Төмәнәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Төмәнәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°41′01″ с. ш. 53°47′41″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 870 001

ОКТМО коды

80 651 470 101

ГКГН номеры

0522264

Төмәнәк (Рәсәй)
Төмәнәк
Төмәнәк
Төмәнәк (Башҡортостан Республикаһы)
Төмәнәк

Төмәнәк (рус. Тюменяк) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1046 кеше[1]. Төмәнәк ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 452772, ОКАТО коды — 80251870001.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сабантуй в 2014 г.

Төмәнәк ауылына Каҙан юлының Ҡыр-Йылан һәм Байлар улустары башҡорттары үҙ аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Ҡыр-Йыландарҙың этник яҡтан ҡатнаш булып киткән төп башҡорт ауылдарының береһе. Атамаһы ҡыр-йыландарҙың абруйлы кешеһе Күҙәймәтов Төмәнәк исеме менән бәйле (уның бер туған ҡустыһы Күҙәй Күҙәймәтов хәҙерге Бүздәк районының Күҙәй ауылына нигеҙ һалған), ул 1692 йылдың 6 майындағы килешеү буйынса сит кешеләрҙе үҙенең улусының аҫаба ерҙәренә индереүҙә ҡатнашҡан. Уның улдары Баязит, Бикташ һәм Дәүләт Төмәнәковтар — аҫаба ерҙәрҙе һатыуҙа, ҡуртымға биреүҙә, сит кешеләрҙе теркәүҙә даими ҡатнашыусылар. Төмәнәктең улдары, ейәндәре, дөйөм вариҫтары ауылда берҙән-бер аҫабалар булғандар. 1834 йылда VIII ревизия 53 йәшлек Зәйсән һәм 50 йәшлек Ғәйсәр Бикташевтарҙы, шулай уҡ Ғәйсәрҙең улдары Сатыйҙы (23 йәшлек), Тимербулатты (18 йәшлек), Аҡсулпанды (15 йәш), Ғисматулланы (7 йәш) теркәгән.

Ауылдың типтәр халҡы түбәндәге документтар нигеҙендә барлыҡҡа килә. Беренсеһе — Өфө губернаһы канцелярияһының 1736 йылдың 20 мартындағы указы, икенсеһе — 1737 йылдың 18 сентябрендәге шундай уҡ указ. Өсөнсөһө — Тойҡуш (Тойкушево), Күҙәй, Япрыҡ һәм Төмәнәк ауылдары башҡорттарының (Дәүләт һәм Бикташ Төмәнәковтар ҡатнашҡан) төрлө ауылдарҙың (Киләй, Йәнбирҙе) яһаҡлы татарҙары Әҙел Килмәтовҡа, Мөслим Апасовҡа, Бикбау Әхмәтовҡа, Әбделкәрим Ҡормановҡа, Йәрмәкәй Һөйөндөковҡа, Сөләймән Уразметовҡа, «Байлар улусының Япрыҡ ауылынан килеүсе керҙәштәр һәм Тойкина ауылы башҡорттары Иҫәкәй Сапеев һәм башҡалар менән бөтәһе бергә алдағы 7 йыл өсөн түләнмәгән яһаҡ 10-ар һыуһарҙы түләп ихаталары менән ултырыу өсөн», уларҙы ауылға индереү тураһында килешеү яҙмаһы. Дүртенсе документ — 1782 йылдың 1 мартындағы типтәрҙәрҙе индереү тураһында килешеү яҙмаһы. Яһаҡлы татарҙар типтәрҙәр ҡатламына күскәндәр. 1870 йылда 481 ир-ат, 471 ҡатын-ҡыҙ, 1920 йылда 1220 ир-ат һәм 1206 ҡатын-ҡыҙ, бөтәһе лә типтәрҙәр тип күрһәтелә. Ауыл типтәрҙәр ауылы булып киткән, башҡорттар типтәрҙәр араһында йотолғандар[2].

1870 йылда бында улус идараһы урынлашҡан була, мәсет була, уның янында мәктәп эшләй. Халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана, арба һәм тәгәрмәстәр эшләү менән шөғөлләнгән. 1906 йылда 2 мәсет, 4 бакалея кибете, мөгәзәй була, улус идараһы урынлашҡан.

1843 йылда 13 башҡортҡа 8 бот ужым, 40 бот ярауай иген, 4 бот картуф сәселә[3].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төмәнәк ауылы һаман ҙурая. Хәҙерге көндә ауылда яҡынса 490 йорт бар, 1200-ләп кеше йәшәй. Урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, мәсет, китапхана, почта бүлексәһе бар.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 1687
1920 йыл 26 август 2426
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1477
1959 йыл 15 ғинуар 1051
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 902
2002 йыл 9 октябрь 936
2010 йыл 14 октябрь 1070

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр — башҡорттар (64 %), татарҙар (35 %)[4].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгер, Айғыр (рус. Агир, Өҫән ҡушылдығы) йылғаһы буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 11 км.

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[6]:

  • Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (рус. улица 40 лет Победы )
  • Еңеүҙең 75 йыллығы урамы (рус. улица 75 лет Победы)
  • Яр урамы (рус. улица Береговая)
  • Сейәле урамы (рус. улица Вишневая)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. переулок Школьный)
  • Мал зыяраты биләмәһе (рус. территория Скотомогильник)
  • Көнсығыш урамы (рус. улица Восточная)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Көнбайыш урамы (рус. улица Западная)
  • Ер еләкле урамы (рус. улица Земляничная)
  • Клуб урамы (рус. улица Клубная)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Күл (урамы) (рус. улица Озерная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Баҫыу урамы (рус. улица Полевая)
  • Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
  • Дала урамы (рус. улица Степная)
  • Сәскәле урамы (рус. улица Цветочная)
  • Гәрәбә урамы (рус. улица Янтарная)
  • Фәрит Шәйхетдинов исемендәге урам (рус. улица имени Фарита Шайхутдинова)
  • Көньяҡ урамы (рус. улица Южная)

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл эргәһендәге Саған һыҙаһы тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.

Видеофильмдарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл эргәһендәге ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡадиров Русландың «Бәйләнештә» сайтында «ТӨМӘНӘККӘЙЕМ — ТЫУҒАН ТӨЙӘККӘЙЕМ» исемле эҙләнеү эше (ғилми етәксеһе: Ҡадирова Гөлнара Фәнис ҡыҙы) бар. Ер-һыу атамалары, уларҙың тарихы, ауыл тарихы, кешеләре исемдәре, ҡушаматтары яҙылған[7].

Сығанағы:[8].


Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 249. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 249. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Төмәнәк ауылы
  7. Вконтакте сайтында ТӨМӘНӘККӘЙЕМ — ТЫУҒАН ТӨЙӘККӘЙЕМ
  8. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың III Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары. 23 март 2017 йыл. 3-сө йыйынтыҡ. 69 — 75-се биттәр