Алдар
Алдар Иҫәкәев | |
Ҡушаматы |
Алдар-батыр |
---|---|
Тыуған урыны |
Бөрйән улусы, Нуғай даруғаһы (хәҙерге Баймаҡ районы) |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
Минзәлә, Ҡазан даруғаһы (хәҙерге Минзәлә районы) |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби алыш/һуғыш |
Икенсе Азов походы 1696 йылы,Башҡорт ихтилалы (1704—1711), Башҡорт ихтилалы (1735—1740) |
Алдар (Алдар Иҫәкәев, Алдар Иҫәнгилдин; билдәһеҙ[1] — 18 май 1740) — башҡорт тарханы, 1695—1696 йылдарҙа Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашып батша Пётр I ҡулынан дәүләт наградаһы һәм грамота алған яугир, Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыуҙа илгә ҙур хеҙмәт күрһәтеүсе күп телдәр белеүсе дипломат, илсе.
Рус батшалығы халыҡты рәхимһеҙ иҙә, ҡыҫа башлағас, батшаларға ҡаршы халыҡты яуға күтәргән ихтилал етәксеһе. Бөрйән ырыуының башлығы, 1730-сы йылдар уртаһынан — Нуғай даруғаһы Бөрйән ырыуы-улусының старшинаһы.
Алдар батыр — исеме йырҙарҙа йырланған, легенда-риүәйәттәрҙә данланған, тарихи сығанаҡтарҙа урын алған легендар шәхес.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алдар (Алдарбай) Иҫәкәевтың тыуыу ваҡыты аныҡ билдәле түгел. Фараз буйынса, яҡынса 1660-сы йылдар уртаһында Ҡана йылғаһы буйында урынлашҡан ауылда (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Әтек ауылы янында) тыуған. Нәҫел буйынса тархан: ҡартҡартатаһы Байһары, Ҡадирбәк Байбәхтин (яҡынса 1646 йылда үлгән) һәм атаһы Иҫәкәй Ҡадирбәков тархан титулына эйә булғандар. Ә. З. Әсфәндиәров буйынса, атаһы Иҫәкәй Ҡадирбәков 1681—1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан[2].
Батша Пётр I бүләк ителгән Ырғыҙ йылғаһы буйында (Яҡшымбәт Йәнтикәев менән бергә), бынан тыш Торғай йылғаһының тамағында (хәҙерге Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһе), Табын ҡәлғәһе янында шәхси ерҙәре булған[3][4][5].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Батырҙың тыуған ауылы Бөрйән районы Әтек ауылында батырға һәйкәл ҡуйылды. Рәсеме. 2013 йылдың 9 апрель көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ XVII быуаттың 70-се йылдары тип фаразлана
- ↑ Башкирские тарханы, 2006, с. 85
- ↑ Башкортостан и Казахстан, 2006, с. 71
- ↑ Башкирско-казахские отношения в XVIII веке, 2009, с. 238
- ↑ Асфандияров А. З., 2009, с. 707
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асфандияров А. 3. Башкирские тарханы. — Уфа: Китап, 2006. — С. 81—88. — 160 с. — ISBN 5-295-03700-2.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Таймасов С. У. Башкортостан и Казахстан в период становления Оренбургской губернии. — Стерлитамак, 2006. — 246 с.
- Таймасов С. У. Башкирско-казахские отношения в XVIII веке. — М.: Наука, 2009. — 344 с. — ISBN 978-5-02-037567-3.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аҡманов И. Ғ. Алдар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Алдар Исекеев // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Башкирские тарханы 2013 йылдың 9 декабрь көнөндә архивланған.
- Бөрйән районы Әтек ауылы сайты. 2013 йылдың 9 апрель көнөндә архивланған.