Нөркәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Нөркәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°34′22″ с. ш. 53°47′44″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 861 005

ОКТМО коды

80 651 461 121

Нөркәй (Рәсәй)
Нөркәй
Нөркәй
Нөркәй (Башҡортостан Республикаһы)
Нөркәй

Нөркәй (рус. Нуркеево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 850 кеше[1]. Собханғол ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452774, ОКАТО коды — 80251861005.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нөркәй ауылы 1764 йылда Ф. Д. Гладышевтан бурысҡа 38 һум алған башҡорт Сәмәнғол Сәлимовтың баҫылып сыҡҡан бурыс яҙмаһында беренсе тапҡыр телгә алына. Әммә был ауыл Байлар улусына (Сәләгуш түбәһенә) ҡарай. Ҡыр-Йыландарҙың ауылы — аҫаба башҡорттар индергән ерһеҙ башҡорттарҙың тыуған ере. Керҙәшлек тураһында килешеү яҙмаһының тексы архивта һаҡланған. «Мең ете йөҙ ҡырҡ икенсе йылдың ун бишенсе февралендә, Ҡаҙан юлы Өфө өйәҙе Ҡыр-Йылан улусының Япрыҡ ауылынан башҡорттар Утәгән һәм Аҡҡанай Таҡановтар, Йолғош Япрыҡов, Сөйөндөк Һағындыҡов, Ҡуҙы ауылынан Тимекәй һәм Зийән Ҡуҙыевтар, Төмәнәк ауылынан Дәүләт һәм Биктыш Төмәнәковтар крепостной эштәре буйынса ошо яҙманы бирә шул уҡ Ҡаҙан юлы Байлар улусының Точино ауылы башҡорттары Иҫәкәй Сапаевҡа, Балтас Доссаевҡа, шул уҡ улустың Сөлти ауылынан Мөслим Сөлтингә, Үрмет ауылынан Ҡадирмәт Салтанаевҡа, Теперлә ауылынан Яуыш һәм Марат Бағышаевтарға, Әмекәй ауылынан Ороҫмәт Тоҡошевҡа, Ҡормаш ауылынан Искәндәр Ҡормашевҡа, Дауыт Сөләймәновҡа һәм шул уҡ ауыл типтәрҙәре Мөслим Биғәшевҡа, Мостафа Таймәтовҡа, Илтемир ауылынан Биксәнтәй Туймәтовҡа, Әбделсәлим Юртыҡуевҡа, Әбделкәрим һәм Яҡуп Уразовтарға, Биккинә Үҫәйевкә, Әбдей Ҡалмаевҡа, Темир Йелдешевҡа, Ҡасҡын ауылы башҡорттары Иткинә, Сәйет һәм Асан Мырҙаҡуевтарға, Үтәй Сөләймәновҡа, Сөкәй ауылы башҡорттары Ҡадирмәт Ишелинға, Ҡотломәт Мәскәүевҡа, Сөлөк Сапаровҡа, Иҫке Байлар ауылы башҡорттары Ишмен Айтуғановҡа, Бүләр улусы Иҫәнсубина ауылынан башҡорттар Сәйет Мәскәүовҡа, Уразай Ишмәневҡа, Йосоп Сөләймәновҡа, Гәрәй улусы Таҡталасыҡ башҡорттары Арыҫлан һәм Биҙәл Килмәковтарға, Теләкәй ауылынан өс балаһы һәм һәм өс ҡустыһы менән яһаҡлы татар Әйүкә Әсәновҡа, Үтәгән һәм Аҡанай һәм Юлышты үҙҙәренең иптәштәре Иҫәкәй менән, Балтас һәм Мөслим һәм Мостафаны иптәштәре менән үҙебеҙҙең аҫаба ерҙәргән 35 ихата менән урынлашырға рөхсәт иттек, һәм шул аҫаба ерҙәрҙә ер һөрөргә һәм бесән сабырға, ҡара һәм ҡыҙыл урмандарға эйә булырға һәм шул урмандарҙа солоҡ эшләргә рөхсәт иттек». Улар «йыл һайын унышар һыуһар яһаҡ түләү өсөн» урынлаштырылалар.

Нөркәй-байларҙар Ҡыр-Йылан аҫаба ерҙәрендә Яңы Нөркәй тип аталған үҙ керҙәшлек торағын булдырған, тип уйларға кәрәк. Киләһе быуаттарҙа ла уның исеме шулай булған. Бында төп ауылдың тәүге күскенсеһе Нөркәй Зәитов та (1723—1812) йәшәгән. Уның 59 йәшлек улы Хәсән Нөркәйев, VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, бында үҙенең улдары Хәмиҙулла (27 йәшлек), Хәбибулла (19), Хәлиулла (4 йәш) менән йәшәгән.

Яңы тораҡ пунктын булдырыу ваҡыты — яҡтар араһындағы килешеү датаһы — 1742 йыл.

Бында 1816 йылда — 51, 1834 йылда — 59, 1850 йылда — 82, 1859 йылда — 95 йән башҡорт-керҙәш йәшәгән. 1870 йылда 30 йортта ике енестәге 219 башҡорт йәшәгән. 1905 йылда 78 ихата һәм 454 кеше булған, 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 97 йортта 512 башҡорт күрһәткән.

1834 йылда 120 башҡортҡа 8 бот ужым, 176 бот ярауай иген, 24 бот картуф сәселә[2].

Ауыл XIX быуаттан хәҙерге атамаһын йөрөтә.

2008 йылға тиклем ауыл Нөркәй ауыл Советы үҙәге була[3].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)[4].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 512
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 392
1959 йыл 15 ғинуар 287
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 383
2002 йыл 9 октябрь 641
2010 йыл 14 октябрь 888

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Өҫән йылғаһы буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 8 км.

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урам исеме[6]:

  • Тимер юл урамы (рус. улица Железнодорожная)
  • Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
  • Йәшел тыҡрығы (рус. переулок Зеленый)
  • Сәнәғәт гараж кооперативы 31 биләмәһе (рус. территория Гаражный кооператив Промышленный 31)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Йәштәр тыҡрығы (рус. переулок Молодежный)
  • 1-се Май урамы (рус. улица Первомайская)
  • 1-се Май тыҡрығы (рус. переулок Первомайский)
  • Ҡала яны урамы (рус. улица Пригородная)
  • Сәнәғәт урамы (рус. улица Промышленная)
  • Таң урамы (рус. улица Рассветная)
  • Миләшле урамы (рус. улица Рябиновая)
  • Йәйғор тыҡрығы (рус. переулок Радужный)
  • Яҡты урамы (рус. улица Светлая)
  • Ауыл (урамы) (рус. улица Сельская)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Төҙөлөш урамы (рус. улица Строительная)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. переулок Школьный)


Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]