2 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
2 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 92-се (кәбисә йылында 93-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 273 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
: Халыҡ-ара балалар китабы көнө.
БМО: Аутизм проблемалары хаҡында халыҡ-ара мәғлүмәт таратыу көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1906: Рәсәй империяһында I Дәүләт думаһы һайлана.
- 1912: «Титаник» лайнеры диңгеҙ һынауын уңышлы үтә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Книсс Александр Адольфович (1920—15.07.2003), тренер. 1946 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты), 1952—1995 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Саңғы ярышы буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1971), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1990). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Бикбулатова Ләлә Исмәғил ҡыҙы (1925—6.07.1997), ғалим-дерматовенеролог. 1974—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының гистология кафедраһы мөдире, 1987—1997 йылдарҙа Республика тире-венерология диспансерының бүлек мөдире. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1975). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1970). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ивин Степан Мефодьевич (1925—6.04.2015), ғалим-инженер механик. 1947—1952 һәм 1964—1997 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1964—1988 йылдарҙа теоретик механика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1973—1976 йылдарҙа авиация двигателдәре факультеты деканы. Техник фәндәр кандидаты (1955), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1982). Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Мишкә районы ҡала тибындағы Мишкә ҡасабаһынан.
- Ихсанов Рамазан Миңлехан улы (1930—12.11.1983), актёр. 1954 йылдан Салауат башҡорт драма театры, 1960—1983 йылдарҙа Әлмәт татар драма театры актёры. Татар АССР-ының халыҡ артисы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Туҡтағол ауылынан.
- Әхмәҙуллин Камил Рамазан улы (1945), ғалим-инженер механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1988 йылдан Бөтә Союз нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, 1994—2010 йылдарҙа «Уралтранснефтепродукт» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2000). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2004) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Яңы Сафар ауылынан.
- Кәримов Булат Вил улы (1960), журналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы режиссёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мостафин Рәйес Пётр улы (1960), спортсы, тренер. 1984—1990 йылдарҙа боҙҙағы мотоуҙыш буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 2003 йылдан Ғ. Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәгенең өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 2005 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы тренеры. Мотоспорт буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1987), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2012). СССР команда чемпионаттарының еңеүсеһе (1985—1986) һәм көмөш призёры (1984, 1988). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлләмов Хәмзә Искәндәр улы (1931—16.06.2015), дин әһеле.
- Аҡсурин Ренат Сөләймән улы (1946, СССР һәм Рәсәй кардиохирургы, Рәсәй Фәндәр академияһының (1997), Рәсәй Медицина фәндәре (2011) һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академиялары (1997) академигы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлин Венер Йәғәфәр улы (1937), ғалим-механик-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1972), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1981). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2000), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мәсетле ауылынан.
- Дятлов Александр Григорьевич (1947), Салауат ҡалаһындағы 8-се лицей педагогы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Аҡъюлов Камил Сөләймән улы (1957), Ейәнсура районының Яңы Николаевка ауыл мәктәбе педагогы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Насиров Әмир Баттал улы (1913—1991), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бәләбәй тарих-крайҙы өйрәнеү музейының тәүге директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Губарева Гөлнара Ғәбдрәхим ҡыҙы (1948), Күмертау ҡалаһының Н. Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназияһы ветеран-педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Михайлов Кирилл Андреевич (1983), саңғысы-биатлонсы, 2004 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Саңғыла уҙышыу һәм биатлон буйынса бер нисә тапҡыр Паралимпия уйындары (2006, 2010, 2014) чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2006). 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Дуҫлыҡ (2014), 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2008), «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2006) ордендары кавалеры. Мишкә районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Ҡайраҡ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Страупе Борис Петрович (1909—31.12.1960), совет хужалыҡ эшмәкәре, инженер-энергетик. РСФСР Юғары Советы депутаты (1947), Башҡорт АССР-ының дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Орлов Виктор Семёнович (1929—22.09.2002), журналист. 1966—1990 йылдарҙа «Сельская жизнь» гәзитенең Башҡорт АССР-ы буйынса үҙ хәбәрсеһе. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1990). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Александровка ауылынан.
- Устинова Раиса Алексеевна (1939), Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театрының элекке актёры, «Арлекин» профессиональ хәйриә театрын ойоштороусы, уның художество етәксеһе һәм режиссёры. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Брянск өлкәһе Семёновка ауылынан.
- Хәмитова Фәниә Зәйнулла ҡыҙы (1939), педагог, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Ғүмәров Вил Бәшир улы (1949—22.06.1994), драматург, прозаик, публицист һәм тәржемәсе. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Сәлихов Рәбис Сәлих улы (1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1997 йылдан Өфөләге «Жилстройинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған төҙөүсеһе. «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Дөмәй ауылынан.
- Фәйрүзов Рауил Закирйән улы (1949—10.02.1996), эске эштәр органдары һәм дәүләт эшмәкәре. Милиция генерал-майоры. 1995—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры һәм 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Маликов Рөстәм Илкәм улы (1959), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2007), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2013), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһынан.
- Ғәҙиев Риф Рифғәт улы (1964), спортсы, тренер. 2006 йылдан пауэрлифтинг буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1725: Джакомо Казанова, Италия яҙыусыһы, мемуарист.
- 1805: Христиан Андерсен, Дания яҙыусыһы һәм шағиры, ололар һәм балалар өсөн бөтә донъяға билдәле әкиәттәр авторы.
- 1840: Эмиль Золя, Франция яҙыусыһы.
- 1865: Павел Штернберг, Рәсәй империяһы астрономы, Мәскәү обсерваторияһы директоры.
- 1870: Всеволод Кащенко, Рәсәй империяһы һәм СССР педагогы, табип.
- 1875: Уолтер Крайслер, АҠШ сәнәғәтсеһе, «Chrysler» корпорацияһын ойоштороусы.
- 1895: Тициан Табидзе, Грузия һәм СССР шағиры, тәржемәсе.
- 1900: Роберто Арльт, Аргентина яҙыусыһы.
- 1905: Серж Лифарь, Франция бейеүсеһе, хореограф һәм балетмейстер.
- 1910: Анатолий Серов, СССР-ҙың лётчик-истребителе, Испаниялағы Граждандар һуғышы геройы.
- 1925: Михаил Марутаев, СССР һәм Рәсәй композиторы.
- 1940: Георгий Кавтарадзе, СССР һәм Грузия актёры, сценарист һәм режиссёр.
- 1955: Николай Сванидзе, СССР һәм Рәсәй журналисы, теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыусы.
- 1960: Линфорд Кристи, Бөйөк Британия спринтеры, олимпия (1992) һәм донъя (1993) чемпионы.
- 1985: Стефан Ламбьель, Швейцария фигурисы.
- 1990: Евгения Канаева, Рәсәй гимнасы, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1927: Владимир Михельсон, ғалим-физик, геофизик, профессор.
- 2000: Зәкәриә Аҡназаров, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе.
- 2005: Иоанн Павел II, Рим Папаһы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]