Джеймс Фенимор Купер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джеймс Фенимор Купер
James Fenimore Cooper

Джеймс Фенимор Куперҙың портреты
(рәссамы — Джон Уэсли Джарвис, 1822)
Тыуған урыны:

Берлингтон (инг.)баш. (Нью-Джерси, АҠШ)

Вафат булған урыны:

Куперстаун (инг.)баш. (Нью-Йорк, АҠШ)

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Ижад йылдары:

1820—1851

Жанр:

мажаралы әҙәбиәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

ингл. 

Дебют:

«Һаҡлыҡ» (1820)

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Джеймс Фенимор Купер (ингл. James Fenimore Cooper; 1789 йылдың 15 сентябре, Берлингтон, АҠШ — 1851 йылдың 14 сентябре, Куперстаун, АҠШ) — Америка романсыһы һәм сатирик. Мажаралы әҙәбиәт классигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джеймс Фенимор Купер АҠШ-тың Нью-Джерси штаты Берлингтон ҡалаһында тыуған. Күп тә үтмәй, уның атаһы, судья Уильям Купер, Нью-Йорк штатына күсенә һәм унда аҙаҡ ҡалаға әйләнгән Куперстаун ҡасабаһына нигеҙ һала. Урындағы мәктәптән һуң ул Йель университетына юллана, әммә, курсты тамамламай, диңгеҙ хеҙмәтенә(1806—1811) яҙыла һәм Онтарио күленә хәрби карап төҙөлөшөнә ебәрелә. 1811 йылда ул француз ҡыҙы Сюзан Аугуста Делансиға өйләнә. Ҡатынына ниндәйҙер роман уҡығанда, Купер, яҡшыраҡ яҙыуы ҡыйын түгел, тип ысҡындыра һәм, уның алдында маҡтансыҡ булып күренмәҫ өсөн, бер нисә аҙнала үҙенең тәүге «Һаҡлыҡ» (Precaution, 1820) романын яҙа.

Романдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Пионерҙар, йәки Саскуиханна башында», 1823;

«Һуңғы могикан», 1826;