9 ғинуар
9 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
9 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 9-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 356 көн ҡала (кәбисә йылында 357).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Һауа шарында сәйәхәт итеү көнө.
АҠШ: Абрикос көнө.
- Эш өҫтәлен тәртипкә килтереү көнө.
Серб Республикаһы: Республика көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1885: Һамар—Златоуст тимер юлы төҙөлә башлай.
- 1919: Өфөләге хәҙере «Китап» нәшриәте ойошторола.
- 1938: Яңауыл ҡалаһында хәҙерге И. Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназия асыла.
- 1958: Новосибирск дәүләт университеты эшләй башлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәкеров Ҡадир Ғади улы (1905—3.10.1970), режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1943—1950 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сəнғəт эшмəкəре (1935). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1965) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
- Әхмәтова Бәйнә Хәлиулла ҡыҙы (1920—11.11.2013), ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. 1957—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972—1985 йылдарҙа 1-се госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. 1972—1985 йылдарҙа Башҡортостан кардиологтар йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994).
- Никуличкин Дмитрий Степанович (1925—26.02.1991), нефть эшкәртеүсе. 1965—1976 йылдарҙа Ишембай нефть эшкәртеү заводының ҡоролма начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышы һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1971). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы Орловка утарынан.
- Марат Кәримов (1930), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003), тәржемәсе, журналист. 1964—1968 йылдарҙа «Пионер» журналы, 1968—1978 йылдарҙа «Һәнәк» журналы мөхәррире. 1958 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2001).
- Миңлеғолов Вил Бәхтейәр улы (1940), нефтсе. 1964—1996 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Башҡорт АССР‑ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1975), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1979). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1990). Ленин (1981), Октябрь Революцияһы (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылынан.
- Әхмәдов Йосоп Әхмәд улы (1945), педагог, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Володин Юрий Константинович (1950), энергетик, йәмәғәтсе. 2004—2013 йылдарҙа Ҡарман ГРЭС-ы директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008–2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2009), Рәсәй Федерацияһы Йылылыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Дуҫлыҡ (2000) ордендары кавалеры, Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Атҡар районы «Ҡыҙылармеец» совхозы ауылынан.
- Ясько Олег Васильевич (1950), инженер-технолог. 1974—2010 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең департамент директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.
- Хәсән Усманов (1975), йырсы, «Хәсән» студияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2006).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Моратов Зиннәт Һибәт улы (1906—31.05.1988), СССР-ҙың партия эшмәкәре. 1943—1944 йылдарҙа ВКП (б)-ның Татарстан өлкә комитетының өсөнсө һәм икенсе секретары, 1944—1957 йылдарҙа — беренсе секретары; бер үк ваҡытта 1944—1950 йылдарҙа ВКП (б)-ның Ҡазан ҡала комитеты секретары. Өс Ленин (1945, 1950, 1955), Октябрь Революцияһы (1975), Халыҡтар Дуҫлығы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Ҡалмаш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Насиров Ильяс Исмәғил улы (1907—1972), хеҙмәт алдынғыһы. Баймаҡ баҡыр иретеү заводының элекке иретеүсеһе, формасыһы, мастеры. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Байкова Флүрә Ямалетдин ҡыҙы (1932), хеҙмәт ветераны. Республика халыҡ ижады үҙәгенең элекке өлкән методисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Хәмиҙуллин Таһир Хәлиулла улы (1932—2007), журналист. Бәләбәйҙең берләштерелгән гәзитенең элекке мөхәррир урынбаҫары. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Иштәкбаева Сәлиә Мөхәмәтйәр ҡыҙы (1942), малсылыҡ алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. Хәйбулла районы «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозының элекке һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Даны һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Баҙаҡшанов Рәмил Мөхәмәт улы (1947), юғары мәктәп ветераны, ғалим-химик-аналитик. Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты. Химия фәндәре кандидаты. Нью-Йорк фәндәр академияһы ағзаһы. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
- Самородов Владимир Николаевич (1947), дәүләт хеҙмәте һәм спорт ветераны, йәмәғәтсе. 1991—2002 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Физик культура, спорт һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының физик культура, спорт һәм туризм буйынса министры, Рәсәйҙең Олимпия һәм Паралимпия башҡарма комитеты ағзаһы. 1998 йылдан Башҡортостан урыҫтары соборы башҡарма комитеты рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1983), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997), Спорт мастерлығына кандидат (ауыр атлетика, 1972). Почёт (2007), Дуҫлыҡ (1999), Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
- Латфуллин Наил Сәйет улы (1952—19.11.1992), рәссам, график, шағир. 1990 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһен ойоштороусы һәм уның 1990—1992 йылдарҙағы етәксеһе. «Туран» бойондороҡһоҙ культрология фондының Беренсе Халыҡ-ара бойондороҡһоҙ культрология премияһы лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы (1888—1938 йылдан һуң), башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, тел белгесе, башҡорт теленең тәүге грамматикаһы авторҙарының береһе. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Замараев Имай Замараевич (1928—3.12.2013), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1940—1988 йылдарҙа Дүртөйлө районы Крупская исемендәге колхоз хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1973 йылдан ферма мөдире, 1976—1979 йылдарҙа — бригадир, 1983 йылдан — келәт мөдире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Миәҙәк ауылынан.
- Ишкилдина Латифа Ғинийәт ҡыҙы (1928—2015), педагог. 1947 йылдан Хәйбулла районының Аҡъяр һәм Юлбарыҫ, 1957—1983 йылдарҙа Байғусҡар мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1963). Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 5-се (Өфө, 1967) һәм Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1968) делегаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының 1-се Дәүләтҡол ауылынан.
- Дерябин Николай Панкратович (1933—28.12.2010), механизатор. 1948—1993 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы тракторсы-комбайнсыһы. Октябрь Революцияһы (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Аҡморон ауылынан.
- Рыҫбаева Мәрйәм Әхмәт ҡыҙы (1933—2010), педагог. 1973—1988 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975).
- Кучумов Әғлә Йәмғетдин улы (1938), спортсы, СССР-ҙың спорт мастеры. Спортса атлау буйынса туғыҙ тапҡыр донъя, 27 тапҡыр Рәсәй чемпионы. Баҡалы районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Ҡатай ауылынан.
- Алсынбаева Рима Шамил ҡыҙы (9.01.1953), ғалим-филолог, педагог. 2003 йылдан Салауат ҡалаһының 8-се лицей уҡытыусыһы, 2006—2012 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Филология фәндәре кандидаты (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2001), РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан.
- Ниғәмәтова Сәлимә Ғәйзулла ҡыҙы (1953), педагог. 1972 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1974—2009 йылдарҙа Первомайский урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреаты (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баязит Бикбай (1909—2.09.1968), шағир, прозаик, драматург. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1939) ордендары кавалеры.
- Косолапов Филипп Макарович (1919—7.08.1994), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, авиация дивизияһының эскадрилья командиры, полковник (1957). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Бажайкин Станислав Георгиевич (1944), ғалим-механик. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2008). И. М. Губкин исемендәге премия (2002), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге (2009), Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге (2012) дәүләт премиялары лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Амур өлкәһе Завитая ҡасабаһынан.
- Бартенев Евгений Константинович (1944—26.05.2008), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1991—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1997 йылдарҙа — Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1860: Лаура Вальборг Аулин, Швеция пианисы, композитор һәм педагог.
- 1885: Борис Королёв, скульптор-монументалист, СССР-ҙың скульптура мәктәбенә нигеҙ һалыусы.
- 1908: Симона де Бовуар, Франция яҙыусыһы, философ.
- 1959: Ригоберта Менчу, Гватемаланың хоҡуҡ яҡлаусыһы.
- 1987: Елена Пидгрушная, Украина биатлонсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1873: Наполеон III, 1852—1870 йылдарҙа Франция императоры.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]