Һеңрән
Һеңрән — Ҡатай төркөмөнә ҡараған башҡорт ҡәбиләһе.
Ырыу составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырыу аралары:
- Айыу;
- Ҡыҙрас;
- Һеңрән.
Этник тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIII быуатҡа тиклем һеңрәндәр боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән аралашып, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында йәшәгән. XIII—XIV быуаттарҙа ҡатай һәм һалйоттар йоғонтоһонда Себер һәм Көнсығыш Себер тарафтарына юлланалар.
XVI—XVII быуаттарҙа улар себер татарҙары власы һәм сәйәси йоғонтоһо аҫтында ҡала.
XVII быуат башында табын башҡорттары менән бергә Тубылдан көнбайышҡа табан далаларҙа Күсемдәрҙең төп терәге булалар. Себер ханлығы ҡолатылғандан һуң ҡәбиләнең ҙур өлөшө себер татарҙары менән көнсығышҡа, Алтайғаса күсенә, ҡалған өлөшө башҡорт этносы составына ҡушыла. XIX быуатта һалйоттар ерендә йәшәйҙәр, ергә аҫабалыҡ хоҡуғы алырға тырышып, үҙҙәрен һалйоттар тип атай башлайҙар.
Б. О. Долгих фаразлауынса, һеңрән ҡәбиләһе «бары ваҡыт үтеү менән төркиләштерелгән боронғо уғыр халҡының вариҫтары» булыуы мөмкин, әммә һеңрәндәрҙең һәм терһәктәрҙең «килеп сығышы буйынса» «төрки телле» булыуҙары ла ихтимал.
П. И. Рычковтың исемлегендә «ерән» йәки «ерән юрты» ырыуҙары Ҡаҙан юлында тип иҫәпләнә. Шулай уҡ сығанаҡтарҙа этнонимдың рус телендә хата менән бирелгән транскрипциялары ла билдләнгән — «зырянцы», «зарянцы» йәки «сырянцы».
Р. Ғ. Кузеевтың яҙмаларына ҡарағанда, һеңрәндәрҙең ата-бабаларының тыуған ере Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы һәм көньяҡ-көнбайыш Урал алды булған, уларҙың ырыуҙаштары унда XX быуат башына тиклем йәшәп, уларҙа боронғо ырыу-ҡәбилә исемен һаҡланған. Миҫал өсөн, Һеңрән ауылының исеме[1] ошо этнонимдан килеп сыҡҡан[2]..
Таралыу территорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙер һеңрәндәр территорияһында Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары урынлашҡан.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- История башкирских родов. Салъют, Терсяк, Сынрян, Бикатин, Сырзы, Шуран. Том 19 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Китап, 2016. — С. 160, 165. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]↑ Хәҙер — Башҡортостандың Илеш районы
- ↑ Әлеге ваҡытта Илеш районы
- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. - С.218.