Морат
Морат Солтан | |
Үлгән ваҡыты | |
---|---|
Вафат урыны | |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хәрби алыш/һуғыш |
Морат Солтан (Морат, Морат Көсөков; ?—1708) — 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морат Солтан сығышы менән Өфө өйәҙе башҡорттарынан[1].
1706 йылдың йәйендә баш күтәреүсе башҡорт вәкилдәренең етәксеһе булған Моратҡа Рәсәй хөкүмәтенә ҡаршы бергәләп көрәшеү өсөн, Төньяҡ Кавказ халыҡтары менән бәйләнеш булдырыу бурысы ҡуйыла.
1707 йылдың июль аҙағында Морат Солтан Ҡырым ханлығындағы һәм Ғосман империяһындағы башҡорт илселеген етәкләй, был һөйләшеүҙең маҡсаты: һуңғыларынан хәрби ярҙам һорау. Ҡырым ханы был мәсьәләне үҙ аллы хәл итә алмай һәм уларҙы Истанбулға Ғосман солтанына ебәрә. Төрөк солтаны илселәргә аудиенция бирә, әммә баш күтәреүселәргә ярҙам итеүгә ҡаршы төшә[2].
Төньяҡ Кавказ халыҡтары менән һөйләшеү уңышлы тамамлана. Башҡорт солтаны титулы аҫтында Морат бында әүҙем эшмәкәрлек йәйелдереп ебәрә. 1707 йылдың аҙағында — 1708 йылдың башында Төньяҡ Кавказда ихтилал күтәреүгә өлгәшә. Баш күтәреүселәр хәрәкәтендә аҡһайҙарҙың берләшкән отрядтары, башҡорттар, ҡумыҡтар, нуғайҙар, чечендар, ҡасҡын казактар һ.б. ҡатнаша.
1708 йылдың февралендә Морат Солтан Әстерхән өйәҙе Терский ҡаласығын ҡамай һәм штурм менән етәкселек итә. Әстрәхан воеводаһы П. М. Апраксин командалығы аҫтындағы батша ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта Морат йәрәхәтләнә һәм пленға эләгә. Төрлө ғазаплауҙарға дусар була һәм язалап үлтерелә.
Морат Солтандың исеме ҡалмыҡ тайшиһы Әйүкә хан Пехлеван Кулыбай докладында телгә алына:
«Иштәктәр ырыуы[3] (Башҡорттарҙың) бөтәһе лә мосолман булып, әлеге көндәргә ҡәҙәр Мәскәү иҙеүе аҫтында иҫәпләнделәр. Һуңғы ваҡыттарҙа улар үҙҙәрен көслө тип таныйҙар, һәм уларҙың иштәк ырыуынан булған (Морат Солтан) тигән солтаны Иҙел (Волга) ярында урынлашҡан „Терек“ (Терский ҡалаһы) тигән исем менән танылған ҡалаға әллә ни ҙур булмаған ғәскәре менән һөжүм итә. Мөмкинселектән файҙаланып, ул әлеге ҡәлғәнең тыш яғын яулап ала. Әммә яҙмыш уға йөҙө менән боролмай. Ҡәлғәнең эске өлөшөн дә ҡулға төшөрөргә өмөтләнгән Морат пленға төшә, һәм әлеге солтанды Мәскәү батшаһы язалаттыра…»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой пол. XVIII в. Свердловск, 1991.
- Алеврас Н. Н., Конюченко А. И. История Урала. XI — XVIII века. — Челябинск: Южно-уральское книжное издательство, 2000. — 280 с. — ISBN 5-7688-0771-3.
- Бииш А. Натиск колонизации. Восстание 1704—1711 гг.//История башкирского народа и его борьба за свободу. 2014 йыл 11 март архивланған.
- Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. Уфа, 1995.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН.. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Икенсе сығанаҡтар буйынса, уның нәҫеле Себер хандарынан булған Күсем ханға барып тоташа
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН.. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 128—129. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- ↑ . Ҡалмыҡтар һәм ҡайһы бер башҡа халыҡтар башҡорттарҙы Иштәк (этноним)), тип йөрөткәндәр.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡманов И. Ғ. Морат // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.