делегаты.

1957 йылда «партияға ҡаршы төркөмө»нә инә. Уның етәкселәренән айырмалы рәүештә партиянан сығарылмай, тик КПСС-тың XXII съезының тәнҡитенә дусар була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ворошиловтың ҡатыны — Горбман Голда Давидовна (1887—1959), милләте — йәһүд. Ворошилов менән никахҡа инеү алдынан (1913 йылда, Ныробала һөргөндә булған саҡта, ул суҡына, исемен Екатерина итеп үҙгәртә. РСДРП(б)-ла 1917 йылдан алып тора. В. И. Ленин музейында директор урынбаҫары булып эшләй.

Үҙҙәренең балалары булмай, 1918 йылда ғаилә уллыҡка Петрҙы ала (1914—1984) — (конструктор, генерал-лейтенант), унан ике ейәндәре була — Клим и Владимир, ә 1926 йылдан алып М. В. Фрунзеның улын һәм ҡыҙын — Тимур (1923—1942) һәм Татьянаны (1920 йылда тыуған) тәрбиәләйҙәр. К. Е. Ворошиловтың улы тип үҙен шулай уҡ Харьков политехник институты профессоры Леонид Лаврентьевич Нестеренко (1910—1986) ла таныған (Ворошилов менән бергә Ҡыҙыл Армияһында һуғышҡан, Луганск паровоздар төҙөү заводында слесарь булып эшләгән, һуңынан Граждандар һуғышында һәләк булған Лаврентий Нестеренконың улы).

Замандаштарының баһалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Троцкий: «Ворошилов Луганск эшселәрҙән, привилегиялы ҡатламдан булһа ла, үҙенең бөтә ҡылыҡтары менән, пролетарийға ҡарағанда, хужаларҙы хәтерләтә ине».
  • Молотов Вячеслав Михайлович — 1972 йылда: «Ворошилов кәрәкле ваҡытта һәйбәт була ала ине. Ул гел партияның сәйәси линияһы өсөн сығыш яһаны, сөнки эшселәрҙән ине, эре кеше түгел ине, сығыш яһай белә. Бысранмаған. Һәм Сталинға шәхсән тоғро. Тоғролоғо бигүк ныҡ булмай булып сыҡты. Әммә ул шул осорҙа Сталин өсөн бик әүҙем сығыш яһай ине, уға тулыһынса терәк булды, бөтә нәмәлә лә ышанмаһа ла, был да һиҙелә ине. Сталин уға бер аҙ тәнҡит күҙлегенән ҡарай ине һәм беҙҙең бөтә әңгәмәләргә саҡырманы уны. Һәр хәлдә, шәхсән әңгәмәгә саҡырманы. Йәшерен кәңәшмәләргә лә саҡырманы, ул үҙе килеп инә торғайны. Сталин сырайын боҙҙо. Хрущев осоронда Ворошилов үҙен насар яҡтан күрһәтте»[18].
  • Шевцова Надежда Михайловна (Сталинград ҡалаһының Сталин исемендәге Царицын — Сталинград оборонаһы Дәүләт музейы директоры — 1957 йылдан 1960 йылға тиклем). 01 июль 1958 йыл: «… Ул аҡ ебәк сигелгән күлдәктә. Сал сәсле, шундай таҙа ғына, йомшаҡ һәм ҡартларса матур. Ҡара күҙҙәре, тере, асыҡ — айырыуса матурҙар. Ҡул ҡыҫыуы көслө …».[19]
  • Жуков, Георгий Константинович: «…Әйтергә кәрәк, Ворошилов, ул ваҡыттағы нарком, был ролдә бигүк компетентлы кеше түгел ине. Хәрби мәсьәләләрҙә ул шулай аҙағына тиклем дилетант булып ҡалды һәм уларҙы бер ҡасан да тәрән һәм етди белмәне…»[20]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Н. С. Хрущёв һәм У. К. Кекконен менән, 1960.

СССР-ҙың юғары наградалары кавалеры. Атап әйткәндә, 154 ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының береһе һәм Советтар Союзының ике юғары дәрәжәһенә лайыҡ булған — Советтар Союзы Геройы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы — 11 кешенең береһе.

  • Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (СССР Юғары Советы Президиумы Указы, 1956 йылдың 3 феврале (75 йәше тулыуы айҡанлы), 1968 йылдың 22 феврале (СССР Ҡораллы Көстәренең 50 йыллығы айҡанлы).
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (7.05.1960).
  • Һигеҙ Ленин ордены (№ 880 от 23.02.1935, № 3582 от 22.02.1938, № 14851 от 3.02.1941, № 26411 от 21.02.1945, № 128065 от 3.02.1951, № 313410 от 3.02.1956, № 331807 от 3.02.1961, № 340967 от 22.02.1968).
  • Алты Ҡыҙыл Байраҡ ордены (№ 47 от 26.06.1919, № 629/2 от апреля 1921 года, № 27/3 от 2.12.1925, № 5/4 от 22.02.1930, № 1/5 от 3.11.1944, № 1/6 от 24.06.1948).
  • 1-се дәрәжә Суворов ордены (№ 125 от 22.02.1944).
  • Үзбәк ССР-ның Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1930 йылдың 17 феврале).
  • Тажик ССР-ның Ҡыҙыл Байраҡ ордены (№ 148, 1933 йылдың 14 ғинуары).
  • ЗСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1933 йылдың 25 феврале).
  • «Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының XX йыллығына» миҙалы (22.02.1938).
  • 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалы (1945).
  • «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (21.09.1947).
  • «Совет Армияһы һәм Флотының 30 йыллығына» миҙалы (22.02.1948).
  • «Ленинградтың 250 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1957).
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 40 йыл» (17.02.1958).
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә егерме йыл» (1965).
  • Почетлы ҡорал (1920, 1968).
Сит ил наградалары
Ворошилов (ситтән уңда) официаль булмаған һөйләшеүҙәр ваҡытында
  • Монгол Халыҡ Республикаһы Геройы (29.05.1957).
  • Ике Сухэ-Батор ордены (МХР).
  • Өс Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены (МХР).
  • Аҡ роза орденының ҙур тәреһе (Финляндия)
  • Башҡа сит ил ордендары һәм башҡа миҙалдар.
  • Измир (Төркиә, 1933 йылдың ноябре) ҡалаһының почётлы гражданы.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тораҡ пункттары:

  • Ворошиловград — 1935—1958 һәм 1970—1990 йылдарҙа Луганск ҡалаһы исеме;
  • Ворошиловск — 1931—1961 йылдарҙа Алчевск исеме, бында Ворошилов ДЮМО заводында эшләгән;
  • Ворошиловск — 1935—1943 йылдарҙа Ставрополдең исеме;
  • Ворошилов — 1935—1957 йылдарҙа Уссурийск ҡалаһы исеме.

Ҡала райондары:

Ворошилов исеме элекке СССР илдәренең ҡалаларында һәм ауылдарында майҙандар, урамдар һәм тыҡрыҡтар йөрөтә: Апшеронск, Брест, Воронеж, Горячий Ключ, Ершов, Кемерово, Керчь, Клинцы, Липецк, Луганск (квартал), Магнитогорск, Ырымбур, Пенза, Рыбинск, Санкт-Петербург, Серпухов, Тольятти, Хабаровскиҙа, Силәбе, Ангарск, Ижевск, Бөйөк Новгород, Дондағы Ростов, Мирная Долина (Омск өлкәһенең Аҙау немец милли районы), Такмык (Омск өлкәһы), Вышков (Брянск өлкәһе), Мглин (Брянск өлкәһе). Ворошилов исемен "Бородино яланы"ндағы мәктәп йөрөтә (Можай районы) һ. б.

Башҡортостанда Ворошилов урамдары, майҙандары:

Ворошилов исеме урамдарға бирелгән: Өфө ҡалаһы, Архангел — район үҙәге, Инйәр ҡасабаһы, Таҙлар ауылы, Оло Теләк ауылы, Сейәле-Әтәс ауылы, Татар Мөнәүезе ауылы, Ишембай ҡалаһы,Мораҡ -район үҙәге, Дәүләкән ҡалаһы; Ворошилов тыҡрығы: Иглин — район үҙәге, Ворошилов исемендәге майҙан: Баҡалы — район үҙәге[21].

Сәнәғәт предприятиелары:

  • К. Е. Ворошилов исемендәге Днепропетровск комбайн заводы[22]
  • «Климент Ворошилов» София аҙ токлы аппаратура заводы.[23]

Истанбулда (Төркиәлә) Таксим майҙанында 1928 йылда ҡуйылған «Республика» монументының скульптура композицияһында К. Е. Ворошиловтың бронза фигураһы төп урындарҙың береһен биләй, скульптура төрөк милли-азатлыҡ хәрәкәтенең үҙәк юлбашсыһы, Төркиә Республикаһының беренсе президенты Ататөрктөң һул яғында урынлаштырылған. Бының менән 1923 йылда Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғон яулауҙа Совет Рәсәйе күрһәткән сәйәси, хәрби һәм финанс ярҙамы өсөн рәхмәте белдерелә.

</gallery>

1933 йылда Ворошилов исеме төрөк ҡалаһы Измирҙа бер урамға бирелә[24] (1951 йылдан был урам Плевне бульвары тип атала).

1932 йылдың 29 декабрендә мәргән уҡсыларҙы наградлау өсөн Осовиахимдың түшкә тағыла торған Ворошилов уҡсыһы билдәһе раҫлана. Ворошилов хөрмәтенә Путилов заводы ауыр танкыларының бер серияһына уның исеме ҡушыла КВ (рәсми рәүештә расшифровкаһы — Клим Ворошилов). 19411992 йылдарҙа Ворошилов исемен СССР-ҙың Ҡораллы көстәре Генераль штабының Хәрби академияһы йөрөтә. Ворошилов исеме Ҡара диңгеҙ флотының крейсерына бирелә.

Луганск ҡалаһының тарих и мәҙәниәт музейында Ворошиловҡа бағышланған айырым экспозиция бар.

Мәскәүҙә К. Е. Ворошилов йәшәгән Романов тыҡрығы, 3-сө йорт адресы буйынса мемориаль таҡта ҡуйылған.

Һәйкәлдәр:

  • Мәскәүҙә Кремль диуарындағы некрополдә ;
  • Луганскиҙа Ворошилов атлы һәйкәле (Коцюбинский урамында);
  • Луганскиҙа Граждандар һуғышы геройҙары Дан аллеяһында ;
  • Липецк өлкәһенең Воскресенское ауылында;
  • Истанбулдағы Таксим майҙанында;
  • Сик буйы ғәскәрҙәре Голицын хәрби институтында;
  • Северодонецкиҙа (2015 йылдың 15 ноябрендә емерелә);
  • Лисичанскиҙа (2015 йылдың 13 ноябрендә емерелә).

1930 йылдарҙа Ворошиловградта маршал үҙе тере саҡта Вера Мухина башҡарыуындағы һәйкәл ҡуйыла. ][25]. 1958 йылда ҡаланың исеме үҙгәртелгәндән һуң һәйкәл һүтелә.

Әҫәрҙәре, телмәр публикациялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ворошилов К. Е. 15 лет Красной армии : Доклад на торжественном юбилейном заседании 23 февраля 1933 г. в Большом театре / Ворошилов К. Е. — М.: Партийное изд., 1933. — 45 с.
  • Ворошилов К. Е. "Еще сильнее будем крепить оборону Советской страны (речь на XVII съезде ВКП(б)) " М. Партиздат. 1934 г. 2020 йыл 22 октябрь архивланған.
  • Ворошилов К. Е. Статьи и речи от XVI до XVII съезда ВКП(б) / Ворошилов Климент Ефремович. — М.: Парт. изд., 1934. — 208 с.: портр.
  • Ворошилов К. Е. О молодёжи / Ворошилов К. Е., Фрунзе М. В. — М.: Партиздат, 1936. — 158 с.: ил.
  • Ворошилов К. Е. О молодёжи / Ворошилов К. Е. — М.: Мол. гвардия, 1936. — 198 с.: портр.
  • Ворошилов К. Е. Статьи и речи / Ворошилов Климент Ефремович. — М.: Партиздат, 1936. — 666 с.: портр.
  • Ворошилов К. Е. Речи на собраниях избирателей Минска / Ворошилов Климент Ефремович. — М.: Партиздат, 1937. — 13 с.
  • Ворошилов К. Е. XX лет Рабоче-Крестьянской Красной армии и Военно-Морского флота : Доклад на торжеств. засед. Моск. Совета РК и КД с участ. общ. организаций и воин. частей, посвящ. XX-летию Рабоче-Крестьян. Красной Армии и Воен. — Морского флота. С прилож. приказа Нар. Ком. Обороны СССР N 49, 23 фев. 1938 г., г. Москва / Ворошилов К. Е. — М.: Госизд. полит. литературы, 1938. — 29 с.
  • Ворошилов К. Е. Речь на Красной площади в день XXI годовщины Великой Октябрьской социалистической революции в СССР (7 ноября 1938 г.) / Ворошилов Климент Ефремович. — М.: Воениздат, 1938. — 14 с.: портр.
  • Ворошилов К. Е. О проекте закона о всеобщей воинской обязанности : Доклад Народного Комиссара Обороны СССР тов. К. Е. Ворошилова на внеочередной Четвёртой сессии Верховного Совета СССР 1-го созыва 31 августа 1939 г. / Ворошилов К. Е. — М.: Политгиз, 1939. — 30 с.: портр.
  • Ворошилов К. Е. Предисловие к «Наставлению для командного и начальствующего состава РККА. Индивидуальная гимнастика на каждый день» / Ворошилов К. Е. // Теория и практика физ. культуры. — 1939. — Т. IV. — N 5. — С. 1-3.
  • История гражданской войны в СССР / Под ред.: М. Горького, В. Молотова, К. Ворошилова [и др.]. Т. 2: Великая пролетарская революция. (Окт. — ноябрь 1917 г.). — М.: Госполитиздат, 1942. — 367 с.: ил., портр., карт.
  • Большая советская энциклопедия: В 65 т. / Гл. ред. О. Ю. Шмидт, зам. гл. ред. Ф. Н. Петров, П. М. Керженцев, Ф. А. Ротштейн, П. С. Заславский. / Под ред. К. Е. Ворошилова, А. Я. Вышинского. П. И. Лебедева-Полянского и др. — М.: Сов. энциклопедия, 1944—1947.
  • Ворошилов К. Е. Речь на предвыборном собрании избирателей Минского городского избирательного округа 7 февраля 1946 года / Ворошилов Климент Ефремович. — М.: Госполитиздат, 1946. — 13 с.: портр.
  • Большая советская энциклопедия / Под ред. С. И. Вавилова, К. Е. Ворошилова, А. Я. Вышинского [и др.]. Союз Советских Социалистических Республик. — М.: Сов. энциклопедия, 1947. — 1946 с.: ил., карт., портр.
  • Ворошилов К. Е. Речь на собрании избирателей Минского городского избирательного округа 7 марта 1950 года / Ворошилов Климент Ефремович. — М.: Госполитиздат, 1950. — 24 с.: портр. То же. — М.: Госполитиздат, 1951. — 23 с.
  • Скворцов А. Е. К. Е. Ворошилов о физической культуре / Скворцов А. Е. // Теория и практика физ. культуры. — 1951. — Т. XIV. — Вып. 2. — С. 96-103.
  • Ворошилов К. Е. 36-я годовщина Великой Октябрьской социалистической революции : Доклад на торжеств. заседании Моск. Совета 6 ноября 1953 г. / Ворошилов Климент Ефремович. — М.: Гослитиздат, 1953. — 24 с.: портр.
  • Ворошилов К. Е. Речь на собрании избирателей Кировского избирательного округа города Ленинграда 10 марта 1954 года / Ворошилов Климент Ефремович. — М.: Госполитиздат, 1954. — 15 с.
  • Ворошилов К. Е. По славному пути социализма / Ворошилов К. Е. — М.: Госполитиздат, 1955. — 15 с.
  • Ворошилов К. Е. Речь на XX съезде КПСС 20 февраля 1956 года / Ворошилов Климент Ефремович. — М.: Госполитиздат, 1956. — 23 с.
  • Ворошилов К. Е. Рассказы о жизни: (Воспоминания). Кн. 1. М.: Политиздат, 1968.
  • Армия Советская / предисл. К. Е. Ворошилова. М.: Политиздат, 1969.
  • О комсомоле и молодёжи: Сборник / В. И. Ленин. М. И. Калинин. С. М. Киров. Н. К. Крупская. В. В. Куйбышев. А. В. Луначарский. Г. К. Орджоникидзе. М. В. Фрунзе. К. Е. Ворошилов. — М.: Мол. гвардия, 1970.

Сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Доброволецтарҙың Испанияға сығып китеүен һәм вербовкалауҙы тыйыу тураһындағы Приказда СССР оборона наркомы Ворошиловтың ҡултамғаһы, 1937.

Оборона наркомы посынан төшөрөлгәнгә тиклем Ворошилов Ҡыҙыл Армияһының иң күренекле хәрби эшмәкәре һәм Советтар Союзының хәрби ҡеүәтенең тере символы булып тора. Сергей Герасимовтың «И. В. Сталин һәм К. Е. Ворошилов Кремлдә»]] (1938) картинаһында Ворошиловтың исеме культ дәрәжәһенә тиклем күтәрелә, ул Сталиндың иң яҡын кешеләрҙең береһе тип һүрәтләнә. 1920-30 йылдарҙа уны еңеүгә алып бара торған кеше итеп данлайҙар («Ведь с нами Ворошилов, первый красный офицер — сумеем постоять за СССР!»). Ворошилов — күп һанлы фильмдарҙың геройы, уның ролен уйнайҙар:

  • Алексей Грибов («Клятва», 1946, «Падение Берлина», 1949, «Донецкие шахтёры», 1951);
  • Николай Боголюбов («Ленин в 1918 году»,1938, «Первая Конная», 1941, «Александр Пархоменко», 1942, «

Оборона Царицына», 1942, «Третий удар», «Освобождение», 1968—1972));

  • Юрий Толубеев («Падение Берлина», 1 вариант);
  • Пол Эдвин Рот («Падение Тухачевского» / Der Fall Tuchatschewskij (ФРГ, 1968)
  • Даниил Сагал («Блокада», 1972);
  • Виктор Лазарев («Дума о Ковпаке», 1973—1976; «Подпольный обком действует», 1978);
  • Игорь Пушкарёв («20 декабря», 1981);
  • Венсли Питхи («Красный монарх» / «Red Monarch» (Англия, 1983);
  • Владимир Трошин (Олеко Дундич, 1958; «Битва за Москву», 1985, «Сталинград», «В городе Сочи темные ночи», 1989);
  • Евгений Жариков («[Первая Конная», 1984, «Война на западном направлении», 1990);
  • Анатолий Грачёв («Враг народа — Бухарин», 1990);
  • Сергей Никоненко («Пиры Валтасара, или Ночь со Сталиным», 1989);
  • Михаил Кононов («Ближний круг», 1991);
  • Джон Боуи («Сталин», 1992);
  • Виктор Ельцов («Троцкий», 1993);
  • Сергей Шеховцов («Stalin: Inside the Terror», Англия, 2003);
  • Юрий Олейников («Сталин. Live», 2007);
  • Александр Мохов («Смерть Таирова», 2004, «Утомлённые солнцем 2: Предстояние», 2010);
  • Виктор Бунаков («|И примкнувший к ним Шепилов», 2009; «Тухачевский. Заговор маршала», 2010);
  • Валерий Филонов («Фурцева (телесериал)», 2011);
  • Вадим Померанцев («Глаз божий», 2012);
  • Александр Берда («Чкалов», 2012);
  • Владимир Федоров («Сталин с нами», 2013);
  • Борис Шувалов («Сын отца народов», 2013);
  • Высоцкий Роман (Страна Советов. Забытые вожди, 2016)
  • Терри Виктор («Горькая жатва», 2017)

Шулай уҡ «Незабываемый 1919-й», «Ленин в огненном кольце» (1993), «Московская сага» (2004) һ. б.

Ворошилов «Марш советских танкистов» йырында Беренсе маршал булараҡ иҫкә алына:

Когда нас в бой пошлёт товарищ Сталин,
И Первый маршал в бой нас поведёт

Шулай уҡ «Конармейская походная» йырында («По военной дороге…»):

По дорогам знакомым за любимым наркомом
Мы коней боевых поведем

«Эшелонная (Песня о Ворошилове)» йырында (Осип Колычев һүҙҙәренә):

Нас с тобою, Ворошилов,
жизнь походная сдружила.

1956 йылға тиклем «Полюшко-поле» йырында ҡайһы бер варианттарҙа Ворошилов тураһында куплет була:

В небе за тучей
Грозные следят пилоты.
Быстро плавают подлодки,
Эх, да зорко смотрит Ворошилов.

Шулай уҡ Ворошилов исеме «Если завтра война» йырында бар (1939):

В целом мире нигде
Нету силы такой,
чтобы нашу страну сокрушила!
С нами Сталин родной,
и железной рукой
нас к победе ведёт Ворошилов!

Шулай уҡ »Марш Будённого» йырында

Ведь с нами Ворошилов, первый красный офицер!
Сумеем кровь пролить за СССР

  • Яҙыусы Р. Гуль уны «Красные маршалы: Ворошилов, Буденный, Блюхер, Котовский» китабында һүрәтләй (Берлин: Парабола, 1933.)
  • Владимир Высоцкийҙың йырында:
«

«Как хорошо устроен белый свет,
меня вчера отметили в приказе:
освободили раньше на пять лет,
и подпись: „Ворошилов, Георгадзе“».

»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118770373 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Kliment Voroshilov // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. http://www.hrono.ru/biograf/bio_we/voroshilov.php
  5. Ворошилов Климент Ефремович. 2016 йыл 9 август архивланған.
  6. В. В. Похлёбкин. «Великий псевдоним»(недоступная ссылка)
  7. 7,0 7,1 В. С. Акшинский Библиотека Ворошилов В тюрьмах и ссылках.
  8. Советы рабочих, солдатских и крестьянских депутатов возникли в Украине ещё в годы революционных событий в 1905—1907 годах. В 1917 году эти органы народной власти стали большевистскими в отдельных регионах Украины на 1,5-2 месяца раньше, чем совершалась революция в Петрограде. Например, в Луганске из 120 депутатов 82 являлись большевиками. При Совете действовала Красная гвардия во главе с К. Ворошиловым и А. Пархоменко и ещё в сентябре в их руках были почта, телеграф, железнодорожный вокзал, под их влиянием находились войска местного гарнизона («История Луганского края», Луганск, 2003, с. 302) [1] 2017 йыл 6 март архивланған..
  9. [2] 2010 йыл 6 февраль архивланған..
  10. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. М., РОССПЭН, 2012. С. 26
  11. под ред. Д. П. Ненарокова. Липицкий С. В. Сталин Иосиф Виссарионович. Реввоенсовет Республики. История России. Библиотека
  12. Александр Сизоненко. В списке лучших. Независимая газета (1 март 2001). Дата обращения: 12 февраль 2013. Архивировано 15 февраль 2013 года.
  13. Диссертация на тему „Деятельность комитета обороны при СНК СССР по развитию производства боеприпасов :1937 — июнь 1941 гг.“ автореферат по специальности ВАК 07.00.02 — Отечест…
  14. Сталинские списки: введение(недоступная ссылка)
  15. Справка Комиссии президиума ЦК КПСС «О проверке обвинений, предъявленных в 1937 году судебными и партийными органами тт. Тухачевскому, Якиру, Уборевичу и другим военным деятелям, в измене родине, терроре и военном заговоре». Опубликовано: Военные архивы России. 1993. Вып. 1. С. 4-113; Военно-исторический архив. 1998. Вып. 2. С. 3-81
  16. ╧ 632. «н мюгмювемхх цкюбмнйнлюмдсчыху бнияйюлх мюопюбкемхи» ╧ цнйн-83ЯЯ 10 ХЧКЪ 1941 Ц. — аНЕБШЕ ДЕИЯРБХЪ йПЮЯМНИ юПЛХХ Б бнб 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  17. Журнал «Родина»: Сталин работает с документами
  18. Феликс Чуев. Полудержавный властелин. — М.: Олма-Пресс, 2000.
  19. Шевцова Надежда Михайловна На беседе у К. Е. Ворошилова (Русский) // «Издательство Александра Сазанова» : Российский ритуально-духовный журнал «Реквием». — 2015. — № III / 2015 (108). — С. 03 -- 07.
  20. Симонов К. М. «Глазами человека моего поколения».— М.: Изд-во АПН, 1989, с. 383.
  21. http://ulitsa.eu/voroshilova-u22623.html
  22. Днепропетровский комбайновый завод имени К. Е. Ворошилова // Украинская Советская Энциклопедия. том 2. Киев, «Украинская Советская энциклопедия», 1979. — с. 402.
  23. Делка Димитрова. Бригада Златки Русиновой // журнал «Болгария», № 3, 1957. с. 6-7.
  24. Сайт Посольства Российской Федерации в Турции. 2016 йыл 23 декабрь архивланған.
  25. Памятник Ворошилову, Ворошиловград, 1935—1939.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ворошилов Климент Ефремович. «Герои страны» сайты.

Ҡалып:Председатели Президиума Верховного Совета СССР Ҡалып:Командующие фронтами РККА во Второй мировой войне Ҡалып:Руководители Военных ведомств России Ҡалып:Блокада Ленинграда Ҡалып:Командующие Московским военным округом