Исмаил (Туймазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Исмаилово
башҡ. Исмаил
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы

Ауыл Советы

Кәкребаш

Координаталар

54°40′48″ с. ш. 53°39′37″ в. д.HGЯO

Халҡы

197[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452771

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 825 007

ОКТМО коды

80 651 425 126

Исмаилово (Рәсәй)
Исмаилово
Исмаилово
Исмаил (Туймазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Исмаилово

Исмаил (рус. Исмаилово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 197 кеше[2]. Кәкребаш ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452771, ОКАТО коды — 80251825007.

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл исеме Исмаил тигән кеше исеменән алынған[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исмаил ауылы Кәкребаш, Бәйрәкәтүбә, Илсембәт, Япрыҡ һәм башҡа Ҡыр-Йылан ауылдары кеүек үк, 12-се башҡорт кантонының 4-се тирмәһе составында була.

Башҡорттар ергә аҫаба булараҡ хужа була, ә типтәрҙәр уны, ер хужалары менән 1741 й., 1760 й., 1776 й., 1779 йылдарҙағы керҙәшлек килешеүе буйынса керҙәш булараҡ файҙалана. Тәүге төпләнеүсе, типтәрҙәр булып киткән яһаҡлы татарҙар старшинаһы Исмәғил Уразмәтов үҙе һәм уның улы Кәрим Исмаилов билдәле.

Был тораҡ пункты яйлап типтәрҙәр өҫтөнлөк иткән милли ҡатнаш тораҡ пунктҡа әүерелә. 1762 йылда бында 19 яһаҡлы татар теркәлгән, уларҙың барыһы ла пугачевсылар булған. 1783 йылда 68 типтәр иҫәпләнә, 1795 йылда — 75, башҡорттар — 7 ир-ат. 1816 йылда — 117 типтәр, башҡорттар — 22, 1834 йылда беренселәре — 137, башҡорттар — 26 ир-ат. 1834 йылдағы VIII ревизияға ярашлы башҡорттарҙың исемдәре: Абдулсәләм Мәхмүтов, уның улдары Абдулсаттар (уның улдары Абдулханнан, Абдулманнан, Мөхәммәтғәни), Абдулхалик; Ғәббәс Ильясов, уның улы Хәмзә, ҡустылары Ғәйнитдин һәм Дәүләтша; Ғабдуллатип Ильясов; Миндекәй Ғәлиев (1752—1818), уның улдары Турай (уның улы Ғәбделнасир, Мөхәмәтйән), Ғайнан, Хәсән, Хөсәйен, Мөхәмәтғәли; Ғәлиев Абдулмоталлап (1749—1819), улдары Абдулмәзит (уның улы Ғәбдулханнан), Ғәбдулваһап (уның улдары Ғәбдулғәлләм, Ғәбдул-маннан); Ханмырҙа Абдулмоталлапов, уның улы Иҙрис, ҡустыһы Бикмырҙа; Исмәғил Әбдрәшитов, уның улы Хөснөтдин; Әбдрәшит Байраҡаев (1772—1818), улы Әмирхан.

1859 йылда бөтә халыҡ 61 ихатала 471 кеше тәшкил итә, 1870 йылда — 172 ихатала 570 кеше, 1920 йылда 204 йортта 1060 кеше йәшәй. Бөтөһе лә типтәрҙәр, был халыҡтың этник составын сағылдырмай[4].

1906 йылда 2 мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[5].

1843 йылда 54 башҡортҡа 112 бот ярауай иген сәселә һәм 8 бот картуф ултыртыла[6].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1060
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 605
1959 йыл 15 ғинуар 256
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 113
2002 йыл 9 октябрь 169
2010 йыл 14 октябрь 197 96 101 48,7 51,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләттәр башҡорттар (50 %), татарҙар (37 %)[7].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алыҫлығы:[8]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 9 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Кәкребаш): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 9 км.

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[9]:

  • Арҡа урамы (рус. улица Арка)
  • Ҡайынлы урамы (рус. улица Березовая)
  • Сейәле урамы (рус. улица Вишневая)
  • Дача урамы (рус. улица Дачная)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Юл урам (рус. улица Дорожная)
  • Йәшел урам (рус. улица Зеленая)
  • Баланлы урамы (рус. улица Калиновая)
  • Зәңгәр урам (рус. улица Лазурная)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Ял базаһы биләмәһе (рус. территория База отдыха)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Май урамы (рус. улица Майская)
  • Ҡурай еләкле урамы (рус. улица Малиновая)
  • Яңы урам (рус. улица Новая)
  • Уҫаҡлы урамы (рус. улица Осиновая)
  • Баҫыу урамы (рус. улица Полевая)
  • Ҡояшлы урам (рус. улица Солнечная)
  • Йәйғор урамы (рус. улица Радужная)
  • Тау тыҡрығы (рус. переулок Горный)
  • Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны биләмәһе (рус. территория Полигон ТБО)
  • Миләшле урамы (рус. улица Рябиновая)
  • Ҡарағайлы урамы (рус. улица Сосновая)
  • Төҙөлөш урамы (рус. улица Строительная)
  • Тирәкле урамы (рус. улица Тополиная)
  • Сәскәле урам (рус. улица Цветочная)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Көньяҡ урам (рус. улица Южная)
  • Алмағаслы урамы (рус. улица Яблоневая)

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 266. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 249. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Исмаил (Туймазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 249. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  8. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  9. «Налог Белешмәһе» системаһында Исмаил (Туймазы районы) ауылы