Эстәлеккә күсергә

Туймазы районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туймазы районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй

Төрө

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан

Берләштерә

1 ҡала и 20 ауыл

Идари үҙәге

Туймазы

Барлыҡҡа килеүе

1930

Муниципаль район хакимиәте башлығы

Суфыянов Айҙар Рифғәт улы

Муниципаль район Советы рәйесе

Минибаев Ильфир Ғоссам улы

Рәсми телдәр

башҡорт, урыҫ

Халҡы (2016)

131 953[1] (3.24 %, 1 урын)

Тығыҙлығы

55.82 кеше/км²

Милли тәркибе

башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, сыуаштар, мариҙар

Дини тәркибе

мосолмандар, православие динен тотоусылар

Аланы

2 364 км² (22 урын)

Туймазы районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Машина номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты
ОКАТО

80 251 000 000

Туймазы районы (рус. Туймазинский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район.

Административ үҙәге — Туймазы ҡалаһы.

Шумилов шарлауыҡтары

Башҡортостандың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Шаран, көнсығышта — Бүздәк, көньяҡта — Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары, көнбайышта — Татарстан Республикаһы һәм Октябрьский ҡала округы биләмәләре менән сиктәш.

Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөн алып тора. Нефть (Туймазы, Серафимовка, Кәпәй-Ҡыбау, Троицк һ. б.), ҡомташ (Ғәфүр, Ҡандра), гипс (Мәҡсүт), кирбес сеймалы (Түбәнкүл, Туҡмаҡ-Ҡаран), агрономик рудалар (Балтай, Ҡарамалы-Ғөбәй, Кәлшәле һ. б.) ятҡылыҡтары асылған.

Райондың көнбайышында — Ыҡ, көньяғында — Ҡыйҙаш, үҙәк өлөшөндә һәм төньяҡ-көнбайышында Өҫән йылғалары аға. Район йылы һәм ҡоро агроклиматлы регионға, Өҫән йылғаһының түбәнге ағымындағы типик ҡара тупраҡлы ерҙәр Урал алды дала зонаһына инә. Ҡалҡыу өлөшөндәге ҙур ғына майҙандада — йүкә, саған, имән ағастарынан торған киң япраҡлы урмандар, ә көньяҡ-көнсығышында ҡайын һәм уҫаҡ урмандары һаҡланған. Туймазы урман хужалығы эрозияға дусар булған текә битләүҙәрҙә ағас ултыртыу менән шөғөлләнә. Урмандар 62,5 мең га (Район территоряһының 26,5 %) майҙаны биләп тора, ауыл хужалығы ерҙәре 135,9 мең га, шул иҫәптән 96,6 мең га — һөрөнтө ерҙәр, 6,9 мең га — сабынлыҡтар, 32,2 мең га — көтөүлектәр.

Ҡандракүлде уратҡан «Ҡандракүл» дәүләт милли тәбиғәт паркы, Мәҡсүт ауылы яҡын Ыҡ йылғаһы ярындағы мәмерйә, Ҡандра тимер юл станцияһы буйында ултыртылған ҡарағайҙар, Үрге Троицк лесничествоһындағы ҡарағастар һаҡлана торған территориаль һәм тәбиғәт ҡомартҡылары булып һанала.

Туймазы ҡалаһының
«Әл-Фәтихә» мәсете

Райондың барлыҡ торама пункттары элекке ҡыр-йылан, ҡаңлы, ҡырғыҙ, ҡобау һәм байлар башҡорт ҡәбиләләре ерҙәрендә урынлашҡандар. Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда был ерҙәр 12-се башҡорт кантоны составында була.

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

ЙылХалыҡ һаны
1939 53 846 [2][3]
1959 99 218 [4][3]
1970 48 533 [5][3]
1979 39 273 [6][3]
1989 30 654 [7][3]
ЙылХалыҡ һаны
2002 30 923 [8][3]
2008 129 993 [9]
2009 130 548 [10]
2010 131 225 [11]
2012 130 942 [12]
ЙылХалыҡ һаны
2013 131 147 [13]
2014 132 053 [14]
2015 132 129 [15]
2016 132 349 [16]
2017 132 463 [17]
ЙылХалыҡ һаны
2018 132 448 [18]
2019 132 337 [19]
2021 131 728 [20]
2025 129 299 [21]
Урбанизация

Ҡала шарттарында (Туймазы ҡалаһы) район халҡының 51.74 % йәшәй.

Милли составы

2010 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы: татарҙар — 38,5 %, башҡорттар — 33,7 %, урыҫтар — 22,8 %, сыуаштар — 1,5 %, мариҙар — 1,4 %, башҡа милләт вәкилдәре — 2,1 %[22].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район территорияһында Октябрьский ҡалаһы һәм 113 ауыл урынлашҡан.

Торама пункттар буйынса халыҡ һаны
Туймазы68 277[1]
Ҡандра10 885[28]
Серафимов9813[28]
Собханғол5598[28]
Түбәнге Троицк3885[29]
Дуҫлыҡ2145[28]
Иҫке Туймазы1247[28]
Ҡарамалы-Ғөбәй1120[28]
Ғәфүр1083[28]
Төмәнәк1070[28]
Илсембәт1067[28]
Беренсе Май983[28]
Райман970[28]
Нөркәй888[28]
Үрге Троицк816[28]
Иҫке Собханғол784[28]
Кәкребаш774[28]
Япрыҡ755[28]
Түбәнге Бишенде744[28]
Үрге Бишенде725[28]
Николаевка724[28]
Татар-Олҡан691[28]
Сәйрән688[28]
Бишҡурай680[28]
Туҡтағол658[28]
Йәрмөхәмәт651[28]
Ҡандра-Ҡотой651[28]
Әгертамак610[28]
Уяҙытамаҡ593[28]
Туҡай587[28]
Ҡандракүл547[28]
Кәлшәле525[28]
Кендектамак475[28]
Мәтәүтамак457[28]
Үрге Сәрҙек406[28]
Соҡаҙытамаҡ398[28]
Балтай377[28]
Соҡаҙыбаш359[28]
Ярмунса340[28]
Аблай315[28]
Үрмәкәй315[28]
Иҫке Ҡандра308[28]
Никитинка303[28]
Горный292[28]
Егетәк279[28]
Яңы Бишенде274[28]
Ҡарат267[28]
Булат266[28]
Аҙнағол258[28]
Алексеевка257[28]
Фрунзе241[28]
Воздвиженка232[28]
Түбәнге Сәрҙек209[28]
Серафимовка209[28]
Төпкилде209[28]
Исмаил197[28]
Тәрәнйылға189[28]
Ҡаран-Бишенде168[28]
Яңы Нарыш168[28]
Сыуаш-Олхан158[28]
Яңы Арыҫланбәк150[28]
Бәтке146[28]
Покровка143[28]
Константиновка140[28]
Дарвин138[28]
Ҡандра-Төмәкәй135[28]
Иманғол133[28]
Тимер132[28]
Имәнкүпер123[28]
Ҡайынйылға119[28]
Иҫке Арыҫланбәк119[28]
Туҡмак-Ҡаран119[28]
Бикмәт109[28]
Бәйрәкәтүбә101[28]
Раевка101[28]
Яҡшай85[28]
Йүкәле Шишмә84[28]
Ҡараттамаҡ78[28]
Казнаковка77[28]
Әйтәктамаҡ76[28]
Ҡыҙылбүләк76[28]
Самсыҡ76[28]
Мостафа73[28]
Ҡыҫҡайылға71[28]
Александровка62[28]
Чапаево56[28]
Ташкисеү53[28]
Балағаскүл48[28]
Майский48[28]
Арҙат47[28]
Мәҡсүт45[28]
Көйөктамаҡ42[28]
Нескәбуләк41[28]
Мулла-Ҡамыш40[28]
Әтек37[28]
Нур31[28]
Ҡамыштау29[28]
Ҡыҙылташ26[28]
Кожай-Андреев25[28]
Леонидовка25[28]
Түбәнге Ҡаранйылға19[28]
Яңы Арыҫлан19[28]
Яңы Һыуыҡҡул18[28]
Бөресклет хужалығы15[28]
Кесе Бикмәт14[28]
Ҡайынйылға9[28]
Баҡсаһарай8[28]
Ольховка8[28]
Ҡарамалы7[28]
Үрнәк7[28]
Знаменка0[28]
Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран0[28]
Һалҡыншишмә0[28]
Япрыҡ янғын һүндереү депоһы0[28]

Район сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешле. Нефть ятҡылыҡтарын «Туймазынефть» һәм «Октябрьскнефть» НГДУ-ры үҙләштерә. Сәнәғәт предприятиелары Октябрьский һәм Туймазы ҡалаһы, шулай уҡ Серафимовка ҡасабаһында (автоматика һәм телемеханика ҡулланмаларын сығарыусы тәжрибә заводы, мамыҡ-ҡауырһын әйберҙәре һәм тегеү фабрикалары), Түбәнге Троицкиҙа (Башҡортостан буҫтау комбинаты), Собханғолда (консерва заводы), Ҡандрала (Туймазы быраулау эштәре идаралығы, иген ҡабул итеү предприятиеһы, ҡатнаш мал аҙығы заводы) урынлашҡан. Ауыл хужалығы предприятиеларынан — Туймазы ҡошсолоҡ фабрикаһы, Ҡандра мөгөҙлө эре мал үрсетеү һәм һимертеү совхозы, Туймазы тоҡомсолоҡ совхозы, ҡошсолоҡ инкубатор станцияһы, «Башнефть» АНК-һының ярҙамсы хужалыҡтарыры: «1 Май», «Нарыштау» һәм «Төҙөүсе» совхоздарыздары эшләй.

Район баҫыусылыҡта — игенселек, шәкәр сөгөлдөрө, картуф, йәшелсә үҫтереү, малсылыҡта һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ буйынса махсуслаша. Район территорияһы буйлап Ульяновск—Шишмә тимер юлы, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлы үтә.

Районда 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 22 урта мәктәп, 35 дөйөм китапхана, 54 клуб учреждениеһы, ауыл участка дауаханаһы бар. Ҡандракүлдең тирә-яғында Октябрьский, Туймазы ҡалаһы предприятиеларының ял итеү базалары, профилакторийҙары урынлашҡан. Татар һәм урыҫ телдәрендә «Туймазы хәбәрләре» — «Туймазинский вестник» гәзите сыға.

  1. 1 2 Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  2. перепись населения СССР 1939 года
  3. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  4. перепись населения СССР 1959 года
  5. перепись населения СССР 1970 года
  6. перепись населения СССР 1979 года
  7. перепись населения СССР 1989 года
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года
  9. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  10. Оценка численности Республики Башкортостан постоянного населения на 1 января 2009-2016 годов
  11. Всероссийская перепись населения 2010 года
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  14. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  18. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  19. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  20. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  21. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2025 года (урыҫ)М.: Росстат, 2025.
  22. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
  23. Башҡорт энциклопедияһы — Вәлиуллин Ренат Абдулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 сентябрь 2017)
  24. Башҡорт энциклопедияһы — Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2018)
  25. Ветер истории по-прежнему в его парусах. Газета «Вечерняя Уфа». Официальный сайт. 2013, 28 мая (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 май 2018)
  26. Башҡорт энциклопедияһы — Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 май 2018)
  27. Башҡорт энциклопедияһы — Хәлиуллин Айрат Нәсибулла улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 13 май 2019)
  28. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 51 52 53 54 55 56 57 58 59 60 61 62 63 64 65 66 67 68 69 70 71 72 73 74 75 76 77 78 79 80 81 82 83 84 85 86 87 88 89 90 91 92 93 94 95 96 97 98 99 100 101 102 103 104 105 106 107 108 109 110 111 112 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  29. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.