Себер даруғаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Даруғаларға бүленгән Башҡортостан һәм Өфө провинцияһы. Ырымбур губернаһының ланскарталары картаһы. Красильников, 1755 йыл

Себер даруғаһы — XVI быуат аҙағында Өфө өйәҙе, XVIII быуат башында Өфө провинцияһы, 1744 йылда алып Ырымбур губернаһы составына инә. XVII быуат аҙағында төньяҡ-көнбайышта — Көңгөр өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Верхотур һәм Тубыл өйәҙҙәре, көньяҡ-көнсығышта — Ҡаҙаҡ ханлығы, көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көньяҡ-көнбайышта — Ҡаҙан даруғаһы, төньяҡ-көнбайышта Уҫы даруғаһы менән сиктәш була. 1725—1726 йылдарҙа Себер даруғаһы 24 башҡорт улусы һәм 3,7 меңгә яҡын хужалыҡ, 1775 йылда — 10 улус (Дыуан, Ҡара-Табын, Ҡошсо, Мырҙалар, Түбәләҫ, Тырнаҡлы, Һарт, Һунлар, Шайтан-Көҙәй, Әйле) теркәлгән. Өйәҙҙәргә бүлеү сәйәсәте индерелгәс (1781 йылда), Себер даруғаһы биләмәһендә Троицк өйәҙе, Өфө өйәҙенең бер өлөшө, Силәбе өйәҙе, Пермь һәм Тубыл наместниклыҡтарының бер өлөшө булдырыла. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң улар тулыһынса бөтөрөлә.

Себер даруғаһы олоҫтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Әй – Әй буйында һәм Урал аръяғындағы төрлө күлдәр буйында урынлаша; Айыу тауы буйлап тауҙар һәм ҡырҙар; Урал аръяғында иһә киң далалар; Өфө яғында Уралға тиклем һуҙылған арба юлы бар, ә Себер яғынан Урал аръяғы буйлап юл асыҡ ҡалған.
  2. Мәкәтин – Урал аръяғы күлдәре буйында; ҙур ҡырҙар, урмандар аша үтә.
  3. Бала-Ҡатай – Уралдың ике яғы буйлап, йылғалар һәм күлдәр буйында; Уралдан Өфө яғына тауҙар, урмандар, яландар, ә Урал аръяғында ҙур дала, урман; Өфө яғынан Уралға тиклем юл буйына һуҙылған.
  4. Салйоғот (Челжетуцкая) – Урал аръяғында йылғалар һәм күлдәр буйында Ухтузск заводтарына яҡын, баҡыр заводы тирәһендә; ҡырҙар һәм урмандар; Өфө яғынан килгән юлда бар.
  5. Бәкәтин – Урал аръяғында, күлдәр буйында.
  6. Һеңрән – Урал аръяғында күлдәр буйлап; ҙур яландарҙа.
  7. Ҡыуаҡан – Әй һәм Йөрүҙән (Ерезинские) түбәләҫтәрендә һәм Һатҡы йылғаһы буйлап, Урал аръяғында күлдәр буйында; тауҙар, урмандар, ҡырҙар һәм ҙур тауҙарҙа; Өфөнән иһә был тауҙар, урмандар, һаҙлыҡтар аша арба юлы юҡ.
  8. Ҡара-Табын – Ағиҙел һәм Яйыҡ түбәләрендә, ә тап ҡайһы тирәлә икәнлеге Нуғай даруғаһының Ҡара-Табын олоҫон һүрәтләгәндә яҙылған, йорттар бер тирәлә урынлашҡан; Ағиҙел буйлап юл бар, Өфөнән был олоҫҡа тиклем арба менән барып булмай.
  9. Боҫҡор (Бучкур)- Урал аръяғында, күлдәр буйында; ҙур дала, урманда.
  10. Табын – Ҡара-Табын олоҫо урынлашҡан ерҙәрҙә.
  11. Уилар – Ҡариҙел һәм Байҡы йылғалары буйында; урман-ҡырҙар бар.
  12. Һыҙғы – Урал аръяғында, Мейәс йылғаһы һәм күлдәр буйында; ҙур яландар, Ҡариҙел йылғаһы буйлап тауҙар һәм урмандар араһында пристань бар, Өфө өйәҙенең башҡа дин кешеләре һәм Көнгөр өйәҙенең обывателдәре ишкәкле һәм елкәнле ағас караптарға иген тейәп, Өфө ҡалаһына алып килгән; ҡышҡыһын Өфөгә был араны егеүле аттарҙа 5 көн буйына үтһәләр, йәйгеһен арба юлынан ғына йөрөгәндәр[1].

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]