Хафизов Фәйез Зәки улы
Хафизов Фәйез Зәки улы | |
башҡ. Хафизов Фәйез Зәки улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил |
СССР, Рәсәй Федерацияһы |
Ғилми даирәһе | |
Награда һәм премиялары | |
Хафизов Фәйез Зәки улы (25 август 1938 йыл) — инженер-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1987), профессор (1994), Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы (1993), Халыҡ-ара информатизация академияһы (1994), Халыҡ-ара көнсығыш нефть академияһы (1993), Халыҡ-ара минераль ресурстар академияһы (1995) академигы.
Ҡыҫҡаса биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хафизов Фәйез Зәки улы 1938 йылдың 25 авгусында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Иҫке Туймазы ауылында тыуған.
1958 йылда Октябрьский нефть техникумын, ә 1965 йылда — Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтын тамамлай.
1958 йылдан 1966 йылға тиклем Бөрө ҡалаһының «Башвостокнефтеразведка» тресы разведка быраулау контораһында техник-геолог булып эшләй.
1966—1974 йылдарҙа Төмән комплекслы геолог-разведка экспедицияһының Төмән геолог экспедицияһы өлкән геологы булып эшләй.
1974—1976 йылдарҙа Куба Республикаһында совет белгестәре төркөмө составында запастарҙы иҫәпләү буйынса өлкән инженер булып эшләй.
1976—1985 йылдарҙа Төмән тематик экспедицияһының һәм запастарҙы иҫәпләү партияһының начальнигы була.
1985—1989 йылдарҙа Главтюменьгеология начальнигы урынбаҫары һәм баш геологы булып эшләй.
1989—1991 йылдарҙа СССР Геология министрлығының «Геос» тармаҡ-ара фәнни-техник комплексы генераль директоры урынбаҫары вазифаһын биләй.
1991—1994 йылдарҙа — Рәсәй ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыу һәм геология комитеты Геосистемалар Бөтә Рәсәй фәнни-эҙләнеү институтының генераль директор урынбаҫары .
1994—2002 йылдарҙа — Көнбайыш-Себер төбәк геология үҙәге рәйесе.
2002 йылдан алып Ханты-Манси автономиялы округының ер аҫты байлыҡтарын рациональ ҡулланыу фәнни-аналитика үҙәгенең төп ғилми консультанты булып тора. Төмән нефть һәм газ дәүләт университеты профессоры.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хафизов Фәйез Зәки улы отчеттар авторы һәм СССР Министрҙар Советы янындағы Көнбайыш Себерҙең 20, шул иҫәптән Самотлорский, Ямбург, Поляр түңәрәге аръяғы, Уренгой һәм Төмән өлкәһенең башҡа ятҡылыҡтары запастары буйынса Дәүләт Комиссияһында нефть һәм газ запасын яҡлау буйынса туранан-тура ҡатнашсы булып тора. Ул 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығарҙы, шул иҫәптән 5 монография.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «За трудовое отличие» миҙалы (1974);
- «Отличник разведки недр» билдәһе (1976);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1979);
- «За заслуги в разведке недр» миҙалы (1983);
- Фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы (1984);
- «За освоение недр и развитие нефтегазового комплекса Западной Сибири» миҙалы (1984);
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1987);
- «Первооткрыватель месторождения» исеме (1988);
- «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геологы» исеме (1999);
- «300 лет горно-геологической службе России» билдәһе (2000);
- Төмән өлкәһенең Почетлы нефтсеһе (2008).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья в Башкортостан: краткая энциклопедия(недоступная ссылка)