Үрмәкәй
Ауыл | |
Үрмәкәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Үрмәкәй (рус. Урмекеево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 322 кеше[1]. Сәйрән ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251845005.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]12-се кантондың 18-се тирмәһенә 11 башҡорт ауылы ингән (шуларҙың 8-е бөгөн Туймазы районына ҡарай), шул иҫәптән дүрт ауыл Ҡаңлы улусына ҡарай. Шуларҙан иң алдараҡ барлыҡҡа килгән ауыл Үрмәкәй ауылы. Абруйлы Ҡаңлы аҫабаһы Үрмәкәй Кунгилдин исеме менән аталған, ул 1710 йылдың 3 октябрендә яһаҡлы татарҙар Яҡуп Немичевты, Рысай Дәүләткилдеевты, Сапар Бикметовты аҫаба башҡорттар еренә индерә. Ул ваҡытта ул Ҡыр-Ҡаңлы ауылында йәшәгән, һуңынан Үрмәкәй тип үҙгәртелә. Ҡыр-Ҡаңлы — Ҡаңлы йәки Ҡыр-Ҡаңлы улусының аҫаба башҡорттарының төп тораҡ пункты.
Тағы ла 1710 йылдың 16 авгусында Урмәкәй ауылының аҫаба башҡорттары Сөйөш Сарағоловты «иптәштәре менән», Таулар ауылы татарҙары Сәит Илкинды һәм Әхмәт Туҡаевты, ҡаҙнаға башҡорт яһағы түләүҙә ҡатнашҡандары өсөн, Сәрмәсән йылғаһы буйында үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә индерәләр.
1704 йылдың 19 авгусындағы сираттағы керҙәшлек килешеүендә Ҡыр-Ҡаңлы кешеһе Аблай Иҫәнбаев улы Балтай менән башҡорт Яҡуп Мәметевты ҡустыһы Рысай Дәүләткилдеев менән Сөн йылғаһының үрендәге үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә индерәләр. Башҡорттар Яҡуп һәм Рысай — Таулар ауылынан сыҡҡандар. Яҡуптың улы һуңынан 10-сы башҡорт кантонының кантон начальнигы була. Ул Өфөнө пугачевтарҙан һаҡлай, унда «бик ныҡ хеҙмәт итә», әммә пугачевсы яҡташтары уның йортон талайҙар. Бының өсөн ул властарҙан 100 һум аҡса ала һәм ихтилал баҫтырылғандан һуң «көмөш миҙал һәм ҡылыс» менән бүләкләнә. Таулар ауылында йәшәй[2]
Шул уҡ йылдың 3 октябрендә Үрмәкәй шул уҡ Таулар ауылынан тағы ла яһаҡлы татарҙар Мәскәү Табеевты, Үркә Урмеевты, Сөрмей Алышевты «иптәштәре менән» 14 ихатаға, уға йылына бер һыуһар түләү шарты менән индерәләр (аҫаба ере сиктәре: урыҫса Курева дорога тип аталған юлдың һул яғы буйлап Таулар ауылынан Иҙәш йылғаһы буйында Ҡаңлы һыҙатына тиклем, шунан Ҡарамалы башына тиклем, беренсе Көнлөккә тиклем, аҙаҡ шунан кирегә Йүкәлекүл буйлап тамағына тиклем). Шулай уҡ 1714 йылдың 24 мартындағы һәм 1771 йылғы килешеүҙәр буйынса башҡа керҙәш типтәрҙәр ҙә бар. Шул саҡта Троицк өйәҙенең Әйле улусы башҡорттары ҡабул ителгән. 1858 йылда керҙәш башҡорттар 46 йән була. Шулай итеп, Үрмәкәйҙең этник яҡтан ҡатнаш халҡы барлыҡҡа килә.
XVIII быуат аҙағында башҡорт халҡы халыҡтың 90 процентын тиерлек тәшкил итһә, XIX быуаттың 30-сы йылдар уртаһында — ни бары 34 %. 1834 йылда 75 башҡорт араһынан 36-һы керҙәш була. 1870 йылда типтәрҙәр башҡорттар составында күрһәтелә, ә 1920 йылда башҡорттар типтәрҙәр һәм татарҙар иҫәбендә була. Ике осраҡта ла хата ебәрелә.
1843 йылда 75 башҡорттың һәр береһенә 7,2 бот иген сәселгән.
1735—1739 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалы ваҡытында был ауыл тирәләй мөһим ваҡиғалар бара. Атап әйткәндә, Башҡорт эштәре буйынса комиссия начальнигы генерал-лейтенант А. И. Румянцевтың язалау отряды 1736 йылдың июнь аҙағында Үрмәкәй ауылы янындағы лагерҙа туҡтай. Шул ваҡыт баш күтәргән башҡорттарҙың етәкселәренең береһе, Юрматын улусы старшинаһы Килмәк абыҙ Нурушев 8 меңлек отряды менән генерал лагерына һөжүм итә, әммә ныҡышмалы ҡаршылыҡҡа осрай. Юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, Румянцев алышта еңеп сыға һәм Килмәк отрядын тарата, ул күпмелер ваҡыт Ҡандра күле ҡамыштарында йәшеренергә мәжбүр була[3]
Соҡаҙы йылғаһы тамағындағы Соҡаҙытамаҡ ауылы шулай уҡ Ҡаңлы улусының Үрмәкәй түбәһенә ҡараған. Был — Троицк өйәҙенең Әйле улусынан сыҡҡан ерһеҙ керҙәш-башҡорттар ултырағы, улар типтәргә әйләнмәйенсә үҙ сословиеһын һаҡлап ҡалған.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 290 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 315 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (77 %)[4].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлығы:[5]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 44 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Сайрән): 8 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 14 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[6]:
- Үҙәк урамы (рус. улица Молодежная)
- Мал зыяраты биләмәһе (рус. территория Скотомогильник)
- Социалистик урамы (рус. улица Социалистическая)
- Хеҙмәт урамы (рус. улица Трудовая)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөғәлләмов Ғәли Мөғәллим улы (1904 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сежанты, гвардия кесе ветеринария фельдшеры, «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы Үрмәкәй ауылында тыуған.
- Әхмәтшин Мирйән Иҙиәтулла улы (1931—10.01.2013), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1954—1991 йылдарҙа Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән баш инженеры, директоры, директорҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары. СССР-ҙың 10-сы саҡырылыш (1979—1984) Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1974), СССР Нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү министрлығы отличнигы (1967). Октябрь Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Үрмәкәй ауылынан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 430. Л. 27; МИБ. Т. 3. С. 62.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 258. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Үрмәкәй ауылы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үрмәкәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2022)
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- Урмекеево на портале «Генеалогия и Архивы»
- Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)
- «Налог Белешмәһе» системаһында Үрмәкәй ауылы
- ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 430. Л. 27; МИБ. Т. 3. С. 62.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 258. — ISBN 978-5-295-04683-4.