Аҡынсы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Аҡынсы (төрөк. akıncı — «баҫҡынсы, һөжүмсе») — даими булмаған төрөк еңел атлы төркөмө.

Һуғыш барғанда солтан ғәскәренең хәрәкәт итеү маршрутында разведка үткәреү, халыҡты талау һәм ҡурҡытыу барымталары яһау маҡсатында файҙаланылған. Солтандар уларҙы яу кампанияларына йәлеп иткән, түләү урынына ғәнимәт таларға юл биргән. Тыныс ваҡытта солтанға ҡаршы торорға ниәт иткән төбәктәргә барымталар яһап, уларҙы талап торғандар. Төркөмдәрҙең һаны бер нисә тиҫтә меңгә еткән. Сипаһтар һәм яңысарҙар менән бергә Ғосман империяһы ғәскәренең нигеҙен тәшкил иткәндәр.

Аҡынсылар еңел ҡоралланған атлылар булған. Уларҙың һаҡланыу саралары күндән булған, ә ҡоралдан уҡ-һаҙаҡ, арҡан ҡулланғандар. Аҡынсылар ҡәлғәләр йә ҡалалар ҡамарға һәләтһеҙ булған, шуға уларҙы солтандар башлыса сик буйы рейдтарына йөрөткән. Империяның 1595 йылда ҡат-ҡат еңелеүе арҡаһында хөкүмәт аҡынсылар төркөмөн таратырға мәжбүр булған.