Эстәлеккә күсергә

Илсембәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Илсембәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°38′20″ с. ш. 53°34′28″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 820 001

ОКТМО коды

80 651 420 101

ГКГН номеры

0522444

Илсембәт (Рәсәй)
Илсембәт
Илсембәт
Илсембәт (Башҡортостан Республикаһы)
Илсембәт

Илсембәт (рус. Ильчимбетово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1067 кеше[1]. Илсембәт ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 452776, ОКАТО коды — 80251820001.

Ауылдың исеме Илсембәт тигән кеше исеменән алынған[2] (русск. Ильчимбет).

Илсембәт ауылының Үрмәкәй һәм Кәкребаш ауылдары менән генетик бәйләнеше бар. 1693 йылда уҡ татар Сурманәш Аҡкилдингә һәм уның өс улына, шул иҫәптән Илсембәткә Кәкребашта йәшәргә рөхсәт ителә. Быға тиклем улар Үрмәкәй ауылында (Ҡырҡаңлы, Ҡырҡалны) керҙәштәр булып йәшәгәндәр. XVIII быуат башында яңы урында, бәлки, күсеп ултырған һәм яңы керҙәшлек төҙөгән Илсембәт Чурманяшев исемен йөрөткән тораҡ пункты барлыҡҡа килгән. Ауылда аҫаба-башҡорттар, керҙәш-башҡорттар, типтәрҙәр, яһаҡлы һәм хеҙмәтле татарҙар йәшәгәндәр.

Керҙәш халыҡтың формалашыуын күҙәтәйек.

Илсембәт ауылына Ырымбур өйәҙенең Һарыш-Ҡыпсаҡ (аҙаҡ Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы территорияһын биләгән Ҡар-Ҡыпсаҡ тип аталған) улусынан башҡорттарҙы индереү тураһында беренсе документ. Указ Өфөлә 1758 йылдың 7 майында бирелә. Ауылда һарыш-ҡыпсаҡтар 1816 йылда — 43, 1850 йылда — 50, 1859 йылда — 99 ир-ат була.

1850 йылда Ырымбур губернаһының Минзәлә өйәҙе Һеңрән улусы Шуран ауылынан бында 6 башҡорт керҙәш булып йәшәй.

1816 йылдың VII ревизияһына ярашлы башҡорттарҙың исемдәрен бирәбеҙ: Зөбәйер Мәүлет улы Дөмәев, 44 йәшлек, улы Мөхәмәтрәхим. Ғөзәир Мәүлетов, 40 йәш, уның улдары Мөхәмәтйән, Мөхәмәтсадиҡ; ҡустыһы Ғәлекәй, 38 йәшлек; ике туған ҡустыһы Нарынбай Әбүбәкиров, 19 йәшлек. Усман Мәүлетов 36 йәшлек, уның улы Баһаутдин; ике туған ҡустыһы Ҡорбанғәле Мостафин. Битекәев Алтынбай (1754—1814), уның балалары Ҡунаҡбай, Дәүләтбай (уның улы Ҡотлобай), Өмөтбай. 46 йәшлек йорт есаулы Бәшир Туҡтамышев, улдары Мөхәмәтрәхим (уның улдары Ғабделнасир, Ғәбделвәли), Мөхәмәткәрим, Дәүләтша, Йыһанша, Мөхәмәтшәриф. Мөхәмәтәмин Әмиров, 28 йәш, улдары Мөхәмәтйән, Шаһимәрҙән, ҡустыһы Мөхәмәтғәли, 25 йәш. Ҡумыр Тляпов, 59 йәш, уның улдары Хөсәйен (уның улы Ғилман), Ғәбиҙулла. Ғүмәр Тляпов, 54 йәш, уның балалары Ниғмәтулла, Фәйзулла, Салауат, Кәлимулла. Ҡорбанғол Муллағолов (1765—1816), улы Хисаметдин, 30 йәш (уның улдары Нәҙерша, Фәтҡулла). Мәһәҙей Ҡарағолов, 76 йәш. Рәхмәтулла Рахманғолов, 46 йәш; ҡустыһы Хәмиҙулла, 30 йәш (уның улы Хисмәтулла).

Улар араһында аҫабалар ҙа (Мәүлетовтар) һәм керҙәштәр ҙә (Битикеевтар) була. 1832 йылдағы ер тураһындағы законға ярашлы, башҡорттар улустарына ҡайтып, һәр ир-ат өсөн 40-60 дисәтинә ер участкаһын талап итә алған. Әммә Илсембәт ҡыпсаҡтары «беҙҙең был ергә ҡарауыбыҙ тураһында бер ниндәй ҙә дәлил юҡ, беҙ унда күсенергә йыйынмайбыҙ, ә әлеге урында ҡалырға теләйбеҙ» тип белдерәләр, һәм тамғаларын ҡуялар — бөтәһенеке лә Л. Аҫаба-башҡорттарҙың тамғаһы икенсе төрлө була — сүмес.

1798 йылдың 10 мартындағы керҙәшлек килешеүе хатына ярашлы, Илсембәт ауылы ҡыр-йыландары был ауылға Минзәлә өйәҙе Мушуға ауылынан типтәрҙәр Яхъя һәм Яҡшығол Туҡтағоловтарға үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен файҙаланыр өсөн инергә рөхсәт итә, «әгәр ҙә улар ҡондоҙ, кеш һәм солоҡ тапһалар, беҙҙең, башҡорттар менән, икегә бүлергә». Типтәрҙәр ҡабул иткән өсөн бер тапҡыр бирелә торған 20 һум күләмендә аҡса түләй, шулай уҡ уларға ихатанан йыл һайын 10-ар тин аҡса түләргә һәм «уларҙың юлдарын, күперҙәрен төҙәтергә һәм башҡа донъяуи ауырлыҡтарҙы башҡарырға» үҙ өҫтөнә алалар. 1808 йылдың 8 декабрендәге килешеүгә ярашлы, Илсебәт ауылында йәшәүсе Ғөзәир Мәүлетов 10 татарҙы (3 ихатанан) ауылға индергән. Улар араһында Әбделмән менән Ҡорбанғәле Әбделкәримовтар, Ибраһим Яҡупов, Төхватулла Әбдрәшитов була.

Һәм, ниһайәт, хеҙмәле татарҙар Фәйзулла Мәсәғүтов һәм уның улы Ғибатулла Фәйзуллин 1811 йылдың 11 февралендәге керҙәшлек килешеүе хаты буйынса аҫабаларға йылына ихатанан 10-ар тин түләү шарты менән индереләләр. Улар Бөгөлмә өйәҙенең Миңлеғол ауылынан сыҡҡандар.

1920 йылда 229 ихатала 578 ир-ат, 609 ҡатын-ҡыҙ типтәр һәм татар йәшәй тип күрһәтелә. Был һуңғы халыҡ иҫәбен алыу ысынбарлыҡты сағылдырмай: башҡорттар төшөп ҡала. Бынан тыш, улар типтәрҙәр араһында ла була.

1843 йылда Илсембәт ауылында 112 башҡортҡа 16 бот ужым һәм 496 бот ярауай иген сәселә.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1067 487 580 45,6 54,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр — башҡорттар (53 %), татарҙар (44 %) йәшәй[3].

Алыҫлығы:[4]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 12 км.

Урам исеме[5]:

  • Яр урамы (рус. улица Береговая)
  • Ҡайынлы урамы (рус. улица Березовая)
  • Ғабдрахман Ҡадыров урамы (рус. улица Габдрахмана Кадырова)
  • Гараж урамы (рус. улица Гаражная)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Тыныс урам (рус. улица Мирная)
  • Мичурин урамы (рус. улица Мичурина)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Яңы урамы (рус. улица Новая)
  • Күл урамы (рус. улица Озерная)
  • Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны биләмәһе (рус. территория Полигон твердых коммунальных отходов)
  • Йәйғор урамы (рус. улица Радужная)
  • Таң урамы (рус. улица Рассветная)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Ҡояшлы урам (рус. улица Солнечная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. переулок Школьный)
  • Мал зыяраты биләмәһе (рус. территория Скотомогильник)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 207. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. «Налог Белешмәһе» системаһында Илсембәт ауылы