Сэмюэл Морзе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сэмюэл Морзе
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Гражданлығы Flag of the United States (1867–1877).svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 27 апрель 1791({{padleft:1791|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[3][4][5][6][7][8]
Тыуған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Бостон, Чарльзтаун[d]
Вафат булыу көнө 2 апрель 1872({{padleft:1872|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[3][4][5][6][7][8] (80 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Нью-Йорк, Нью-Йорк[2]
Причина смерти Пневмония
Ерләнгән урыны Грин-Вуд[d]
Атаһы Джедедая Морзе[d]
Бер туғандары Sidney Edwards Morse[d]
Балалары Leila Morse[d]
Һөнәр төрө изобретатель, физик, скульптор, рәссам, университет профессоры, фотограф
Эш биреүсе Нью-Йоркский университет[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Шведская королевская академия наук[d], Американское философское общество[d], Американская академия искусств и наук[d], Общество Phi Beta Kappa[d] һәм Американское антикварное общество[d]
Жанр портретная живопись[d] һәм пейзаж[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Йель университеты[d]
Академия Филлипса[d]
Ҡултамға
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Samuel Finley Breese Morse
Commons-logo.svg Сэмюэл Морзе Викимилектә

Сэ́мюэл Фи́нли Бриз Мо́рзе (ингл. Samuel Finley Breese MorseSamuel Finley Breese Morse [mɔːrs]; 27 апрель 1791 йыл2 апрель 1872 йыл) — Америка уйлап табыусыһы һәм рәссамы. Киң билдәлелек алған уйлап табыуы — электромагнит тулҡындарын яҙыусы телеграф («Морзе аппараты», 1836) һәм Морзе коды (азбукаһы).

1844 йылдың 24 майында Вашингтондан Балтиморға, Морзе ысулын ҡулланып, «Дивны дела Твои, Господи» тигән беренсе ашығыс хәбәр ебәрелә.

Сэмюэл Морзе (1826—1845) — Нью-Йорктағы Милли дизайн академияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм уның тәүге президенты[9].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Морзе 1791 йылдың 21 апрелендә АҠШ-тың  Массачусетс штаты Чарльзтаун ҡалаһында бай американ ғаиләһендә донъяға килә. Уның атаһы танылған географ һәм рухани була. Үҫмер сағынан Сэмюэл ҡыҙыҡһыныусан һәм тынғыһыҙ булыуы менән башҡа тиңдәштәренән айырылып тора. Филлипс академияһында сәйер ҡылыҡлы студент булараҡ танылған улын атаһы Йельск колледжына күсерә. Электр буйынса лекциялар уны ҡыҙыҡһындырһа ла Морзе фәнгә битарафлыҡ күрһәтә. Талапсан ата-әсәһенә оҡшамаһа ла ул таныштарының миниатюр потреттарын төшөрөү менән дә мауыға. Колледжды тамамлағандан һуң Морзе Бостонда клерк булып эшләй башлай. Ләкин һынлы сәнғәт уны нығыраҡ ылыҡтыра, улдарының был мауығыуына ҡаршы булһалар ҙа, ата-әсәһе Сэмюэлды 1811 йылда Англияға Король художество академияһына һәм Б. Уэст студияһына[10]. сәнғәтте өйрәнергә ебәрә.

Үлем хәлендә ятыусы Геркулес

1812 йылда Бөйөк Британия һәм Наполеонды хуплаусы Ҡушма Штаттар араһында барған һуғыш барышында Морзе үҙен ялҡынлы патриот итеп күрһәтә. Әммә 1813 йылда, Морзе Лондон короллек художество академияһына «Үлем хәлендә ятыусы Геркулес» картинаһын тәҡдим иткәс, ул алтын миҙалға лайыҡ була.

1815 йылда тыуған иленә ҡайтҡас, Морзе американдарҙың уны инглиз рәссамы тип иҫәпләүҙәрен һәм һынлы сәнғәт менән бөтөнләй тип әйтерлек ҡыҙыҡһынмауҙарын белә. Портреттар яҙыу әллә ни табыш килтермәй, шуға күрә уға осто осҡа бәйләп йәшәргә тура килә[10]. Ун йыл буйы Сэмюэлға сәйәхәт итеүсе рәссам тормошон алып барырға тура килә. Морзе кеше менән тиҙ аралашыусан һәм һөймәлекле булғанға күрә, уны интеллектуалдар, байҙар һәм сәйәсмәндәр үҙ йорттарында ҡабул итә. Бынан тыш сит кеше менән тиҙ арала танышыу һәләте лә уға яңы дуҫтар табырға булышлыҡ итә. Уның дуҫтары араһында сәйәсмән М.-Ж. Лафайет, романдар яҙыусы Дж. Ф. Купер һәм хатта АҠШ президенты А. Линкольн да була. Тиҙ арала ҙурая барған Нью-Йоркта ул бер нисә бик ҡыҙыҡлы портрет яҙыуға өлгәшә, улар американ рәссамдары быға тиклем тыуҙырған портеттарҙан айырылып тора. 1825 йылда Морзе Нью-Йоркта Милли дизайн академияһына нигеҙ һала, уны ошо академияның президенты итеп һайлайҙар. 1829 йылда академия, һүрәт төшөрөү мәктәптәренең ҡоролошон һәм атаҡлы һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен өйрәнеү өсөн, уны Европаға ебәрә.

Европаға икенсе тапҡыр сәйәхәтендә Морзе Л. Дагер менән таныша һәм электр өлкәһендәге яңы асыштар менән ҡыҙыҡһынып китә. 1832 йылда Европанан пароходта ҡайтып килгәнендә осраҡлы ғына әңгәмә уны телеграф уйлап табыуға рухландыра. Әңгәмә барышында бер пассажир күптән түгел генә уйлап табылған электр магниты тураһында: «Электр тогын сымдың ике яғында ла күренерлек итеп эшләп булғас, хәбәрҙәрҙе лә шул сым аша тапшырып буласаҡ», — ти. Электр телеграфы тураһындағы идеяны Морзеға тиклем дә тәҡдим итеүселәр була, әммә ул үҙен был фекерҙе беренсе булып әйтеүсе тип иҫәпләй.

Морзе үҙенең бөтә ваҡытын һынлы сәнғәткә, Нью-Йорк университетында уҡытыуға һәм сәйәсәткә арнай. 1835 йылда Морзе һүрәт төшөрөү сәнғәте профессоры була. Әммә 1936 йылда университетта уға Вильгельм Вебер 1833 йылда тәҡдим иткән телеграф моделе һүрәтләнешен күрһәткәс, ул үҙен тулыһынса уйлап табыуға арнай.

Телеграфы эшләп китһен өсөн уға йылдар буйы эшләргә һәм уҡырға тура килә. 1837 йылдың сентябрендә ул үҙенең уйлап табыуын кешегә күрһәтә[11]. 1700 фут оҙонлоғондағы сым аша сигнал ебәрелә, әммә тапшырғыстан ҡабул ителгән телеграмманы уҡыу мөмкин булмай. Ләкин Морзе тиҙ генә бирешергә теләмәй: ярты йыл да үтеп өлгөрмәй А. Вейл менән берлектә хәрефтәрҙе нөктә һәм һыҙыҡ менән тапшырыу системаһын булдыра, аҙаҡ был система бөтә донъяла Морзе коды тип таныла. 1838 йылдың 8 февралендә Филадельфияла, Франклин Институтында, ул беренсе тапҡыр бик күп кеше алдында үҙенең хәбәрҙәрҙе махсус код сигналдары ярҙамында тапшырыусы электромагнит телеграфы системаһының эшләүен күрһәтә.

Ләкин был уйлап табылған электромагнит телеграфын ғәмәлгә индереү бик үк ябайҙан булмай. Уны Америка, Англия, Франция, Рәсәй ҙә ҡабул итмәй, бөтәһе лә системаны ҡулланыуҙан баш тарта. АҠШ Конгресын сираттағы тапҡыр телеграф линияларын булдырыуҙа ҡыҙыҡһындырырға тырышҡанда Сэмюэл бер конгрессменда үҙенең теләктәшен таба, һәм 1843 йылда Морзе Балтиморҙан Вашингтонға тиклем беренсе телеграф линияһын һуҙыу өсөн 30 000 доллар субсидия алыуға өлгәшә. Эш барышында 40 километрға электр сигналының барып етмәүе һәм тура бәйләнеш урынлаштырыуҙың мөмкин булмауы асыҡлана. Был ауыр хәлдән сығыу юлын уның компаньоны Альфред Вейл күрһәтә, ул релены көсәйткес урынына файҙаланырға тәҡдим итә. 1844 йылдың 24 майында линияны ҡороу тамамлана, ләкин Морзе шул мәлдә үк партнерҙары һәм конкуренттары менән юридик низағҡа ылыҡтырыла. Ул асырғанып көрәшә, һәм Юғары Суд 1854 йылда уның телеграфҡа авторлыҡ хоҡуҡтарын таный.

Гәзиттәр, тимер юлдары һәм банкылар тиҙ арала уның телеграфын ҡуллаа башлай. Телеграф линиялары бөтә донъяны уратып ала, Морзеның байлығы һәм даны ла арта бара. 1858 йылда Европаның 10 дәүләтенән Морзе уйлап тапҡан телеграфы өсөн 400 000 франк аҡса ала. Морзе Нью-Йорк эргәһендә, Пончкифила имение һатып ала һәм ҡалған ғүмерен шунда, балалары һәм ейәндәре араһындав үткәрә. Ҡартая килә Морзе филантропҡа әйләнә. Ул мәктәптәргә, университеттарға, сиркәүҙәргә, библия йәмғиәттәренә, миссионерҙарға һәм ярлы рәссамдарға ярҙам итә.

1872 йылда үлгәндән һуң Морзеның уйлап табыусы булараҡ даны һүнә, сөнки телеграфты телефон, радио һәм телевидение ҡыҫырыҡлап сығара, уның ҡарауы рәссам булараҡ репутацияһы күтәрелә. Морзе үҙен портретист тип иҫәпләмәй, ләкин Лафайет һәм башҡа күренекле кешеләр төшөрөлгән картиналары күптәргә таныш. Уның 1837 йылғы телеграфы АҠШ-тың Милли музейында һаҡлана, ә ҡала ситендәге йорто хәҙер тарихи һәйкәл тип танылған..

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1818 йылдың 29 сентябрендә Морзе Лукреция Пикеринг Уокерға өйләнә. Уларҙың өс балаһы була. Беренсе ҡатыны вафатынан һуң 1848 йылдың 10 авгусында Элизабет Грисуолдҡа икенсе тапҡыр өйләнә. Был никахтан дүрт бала тыуа[12].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1970 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Айҙың икенсе яғындағы кратерға Сэмюэл Морзе исемен бирә.

Башҡалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылдың 27 апрелендә Сэмюэл Морзеның тыуған көнө хөрмәтенә Google үҙенең баш битен үҙгәртә, «Google» яҙыуын Морзе коды менән урынлаштыра.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118584308 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 идентификатор BNF: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  4. 4,0 4,1 Samuel Finley Breeze Morse
  5. 5,0 5,1 (unspecified title) — 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7, 978-0-19-989991-3
  6. 6,0 6,1 SNAC — 2010.
  7. 7,0 7,1 Encyclopædia Britannica
  8. 8,0 8,1 (unspecified title)
  9. Морзе Сэмюэл Финли Бриз // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  10. 10,0 10,1 Морзе, Сэмюэл Финли Бриз — Кругосвет энциклопедияһынан
  11. Сэмюэл Морзе // Альманах для любознательных «Хочу всё знать»
  12. МОРЗЕ СЭМЮЭЛ ФИНЛИ БРИЗ (1791-1872). 10 июнь 2015 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Уилсон М. Американские учёные и изобретатели / Пер. с англ. В. Рамзеса; под ред. Н. Тренёвой — М.: Знание, 1975. — Б. 27—34. — 136 б. — 100 000 экз.

Ссылки[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]