Дыуан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Дыуан
Тамги дуванцев.png
Тамғалары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 40 меңдән ашыу (баһалама)[1]
Рәсәй Рәсәй

Тел

башҡорт

Дин

ислам

Дыуан (Дыуанай) — башҡорт ҡәбиләһе.

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һәм көнсығыш диалектының әй һөйләштәренә ҡарай[2][3].

Этноним[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ж. Ғ. Кейекбаев фаразы буйынса, [а] өнөнөң [у] өнөнә күсеү ҡағиҙәһе нигеҙендә «дыуан» һәм «табын» этнонимдары бер-береһенә тап килә: дауан > табын > дыуан[4]. Р. Ғ. Кузеев фекеренә ярашлы, «дыуан» этнонимы монголдарҙың дурбан (dörben) ҡәбиләһе атамаһынан барлыҡҡа килә: дурман >дурбан > дыуан[5]. Әммә дыуан һәм дурман ҡәбиләләре төрлө сығышлы айырым ҡәүем булғанлыҡтан, «дыуан» һәм «дурман» этнонимдары бер-береһенә тап килмәй. «Дыуан» башҡорт этнонимы Алтын Урҙала һәм ул тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән дәүләттәрҙә (Ҡырым, Себер һәм Ҡазан ханлыҡтарында, Нуғай Урҙаһында) социаль термин булараҡ ҡулланылған. Был социаль термин «диван» ғәрәп һүҙенән барлыҡҡа килгән, ул мосолман илдәрендә башҡарма орган (канцелярия, ведомство) тип аңлатылған[6].

Ә. З. Әсфәндиәров буйынса дыуан-табын ырыуы составының беренсе өлөшө Дыуан антропонимынан, ә Р. Ғ. Кузеев буйынса — «дыуан» этнонимынан барлыҡҡа килгән[5].

Р. Ғ. Кузеев буйынса, «дыуанай» (сығанаҡтарҙа «Дуванейская волость») атамаһы башҡорттарҙың «дыуан» этнонимының урыҫлашҡан формаһы булып тора. Шул уҡ ваҡытта «дыуанай» этнонимы «Дыуан +Әй» (Дыуан-Әй) ике составлы һүҙҙән тора[7].

«Дыуан» этнонимы шулай уҡ ҡаҙаҡтар (джуван), ҡырғыҙҙар (дубан) һәм үзбәктәрҙең (дувана) составында теркәлгән[8].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Риүәйәттәргә ярашлы, дыуандарҙың ата-бабаһы Ҡормый «Алтайҙан», «Иртыштан», «көньяҡтан», «Мәккә яғынан» килгән һәм башта Ыҡ йылғаһы буйында, артабан Ағиҙел йылғаһы буйында, һәм һуңынан 13 улы менән Әй йылғаһы үҙәненә килеп төйәкләнгән[5]. Дыуан-әйле ырыуы шәжәрәһе буйынса, ҡәбиләнең ата-бабаһы Майҡы бейҙең энеһе йәки Юлбуға, ә уларҙың атаһы Субра булған. Башҡа шәжәрә буйынса Юлбуға табындарҙың һәм уларҙан айырылып сыҡҡан балыҡсы, ирәкте, ҡаҙансы, ҡайпан һәм танып ырыуҙарының боронғо ата-бабаһы Майҡы бейҙең улы тип күрһәтелә[9]. Әммә табын шәжәрәләрендә Майҡы бейҙең атаһы тип Төмән бей иҫәпләнә, ә Юлбуға бөтөнләй телгә алынмай. Был факт һәм шулай уҡ этнография материалдары дыуан һәм табын ҡәбиләләренең туғандаш, ләкин айырым берләшмәләр икәнен дәлилләй. Тарихтарының тәүге этаптарында башҡорттарҙың табын, дыуан, ирәкте, балыҡсы, танып, ҡаҙансы һәм ҡайпан ҡәбиләләренең ата-бабалары этник яҡтан туған булған төркөмдө тәшкил иткән. Шулай итеп, дыуандар башҡорт табындары араһында айырым ырыу булы ойошҡан[10].

М. И. Өмөтбаев буйынса, Майҡы бей «Ҡырым һәм Кубань яр буйҙарын ҡалдырып, Кубань һәм Волга һыуҙарын үтеп, Яйыҡ тамағына барып етә». Унан Яйыҡ буйлап үргә күтәрелә һәм «Яйыҡтың үрге ағымынан Тубыл һәм Иртышҡа тиклем ерҙәрҙе биләп, оло хан булып китә». Шулай уҡ Өмөтбаев буйынса, меңлеләр Ағиҙел буйына килгән табындарға төньяҡта Йыуалыкүлдең[11] Ағиҙелгә ҡойған урындан һәм Аҡбирҙе тауынан көньяҡта Көгәнәк йылғаһының тамағына ҡәҙәр ер бүлеп биргәндәр. Был улусҡа Кесе (Күрпәс) Табын атамаһы бирелә, артабан Кесе Табындан бер нисә айырым аймаҡ барлыҡҡа килә — Төкөн-Табын, Кәлсер-Табын, Ҡумрыҡ-Табын, Бишул-Табын, Йомран-Табын һәм Дыуан-Табын[12]. Дыуандарҙың бер өлөшө Урал аръяғында, Әй йылғаһы үҙәнендә төйәкләнә һәм әйле башҡорттары төркөмөнә инеп Дыуан-Әйле аймағын барлыҡҡа килтерә. Дыуан-әйлеләрҙең бер өлөшө Ағиҙел һәм Сәрмәсән йылғалары бассейнына барып урынлаша. Һуңыраҡ был ерҙәр Ҡазан даруғаһының Дыуан (Юхнев, П. И. Рычков, В. А. Урусов) йәғни Дыуанай (Ф. Жилин, И. Кирилов, П. И. Панин) улусы булараҡ теркәлә[13].

Bashkirs clans.jpg

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, дыуан башҡорттары ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаусы грамоталарын алалар. Себер хандарына буйһонған дыуан-әйлеләр XVII быуат башында Рус дәүләте составына инә[14].

1725 йылда Көңгөр бургомистры Юхнев Башҡортостанда Ҡазан даруғаһының Дыуан улусын һәм Нуғай даруғаһының Дыуан-Табын улусын телгә алған. XVIII быуатта П. И. Рычков Себер даруғаһының Әйле улусы составында Дыуан һәм Таҙ-Дыуан аймағын һәм Көҙәй улусы составында Дыуан-Көҙәй аймағын, Ҡазан даруғаһында айырым Дыуан улусын[15] теркәй[16].

Генераль ер межеваниеһы һөҙөмтәләре буйынса, XIX быуат башына ҡарай Дыуан улусы (рус. Дуванская волость) составында — 184172[17], Дыуанай улусында (рус. Дуванейская волость) — 131431[18], Дыуан-Табын улусында (рус. Дуван-Табынская волость) — 74099 дисәтинә ер була[19]. ХVII быуат документтарының береһендә Дыуанай улусының сиктәре күрһәтелгән[20][21]. Дыуанай улусы дүрт түбәнән торған: Ишәй, Әзей, Рәсмәкәй һәм Баҡай. ХVIII быуат башында шулай уҡ Йылҡысы түбәһе билдәле булған. Дыуанай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен рәсми рәүештә раҫлаусы 7152 (1643—1644 йй.), 7185 (1676—1677 йй.) йй. батша грамоталарын, 1704 йылдың 18 февралендәге һаҡлаусы грамота алалар[22].

Дыуандар башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнашалар. 1662—1664 йылдарҙағы ихтилал осоронда, себер хандарының Күсем нәҫеле вәкилдәренең береһе хан улы Көсөк Башҡортостан ханы тип иғлан ителә. 1662 йылдың июлендә баш күтәреүселәр Сылва йылғаһы буйындағы урыҫ торамаларын (разоряли) һәм Көңгөрҙө баҫып ала, Урал аръяғында бер нисә биҫтәләрҙе, острогтарҙы һәм монастырҙарҙы яғалар. Уралдың көнбайышында улар Архангельское ауылын (хәҙерге Бөрө ҡалаһын), Саллы острогын баҫып алалар, Минзәлә һәм Өфө ҡалаларын ҡамайҙар. Алдар Иҫәкәев һәм Күсем Түләкәев етәкселегендәге 1704—1711 йылдарҙағы ихтилал киң таралыу ала, уның барышында башҡорттар хан һайлайҙар һәм Ҡазанға тиклем барып етәләр. 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдары барышында етәкселәренең береһе дыуан башҡорто Мәндәр Ҡарабаев булған. 1737 йылда Себер даруғаһы Дыуан улусының старшинаһы Мәндәр Ҡарабаев 1500 кешенән торған отряд йыя. Шул уҡ йылдың июлендә Төлкөсура Алдағолов, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мәндәр Ҡарабаев һ.б. етәкселегедәге 6300 башҡорт баш күтәреүселәре Урал аръяғындағы ҡәлғәләргә һәм биҫтәләргә һөжүм итә. Артабан Төлкөсура Алдағолов һәм Мәндәр Ҡарабаевтың улы Мәүлит етәкселегендәге отряд Өфөгә йүнәлә. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында, дыуан башҡорттары араһынан сыҡҡан ике пугачев полковнигы була: Ишмән Итҡолов һәм Миҙәт Миңдиәров. Ишмән Итҡолов (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Ҡыҙылбай ауылынан) Салауат Юлаевтың иң яҡын көрәштәштәренең береһе булған, Көңгөр һәм Красноуфимск араһында хәрәкәт итеүсе баш күтәреүселәр отряды менән етәкселек итә, 1774 йылдың 19 февралендә Красноуфимск янындағы алышта һәләк була. Дыуан улусы старшинаһы Миҙәт Миңдиәров (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы Миҙәт ауылынан) Е. И. Пугачёвтан полковник дәрәжәһен ала[23].

Дыуан башҡорттары Рус дәүләте ғәскәре составында күп кенә һуғыштарҙа, Ете йыллыҡ һуғышта, 1771—1773 йылдарҙағы Польша походында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм башҡаларҙа ҡатнашалар. Дыуанай башҡорттарынан сыҡҡан 4-се башҡорт полкының командиры поход старшинаһы Аҫылғужа Бакиров (Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы Үрнәк (Ҡаракөсөк) ауылынан) үҙенең командаһы менән Дрезден эргәһендәге һ.б. алыштарҙа ҡатнашҡан һәм күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 1813 йылдың 27 декабрендә III дәрәжәләге Изге Анна ордены менән бүләкләнә. Ошо уҡ орден менән хорунжий Оморҙаҡ Ишдәүләт улы Абразаҡов һәм полк командиры вазифаһын башҡарыусы Ҡаранай Искәндәров бүләкләнә. Аҫылғужа Бакировтың командаһы Парижға барып етә, подпоручик дәрәжәһен алыуға тиклем хеҙмәт итә. 1823 йылда Бакировҡа һәм уның улдарына дворянлыҡ хоҡуғы бирелә[24].

Һуңыраҡ Дыуан улусы ерҙәре Ырымбур губернаһының Бәләбәй, Бөрө, Златоуст һәм Өфө өйәҙҙәре составына керә, ә 1865 йылда был өйәҙҙәр Өфө губернаһына инә. 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда, Дыуан улусы — 4-се, 4-се Загорный (һуңынан 4-се), 4-се Көнбайыш (5-се), 7-се (8-се, 9-сы) һәм 8-се (7-се, 9-сы); ә Дыуанай улусы — 7-се (8-се, 9-сы), 5-се (10-сы, 11-се) һәм 10-сы (12-се, 13-сө) башҡорт кантондарына ҡарай[25][26].

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дыуан (Дыуанай) ҡәбиләһе башҡорттарының аҫаба ерҙәре (Дыуанай улусы) Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә — Бөрө, Бәләбәй һәм Өфө өйәҙҙәренең сигендә, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар, Кушнаренко һәм Саҡмағош райондары биләмәләрендә урынлашҡан. Дыуанайҙарға көнбайыштан — йылан, төньяҡ-көнбайыштан — йәлдәк, ә көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан — ҡаңлы ҡәбиләләре уларға күрше була. Дыуан-Әйлеләр Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Әй йылғаһы үҙәнендә һәм уның Оло Ыйыҡ, Ҡыйғы, Ыйыҡ, ҡушылдыҡтарының түбәнге ағымында төйәкләнгәндәр. Хәҙерге ваҡытта был ерҙәр Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондары биләмәләрендә урынлашҡан. Дыуан-Әйлеләргә көнбайыштан — унлар, төньяҡ-көнбайыштан — балыҡсы, төньяҡтан — ҡошсо һәм өпәй, көнсығыштан — ҡатай, ә көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан — мырҙалар, сарт һәм әйле ҡәбиләләре уларға күрше була[22].

Тораҡ пункттар[27][28]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Благовар районы Исмәғил, Иҫке Күсәрбай (Күсәрбай), Әхмәт
Балаҡатай районы Миҙәт (Сәпәш), Яңыбай
Кушнаренко районы Байталлы, Баҡай, Иҫке Йомран, Ҡупай, Монас (Мәрженгүл, Сукол), Мәүлет, Рәсмәкәй, Талбаҙы, Тартыш (Шыршы-Тартыш, Шырыш-Тартыш), Түбәнге Сәйет, Үрге Сәйет
Ҡыйғы районы Абзай, Айғыръял, Алағуҙ (Ҡабыл), Йосоп, Мәсәк
Мәсетле районы Аҙанғол (Аҙнағол), Аҡҡын, Бурансы, Ғүмәр, Дыуан-Мәсетле, Исмәғил, Иҫке Мишәр, Көршәле (Апшан), Ҡаранай, Тайыш (Мушнак), Төрөпкилде, Туҡбай, Яңы Мишәр, Ясин (Мортаза, Иҫәнбай), Яуыш
Саҡмағош районы Аблай, Бәшир (Иҫке Бәшир), Иҫке Биккенә, Иҫке Ихсан, Иҫке Ҡалмаш, Киндеркүл (Ҡандракүл), Күсәкәй, Ҡалмашбаш, Рапат, Саҡмағош, Үрнәк (Ҡаракөсөк), Яңы Йомран (Ҡалмыштамаҡ), Яңы Ҡалмаш, Яңы Рәсмәкәй (Яңы Ураҙмәкәй)

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. История башкирских родов, 2016, с. 109
  2. История башкирских родов, 2016, с. 46—54
  3. Шәкүров Р. З. Башҡорт диалектологияһы — Өфө: Китап, 2012. — Б. 47, 146. — 240 б. — ISBN 978-5-295-05479-2. (баш.)
  4. Кузеев Р. Г., 2010, с. 204
  5. 5,0 5,1 5,2 История башкирских родов, 2016, с. 15
  6. История башкирских родов, 2016, с. 16
  7. История башкирских родов, 2016, с. 23
  8. Кузеев Р. Г., 2010, с. 289
  9. История башкирских родов, 2016, с. 40
  10. История башкирских родов, 2016, с. 17—19
  11. Хәҙерге Башҡортсотан Републикаһы Иглин районы Аҡбирҙе ауылы тирәһе
  12. История башкирских родов, 2016, с. 21–22
  13. История башкирских родов, 2016, с. 23–22
  14. История башкирских родов, 2016, с. 25–26
  15. Ҡазан даруғаһының Дыуан улусы составында П. И. Рычков Дыуанай, Әзей-Дыуанай, Рәсмәкәй, Баҡай, Талбаҙы аймаҡтарын (йәки түбәләрен) теркәй. Һанап үтелгән атамалар Башҡортостан Республикаһы Благовещен һәм Кушнаренко райондары топонимияһында осрай: Рәсмәкәй, Баҡай, Талбаҙы, Удельно-Дыуанай.
  16. История башкирских родов, 2016, с. 14
  17. Асфандияров А. З., 2009, с. 537
  18. Асфандияров А. З., 2009, с. 377
  19. Асфандияров А. З., 2009, с. 171
  20. }}
  21. 22,0 22,1 История башкирских родов, 2016, с. 82—83
  22. История башкирских родов, 2016, с. 26–40
  23. История башкирских родов, 2016, с. 41—45
  24. Йәнғужин Р. З. Дыуан // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  25. Йәнғужин Р. З. Дыуанай // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  26. Асфандияров А. З., 2009
  27. История башкирских родов, 2016, с. 82—112
  28. История башкирских родов, 2016, с. 120—125

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
  • История башкирских родов. Дуван. Том 16 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — 688 б. — ISBN 978-5-85051-000-0. (рус.)
  • Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 б. — ISBN 5-295-02551-3.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения — М.: Наука, 1974. — 572 б. (рус.)
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. — 2-е изд., доп. — Уфа: ДизайнПолиграф-Сервис, 2010. — 560 б. — ISBN 978-5-94423-212-0.  (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]