Эстәлеккә күсергә

Ҡандракүл (Туймазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡандракүл
Ҡандракүл
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°29′38″ с. ш. 54°01′09″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 840 004

ОКТМО коды

80 651 440 106

ГКГН номеры

0520165

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡандракүл (Рәсәй)
Ҡандракүл
Ҡандракүл
Ҡандракүл (Туймазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡандракүл

Ҡандракүл (рус. Кандрыкуль) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 519 кеше[1]. Почта индексы — 452788, ОКАТО коды — 80251840004.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
488519547

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 33 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Николаевка): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 10 км

Ҡандра күле янында 1737 йылғы картала бер исем менән аталған ауыл күрһәтелгән. 1781 йылғы картала улар икәүгә әйләнә. Шуларҙың береһе Ҡаңлы улусы башҡорттары ауылы - Ҡандракүл. 1782 йылда улар типтәрҙәрҙе ҡабул итәләр, улар менән 3 йылдан һуң, 2 июндә, ҡабул итеүҙе ҡанунлаштырған, килешеү яҙмаһын төҙөйҙәр.[4].
1795 йылда 28 йортта 194 кеше йәшәгән, 1865 йылда 105 йортта — 648 кеше. Халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсете, һыу тирмәне булған.
1906 йылда 2 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Халҡы: 1906 й. — 1048 кеше; 1920 — 1253; 1939 — 915; 1959 — 774; 1989 — 527; 2002 — 488; 2010 — 547 кеше.
Башҡорттар йәшәй (2002).Ауылда төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.[5].