Эстәлеккә күсергә

Ғосман империяһы

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғоҫман империяһы

دوله عثمانیه عالیه


Devlet-i Âliyye-i Osmâniyye
Ғосман империяһы байрағы Ғосман империяһы гербы
Ғосман империяһы байрағы Ғосман империяһы гербы

Девиз: «ғосм. دولت ابد مدت‎ — Devlet-i Ebed-müddet
«Мәңгелек дәүләт»[1]»

Гимн: Ғосман империяһы гимны[en]

Ғосман империяһы 1683 йылда
Ғосман империяһы 1683 йылда

 
 
 
1299 — 1922
Баш ҡала

Сүйет (1299—1329)
Борса (1329—1365)
Әдирнә, Әдирнә (провинция) (1365—1453)
Истанбул (1453—1922)

Телдәр

ғосман теле һ.б.

Дин

ислам

Аҡса берәмеге

аҡса, куруш, ғосман лираһы

Майҙаны

5 200 000[2] км² (1683 год)

Халҡы

35 350 000 кеше (1856 йыл)
(донъя халҡының 2,6 %)

Идара итеү формаһы

абсолют монархия (1908 йылға тиклем) дуалистик монархия (1908 йылдан)

Династия

Ғосмандар

Преемственность

← Конья солтанлығы

Төркиә →

Предшественники и преемники
 Ғосман империяһы Викимилектә

Ғосман империяһы (ғосм. دولت عالیه عثمانیه‎ — Devlet-i Âliyye-i Osmâniyye[3], Дәүләте Ғәлиәэ Ғосмания), шулай уҡ Оттома́н империяһы, Оттома́н По́ртаһы йәки По́рта[4]  — 1299 йылда Ғосман I етәкселегендә төрки ҡәбиләләр тарафынан төньяҡ-көнбайыш Анатолияла ойошторолған дәүләт[5]. 1453 йылда Константинополь ҡолатылғандан һуң Ғосман дәүләте империя тип йөрөтөлә башлай. Константинополдең ҡолауы төрөк дәүләтселеген үҫтереүҙә мөһим ваҡиға була, сөнки 1453 йылғы еңеүҙән һуң Ғосман империяһы Европала нығына. Ғосман династияһының хакимлығы 623 йыл, 1299 йылдың 27 июленән[6][прим. 1] 1922 йылдың 1 ноябренә тиклем, монархия юҡҡа сығарылғансы дауам итә.

XVI—XVII быуаттарҙа Ғосман империяһы айырыуса Күркәм Сөләймән дәүерендә ҡеүәтлегә әйләнә. Ул осорҙа Ғосман империяһы Изге Рим империяһының көньяҡ сигенән төньяҡта Речь Посполитағаса, көньяҡта Йәмәнгә һәм Эритреяға, көнбайышта Алжирға, көнсығышта Каспий диңгеҙенә тиклем йәйрәп ятҡан күп милләтле, күп телле көслө дәүләт була[7]. Көньяҡ-Көнсығыш Европаның ҙур өлөшө, Көнбайыш Азия һәм Төньяҡ Африка уның хакимлығы аҫтында була[8]. XVII быуат башында империя 32 провинциянан һәм күп һанлы вассал дәүләттәрҙән тора, уларҙың ҡайһылары һуңынан буйһондорола, ҡайһыларына автономия бирелә[прим. 2][9].

Империяның баш ҡалаһы Константинополь (хәҙерге Истанбул) була. Империя Урта диңгеҙ бассейнын үҙ ҡарамағында тота. Ғосман империяһы 6 быуат буйы Европа менән Шәреҡ илдәрен бәйләүсе булып тора.

Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесе халыҡ-ара танылыу алғас, 1923 йылдың 29 октябрендә Лозанна солох договорына (1923 й., 24 июль) ҡул ҡуйғандан һуң, Ғосман империяһының вариҫы булған Төркиә Республикаһы иғлан ителә. 1924 йылдың 3 мартында Осман хәлифәте тулыһынса юҡ ителә. Уның вәкәләттәре һәм бурыстары Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесенә тапшырыла[10].

Атамаһының килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғосман телендәге атамаһы — Devlet-i ʿAliyye-yi ʿOsmâniyye[3](دَوْلَتِ عَلِيّهٔ عُثمَانِیّه), йә — Osmanlı Devleti (عثمانلى دولتى)[прим. 3]. Көнбайышта «Ғосман» һәм «Төркиә» атамалары империя осоронда тиң ҡулланылышта йөрөй. 1920—1923 йылдарҙа Төркиәнең берҙәм рәсми атамаһы барлыҡҡа килгәс, «Ғосман» атамаһы яңы Төркиә өсөн ҡулланылыуҙан туҡтай.

Ғосман империяһы барлыҡҡа килеү (1299—1453)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәлжүктәрҙең (ғосмандарҙың ата-бабаһы) Кония (Рум) солтанлығы тарҡалғандан һуң, 1300-сө йылдарҙа Анатолия бер нисә бейлеккә бүленә. 1300 йылға көсһөҙләнгән Византия империяһы Анатолиялағы ерҙәренең күбеһен (10 бейлек биләмәһен) юғалта. Бер бейлек Әртуғрулдың улы Ғосман I (1258[11]—1326) идараһы аҫтында була, көнбайыш Анатолиялағы Эскишәһәр ҡалаһы уның баш ҡалаһы була. Ғосман I бейлегенең биләмәләрен киңәйтә башлай, яйлап ҡына Византия империяһы сиктәренә шыла. Ғосман хөкүмәте ойошторола. Империяны киңәйтеү өсөн был бик мөһим була. Хөкүмәт ҡулланған социаль-сәйәси ҡоролошта дини һәм этник әҙселектәр үҙәк властан тулы бойондороҡһоҙлоҡта була. Дини түҙемселлектәре арҡаһында төрөктәр яңы биләмәләр яулағанда ҙур ҡаршылыҡтарға осрамай[12]. Ғосман I үҙенең маҡсаттарын тормошҡа ашырыусыларҙың бөтәһенә лә ыңғай мөнәсәбәт күрһәтә.

Ғосман I-нең вафатынан һуң Ғосман империяһының хакимлығы Көнсығыш Урта диңгеҙ буйына һәм Балҡанға тарала. 1324 йылда Ғосман I-нең улы Орхан Бурсаны яулап ала һәм уны Ғосман дәүләтенең баш ҡалаһы итә. Бурсанан яҙыу Византияның Төньяҡ-Көнбайыш Анатолия өҫтөнән контролде юғалтыуын аңлата. 1352 йылда ғосмандар, Дарданелла аша сығып, беренсе тапҡыр Европа еренә үҙ аллы аяҡ баҫа, стратегик яҡтан әһәмиәтле Цимпа ҡәлғәһен ала. Христиан дәүләттәре, берләшә һалып, төрөктәрҙе Европанан ҡыуып сығарырлыҡ мәлде ҡулдан ысҡындыра, ә бер нисә тиҫтә йылдан, Византиялағы үҙ-ара ыҙғыштарҙан, Болгар батшалығының тарҡаулығынан файҙаланып, ғосмандар Фракияның ҙур өлөшөн ҡулға төшөрә. 1387 йылда, ҡамап тороп, төрөктәр Константинополдән генә ҡалышып, империялағы иң ҙур ҡала һаналған Салоникиҙы ала. Ғосмандарҙың 1389 йылда Косово эргәһендәге алышта еңеүе был төбәктә сербтарҙың хакимлығына нөктә ҡуя һәм Европаға артабан үтеп инеү мөмкинлеген нығыта. 1396 йылда Никополь эргәһендәге яу Урта быуаттарҙа ғосман төрөктәренең Европаға инеүен туҡтата алмаған иң һуңғы ҙур тәре походы булып тора. Балҡанда ғосман биләмәләрен киңәйтеү менән бергә, төрөктәр өсөн Константинополде яулау иң мөһим бурысҡа әйләнә. Ғосман империяһы йөҙҙәрсә километр һуҙымында элекке Византия ерҙәрен контролдә тота. Азия төпкөлөнән тағы бер Урта Азия хакимы Аҡһаҡ Тимерҙең бәреп инеүе һәм 1402 йылда Ангор яуында еңеүе генә көсөргәнеште бер аҙ кәметә. Ул солтан Баязит I-нең үҙен әсир ала. Төрөк солтанының әсирлеккә эләгеүе ғосман ғәскәренең тарҡалыуына килтерә. Ғосман Төркиәһендә 1402 йылдан 1413 йылға тиклем хакимһыҙлыҡ хөкөм һөрә. Был уңайлы мәл дә ысҡындырыла — Византия, Болгар батшалығы һәм таралып барған Серб короллеге араһында үҙ-ара ыҙғыштар туҡтамай. Хакимһыҙлыҡ дәүере солтан Мәхмәт I-нең тәхеткә ултырыуы менән тамамлана.

Балҡандағы ғосман биләмәләренең бер өлөшө 1402 йылдан һуң юғалтыла (Салоники, Македония, Косово һ. б.), ләкин 1430—1450 йылдарҙа Морат II тарафынан ҡайтанан алына. 1444 йылдың 10 ноябрендә Морат II, һан буйынса өҫтөнлөгөнән файҙаланып, Варна эргәһендәге һуғышта Владислав III-нөң, Янош Хуньядиҙың берләшкән венгр, поляк һәм валах ғәскәрҙәрен ҡыйрата[13][14]. Дүрт йылдан, 1448 йылда Косово яланында булған икенсе алышта, Морат II Янош Хуньядиҙың серб-венгр-валах ғәскәрен тар-мар итә.

Ғосман империяһының үҫеше (1453—1683)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яулап алыуҙар һәм апогей (1453—1566)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ғосман ғәскәре 1453 йылда Константинополде алғанға тиклем, Молдовица монастыры

Морат II-нең улы Мәхмәт II төрөк дәүләтен һәм ғәскәрен үҙгәртеп ҡора. Оҙайлы әҙерлектән һәм ике айлыҡ ҡамауҙан һуң 1423 йылдың 29 майында солтан Византияның баш ҡалаһы Константинополде ала. Мәхмәт II күп йыллыҡ православие үҙәген юҡ итә.

XV—XVI быуаттар Ғосман империяһының үҫеш йылдары була. Империя солтандарҙың аҡыллы сәйәси һәм иҡтисади идараһы аҫтында уңышлы үҫә. Иҡтисад алға китә, сөнки ғосмандар Европа менән Азия араһындағы төп ҡоро ер һәм диңгеҙ сауҙа юлдарына хужа була[15][прим. 4].

Солтан Сәлим I, 1514 йылда Чалдыран яуында Сәфәүиҙәрҙе еңеп, Ғосман империяһы биләмәләрен көнсығышҡа һәм көньяҡҡа ҡарай үҫтерә[16][17]. Сәлим I мәмлүктәрҙе еңә һәм Мысырҙы яулай. Ошо мәлдән империяның хәрби диңгеҙ флоты Ҡыҙыл диңгеҙгә сыға. Төрөктәр Мысырҙы алғандан һуң Португал һәм Ғосман империялары араһында был төбәктә өҫтөнлөк итеү өсөн ярыш башлана.

Мохач янындағы яу, 1526

1521 йылда Күркәм Сөләймән Белградты ала һәм ғосман-венгр һуғыштары барышында көньяҡ һәм үҙәк Венгрияны үҙенә ҡуша[18][19]. 1526 йылғы Мохач яуынан һуң ул бөтә Венгрияны Көнсығыш Венгрия Короллеге менән Көнбайыш Венгрия Короллегенә бүлә. Ул шулай уҡ Европалағы биләмәләргә солтан вәкилдәрен ҡуя. 1529 йылда Венаға һөжүм итеп, ныҡлы ҡаршылыҡҡа осрай[20]. 1532 йылда Венаны тағы ҡамай, ләкин Кёсег өсөн алышта ҡыйратыла[21][22][23]. Трансильвания, Валахия һәм өлөшләтә Молдавия вассал кенәзлектәр булып ҡала. Көнсығышта төрөктәр 1535 йылда Бағдадты ала, Месопотамияны һәм Фарсы ҡултығына сығыу юлын буйһондора.

Франция һәм Ғосман империяһы Габсбургтарға ҡарата дошмансыллыҡ нигеҙендә союздашҡа әйләнә. 1543 йылда француз-ғосман ғәскәре Хәйр-әд-дин Барбаросса менән Турғут рәйес етәкселегендә Ниццаны еңә, 1553 йылда Корсикаға бәреп инә һәм бер нисә йылдан яулай[24]. Бындай еңеүҙәрҙән һуң Габсбургтар короле Фердинанд I 1547 йылда ғосман төрөктәренең Венгрия өҫтөнән власын танырға мәжбүр була.

Сөләймән I-нең ғүмер һуңында Ғосман империяһы халҡы 15 000 000 кеше иҫәпләнә[25]. Ғосман флоты Урта диңгеҙҙең ҙур өлөшөн үҙ контролендә тота[26]. Был ваҡытҡа Ғосман империяһы дәүләт ҡоролошонда ҙур уңышҡа өлгәшә, Көнбайыш Европала уны хатта Рим империяһы менән сағыштыралар.

Фетнәләр һәм яңырыу (1566—1683)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сигетвар яуында Ғосман ғәскәрҙәрен һәм ҡырым татарҙарының алғы отрядын һүрәтләгән ғосман миниатюраһы
Ғосман империяһы, 1299—1683

Үткән быуаттың көслө хәрби һәм бюрократик структуралары ихтыярһыҙ солтандар хакимлығы осоронда йомшара. Төрөктәр яйлап хәрби эштә европалыларҙан ҡалыша бара. Шулай ҙа Ғосман империяһы 1863 йылда Вена өсөн алышта ҡыйратылғанға тиклем төп баҫып алыусы держава булып ҡалыуын дауам итә.

Азияға яңы диңгеҙ юлдарын асыу европалыларға Ғосман империяһы монополияһынан ҡотолорға ярҙам итә. 1488 йылда португалдар Изге Өмөт моронон асҡас, XV быуат буйына Һинд океанында ғосман-португал бәрелештәре булғылап тора. Яңы Донъянан испандарҙың көмөштө күпләп ташыуы Ғосман империяһы валютаһының арзанайыуына һәм йүгәнһеҙ инфляцияға килтерә.

Яуыз Иван осоронда Мәскәү батшалығы Волга буйын баҫып ала һәм Каспий диңгеҙендә нығына. 1571 йылда Ҡырым ханы Дәүләт I Гәрәй Ғосман империяһы ярҙамы менән Мәскәүҙе яндыра[27]. Ләкин 1572 йылда ҡырым татарҙары Молоди ауылы эргәһендәге яуҙа еңелә. Ҡырым ханлығы, татар-монголдарҙың урыҫ ерҙәренә барымталарына ҡушылып, Русҡа һөжүмдәрен дауам итә [28] һәм Көнсығыш Европа XVII быуат аҙағына тиклем ҡырым татарҙары йоғонтоһо аҫтында була[29].

1571 йылда Изге лига ғәскәрҙәре Лепанто янындағы диңгеҙ алышында төрөктәрҙе еңә. Төрөктәр күп кешеһен юғалта, флотына ла бер аҙ зыян килә[30]. Ғосман флотының ҡеүәте аяҡҡа баҫтырыла, 1573 йылда Порта Венецияны солох килешеүенә ҡул ҡуйырға күндерә[31]. Ошо сәбәпле төрөктәр Төньяҡ Африкала нығына[31].

Венаны икенсе тапҡыр ҡамау, 1683.

Габсбургтар Габсбург монархияһын төрөктәрҙән һаҡлау өсөн Хәрби Краина төҙөй[32]. Ғосман империяһында кадрҙар сәйәсәтенең көсһөҙләнеүе Ун өс йыллыҡ һуғышта армияла ҡорал етмәүгә, тәртип йомшарыуға һәм бойороҡтарҙы һанға һуҡмауға килтерә[33]. 1585—1610 йылдарҙа Анатолияла жәләлиҙәр ихтилалы тоҡана[прим. 5][34] 1600 йылға империя халҡы 30 000 000-ға етә, был тиклем халыҡҡа ер етмәү Портаға баҫымды көсәйтә[35].

1635 йылда Морат IV ҡыҫҡа ваҡытҡа Ереванды, 1639 йылда Бағдадты ала[36]. Ҡатын-ҡыҙҙар солтанлығы осоронда империяға улдары исеменән солтандарҙың әсәләре идара итә. Айырыуса йоғонтоло ҡатындар булып Көсем Солтан менән уның килене Турхан Хәтижә һанала, уларҙың сәйәси көндәшлеге 1651 йылда беренсеһенең үлтерелеүе менән тамамлана. Көпрүлү дәүерендә албандарҙың Көпрүлү ырыуы вәкилдәре бөйөк вәзир була. Улар Ғосман империяһы өҫтөнән туранан-тура контролде бойомға ашыра. Көпрүлү вәзирҙәре булышлығы менән төрөктәр Трансильванияны үҙҙәренә ҡайтара, 1669 йылда Критты, 1676 йылда Подольены ала[37].

1683 йылдың майында ҙур төрөк ғәскәре Ҡара Мостафа паша етәкселеге аҫтында Венаны ҡамай[38]>. Төрөктәр хәл иткес һөжүм менән мыштырлай һәм шул уҡ йылдың сентябрендә Вена алышында Габсбургтар, немецтар һәм поляктар ғәскәрҙәре тарафынан еңелә[38]. Был еңелеү төрөктәрҙе 1699 йылдың 26 ғинуарында Изге Лига менән Карловица солохона ҡул ҡуйырға мәжбүр итә, һәм Бөйөк Төрөк һуғышы тамамлана[39]. Төрөктәр Лигаға күп территорияларҙы ҡалдыра[40]. 1695 йылдан ғосмандар Венгрияла контрһөжүмгә күсә, ул 1697 йылдың 11 сентябрендә Зента янында тулыһынса тар-мар ителеү менән тамамлана[41].

Үҫештән туҡталыу һәм аяҡҡа баҫыу (1683—1827)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ғосман империяһы 1801 йылда
Сәлим III Топҡапы һарайының «Сәғәҙәт ҡапҡаһы» алдында идара әһелдәрен ҡабул итә.

Был осорҙа урыҫтар Ғосман империяһы өсөн ҙур хәүеф сығанағы була[42]. Ошо сәбәпле 1709 йылда Полтава яуында еңелгәндән һуң Карл XII төрөктәрҙең союздашы булып китә[42]. Карл XII ғосман солтаны Әхмәт III-нө Рәсәйгә һуғыш иғлан итергә күндерә. 1711 йылда ғосман ғәскәрҙәре Прут йылғаһы буйында урыҫтарҙы ҡыйрата[42]. 1718 йылдың 21 июлендә Австрия һәм Венеция менән Ғосман империяһы араһында Пожаревац солохо төҙөлә, бының һөҙөмтәһендә Төркиәнең һуғыштары бер аҙға туҡтала. Ләкин Төркиә былай ҙа Европаны яуларлыҡ хәлдә булмай[43].

1788 йылда Очаковты штурмлағанда ғосман ғәскәрҙәре урыҫтарҙы туҡтатырға тырыша

Австрия менән берлектә Рәсәй империяһы 1735—1739 йылғы Урыҫ-төрөк һуғышында ҡатнаша. Һуғыш 1739 йылда Белград солох договорын төҙөү менән тамамлана. Уның шарттары буйынса Австрия Ғосман империяһына Сербия менән Валахияны ҡалдыра, ә Аҙау Рәсәй империяһына тапшырыла. Был тыныс осорҙа Ғосман империяһында мәғариф һәм технологик реформалар үткәрелә, юғары уҡыу йорттары төҙөлә[44]. 1734 йылда Төркиәлә артиллерия училищеһы асыла, унда Франциянан килгән инструкторҙар уҡыта. Ләкин Европа илдәре менән яҡынлашыу халыҡҡа оҡшаһа ла, быны мосолман руханиәте хупламай[45]. 1754 йылдан училище йәшерен эшләй башлай[45]. 1726 йылда Ибраһим Мөтәфәрриҡә солтан Әхмәт III-гә дингә ҡаршы әҙәбиәт баҫыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә[46]. 1729 йылдан 1743 йылғаса Ғосман империяһында уның 17 хеҙмәте 23 томда нәшер ителә, һәр томдың тиражы 500—1000 дана тәшкил итә[46][47].

Ҡасаҡ поляк революционерын эҙәрләү һылтауы менән урыҫ армияһы Балтаға — Рәсәй сигендәге ғосман форпосына инә, халыҡты ҡыра, ҡәлғәне яндыра[48]. Ошо ваҡиға Ғосман империяһының 1768—1774 йылғы урыҫ-төрөк һуғышын башлауына сәбәпсе була. 1774 йылда ғосмандар һәм урыҫтар араһында Көсөк-Ҡайнаржа солох договоры төҙөлә һәм һуғыш тамамлана[49]. Договорға ярашлы, Валахия һәм Молдавия христиандарын дини иҙеү бөтөрөлә[49].

Истанбулда Солтандың сәфәре, Жан Батист ван Мур

XVIII—XIX быуаттарҙа Ғосман империяһы менән Рәсәй араһында бер нисә һуғыш була. XVIII быуат аҙағында Төркиә Рәсәйҙән ҡат-ҡат еңелә. Төрөктәр Ғосман ғәскәрен яңыртырға ҡарар итә[45].

1789—1807 Сәлим III хәрби реформа үткәрә. Уның һөҙөмтәһендә яңысарҙарҙың реакцион йоғонтоһо кәметелә. Ләкин 1804 һәм 1807 йылдарҙа улар реформаларға ҡаршы баш күтәрә. 1807 йылда Сәлим заговорсылар тарафынан һаҡ аҫтына ултыртыла, ә 1808 йылда үлтерелә. 1826 йылда Мәхмүт II яңысарҙар корпусын тарата.

1804—1815 йылдарҙағы серб инҡилабы Балҡанда романтик милләтселек дәүеренә башланғыс һала. Балҡан илдәре Көнсығыш мәсьәләһен күтәрә. 1830 йылда Ғосман империяһы де-юре Сербия суверенитетын таный[50][51]. 1821 йылда гректар Портаға ҡаршы ихтилал күтәрә. Пелопоннестағы грек ихтилалы артынса Молдавияла ихтилал тоҡана, ул 1829 йылда уның де-юре бойондороҡһоҙлоғо менән тамамлана. 1860—1870 йылдарҙа османдарҙың сюзерендары — Сербия, Валахия, Молдавия һәм Черногория кенәзлектәре тулы бойондороҡһоҙлоҡ ала.

Яңырыу реформалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Танзимат дәүерендә (18391876) Порта реформалар үткәрә, улар һөҙөмтәһендә армия хеҙмәткә саҡырыу буйынса тулыландырыла, банк системаһы үҙгәртелә, шәриғәт донъяуи ҡануниәт менән алмаштырыла, заводтар урынына гильдиялар барлыҡҡа килә. 1840 йылда Истанбулда Ғосман империяһының почта элемтәһе министрлығы асыла[52][53].

1847 йылда Сэмюэл Морзе Солтан Әбдел-Мәжит I-нән телеграфҡа патент ала[54]. Телеграфты һынау уңышлы үтә, һәм 1847 йылдың 9 авгусында[55] төрөктәр тәүге Истанбул — Әдирнә — Шумен телеграф линияһын төҙөй башлай[56].

1876 йылда Ғосман империяһында конституция ҡабул ителә. Төркиәлә парламент барлыҡҡа килә, уны солтан 1878 йылда юҡҡа сығара.

1853—1856 йй. Ҡырым һуғышы эре-эре Европа державаларының Ғосман империяһы ерҙәре өсөн оҙайлы дәғүәләшеүенең дауамы булып тора. 1854 йылдың 4 авгусында[57] Ҡырым һуғышы ваҡытында[58] Ғосман империяһы тәүге кредитын ала. Һуғыш арҡаһында ҡырым татарҙары күпләп СССР-ҙан китә башлай — 200 000-ләп кеше эмиграциялай[59]. Кавказ һуғышы аҙағына иһә черкестарҙың 90%-ы, Кавказды ташлап, Ғосман империяһында төпләнә[60].

XIX быуатта Ғосман империяһында йәшәгән күп халыҡтарҙы милләтселек күтәрелеше солғай. Милли үҙаң һәм этник милләтселек Ғосман империяһының төп проблемаһы була. Төрөктәр үҙ илендә генә түгел, унан ситтә лә милләтселек менән осраша. Инҡилап фирҡәләре һаны арта. Ғосман империяһына XIX быуатта инҡилаптар хәүефе янай, XX быуат башында Портаның сәйәсәте быны иҫәпкә ала.

Долмабахче һарайында 1876 йылда ғосман парламенты бинаһын асыу тантанаһы.

1877—1878 йылдарҙағы Урыҫ-төрөк һуғышы Рәсәй империяһының еңеүе менән тамамлана. Һөҙөмтәлә төрөктәрҙең Европалағы оборонаһы көсһөҙләнә; Болгария, Румыния, Сербия бойондороҡһоҙлоҡ ала. 1878 йылда Австро-Венгрия ғосман провинцияларынан Босния вилайәте менән Яңы Пазар санжагын аннексиялай, ләкин төрөктәр уларҙы нисек тә ҡайтарып алырға тырыша.

Үҙ сиратында 1878 йылғы Берлин конгресынан һуң Британ империяһы төрөктәргә Балҡандағы территорияларын ҡайтарып биреү тураһында пропаганда башлай[61]. 878 йылда[61] инглиздәргә Кипр менән идара итеү тапшырыла. 1882 йылда британ ғәскәрҙәре Араб паша фетнәһен баҫтырыу һылтауы менән Мысырға бәреп инә һәм баҫып ала.

1894—1896 йылдарҙа Ғосман империяһында әрмәндәрҙе күпләп ҡыралар, һөҙөмтәлә 100 000-дән 300 000-гә тиклем кеше үлтерелә[62].

Ғосман империяһының тарҡалыуы (1908—1922)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Милләт лидерҙары тарафынан Йәш төрөк хөкүмәтен иғлан итеү.

Ғосман империяһы 1914 йылға Европалағы һәм Төньяҡ Африкалағы бөтә ерҙәрен тиерлек юғалтып бөтә. Был ваҡытҡа Ғосман империяһында 28 000 000 кеше йәшәй (17 000 000 — Анатолияла, 3 000 000 — Сүриәлә, Ливанда һәм Фәләстиндә, 2 500 000 — Ираҡта, ҡалған 5 500 000 — Ғәрәбстан ярымутрауында)[63].

Йәш төрөк инҡилабынан һуң 1908 йылдың 3 июленән Ғосман империяһында икенсе конституция дәүере башлана. Солтан 1876 йылғы конституцияның яңынан ғәмәлгә инеүен иғлан итә, ҡабат Парламентты саҡыра. Ғосман империяһының тарҡалыуы башлана.

Халыҡ араһындағы сыуалыштарҙан файҙаланып, Австро-Венгрия Босния һәм Герцеговинаға ғәскәр кертә. 1911—1912 йылғы итальян-төрөк һуғышы барышында Ғосман империяһы Ливиянан ҡолаҡ ҡаға, һәм Балҡан союзы уға һуғыш иғлан итә. Империя Балҡан һуғыштары барғанда Көнсығыш Фракия менән Андрианополдән башҡа бөтә биләмәләрен юғалта. 400 000 балҡан мосолманы, гректарҙан, сербтарҙан һәм болгарҙарҙан ҡурҡып, ғосман армияһы менән бергә сигенә[64]. Немецтар Ираҡта тимер юл төҙөргә тәҡдим итә. Ул өлөшләтә төҙөлә. 1914 йылда Британ империяһы был тимер юлды һатып ала һәм төҙөлөштө дауам итә. Тимер юл Беренсе донъя һуғышы башланыуында айырым роль уйнай.

Ғосман империяһының һуңғы солтаны Мәхмәт VI Истанбулдан китә, 1922.

1914 йылдың ноябрендә Ғосман империяһы Беренсе донъя һуғышына Үҙәк державалар яғында ҡушыла, Яҡын Көнсығыштағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Бер нисә еңеүгә өлгәшә (мәҫәлән, Дарданелла операцияһы, Әл-Ҡутты ҡамау), етди еңелеүҙәргә лә дусар була (мәҫәлән, Кавказ фронтында).

Сәлжүк төрөктәре һөжүм иткәнгә тиклем хәҙерге Төркиә территорияһында ромейҙарҙың һәм әрмәндәрҙең христиан дәүләттәре урынлашҡан була, төрөктәр грек һәм әрмән ерҙәрен тартып алғас та әле 18 быуатта гректар менән әрмәндәр — ерле халыҡтың 2/3 өлөшөн, 19 быуатта яртыһын алып тора, ХХ быуат башында халыҡтың 50—60 проценты ерле христиандар була. Беренсе донъя һуғышы аҙағында барыһы ла үҙгәрә, төрөк армияһы ҡурд, черкес, төркүмән һәм төрөк милицияһы менән берлектә гректар, ассирийҙар, әрмәндәр һәм езид ҡурдтарын ҡыра[65].

1915 йылда урыҫ ғәскәрҙәре Көнсығыш Анатолияға һөжүмде дауам итә[66], ошоноң менән әрмәндәрҙе ҡырып бөтөрөлөүҙән ҡотҡара[67][68][69].

1916 йылда Яҡын Көнсығышта Ғәрәп инҡилабы ҡуба, ул ваҡиғалар ағышын Антанта файҙаһына үҙгәртә.

1918 йылдың 30 октябрендә Мудрос солохо төҙөлә, ул Беренсе донъя һуғышын туҡтата. Уның артынса Константинополь оккупациялана һәм Ғосман империяһы бүлгеләнә. Севр солох килешеүе шарттарына ярашлы, Ғосман империяһының бүлгеләнгән территорияһы Антанта державаларына беркетелә.

Былар һөҙөмтәһендә төрөк милли хәрәкәте көсәйә. 1919—1922 йылдарҙағы Төркиә бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш төрөктәрҙең Мостафа Кәмал Ататөрк етәкселегендә еңеүе менән тамамлана. 1922 йылдың 1 ноябрендә солтанлыҡ юҡ ителә, ә 1922 йылдың 17 ноябрендә Ғосман империяһының һуңғы солтаны Мәхмәт VI илдән сығып китә. 1923 йылдың 29 октябрендә Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесе Төркиә Республикаһын иғлан итә. 1924 йылдың 3 мартында хәлифәлек бөтөрөлә.

Идара итеү формаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Топҡапы һарайында илселәр.

Ғосман империяһының дәүләт ҡоролошо бик ябай була. Уның төп йүнәлештәрен хәрби һәм гражданлыҡ хакимиәте тәшкил итә. Солтан иң юғарғы вазифа була. Дәүләт руханиәтте контролдә тота (Византия империяһындағы кеүек). Империяны һаҡлау һәм киңәйтеү дәүләттең төп бурысы була[70].

Мосолман донъяһында ғосмандар династияһы власта иң оҙаҡ торған династия һанала[71]. Был династия төрөк сығышлы була. Ғосман династияһын ике тапҡыр ҡолатырға тырышалар, икеһе лә уңышһыҙ тамамлана[70].

Ғосман солтаны (йәки падишаһ) империяның берҙән-бер идарасыһы була. Элекке солтан улдарының береһе яңы солтан булып китә. Һарай мәктәбе солтан булырға яраҡһыҙ вариҫтарҙы юҡ итә һәм лайыҡлыға булышлыҡ итә. Буласаҡ дәүләт чиновниктары уҡый торған һарай мәктәптәре айырымлыҡта көн итмәй. Мәҙрәсәлә мосолмандар уҡый, ғалимдар һәм дәүләт чиновниктары уҡыта. Ваҡыфтар матди ярҙам күрһәтә, шунлыҡтан ярлы ғаиләләрҙән сыҡҡан балалар ҙа белем ала ала.[72] Христиандар Әндәрүндә уҡый[73], унда йыл да 8—12 йәшлек 3 000 христиан малайы алына.

Төрөк Портаһының Ҡапҡаһы (Bâb-ı Âlî)

Солтан юғарғы монарх булһа ла, дәүләт һәм башҡарма власть сәйәсмәндәргә йөкмәтелә. Үҙидара органында (диван, XVII быуаттан Порта тип атала) кәңәшселәр һәм вәзирҙәр араһында даими сәйәси алыш бара. Бейлек дәүерендә диван аҡһаҡалдарҙан тора. Һуңғары улар урынын армия офицерҙары һәм аҡһөйәктәр биләй. 1320 йылдан бөйөк вәзир солтандың ҡайһы бер вазифаларын башҡара. Ул солтандың мираҫы менән тулыһынса үҙаллы эш итә, теләһә кемде отставкаға ебәрә ала һәм бөтә өлкәләрҙе контролдә тота. XVI быуат аҙағынан солтан дәүләттең сәйәси тормошонда ҡатнашыуҙан туҡтай, бөйөк вәзир де-факто Ғосман империяһының идарасыһына әйләнә[74].

Күркәм Сөләймәндең туғраһы (1520)

Йәш төрөк инҡилабынан һуң Ғосман империяһы конституциялы монархия булып китә. Солтан властан ҡолаҡ ҡаға. Бөтә провинцияларҙан делегаттар ингән парламент ойошторола. Улар империя хөкүмәтен хасил итә.

Империяға белемле, тәжрибәле һәм тоғро кешеләр (албандар, фанариоттар, әрмәндәр, сербтар, венгрҙар һ. б.) идара итә. Христиандар, мосолмандар һәм йәһүҙиҙәр Ғосман империяһында идара итеү системаһын тулыһынса үҙгәртә[34].

Ғосман империяһында суд бара, 1877
Ҡадиғәскәр, йәғни юғарғы судья, XVIII быуат.

Ғосман хоҡуҡ системаһы дини хоҡуҡиәткә нигеҙләнә[75]. Ғосман империяһында 3 суд системаһы була: беренсеһе — мосолмандар өсөн, икенсеһе — мосолман булмағандар өсөн (был система башында йәһүдтәр һәм христиандар тора) һәм өсөнсөһө — «сауҙа судтары» системаһы.

Танзимат осоро реформалары Ғосман империяһының хоҡуҡи торошона көслө йоғонто яһай. 1877 йылда шәхсиәт хоҡуҡиәте тәртипкә килтерелә. Һуңыраҡ сауҙа хоҡуҡиәте, енәйәт хоҡуҡиәте, гражданлыҡ процесы тәртипкә һалына.

Солтан Морат IV-нең гофмейстеры яңысарҙар менән.
Ғосман караптары төшөрөлгән герман асылмаһы. Һулда өҫтә солтан Мәхмәт V портреты.

Ғосман армияһының беренсе хәрби часы XIII быуат аҙағында Ғосман I тарафынан Көнбайыш Анатолияла йәшәгән ҡәбиләләр вәкилдәренән төҙөлә. Ғосман империяһының тәүге йылдарында хәрби система ҡатмарлы төҙөлөшлөгә әйләнә. Ғосман ғәскәренең вербовкалау һәм феодаль оборона буйынса комплекслы системаһы була. Төп ғәскәр төрҙәре: яңысарҙар, сипаһтар, аҡынсылар һәм яңысарҙар орукестры. Ғосман армияһы беренсе булып мушкеттар һәм артиллерия орудиелары ҡуллана башлай. XVII быуат уртаһында осман ғәскәрҙәре көсһөҙләнә.

XIX быуатта ғосман армияһында һәм тотош илдә яңыртыу бара. 1826 йылда солтан Мәхмүт II яңысарҙар корпусын тарҡата һәм заманса ғосман армияһын төҙөй. Беренсе булып сит ил инструкторҙары яллана, офицерҙар Көнбайыш Европаға уҡырға ебәрелә. Был офицерҙар уҡып тыуған иленә ҡайта башлағас, Ғосман империяһында йәш төрөк хәрәкәте тоҡана.

Ғосман сипаһтары — аҡһөйәк кавалеристар ғәскәре.
Османские лётчики[en] 1912—1913 йй. Балҡан һуғыштары осоронда.

Европаны буйһондороуҙа ғосман флоты ла ҡатнаша. Флот ярҙамында Төньяҡ Африка алына. Төрөктәрҙең 1821 йылда Грецияны һәм 1830 йылда Алжирҙы юғалтыуы ғосман флотының ҡеүәте юғала башлауын аңлата. Солтан Абдул-Азиз, донъялағы иң ҙур флоттарҙың береһенә әйләндереп (Бөйөк Британия менән Франциянан ҡала 3-сө урын), ҡеүәтте ҡайтарырға тырыша. 1886 йылда Бөйөк Британияла Барроу верфендә Ғосман империяһы хәрби диңгеҙ флотының беренсе һыу аҫты кәмәһе төҙөлә[76].

Ләкин көсһөҙләнә барған иҡтисад флотты аҫрауҙы тәьмин итә алмай. Солтан Ғәбделхәмит II, реформатор Миҙхәт паша яғына сыҡҡан төрөк адмиралдарына ышанмауы сәбәпле, ҙур флоттың ҡиммәткә үтә төшөүен һәм 1877—1878 йылдарҙа урыҫ-төрөк һуғышында еңеүенә шикләнеүен белдерә. Ул бөтә төрөк караптарын Алтын Мөгөҙ боғаҙына оҙата, улар шунда 30 йыл буйы сереп ултыра. 1908 йылғы Йәш төрөк инҡилабынан һуң «Берләшеү һәм прогресс» партияһы флотты аяҡҡа баҫтырырға тырыша. 1910 йылда йәш төрөктәр яңы караптар алыуға хәйриә аҡсаһы йыя башлай.

Ғосман империяһының хәрби һауа көстәре тарихы 1909 йылда башлана[77][77]. Беренсе осоу училищеһы 1912 йылда Истанбулда асыла. Хәрби авиация үҫеш ала. 1913 йылда Ғосман империяһында летчиктарҙы разведчик самолеттарға идара итеүгә өйрәтә торған донъялағы беренсе авиация училищеһы асыла, айырым разведка подразделениеһы булдырыла. 1914 йылда Төркиәлә хәрби-диңгеҙ авиацияһы мәктәбе нигеҙләнә. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән Ғосман империяһындағы яңырыуҙар ҡырҡа туҡтала.

Ғосман империяһының административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Осман империяһының административ бүленеше дәүләт субъекттарына идара иткән хәрби хакимиәткә нигеҙләнә. Вассал һәм яһаҡ түләй торған дәүләттәр был системаға индерелмәй.

1852 йылғы 20 ҡурушлыҡ аҡса.

Ғосман империяһы эре сауҙа һәм сәнәғәт үҙәктәре булараҡ Бурсаны, Адрианополде һәм Константинополде үҫтерә. Был ҡалалар төрлө ваҡытта илдең баш ҡалаһы була[78]. Мәхмәт II менән уның вариҫы Баязит II һөнәрсе һәм сауҙагәр йәһүдтәрҙең Истанбулға һәм башҡа эре порттарға күсеп килеүен дәртләндерә. Ә Европала йәһүдтәрҙе христиандар һыйҙырмай. Шунлыҡтан йәһүдтәр күпләп Ғосман империяһына күсә.

Ғосман империяһында иҡтисадты нығытыу власты көсәйтеү һәм биләмәләрҙе киңәйтеү иҫәбенә бара. Һөҙөмтәлә империяның килемдәре арта, ул сәскә ата.

Ғосман империяһында ҡаҙнасылыҡ һәм кәнсәләр структураһы башҡа ислам дәүләттәрендәгегә ҡарағанда яҡшыраҡ үҫкән була. Был структура чиновник кәтиптәр тарафынан төҙөлә. Улар юғары квалификациялы дини белгестәр булараҡ һөнәри ойошма булып үҫеп етә.

Дәүләт иҡтисады структураһы уның геосәйәси ҡоролошона бәйле була. Көнбайыш һәм Ғәрәп донъяһы араһында урынлашҡан Ғосман империяһы көнсығышҡа барған юлдарҙы ҡамап ята. Шул сәбәпле португалдар һәм испандар Шәреҡ илдәренә яңы юлдар эҙләй. Ғосман империяһы тәмләткестәр юлын үҙ буйһоноуында тота. 1498 йылда португалдар, Африканы урап үтеп, Һиндостан менән сауҙа башлай. 1492 йылда Христофор Колумб Багам утрауҙарын аса. Был ваҡытҡа Ғосман империяһы сәскә атыу баҫҡысына күтәрелә — солтан власы өс ҡитғаға тарала.

Хәҙерге тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Ғосман империяһы менән Үҙәк Европа мөнәсәбәттәре яңы диңгеҙ юлдары асылыу арҡаһында боҙолған. 1849 йылда Балталиман договорына ҡул ҡуйыла. Һөҙөмтәлә инглиз һәм француз баҙарҙары ғосмандыҡы менән тиңләшеүгә өлгәшә.

Йыл Халыҡ һаны
1520 11,692,480[79]
1566 15,000,000[26]
1683 30,000,000[39]
1831 7,230,660[79]
1856 35,350,000[79]
1881 17,388,604[79]
1906 20,884,000[79]
1914 18,520,000
1919 14,629,000

Ғосман империяһында беренсе халыҡ иҫәбе алыу XIX быуат башында үтә. Рәсми һөҙөмтәләр нәшер ителә, ләкин бөтә халыҡ та иҫәпкә кертелмәй. Айырым ҡатламдарҙа ғына йәниҫәп алына. Мәҫәлән, 1831 йылда ир заттары ғына һанала[39][79].

Ғосман империяһында 1800 йылда 25 000 000 — 32 000 000 кеше иҫәпләнә, 10 000 000-ы Европала, 11 000 000-ы — Азияла һәм 3 000 000-ы — Африкала. 1914 йылда дәүләттәге халыҡ һаны 18 500 000 кеше тәшкил итә. Был ваҡытҡа биләмәләр өс тапҡырға кәмей.

Империяның ахырында уртаса ғүмер оҙонлоғо 49 йәш була, ә XIX быуатта ғына был күрһәткес ни бары 20-25 йәш була[80]. XIX быуатта кешеләрҙең иртә үлеү сәбәбе эпидемияларға һәм аслыҡҡа бәйле була. 1785 йылда Ғосман Мысырында халыҡтың алтынан бер өлөшө тағундан (чума) үлә. XVIII быуатта Алеппо халҡы 20 %-ҡа кәмей. 1687—1731 йылдарҙа Мысыр халҡы 6 тапҡыр аслыҡҡа дусар була. Ғосман империяһындағы һуңғы аслыҡ 1770-се йылдарҙа Анатолияла була[81]. Һуңғары санитар шарттар яҡшырыу, һаулыҡ һаҡлау тармағының алға китеүе һәм ҡалаларға аҙыҡ-түлек ташыуҙы юлға һалыу арҡаһында халыҡтың ҡырылыуы туҡтала.

Халыҡ портлы ҡалаларға күсенә башлай, пароходсылыҡ һәм тимер юл үҫеше быға ыңғай шарттар тыуҙыра. 17001922 йылдарҙа Ғосман империяһында ҡалалар йылдам үҫә. Һаулыҡ һаҡлау һәм санитар шарттар яҡшырғанлыҡтан Ғосман империяһындағы ҡалаларҙа йәшәү кимәле күтәрелә. Бигерәк тә портлы ҡалалар етеҙ үҫә. Мәҫәлән, Салоникта халыҡ һаны 1800 йылдағы 55 000-дән 1912 йылға 160 000-гә, Измирҙә — 1800 й. 150 000-дән 1914 йылға 300 000-гә етә[82]. Ҡайһы бер төбәктәргә халыҡ һаны кәмей. Мәҫәлән, Белград халҡы 25 000-дән 8 000-гә ҡала, ҡалала власть өсөн көрәш быға сәбәпсе була[83]. Шулай итеп, төрлө төбәктә халыҡ һаны төрлөсә була.

Иҡтисади һәм сәйәси миграция империяға кире йоғонто яһай. Әйтәйек, урыҫтарҙың һәм габсбургтарҙың Ҡырым менән Балҡанды аннексиялауы ул территорияларҙан мосолмандарҙың күпләп ҡасыуына килтерә — 200 000-ләгән ҡырым татары Добруджаға күсеп китә. 1783—1913 йылдарҙа Ғосман империяһына 5 000 000 — 7 000 000 кеше иммиграциялай, уларҙың 3 800 000-ө Рәсәйҙән була. Миграция империяның төрлө өлөшөндә сәйәси көсөргәнешкә төрлөсә тәьҫир итә, шунлыҡтан халыҡтың төрлө ҡатламдары араһындағы айырма кәмей. Һөнәрселәр, сауҙагәрҙәр, сәнәғәтселәр һәм ер эшкәртеүселәр аҙая. XIX быуаттан алып Ғосман империяһына Балҡандағы бөтә мосолмандар күсенә башлай. Ғосман империяһының ахырына, 1922 йылға, дәүләттә йәшәгән мосолмандарҙың күпселеге Рәсәй империяһынан килгән эмигранттар була.

Ғосман империяһында ғосман теле рәсми тел була. Ул фарсы һәм ғәрәп телдәренең көслө йоғонтоһон кисерә. Илдең азиат өлөшөндәге иң киң таралған телдәр: ғосман (Анадолу һәм Балҡан халҡы, Албания менән Босниянан башҡаһы, шул телдә һөйләшә), фарсы (аҡһөйәктәр һөйләшә торған тел[84]) һәм ғәрәп (Ғәрәбстан, Төньяҡ Африка, Ираҡ, Кувейт һәм Левант халҡы һөйләшә), азиат өлөшөндә шулай уҡ ҡурт, әрмән, яңы арами, понти һәм каппадокия гректары теле; европа өлөшөндә — албан, грек, серб, болгар һәм арумин телдәре. Империя ахырының һуңғы ике быуатында фарсы һәм ғәрәп телдәре халыҡ тарафынан ҡулланылмай: фарсы әҙәбиәт теленә әйләнә, ғәрәп теле дини йолалар ваҡытында файҙаланыла.

Халыҡ араһында наҙанлыҡ көслө булғанлыҡтан ябай халыҡтың хөкүмәткә шикәйәттәрен яҙыу өсөн махсус кешеләр тотола[85]. Милли әҙселектәр үҙ телендә һөйләшә (мәхәллә). Мегаполистарҙа йәшәүселәр араһында ғосман телен белмәгәндәр ҙә була.

Каллиграфик яҙма менән Алланың, Мөхәммәттең, беренсе хәлифәләрҙең исемдәре төшөрөлгән фритта фарфоры. 1727 йыл тирәһе, Ислам Яҡын Көнсығыш Галереяһы, Виктория менән Альберт музейы[86].

Исламды ҡабул иткәнгә тиклем төркиҙәр мәжүси була. Ислам 751 йылда Талас һуғышында Ғәббәсиҙәр еңгәндән һуң ғына тарала башлай. VIII быуаттың икенсе яртыһында уғыҙҙарҙың (сәлжүктәр һәм төрөктәрҙең ата-бабалары) күп өлөшө ислам ҡабул итә. XI быуатта уғыҙҙар Анатолияла төпләнә һәм был динде тарата.

1514 йылда солтан Сәлим I Анатолияла йәшәгән шиғиҙарҙы кафыр тип күпләп ҡырҙыра, 40 000 самаһы кеше үлтерелә[62].

Христианлыҡ һәм иудаизм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мәхмәт II менән Константинополь Патриархы Геннадий Схоларий.

Ғосман империяһында йәшәгән христиандарҙың ирке сикле була, сөнки төрөктәр уларға «икенсе сортлы граждандар» тип ҡарай. Христиандар менән йәһүҙиҙәрҙең хоҡуҡтары төрөктәрҙекенә ҡарағанда кәмерәк була: судта христиандарҙың төрөктәргә ҡаршы шаһитлыҡтары ҡабул ителмәй. Уларға ҡорал йөрөтөү, һыбай йөрөү тыйыла, йорттары мосолмандарҙыҡынан бейегерәк була алмай һәм башҡа сикләүҙәр хөкөм һөрә[87]. Ғосман империяһының бөтә дәүерендә мосолман булмағандарҙан дәвширмә тигән һалым түләтелә. Ваҡыты-ваҡыты менән Ғосман империяһында христиан малайҙарын йыялар һәм мосолман итеп тәрбиәләйҙәр[88]. Был малайҙар дәүләткә идара итергә өйрәтелә, хакимлыҡ иткән синыфты, элита ғәскәрҙәрен (яңысарҙар) булдырыуға йәлеп ителә.

Милләт системаһына ярашлы, мосолман булмағандар империя граждандары булһа ла, мосолмандар менән тиң ҡоҡуҡлы булмай. Православие милләте системһы Юстиниан I осоронда уҡ барлыҡҡа килә һәм Византия империяһында ҡулланыла. Христиандар, иң күп һанлы мосолман булмаған төркөм булараҡ, сәйәсәттә һәм сауҙала айырым өҫтөнлөктәргә эйә була, шуға һалымды ла мосолмандарға ҡарағанда күберәк түләй[89][89].

1453 йылда Константинополь ҡолағандан һуң Мәхмәт II ҡала христиандарын ҡырмай, киреһенсә, уларҙың институцияларын (мәҫәлән, Константинополь православие сиркәүен) һаҡлап ҡалдыра.

1461 й. Мәхмәт II Константинополдең Әрмән патриархатын ойоштора. Византия империяһы осоронда иһә әрмәндәр кафыр тип һанала, шунлыҡтан ҡалала сиркәүҙәр төҙөй алмай. 1492 йылда Испан инквизицияһы ваҡытына Баязит II төрөк флотын Испанияға мосолмандар менән сфарадтарҙы ҡотҡарырға ебәрә, тиҙҙән улар Ғосман империяһында төпләнә.

Портаның Константинополь православие сиркәүе менән аралары тыныс була, репрессиялар бик һирәк ойошторола. Ләкин сиркәү структураһы төрөктәр контролендә ҡала. XIX быуатта милләтсел яңы ғосмандар идараға килгәс, Ғосман империяһы сәйәсәте милләтселек һәм ғосмансылыҡ һыҙаттары ала. Болгар православие сиркәүе таратыла.

Истанбулдың Эминөнү районында яңы мәсет һәм мысыр баҙары, 1895 йыл тирәһе.

Ғосман империяһына ингән территориялар нигеҙҙә Урта һәм Ҡара диңгеҙҙәрҙең яр буйҙарында ята. Шунлыҡтан был төбәктәрҙең мәҙәниәте лә ерле халыҡ йолаларына нигеҙләнә. Европала яңы ерҙәр баҫып алғас, төрөктәр ул төбәктәрҙең ҡайһы бер мәҙәни йолаларын үҙләштерә (архитектура стилдәре, аш-һыу, музыка, ял, идара итеү формаһы). Мәҙәниәт-ара никахтар ҙа ғосман элитаһы формалашыуына йоғонто яһай. Ғосман империяһы биләмәләрендә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәттәре бер-береһенеке менән ҡатнашып, буталып бөтә.

Ғосман әҙәбиәтенең төп йүнәлештәрен шиғриәт һәм проза тәшкил итә. Шулай ҙа шиғриәт өҫтөнлөклөрәк була. XIX быуат башынаса Ғосман империяһында фәнтәзи хикәйәләр яҙылмай. Роман, хикәйә жанрҙары ла булмай.

  1. по данным английского историка Эдварда Гиббона «27 июля 1299 года от Рождества Христова Осман I вторгся на территорию Никомедии…» (Gibbon Edward. The History of the Decline and Fall of the Roman Empire.). Поэтому эта дата считается датой основания Османской империи
  2. Некоторое время Османская империя владела далёкими от неё территориями посредством договоров о верности Османскому Султану и Халифу (например, после экспедиции в Ачех) или временным захватом (Например, островом Лансароте в 1585 году).
  3. Начиная с XIX века, для обозначения Османского государства использовалось Osmanlı Devleti.
  4. Поиски морского торгового пути из Европой в Азию были главной задачей Изабеллы I, поэтому она финансировала плавание Христофора Колумба, и, в целом, морских стран Европы, но они искали альтернативные торговые пути в Азию. (к примеру, K. D. Madan, Life and travels of Vasco Da Gama (1998), 9; I. Stavans, Imagining Columbus: the literary voyage (2001), 5; W.B. Wheeler and S. Becker, Discovering the American Past. A Look at the Evidence: to 1877 (2006), 105). Эта точка зрения необоснованно подверглась критике во влиятельной книге А. Либера («The Ottoman Turks and the Routes of Oriental Trade», English Historical Review, 120 (1915), 577—588), который считал рост Османской империи и начало поисков португальцами и испанцами морского пути в Азию совершенно не связанными между собой событиями. Его точка зрения не была общепринята. (см. K.M. Setton, The Papacy and the Levant (1204—1571), Vol. 2: The Fifteenth Century (Memoirs of the American Philosophical Society, Vol. 127) (1978), 335).
  5. местные войска на жалованье у правителей эялетов и санджаков.
  1. Devlet-i ebed müddet (төр.). Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 1 февраль 2013 года. 2013 йыл 8 октябрь архивланған.
  2. Peter Turchin, Jonathan M. Adams, Thomas D. Hall. [1] = East-West Orientation of Historical Empires and Modern States. In: Journal of World-Systems Research, Vol. XII, N. II, 2006, P.218–239; P.223..
  3. 3,0 3,1 Ottoman banknote with Arabic script. Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 23 декабрь 2012 года. 2017 йыл 28 март архивланған.
  4. Порта (Османская империя) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  5. Encyclopedia Britannica — Ottoman Empire, empire created by Turkish tribes in Anatolia
  6. A grammar of the Turkish language. Archive.org. Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 23 декабрь 2012 года.
  7. Stephen Turnbull, The Ottoman Empire 1326—1699, Essential histories, vol. 62, Essential histories, 2003. [from article of the back cover]
  8. From the article on the Ottoman Empire in Oxford Islamic Studies Online 2012 йыл 25 май архивланған..
  9. Turkish Navy Official Website: «Atlantik’te Türk Denizciliği» (төр.). dzkk.tsk.tr. Дата обращения: 19 октябрь 2013. 2010 йыл 29 март архивланған.
  10. Full text of the Treaty of Lausanne (1923). Wwi.lib.byu.edu. Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 23 декабрь 2012 года.
  11. The Sultans: Osman Gazi.
  12. http://www.theotheristanbul.com/who-are-the-ottomans/ 2012 йыл 28 декабрь архивланған.  (яп.)
  13. Bodnar, Edward W. Ciriaco d’Ancona e la crociata di Varna, nuove prospettive.
  14. Halecki, Oscar, The Crusade of Varna.
  15. Karpat, Kemal H. The Ottoman state and its place in world history. — Leiden: Brill, 1974. — P. 111. — ISBN 90-04-03945-7.
  16. Savory, R. M. (1960). «The Principal Offices of the Ṣafawid State during the Reign of Ismā'īl I (907-30/1501-24)». Bulletin of the School of Oriental and African Studies, University of London 23 (1): 91–105. DOI:10.1017/S0041977X00149006.
  17. Savory, R. M. (1960). «». Bulletin of the School of Oriental and African Studies, University of London 23 (1): 91–105. DOI:10.1017/S0041977X00149006.
  18. Encyclopaedia Britannica. Britannica.com. Архивировано 25 декабрь 2012 года.
  19. Encyclopaedia Britannica. Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 25 декабрь 2012 года. 2012 йыл 26 апрель архивланған.
  20. Imber Colin. The Ottoman Empire, 1300–1650: The Structure of Power. — Palgrave Macmillan, 2002. — P. 50. — ISBN 0-333-61386-4.
  21. Wheatcroft first=Andrew. The Enemy at the Gate: Habsburgs, Ottomans, and the Battle for Europe. — Basic Books, 2009. — P. 59. — ISBN 0-465-01374-0, 9780465013746.
  22. Thompson Bard. Humanists and Reformers: A History of the Renaissance and Reformation. — Wm. B. Eerdmans Publishing, 1996. — P. 442. — ISBN 0-8028-6348-5, 9780802863485.
  23. Ágoston and Alan Masters Gábor and Bruce. Encyclopedia of the Ottoman Empire. — Infobase Publishing, 2009. — P. 583. — ISBN 0-8160-6259-5, 9780816062591.
  24. Imber Colin. The Ottoman Empire, 1300–1650: The Structure of Power. — Palgrave Macmillan, 2002. — P. 53. — ISBN 0-333-61386-4.
  25. Kinross, 1979, p. 206
  26. Mansel, 61
  27. Davies (2007). Warfare, State and Society on the Black Sea Steppe,1500-1700. p.16.
  28. Kinross, 1979, p. 272
  29. «The Crimean Tatars and their Russian-Captive Slaves» 2013 йыл 15 ғинуар архивланған..
  30. Kunt & Woodhead (Ed.) «Suleyman The Magnificent and his Age, The Ottoman Empire in the Early Modern World», Longman 1995, ISBD 0-582-03827-8, p. 53
  31. 31,0 31,1 Itzkowitz, 1980, p. 67
  32. Itzkowitz, 1980, p. 71
  33. Itzkowitz, 1980, pp. 90–92
  34. 34,0 34,1 Inalcik, Halil.
  35. Kinross, 1979, p. 281
  36. Itzkowitz, 1980, p. 73
  37. Itzkowitz, 1980, pp. 80–81
  38. 38,0 38,1 Itzkowitz, 1980, pp. 81–82
  39. Kinross, 1979, p. 357
  40. Itzkowitz, 1980, p. 84
  41. Itzkowitz, 1980, pp. 83–84
  42. 42,0 42,1 42,2 Kinross, 1979, p. 371
  43. Kinross, 1979, p. 376
  44. Kinross, 1979, p. 392
  45. 45,0 45,1 45,2 Stone, Norman «Turkey in the Russian Mirror» pages 86-100 from Russia War, Peace and Diplomacy edited by Mark & Ljubica Erickson, Weidenfeld & Nicolson: London, 2004 page 97
  46. 46,0 46,1 Presentation of Katip Çelebi, Kitâb-i Cihân-nümâ li-Kâtib Çelebi(недоступная ссылка — история, копия)
  47. William J. Watson, «Ibrahim Muteferrika and Turkish Incunabula», in Journal of the American Oriental Society, Vol. 88, No. 3 (1968), p. 435.
  48. Kinross, 1979, p. 396
  49. 49,0 49,1 Kinross, 1979, p. 405
  50. Liberation, Independence and Union. Njegos.org. Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
  51. Berend, Tibor Iván, History derailed: Central and Eastern Europe in the long nineteenth century, (University of California Press Ltd, 2003), 127.
  52. PTT Chronology (төр.). Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 7 май 2006 года. 2008 йыл 13 сентябрь архивланған.
  53. History of the Turkish Postal Service. Ptt.gov.tr. Архивировано 5 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 1 апрель архивланған.
  54. Istanbul City Guide: Beylerbeyi Palace (ингл.). Архивировано 7 март 2001 года. 2007 йыл 10 октябрь архивланған.
  55. Türk Telekom: History 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
  56. NTV Tarih 2013 йыл 12 февраль архивланған. history magazine, issue of July 2011.
  57. History of the Ottoman public debt 2012 йыл 24 июль архивланған..
  58. Douglas Arthur Howard: «The History of Turkey», page 71.
  59. «Hijra and Forced Migration from Nineteenth-Century Russia to the Ottoman Empire» (ингл.). Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 11 июнь 2007 года. 2007 йыл 11 июнь архивланған.
  60. Memoirs of Miliutin, «the plan of action decided upon for 1860 was to cleanse [ochistit'] the mountain zone of its indigenous population», per Richmond, W. The Northwest Caucasus: Past, Present and Future.
  61. 61,0 61,1 A. J. P. Taylor, The Struggle for Mastery in Europe: 1848—1918 (1954) pp 228-54
  62. 62,0 62,1 Akcam, Taner.
  63. Şevket Pamuk, «The Ottoman Economy in World War I» in Stephen Broadberry and Mark Harrison, eds.
  64. «Greek and Turkish refugees and deportees 1912–1924» (PDF) (Universiteit Leiden). 2007 йыл 16 июль архивланған.
  65. Геноцид армян
  66. Encyclopædia Britannica. Encyclopædia Britannica: Armenian massacres (Turkish-Armenian history). Britannica.com. Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
  67. Balakian, Peter. The Burning Tigris: The Armenian Genocide and America’s Response. New York: Perennial, 2003. ISBN 0-06-019840-0
  68. «World War I and the Armenian Genocide». The Armenian People from Ancient to Modern Times II: 239–273.
  69. Akcam. A Shameful Act, pp. 109—204.
  70. 70,0 70,1 Naim Kapucu,Hamit Palabıyık «Turkish public administration: from tradition to the modern age», p 77
  71. Bernard Lewis, Istanbul and the civilization of the Ottoman Empire, p. 151
  72. Enderun and Matraki. Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
  73. Kemal H Karpat, Social Change and Politics in Turkey: A Structural-Historical Analysis, p. 204
  74. Antony Black (2001), «The state of the House of Osman (devlet-ı al-ı Osman)» in The History of Islamic Political Thought: From the Prophet to the Present, p. 199
  75. Lauren A. Benton, Law and Colonial Cultures: Legal Regimes in World History, 1400—1900", pp 109—110
  76. The standard — Petition created for submarine name — Ellesmerereportstandard.co.uk (англ.)(недоступная ссылка — история). Проверено 19 октября 2013. Архивировано из первоисточника 23 апреля 2008.
  77. 77,0 77,1 Hv. K. K. Mebs.
  78. Halil İnalcık, Studies in the economic history of the Middle East : from the rise of Islam to the present day / edited by M. A. Cook.
  79. 79,0 79,1 79,2 79,3 79,4 79,5 M. Kabadayı, Inventory for the Ottoman Empire / Turkish Republic 1500—2000
  80. Ibid, p. 113
  81. Ibid, p. 114; Pamuk, S, «The Ottoman Empire and the World Economy: The Nineteenth Century», International Journal of Middle East Studies, Cambridge University Press, Vol. 23, No. 3, Aug. 1991
  82. Ibid, p. 114
  83. Ibid, p. 115
  84. Persian historiography and geography, Bertold Spuler,M. Ismail Marcinkowski, page 69, 2003
  85. Tile — Victoria & Albert Museum — Search the Collections.
  86. George C. Kohn (2007.
  87. Shaw and Shaw.
  88. «The Divinely-Protected, Well-Flourishing Domain: The Establishment of the Ottoman System in the Balkan Peninsula(недоступная ссылка — история, копия)», Sean Krummerich, Loyola University New Orleans, The Student Historical Journal, volume 30 (1998-99)
  89. 89,0 89,1 Turkish Toleration, The American Forum for Global Education
  • Norman Itzkowitz. Ottoman Empire and Islamic Tradition. — University of Chicago Press, 1980. — ISBN 0-226-38806-9.
  • Patrick Balfour Kinross. The Ottoman Centuries: The Rise and Fall of the Turkish Empire. — William Morrow, 1979.