Яңы Арыҫланбәк
Ауыл | |
Яңы Арыҫланбәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Яңы Арыҫланбәк (рус. Новоарсланбеково) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 156 кеше[1]. Сәйрән ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452791, ОКАТО коды — 80251845002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡобау улусы ауылдары шулай уҡ 16-сы тирмәгә буйһона. Ҡобауҙарҙың Генераль ыҙанлау йылдарында 39 000 дисәтинә ере була. Ҡобауҙарҙың өс тораҡ пунктының береһе Арыҫланбәк ауылы XVIII быуат уртаһында этник яҡтан ҡатнаш булып китә, 1758 йылдың 12 октябрендәге һәм 1781 йылдың 1 мартындағы керҙәшлек килешеүҙәренә ярашлы, аҫаба-ҡобауҙар типтәрҙәрҙе ҡабул итә.
1905-1919 йылдар араһында Яңы Арыҫланбәк ауылы барлыҡҡа килә. Унда Бәләбәй өйәҙе территорияһында ошо өйәҙҙең Арыҫланбәк ауылы (хәҙер Иҫке Арыҫланбәк ауылы) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала, аҫабалар күсеп килә. 1920 йылда 140 ихатала 714 кеше иҫәпләнә[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 714 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 385 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 284 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 127 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 130 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 150 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли состав
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләт — башҡорттар (88 %) йәшәй[3][4].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлығы:[5]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 47 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сайрән): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 17 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[6]:
- Хеҙмәт урамы (рус. улица Трудовая)
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Ферма Элит-Птица биләмәһе (рус. территория Ферма Элит-Птица)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кашаф Ғәзи (ысын исеме Кәшшәфетдинов Мирғәзи Солтан улы; 2.4.1907, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Арыҫланбәк ауылы (Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) — 9.12.1975, Ҡаҙан], әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1960). Көнсығыш педагогия институтын тамамлағандан һуң Ҡаҙанда эшләй: 1939 й. алып Татарстан китап нәшриәтенең, 1942—45 йылдарҙа һәм 1950—58 йылдарҙа “Совет әҙәбиәте” журналының баш мөхәррире, 1947—50 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Ҡаҙан филиалының Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты хеҙмәткәре.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- «Налог Белешмәһе» системаһында Яңы Арыҫланбәк ауылы
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 260. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Яңы Арыҫланбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 260. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Яңы Арыҫланбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Яңы Арыҫланбәк ауылы