Рыков Алексей Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алексей Иванович Рыков
рус. Алексей Рыков
Алексей Иванович Рыков
Флаг
2-й Председатель Совета народных комиссаров СССР
21 января 1924 — 19 декабря 1930
Алдан килеүсе: Владимир Ильич Ленин
Дауамсы: Вячеслав Михайлович Молотов
Флаг
2-й Председатель Совета народных комиссаров РСФСР
2 февраля 1924 — 18 мая 1929
Алдан килеүсе: Владимир Ильич Ленин
Дауамсы: Сергей Иванович Сырцов
Флаг
1-й Народный комиссар по внутренним делам РСФСР
26 октября (8 ноября) 1917 — 4 (17) ноября 1917
Хөкүмәт башлығы: Владимир Ильич Ленин
Флаг
1-й Председатель Высшего совета народного хозяйства СССР
6 июля 1923 — 2 февраля 1924
Хөкүмәт башлығы: Владимир Ильич Ленин
Алдан килеүсе: должность учреждена
Дауамсы: Феликс Эдмундович Дзержинский
Флаг
4-й Народный комиссар почт и телеграфа СССР
30 марта 1931 — 26 сентября 1936
Хөкүмәт башлығы: Вячеслав Михайлович Молотов
Алдан килеүсе: Николай Кириллович Антипов
Дауамсы: Генрих Григорьевич Ягода
2-й Председатель Высшего совета народного хозяйства РСФСР
1917 — 1918
Хөкүмәт башлығы: Владимир Ильич Ленин
Алдан килеүсе: В. В. Оболенский
Дауамсы: П. А. Богданов
 
Дине: атеизм
Тыуған: 13 (25) февраль 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Саратов[1], Российская империя
Үлгән: 15 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (57 йәш)
Москва, СССР
Ерләнгән: Расстрельный полигон «Коммунарка»[2]
Атаһы: Иван Ильич Рыков (? - 1890)
Әсәһе: Александра Стефановна[1]
Ҡатыны: Нина Семёновна Маршак
Балалары: Наталья
Партия: РСДРП (с 1898)
 
Автограф: Alexei Rykov signature.svg
 
Наградалары:

Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Алексей Иванович Рыков (13 (25) февраль, Һарытау) — 15 март 1938, Мәскәү) — Рәсәй революционеры, совет сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, РСФСР-ҙың беренсе Эске эштәр халыҡ комиссары (1917), СССР-ҙың почталар һәм телеграф халыҡ комиссары (1931—1936), СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы (1924—1930) һәм бер үк ваҡытта РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы (1924—1929) рәйесе, РСФСР-ҙың Халыҡ хужалығының Юғары Советы (1918—1921, 1923) һәм СССР-ҙың Халыҡ хужалығының Юғары Советы (1923—1924) рәйесе, Политбюро ағзаһы (1922—1930).

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, уның атаһы, Иван Ильич Рыков, Вятка губернаһының Яран өйәҙе Кукарка ауылынан күсеп килгән була, игенселек менән, һуңынан Һарытауҙа сауҙа менән шөғөлләнә. 1889 йылда Мервҡа аҡса эшләргә китеүенән атаһы кире ҡайтмай, холеранан үлеп ҡала, ғаиләлә 6 кеше ҡала (ике никахтан).

Бала сағынан Рыков нужаны күп күрә. Үгәй әсәһе үҙенең балаларын ғына ашатып-эсерергә форсат таба. Рыковтың өлкән апаһы Клавдия Ивановна уны үҙенә ала һәм 1892 йылда Һарытау 1-се гимназияһына уҡырға инергә ярҙам итә. Әҙерәк ҙурайғас, Рыков үҙе лә шәхси дәрестәр биреп, аҡса эшләй. Иң яратҡан дәрестәре математика, физика һәм тәбиғәт фәндәре була.

15 йәшендә, 4-се класта уҡыған саҡта, Рыков сиркәүгә йөрөүҙән баш тарта.

Революцион эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гимназияла уҡыған саҡта уҡ Рыков революцион идеялар менән мауыға башлай, шуның арҡала полиция менән күңелһеҙлеккә осрай. Сығарылыш экзамендары алдында уның фатирында легаль булмаған әҙәбиәт табыла. Был йылдарҙа уға ҙур йоғонтоно социалист-революционерҙар партияһы лидеры Н. И. Ракитников яһай. Шулай уҡ элекке народоволец Валериан Балмашев менән таныша һәм крәҫтиән хәрәкәтен өйрәнә башлай.

А. Рыков, 1905 йыл.

Рыковтың революцион ҡараштары арҡаһында уның аттестатына тәртибе өсөн «дүртле» ҡуйыла һәм Рыков алдында баш ҡала университеттары ишектәре ябыла. 1900 йылда ул Ҡаҙан университетының юридик факультетына уҡырға инә.

Шул уҡ йылда 19 йәшлек студент Рыков урындағы РСДРП (Ҡаҙан социал-демократик төркөмө) комитеты составына инә[3]). Ҡаҙанда ул эшселәр түңәрәтәре менән етәкселек итә, бер үк ваҡытта студент комитетында эшләй. 1901 йылдың мартында эшсе һәм студент социал-демократик ойошмалары тар-мар ителә. 9 ай Ҡаҙан төрмәһендә үткәргәндән һуң рыков полиция күҙәтеүе аҫтына Һарытауға ебәрелә.

Һарытауҙа Рыков социал-демократтарҙың һәм социал-революционерҙарҙың дөйөм ойошмаһын ойоштороуҙа ҡатнаша, әммә эсер партияһы формалашҡандан һуң, был ойошма тарала. 1902 йылдың 1 майында Рыков Һарытауҙа Беренсе Май демонстрацияһын ойоштороуҙа ҡатнаша. Демонстрацияны полиция көстәре һәм ҡара груһсылар (черносотенцы) ҡыуып ебәрә. Туҡмалған Рыков көскә ҡасып өлгөрә.

Күпмелер ваҡыт үткәс, Ҡаҙан эше менән бәйле, полиция департаментынан Рыковты Архангельск губернаһына һөрөү тураһында хөкөм ҡарары килә. Алексей йәшерен йәшәй башлай.

Партия эшен Һарытау, Ҡазан, Ярославль, Түбәнге Новгород, Мәскәү, Петербург ҡалаларында алып бара. Күп тапҡыр ҡулға алына. Л. Троцкийҙың мәғлүмәттәре буйынса, Рыков күпселек комитеты бюроһы составына инә[4]. 1905—1907 йылдарҙа — РСДРП-ның Үҙәк Комитеты ағзаһы , 19071912 — РСДРП-ның Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат. 19101911 йылдарҙа — Францияла эмиграцияла. 1911 йылдың авгусында Рәсәйҙә ҡайта, уны бында рус Ойоштороу комиссияһын булдырыу буйынса сит ил ойоштороу комиссияһы ебәрә[5]. мәскәүҙә ҡулға алына һәм Архангельск губернаһы ебәрә. 1912 йылда амнистия буйынса азат ителә. Ноябрҙә ҡабаттан ҡулға алына һәм Нарым крайына һөрөлә, 1915 йылда ҡаса, әммә тотола һәм һөргөн урынына ҡайтарыла[6].

Ленин үлгәнгә тиклем дәүләт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң азат ителә. Шул йылдың апрелендә үк Мәскәүгә килеп етә, май айында Мәскәү Эшсе депутаттар Советының президиумы ағзаһя һәм рәйесе уррынбаҫары итеп һайлана. 1917 йылдың авгусында партияның Үҙәк Комитетына һайлана. Сентябрҙән Петроградта була, Петроград Советы президиумына һайлана. Октябрҙә Советтарҙың Икенсе съезының делегаты була, бөтә Рәсәй Башҡарма Комитетының ағзалығына кандидат итеп һайлана[7].

1917 йылдың 26 октябренән (8 ноябренән) — беренсе совет хөкүмәтенең эске эштәр наркомы. 10 ноябрҙә милицияны ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйыла (2010 йылға тиклем был дата Милиция көнө тип билдәләнде). Был вазифала 16 ноябргә тиклем була (9 көн), бөтә һул көстәр ҡатнашлығында коалицион хөкүмәт төҙөү яҡлы булараҡ халыҡ комиссарҙары Советынан һәм Үҙәк Комитеттан сыға һәм Моссоветҡа эшкә күсә. 29 ноябрҙә Үҙәк Комитетынан сығыуы тураһындағы үҙенең ғаризаһын кире ҡайтара. Ойоштороу йыйылышы депутаты.

1918 йылдың апрелендә — 1921 йылдың майында — РСФСР-ҙың Халыҡ хужалығының Юғары Советының рәйесе һәм бер үк ваҡытта Халыҡ комиссарҙары Советының (май 1921—1923) һәм хеҙмәт һәм оборона советының рәйесе урынбаҫары һәм (1921 май — июль 1923). 19191920 йылдарҙа — Ҡыҙыл армияны һәм флотты тәьмин итеү буйынса Хеҙмәт һәм оборона Советының ғәҙәттән тыш вәкиле (чусоснабарм). 1918 йылда Ҡыҙыл террор үткәреүгә ҡаршы сығыш яһай. 1917—1918 һәм 1920—1934 йылдарҙа — большевиктар партияһының Үҙәк Комитеты ағзаһы, 1934 йылдан ҡулға алынғанға тиклем — ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат.

1920 йылдың 5 апреленән 1924 йылдың 23 майына тиклем — Үҙәк Комитетының Ойоштороу бюроһының (Оргбюро) ағзаһы, 1922 йылдың 3 апреленән — член Үҙәк Комитеттың Политбюроһы ағзаһы. 1923 йылдың 6 июленән СССР-ҙың Халыҡ хужалығы Юғары Советының рәйесе һәм Совнаркомдың һәм СССР-ҙың Халыҡ хужалығы Юғары Советының рәйесе урынбаҫары. Лениндың ҡаты ауырыуы сәбәпле Рыков йыш ҡына хөкүмәттең бөтә эшмәкәрлеге менән етәкселек итә.

СССР хөкүмәтенең Рәйесе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIV партконференция, 1925 йылдың апреле. А. И. Рыков һулдан дүртенсе.

1924 йылдың 2 февралендә Рыков СССР-ҙың Совнаркомы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта 1924 йылдың февраленән 1929 йылдың майына тиклем РСФСР-ҙың Совнаркомы рәйесе һәм 1926 йылдың ғинуарынан — СССР-ҙың Халыҡ хужалығы Юғары Советының рәйесе. Лениндың вафатынан һуң Сталинға Троцкийға, һуңыраҡ — Зиновьев менән Каменевҡа ҡаршы бик әүҙем ярҙам итә.

Рыков: «Мин үҙемдең телмәремде, партияға һәм советтарға ҡаршы ғәмәлдәре өсөн оппозиция яҡлыларҙы төрмәгә ултыртҡан революционерҙарҙан үҙемде айырмайым, тип башларға тейешмен. (Көслө, оҙайлы алҡыштар. „Ура“ ҡысҡырыуҙар. Делегаты торалар). Тауыш. Ленин Үҙәк Комитеты йәшәһен! Ура! (Алҡыштар)»[8].

1920 йылдар аҙағында союз бюджетын ҡараған саҡта милли республикаларҙың бюджеты РСФСР-ҙың бюджетынан күпкә артыҡ булыуына ҡаршы була, ҡалған халыҡтар «рус мужигы иҫәбенә йәшәйҙәр, тип иҫәпләй.» Уның был сығышы бөйөк державасылыҡ шовинизмы тип баһалана, Батша Рәсәйенең бәләкәй халыҡтарға ҡарата мөнәсәбәтен ул түбәндәгесә һүрәтләй: «…Колониаль сәйәсәт, мәҫәлән,Бөйөк Британияла, метрополияның колониялар иҫәбенә үҫешеүенән ғибәрәт, ә беҙҙә — колониялар монополия иҫәбенә»[9].

19281929 йылдарҙа НЭП-ты төрөүгә, индустриализация һәм коллективизацияны тиҙләтеүгә ҡаршы сығыш яһай, ВКП(б)-ла был сығыштар «уң тайпылыш» тип иғлан ителә. 1929 йылдың 9 февралендә Н. И. Бухарин, А. И. Рыков һәм М. П. Томский ВКП(б Үҙәк Комитетының Политбюроһының һәм Үҙәк Контроль Комитетының берләштерелгән ултырышына ғариза юллайҙар[10].

1929 йылда Үҙәк Комитетының апрель Пленумы һәм Үҙәк Контроль Комитеты уң тайпылышты ғәйепләгән резолюция ҡабул ителә, уның лидерҙары итеп Рыков менән Н. И. Бухарин һәм М. П. Томский иғлан ителә. Пленумдан һуң улар үҙ сәйәси йоғонтоһон юғалталар. Шул уҡ йылдың ноябрендә Рыков үҙ «хаталарын» таный һәм «партияның генераль линияһынан бөтә тайпылыштарға, бигерәк тә, уң тайпылышына, ҡаршы аяуһыҙ көрәш» алып барасағын белдерә[11].

Ауылда раскулачивание буйынса массауи сараларҙы үткәреү өсөн нигеҙ буласаҡ 1930 йылдың 1 февралендәге «Тотош коллективлаштырыу райондарҙа ауыл хужалығын социалистик үҙгәртеп ҡороуҙы көсәйтеү һәм кулактар менән көрәш буйынса саралар тураһында» Ҡарарына, М. И. Калинин һәм А. С. Енукидзе менән бер рәттән, Рыков та ҡул ҡуя. .

Рыков — ВКП(б)-ның XVI съезынан һуң «уң тайпылыш» лидерҙарынан Политбюрола ҡалған берҙән-бер кеше була.

Ғүмеренең һуңғы йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рыков һәм Бухарин Өсөнсө Мәскәү процесында

Эшмәкәрлеге өсөн Рыковты Сталин бер нисә тапҡыр тәнҡитләй.

1930 йылдың 19 декабрендә СССР-ҙың Совнарком рәйеслегенән төшөрөлә, 1930 йылдың 30 декабрендә Политбюро составынан сығарыла. 1931 йылдың 30 ғинуарынан — СССР-ҙың телеграф һәм почта комиссары (1932 йылдың 17 ғинуарында Элемтә наркоматы тип үҙгәртелә). Михаил Смиртюков хәтерләй: «Телеграф һәм почта комиссары итеп тәғәйенләнгәндән һуң мин уның телмәрен тыңланым… Ике сәғәт тотлоҡмай һөйләне. Бөтә сығышын мин инде иҫләмәйем, әммә башлыса үҙенең хаталары, дөрөҫ булмаған сәйәси ҡараштары тураһында һөйләгәне һәм тәүбә итеүе иҫтә ҡалған»[12].

ВКП(б)-ның XVII съезында Сталин тураһында сығышынан: «Ул беҙҙең еңеүҙәрҙең ойоштороусыһы һәм юлбашсыбыҙ булараҡ тәүге осорҙа уҡ үҙен бик көслө итеп күрһәтте». 1934 йылда ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп күсерелә. 1936 йылдың 6 сентябрендә нарком вазифаһынан бушатыла.

Бухарин-Рыков-Ягода эше буйынса приговор, 1938

1937 йылғы февраль пленумында партиянан сығарыла һәм 1937 йылдың 27 февралендә ҡулға алына. Лубянка төрмәһендә тотола. Һорау алыуҙарҙа үҙен ғәйепле итеп таный. Төп ғәйепләнеүселәрҙең береһе булараҡ асыҡ процесҡа (Өсөнсө Мәскәү процесы) «Уң троцкист советтарға ҡаршы блогы» эше буйынса йәлеп ителә. Һуңғы һүҙендә: «Кем әле фашланмаған һәм ҡоралһыҙланмаған, уларҙың быны кисектермәҫтән һәм асыҡтан-асыҡ эшләүен теләйем… хөкүмәткә контрреволюцион ойошманың ҡалдыҡтарын фашларға һәм юҡ итергә ярҙам итер өсөн», тип белдерә. 1938 йылдың 13 мартында үлем язаһына хөкөм ителә һәм 15 мартта Коммунар полигонында атып үлтерелә. 1957 йылда Рыковты реабилитациялау буйынса ғариза бирелә, ләкин ул кире ҡағыла. Рыков тулыһынса СССР-ҙың Хәрби прокуратура тарафынан 1988 йылда аҡлана. Шул уҡ йылда КПСС сафында тергеҙелә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатыны — Маршак Нина Семеновна (Рыкова) (1884, Дондағы Ростов — 1938), драматург Михаил Шатровтың (Маршак) инәһе, Рыковҡа тиклем, һуңынан Коминтерн эшмәкәре булған Иосиф Пятницкийға (Таршис), кейәүгә сыға. СССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау наркоматының балалар һаулығын һаҡлау идаралығы начальнигы булып эшләй. 1937 йылдың 7 июлендә ҡулға алына. 1938 йылдың 22 авгусында атып үлтерелә. 1957 йылда, үлгәндән һуң, аҡлана[13].

Ҡыҙы — Наталья Алексеевна Перли-Рыкова (22 август 1916 — 9 ғинуар 2010), 1939, 1946 , 1950 йылдарҙа ОСО (махсус кәңәшмә органы) тарафынан хөкөм ителә. Лагерҙарҙа һәм һөргөндә18 йыл ғүмерен үткәрә, һөргөндә һөргөнгә ебәрелгән эстон В. Перлиға кейәүгә сыға, Перли 1961 йылда вафат була. 1956 йылда аҡлана. Балалары булмай[14]. Наталья Алексеевна кәүҙәһе Дон зыяратында ерләнә.

Хәҙерге ваҡытта алыҫ туғандары Калининград һәм Бишкәк ҡалаларында йәшәй.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рыков хөрмәтенә аталған[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. И. Рыков хөрмәтенә Донецк өлкәһенең Енакиево ҡалаһы Рыково тип атала (1928—1935).
  • «Урал-Волга» заводының Царицын ҡасабаһы Рыков исемен йөрөтә (1925), артабан Сталинград ҡалаһының Рыков районы (1930—1935)
  • Мәскәүҙә дүрт Истомин(1-4) исемен йөрөткән урамдар Рыков урамдары тип үҙгәртелә (1928), 1937—1938 йылдарҙа элекке исеменә ҡайтарылалар, артабан 1-4 Һигеҙенсе Март урамдары.
  • Авиаконструктор А. С. Яковлевтың беренсе самолеттары А. И. Рыков хөрмәтенә АИР тип исемләнгән була (1937 йылға тиклем).
  • Утыҙ градуслы араҡыныхалыҡ «рыковка» тип йөрөтә[16]. Рыков ҡулға алынғандан һуң элекке исемен ҡулланыу хәүефле була, һәм халыҡ уны «мерзавчик» тип йөрөтә башлай. Хәҙерге көнгә тиклем бәләкәй һыйҙырышлы шешәне шулай тип йөрөтәләр.
  • 1927—1937 йылдарҙа Малокон ярымутрауында .Свердловск ГЭС (1927—1964) Рыков исемен йөрөтә.
  • А. И . Рыков Ҡаҙағстандағы Семей ҡалаһы (Семипалатинск) Рыков тип үҙгәртелә.
  • Уның хөрмәтенә Көнбайыш-Себер крайында сәнәғәт предприятиелары, тирмәндәр, заводтар; Балтика һәм Төньяҡ флоттарында эскадра миноносецтары Рыков исемен йөрөтә (1927—1937).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Государственный архив Саратовской области (ГАСО) ф.637, оп.2, ед.хр. 374, л.108 об.
  2. Рудольф Иванов пролил свет на историю Азербайджана
  3. из предисловия к «Избранные произведения», М.: Экономика, 1990
  4. http://lib.ru/TROCKIJ/stalin3.txt_Piece100.02
  5. Орджоникидзе, Григорий (Серго) Константинович
  6. И. Е. Горелов [А. И. Рыков] // Историки отвечают на вопросы. — С. 95—106.
  7. Политические деятели России 1917. биографический словарь. — Москва, 1993.
  8. Культ власти (опыт социально-психологической интерпретации Л. А. Радзиховский
  9. Вдовин А. И. Чему учат у соседей
  10. Из заявления Н. И. Бухарина, А. И. Рыкова и М. П. Томского Объединенному заседанию Политбюро ЦК ВКП(б) и Президиума ЦКК. 9 февраля 1929 г.
  11. Роговин В. З. Власть и оппозиции. Глава XII
  12. Ъ-Власть — «Ленин боролся с дефицитом времени изо всех сил»
  13. Жертвы политического террора в СССР
  14. Зенькович Н. Самые секретные родственники. — С. 338.
  15. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991
  16. Рыков и рыковка

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рыков А. И. Избранные произведения. — М.: Экономика, 1990. — ISBN 5-282-00797-5
  • Шелестов Д. Время Алексея Рыкова. — М.: Прогресс, 1990. — ISBN 5-01-001936-1
  • Сенин А. С. А. И. Рыков. Страницы жизни.- М.: Изд-во Моск. открытого ун-та: АО «Росвузнаука», 1993. — 239 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]