Надир
Надир | |
Ҡапма-ҡаршыһы | Зенит |
---|
Надир (от ғәр. نظير нәзир, «ҡапма-ҡаршы») — тәғәйен урында туранан-тура аҫҡа табан күрһәтеүсе йүнәлеш, йәғни ошо нөктәлә горизонталь яҫылыҡҡа ҡарата ортогональ ике вертикаль йүнәлештәрҙең береһе. Түбәнерәк булыу төшөнсәһе ярайһы уҡ киң мәғәнәне аңлата, шуға күрә ғалимдар надирҙы ҡәтғи термин менән аңлата. Астрономия, геофизика һәм улар менән сиктәш фәндәрҙә (мәҫәлән, метеорологияла) надир — гравитация көстәре тәьҫире йүнәлешенә тап килгән йүнәлеш. Надирға ҡапма-ҡаршы булған йүнәлеш зенит тип атала.
Надир төшөнсәһе геометрияла визуалләштереүҙә лә ҡулланыла, орбиталь юлдашҡа ҡарата түбәнгә табан йүнәлтелгән ҡараш[1]. Надир, мәҫәлән, атмосфераны дистанцион тикшереүҙә, шулай уҡ космонавт асыҡ космосҡа сыҡҡан сағында Ергә ҡарап үҙ урынын билдәләй.
Ҡайһы саҡ был һүҙ күсмә мәғәнәлә кешенең күңел торошон, йәки уның профессиональ эшмәкәрлеге сифатын[2]билдәләү өсөн ҡулланыла.
Надир термины шулай уҡ күк есеменең үҙ орбитаһы буйлап хәрәкәт итеүе процесында ул етә алған иң түбән нөктәне билдәләү өсөн файҙаланыла. Мәҫәлән, надир терминын Ҡояш торошон билдәләү өсөн ҡулланырға мөмкин, әммә техник яҡтан ҡарағанда ул быға билдәле бер ваҡытта һәм түбән киңлектәрҙә генә өлгәшә ала.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ The Common Berthing Mechanism (CBM) for International Space Station . Society of Automotive Engineers, Inc. (2001). Дата обращения: 6 апрель 2011. Архивировано 27 июль 2012 года.
- ↑ Тёрнер, Янис. Самая низшая точка британской журналистики, The Times (1 декабрь 2007). (инг.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дагаев М. М. Наблюдения звёздного неба. — 6-е изд. — М.: Наука, Гл. ред. физ.-мат. лит., 1988. — 176 с. — ISBN 5-02-013868-1.