Эстәлеккә күсергә

Таҙлар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таҙлар
Файл:Тамги тазларцев.png
Тамғалары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: яҡынса 7500 (баһалама)[1]
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Таҙлар (таҙ) — башҡорт ҡәбиләһе.

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының танып һөйләшенә ҡарай[2].

Этнограф Р. Ғ. Кузеев фекеренсә, ҡәбилә атамаһы XII быуат ҡыпсаҡ кенәзе Боняктың энеһе Таҙ исеменән барлыҡҡа килеүе ихтимал[3]. «Таҙ» һүҙе төрки телдәрендә «ялтас, таҡыр, пеләш» тип аңлатыла[4]. «Таҙ» этнонимы шулай уҡ ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, нуғай, төрөкмән, үзбәктәрҙә билдәле[5].

Ж. Ғ. Кейекбаев таҙлар Көньяҡ Уралда иң боронғо ҡәбилә булыуын билдәләп үтә. Әгәр ҙә боронғо грек тарихсыһы Геродот яҙып ҡалдырған аргиппейҙар менән тиңләштергәндә, таҙлар Көньяҡ Уралда беҙҙең эраға тиклем V быуатта уҡ йәшәгән тип әйтергә мөмкин[4]. Фарсы риүәйәттәренә ярашлы, Таҙ «Шаһнамә»лә ҡабул батшаһы Миһрабтың ата-бабаһы булған. Иран сығышлы эфталиттар йәғни «аҡ һундар» сәстәрен ҡырғандар, улар һәм таҙлар ҡәбиләһе араһындағы бәйләнеште һуңғыһының составында «абдал» йәғни «аптал» ырыуы булыуы билдәләй[4].

Р. З. Йәнғужин буйынса, таҙлар этник яҡтан беҙҙең эраның 2‑се мең йыллығы башында Арал диңгеҙе буйына күсеп килгән монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа[5].

«Монголдарҙың хикәйәте»ндә, таҙлар ҡәбиләһе монголдарға буйһонған «урман халыҡтары» араһында телгә алына[6]. Алтын Урҙа хакимлығы осоронда таҙлар ҡәбиләһе табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составында булған. Был ваҡытта уларҙың Эмба һәм Яйыҡ йылғалары араһындағы далаларҙа йәшәүҙәре билдәле[3].

Рукнеддин Бейбарс хәбәр итеүенсә, XIII быуат аҙағында таҙлар Урҙала власть өсөн үҙ-ара барған низағҡа ҡушылып китә, башта улар Туҡта яғында була, ә һуңынан Нуғай ғәскәре яғына сыға[7]. Нуғай тар-мар ителгәс, ҡәбиләнең бер өлөшө төньяҡҡа Башҡортостанға, Урал эргәһенә күсә, бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡ һ.б. ҡәбиләләр составына ҡушылған, ә ҡалғандары табындар менән бергә Уралға һәм Урал аръяғына китеп, ундағы ерҙәрҙә әйле һәм дыуан ҡәбиләләренә күрше йәшәгән[5][7].

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбиләнең ерҙәре Таҙлар улусын барлыҡҡа килтерә, был улус Себер даруғаһы составында теркәлгән. П. И. Рычков Таҙ-Дыуан түбәһен әйле башҡорттары составында теркәй[7].

XVIII быуатта башҡорт ерҙәрен заводтар төҙөү өсөн тартып алғандан һуң, ҡәбилә төньяҡҡараҡ күсергә мәжбүр була. Бында уларҙың бер өлөшө дыуан һәм әйле ҡәбиләһенең ҡаратаулы ырыуы составына ҡушыла. Таҙларҙың икенсе өлөшө Тере Танып йылғаһының урта ағымы буйындағы урманлы төбәктәргә барып урынлашҡан. Тартып алыуҙарҙан һуң, XVIII быуат аҙағында Таҙлар улусы составында 19244 дисәтинә ер ҡала[8].

Һуңыраҡ Таҙлар ҡәбиләһенең ерҙәре Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙе составына керә, ә 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә[9]. 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 5-се (артабан 10-сы, 11-се) башҡорт кантондарына ҡарай[5]. Көнбайышта — йылан, төньяҡта — ирәкте, көнсығышта — танып, көньяҡта — йәлдәк һәм унлар ҡәбиләләре уларға күрше була[10].

Хәҙерге ваҡытта таҙлар ҡәбиләһе вәкилдәре Башҡортостандың Балтас һәм Борай райондарында йәшәй[9].

Тораҡ пункттар[11][12]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Балтас районы Иҫке Ҡарғалы, Сейәтау, Тусыбай, Һәйтәк, Шауъяҙы
Борай районы Варзи, Варзитамаҡ, Иҫке Таҙлар, Йомаҡай, Ҡотлояр, Яңы Ҡарғалы, Яңы Таҙлар