Эстәлеккә күсергә

Булат (Туймазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Булат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

55° с. ш. 54° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 805 003

ОКТМО коды

80 651 405 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Булат (Рәсәй)
Булат
Булат
Булат (Туймазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Булат

Булат (рус. Булат) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 266 кеше[1]. Бишҡурай ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452794, ОКАТО коды — 80251805003.

Ауылдың исеме Булат тигән кеше исеменән алынған[2].

Ауылға Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан даруғаһынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1795 йылдан (12 йортта 111 кеше йәшәгән) алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған. XIX быуаттың 70-се йылдарында бында Бәләбәй өйәҙе Буҡай ауылы (хәҙерге көндә юҡ) кешеләре күсеп килгәндән һуң, Буҡай-Булат тип аталған. 1865 йылда 35 йортта 182 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Татарҙарҙың керҙәшлеге тураһында документ табылманы[3].

Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауыл халҡы «Ленин юлы» ауыл хужалығы кооперативында шөғөлләнә. Башҡорттар, татарҙар йәшәй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 525
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 434
1959 йыл 15 ғинуар 343
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 253
2002 йыл 9 октябрь 233
2010 йыл 14 октябрь 266 126 140 47,4 52,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (76 %) йәшәй[4].

Кесе Нөгөш (Өҫән бассейны) йылғаһы буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 41 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бишҡурай): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 16 км.

Урам исеме[6]:

  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Шоссе урамы (рус. улица Шоссейная)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 264. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 266. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Булат (Туймазы районы) ауылы