25 август
Перейти к навигации
Перейти к поиску
25 август — григориан стиле буйынса йылдың 237-се (кәбисә йылында 238-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 128 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Уругвай — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Бразилия — Һалдат көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1917 — Өфөлә 2-се Бөтә башҡорт ҡоролтайы (съезы) үҙ эшен башлай. Ҡоролтай барышында Башҡорт мәркәз шураһының яңы составы һайлана, Өфө һәм Силәбе ҡалаларында шураның секретариаттары ойошторола.
- 1921 — Ташкентта Башҡортостан АССР-ының Төркөстанда тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булдырыла.
- 1926 — Өфөлә тәүге ҡала велосипед һәм мотоциклет ярыштары уҙғарыла.
- 1989 — Өфөлә Волга-Урал төбәгендә Ислам динен ҡабул итеүенә 1100 йыл һәм Ырымбур мосолман Диниә назараты эшмәкәрлеге башланыуына 200 йыл тулыуға арналған юбилей тантаналары уҙғарыла.
- 1989 — Өфөлә «ИКЕА» сауҙа үҙәге асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғайнан Әмири (25.08.1911—9.10.1982), башҡорт совет яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1942 йылдан — КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1969) һәм РСФСР-ҙың (1971) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы (25.08.1916—15.01.2008), башҡорт театр актёры, 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972).
- Радик Хәкимйән (25.08.1941), башҡорт шағиры, 1996 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Полунин Иван Александрович (25.08.1912—2.06.1990), 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында, шулай уҡ Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парадында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Подлуб ауылынан.
- Павлов Николай Спиридонович (25.08.1922—2.04.1978), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Бәләбәй районының Ыҫлаҡбаш ауылынан.
- Вайшнорович Владимир Леонидович (25.08.1957), хужалыҡ эшмәкәре. Өфө районы «Шемәк» совхозының элекке директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәғит Сөнчәләй (Сөнчәләев Сәғит Хәмиҙулла улы, 25.08.1888—27.10.1937), шағир, уҡытыусы, дәүләт хеҙмәткәре. 1926—1927 йылдарҙа Төркиәлә РСФСР-ҙың Сит илдәр халыҡ комиссариаты тәржемәсеһе; 1927—1929 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумы директоры. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән Һарытау губернаһы Хвалын өйәҙе Иҫке Мәстәк ауылынан.
- Мөлөков Әнүәр Бәхти улы (25.08.1923—8.01.2004), педагог, мәғариф хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971—1985 йылдарҙа Саҡмағош районының Саҡмағош ауылындағы 1-се урта мәктәп директоры. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). Ленин (1971), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Супты ауылынан.
- Хафизов Фәйез Зәки улы (25.08.1938), ғалим-тау инженеры-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1987), профессор (1994), Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы (1993), Халыҡ-ара информатизация академияһы (1994), Халыҡ-ара көнсығыш нефть академияһы (1993), Халыҡ-ара минераль ресурстар академияһы (1995) академигы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Наливкин Дмитрий Васильевич (25.08.1889—3.03.1982), ғалим-геолог, палеонтолог. Көнсығыш Европа платформаһын, шул иҫәптән Уралдағы палеозой эраһын өйрәнеүсе. СССР Фәндәр академияһы академигы (1946), геология‑минералогия фәндәре докторы (1936), профессор (1924). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1963). РСФСР‑ҙың (1943), Төрөкмән ССР‑ы һәм Башҡорт АССР-ының (1959) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1965), СССР‑ҙың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1979). Сығышы менән Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Кәлимуллин Сәмиғулла Мәсифулла улы (25.08.1914—19.09.1989), сәхнә биҙәүсе рәссам. 1946–1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры рәссамы. 1954 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар, 1947 йылдан — СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955).
- Исекеев Алексей Семёнович (25.08.1924), тарихсы-педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962–2004 йылдарҙа Ҡалтасы районының Краснохолмский мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Яныш Ялкайн исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Түбән Таҡыя ауылынан.
- Нәзиров Кашаф Нурислам улы (25.08.1929—24.04.2005), театр актёры. 1960 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1956—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Алайғыр ауылынан.
- Әбйәлилов Шәриф Ғәзиз улы (25.08.1939), хужалыҡ эшмәкәре. 1982–2002 йылдарҙа «Башвтормет» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы (1997) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1999) металлургы. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Мулдашев Альберт Әкрәм улы (25.08.1954), ғалим-ботаник. Биология фәндәре кандидаты (1983). Башҡортостандың Ҡыҙыл китабының төп авторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы (2005).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1930 — Шон Коннери, шотланд сығышлы Британия киноактёры һәм продюсеры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1944 — Муса Йәлил, татар шағиры, Советтар Союзы Геройы (1956).
- 1993 — Ғилемдар Рамазанов , Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]