Эстәлеккә күсергә

Ҡазан даруғаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡаҙан даруғаһы битенән йүнәлтелде)
Өфө провинцияһын һәм Башҡортостанды даруғаларға бүлеү. Ырымбур губернаһы ланскарталары" картаһы. Красильников, 1755 йыл

Ҡазан даруғаһы — Башҡортостандағы элекке административ берәмек.

XVI быуат аҙағында Өфө өйәҙе, XVIII быуат башында Өфө провинцияһы, 1744 йылдан Ырымбур губернаһы составына ингән.

XVII быуат аҙағында төньяҡ-көнсығышта Уҫы даруғаһы, көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта Ҡазан өйәҙе менән сиктәш була. 1725—1726 йылдарҙа Ҡазан даруғаһы 12 башҡорт улусы (7,8 меңдән ашыу хужалыҡ), 1775 йылда 18 улус (Байлар, Бүләр, Гәрә, Дыуанай, Йылан, Йәлдәк, Йәнәй, Ҡаңлы, Ҡаршын, Ҡыпсаҡ, Ҡырғыҙ, Ҡыр-Йылан, Надир, Ҫарылы-Мең, Урман-Гәрә, Һеңрән, Шәмшәҙе, Юрмый) ингән.

Өйәҙҙәргә бүленгәндән һуң 1781 йылдан Ҡазан даруғаһы Боғорослан өйәҙе, Бөгөлмә өйәҙе, Бөрө өйәҙенең бер өлөшө, Бәләбәй өйәҙе, Сергиевск өйәҙенең бер өлөшө ойошторола.

Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Ҡазан даруғаһы тамам бөтөрөлә.