Эстәлеккә күсергә

Япрыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Япрыҡ
Япрыҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

[[Башҡортостан]]

Муниципаль район

[[Туймазы районы]]

Координаталар

54°36′13″ с. ш. 53°31′41″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 251 820 005

ОКТМО коды

80 651 420 106

ГКГН номеры

0522501

Япрыҡ (Рәсәй)
Япрыҡ
Япрыҡ

Япрыҡ (рус. Япрыково) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 640 кеше[1]. Илсембәт ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452776, ОКАТО коды — 80251820005.

Япрыҡ ауылы 12-се башҡорт кантонының 4-се тирмәһенә ҡараған. Ауылдың исеме аҫабаларҙың береһенең исеменән килеп сыҡҡан. Ул беҙгә билдәле түгел, әммә сығанаҡтарҙа уның улы Юлыш Япрыковтың (тамғаһы //) исеме һаҡланып ҡалған. Ул 1742 йылғы килешеү яҙмаһында телгә алына.

Ауыл 1719 йылда Петр I үткәргән беренсе ревизия ваҡытында яҙып алына, ул ваҡытта унда башҡорттарҙан тыш 19 типтәр була. 1748 йылда икенсе ревизияла 29, 1783 йылда IV ревизияла — 61, 1795 йылда V ревизияла — 74 типтәр күрһәтелгән. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, V ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 8 йортта 38 типтәр булған.

Беренсе ревизия йылдарында уҡ ҡыр-йыланлылар ауылында төпләнгән тәүге типтәрҙәрҙе ҡабул итеү тураһындағы документтар билдәһеҙ. Әммә артабан уларҙың хәрәкәте сығанаҡтар тарафынан теркәлә. 1742 йылдың 24 мартындағы керҙәшлек килешеүе яҙмаһына ярашлы Япрыҡ ауылы кешеләре Юлыш Япрыҡов, Утәгән һәм Аҡҡанай Төкиновтар, Ситдык Һөйөндөков Минзәлә өйәҙе Байлар улусы башҡорто Иҫәкәй Сапеевты, Ҡормаш ауылынан яһаҡлы татар Мостафа Тоҡмәтевты, Илтимер ауылынан Йосоп Ишкининды аҫабаларға йылына бер ихатанан 10 тин түләү шарты менән «төпләнеү һәм йәшәү өсөн» индәрәләр. 1776 йылдың 14 июнендә бында Тамъян улусы башҡорттары ҡабул ителгән. 1748 йылдың 10 февралендәге керҙәшлек килешеүе яҙмаһына ярашлы, ҡыр-йыландар башҡорттарҙан типтәр Бикбау Ҡолбүлдинды һәм уның ҡустыһы башҡорт (типтәр түгел) Бирҙеғолдо ихатанан 10 тин түләү шарты менән үҙҙәренә билдәһеҙ срокка ҡабул иткәндәр. Ошо уҡ шарттарҙа 1794 йылдың 11 февралендәге килешеү буйынса Тамъян улусы башҡорттары Әбдрәшит Абдуллин, Йәрмөхәмәт Мораҙымов, Балтай Солтанов, Ишбулды Ишалин, Ғәликәй Йосопов индерелә. Ауылда ерҙе файҙаланыу хоҡуғы өсөн яһаҡлы татарҙар 1782 йылдың 8 июнендәге ҡыр-йыландарҙан алынған керҙәшлек килешеүен күрһәткәндәр. Шулай итеп, ауылда аҫаба-башҡорт-ҡыр-йыландар (1859 йылда — ир затындағы 49 йән), башҡорт-керҙәштәр (1859 йылда — Троицк өйәҙенең Айлин улусынан 32 ир-ат, Тамъян улусынан 19 кеше, Байлар улусынан 31 кеше, тағы ла 12 кеше үҙҙәренең улусын атай алмаған), типтәрҙәр (88 баш ир-ат) һәм яһаҡлы татарҙар (45 баш ир-ат) йәшәй.

Ауылдың аҫаба халҡы община эштәре менән әүҙем шөғөлләнә, атап әйткәндә, сит кешеләрҙе үҙ тораҡ пункттарына һәм башҡа тораҡ пункттарға ҡабул итеүҙә, ҡуртымда һәм үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен һатыуҙа әүҙем ҡатнашалар.

Япрыҡ ауылы кешеләре Мрәҫ Йосопов, Аҡай Урускулов, Бүләк Аҡҡолов, Асан Әлмәкәйев, Урускул Рысов, Зәйләү Ҡолбулдин, Смак Байымов һәм Әхмәр Аҡанов 1755 йылда Һарыбай һәм Киңел йылғалары буйлап аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн капитан И. П. Толстойға һаталар, ул ике йылдан һуң Иван Тимашевҡа, ә ул үҙ сиратында ағаһы Михаилға һата. 1778 йылда Баҙғыя йылғаһының уң яғындағы үҙ общинаһына 20 ихата сыуаштарҙы индерәләр. Бер йылдан Сатыҡай Тимкеев Төмәнәк ауылы аҫабалары менән бергә Сөн йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе подпоручик И. П. Кротковҡа һата. 1783 йылда Япрыҡ ауылы кешеләре Мөхәмәтрәхим Зыянов, Рахманғол Байғузин, Һөйөндөк Һағындыҡов, Мөхәмәтрахим Юлдашев башҡа аҫабалар — ҡыр-йыландар менән бергә завод хужаһы П. Г. Красильниковҡа Түлгәзе, Шаран, Сөн, Имсәк йылғалары буйындағы ерҙәрен ҡуртымға бирәләр.

XIX быуаттың 70-се йылдарында Япрыҡ ауылында мәсет, уның янында мәктәп булған.

1843 йылда 172 башҡортҡа 88 бот ужым, 848 бот яҙғы иген сәселә, 16 бот картуф ултыртыла[2].

Ауылда төп мәктәп (1-се Туймазы урта мәктәбенең филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1385
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 970
1959 йыл 15 ғинуар 830
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 698
2002 йыл 9 октябрь 659
2010 йыл 14 октябрь 755

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр — башҡорттар (68 %), татарҙар (27 %)[4].

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 17 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Илсембәт): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 17 км.

Урам исеме[6]:

  • Ғәни Ғәлимов урамы (рус. улица Гани Галимова)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәшел урам (рус. улица Зеленая)
  • Таулы урамы (рус. улица Горная)
  • Ҡаҙан урамы (рус. улица Казанская)
  • Урман паркы урамы (рус. улица Лесопарковая)
  • Яр буйы урам (рус. улица Набережная)
  • Яңы урам (рус. улица Новая)
  • Октябрь урамы (рус. улица Октябрьская)
  • Еңеү урамы (рус. улица Победы)
  • Баҫыу урамы (рус. улица Полевая)
  • Өфө урам (рус. улица Уфимская)
  • Уҡытыусы урам (рус. улица Учительская)
  • Сәскәле урамы (рус. улица Цветочная)
  • Шоссе урам (рус. улица Шоссейная)
  • Көньяҡ урамы (рус. улица Южная)
  • Мал зыяраты биләмәһе (рус. территория Скотомогильник)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 248. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Япрыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Япрыҡ ауылы