Ғәлиәкбәр
Ауыл | |
Ғәлиәкбәр рус. Галиакберово | |
Нөгөш йылғаһы аша күпер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
1850 |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453586 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ғәлиәкбәр (рус. Галиакберово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. Ғәлиәкбәр ауыл советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 483 кеше була[2]. Почта индексы — 453586, ОКАТО коды — 80219813001.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 37 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 178 км
Ғәлиәкбәр ауылы Ағиҙел ҡушылдығы Нөгөш йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 37 километр һәм Белорет тимер юлы станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 178 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғәлиәкбәр ауылына 1850—1859 йылдарҙа Верхнеурал өйәҙе (хәҙер — Баймаҡ районы) Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
1859 йылда ауылда 25 йортта 148 кеше иҫәпләнгән, 1920 йылда 66 йортта 337 кеше йәшәгән. Ауылдың исеме тәүге төпләнеүсе Ғәлиәкбәр Әбделмөҡминов исеме менән бәйле. Ауылда тәүге йәшәүселәр Темәс ауылынан (Баймаҡ районы) сыҡҡан. Ҡарағол Солтанғолов[4] 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан[5].
1866 йылда ауылда 20 йорт булып, уларҙа 162 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.
1900 йылда мәсет теркәлгән[6].
Шәжәрә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бөрйән районы. Ғәлиәкбәр ауылы. Үтәғоловтар шәжәрәһе.
- Бөрйән районы. Ғәлиәкбәр ауылы. Байғазиндар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы, Йәнғәлиндар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы, Бикбаевтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы, Исламбаевтар, Байморатовтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы, Күлбаевтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы, Йәғәфәровтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы. Ғәлиәкбәр ауылы. Ишбаевтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы. Биккининдар, Сөләймәновтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы. Ғүмәровтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы. Әхтәмовтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы. Сабитовтар, Хөснитдиновтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы. Сәғитовтар (сығыштары Ғәҙелгәрәй ауылынан) шәжәрәһе
- [https://commons.wikimedia.org/wiki/File:%D0%91%D3%A9%D1%80%D0%B9%D3%99%D0%BD_%D1%80%D0%B0%D0%B9%D0%BE%D0%BD%D1%8B,_%D2%92%D3%99%D0%BB%D0%B8%D3%99%D0%BA%D0%B1%D3%99%D1%80_%D0%B0%D1%83%D1%8B%D0%BB%D1%8B_%D0%AF%D0%BC%D0%B0%D0%BD%D0%B0%D0%B5%D0%B2%D1%82%D0%B0%D1%80,_%D0%91%D0%B8%D0%BA%D0%B8%D1%88%D0%B5%D0%B2%D1%82%D0%B0%D1%80_(%D1%81%D1%8B%D2%93%D1%8B%D1%88%D1%82%D0%B0%D1%80%D1%8B_%D2%AE%D1%80%D0%B3%D0%B5_%D0%9D%D3%A9%D0%B3%D3%A9%D1%88_%D0%B0%D1%83%D1%8B%D0%BB%D1%8B).jpg Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы Яманаевтар (сығыштары Кәшәлә ауылынан), Бикишевтар (сығыштары Үрге Нөгөш ауылы)
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы Үрге Нөгөш ауылы Аҫылғужиндар
- Ғәбитовтар шәжәрәһе
- [https://commons.wikimedia.org/wiki/File:%D2%92%D3%99%D0%BB%D0%B8%D3%99%D0%BA%D0%B1%D3%99%D1%80_%D2%A1%D0%B0%D1%80%D1%82_%D1%88%D3%99%D0%B6%D3%99%D1%80%D3%99%D2%BB%D0%B5.jpg Ғәлиәкбәр ҡарт шәжәрәһе
- * https://commons.wikimedia.org/wiki/File:%D3%98%D0%BC%D0%B8%D0%BD%D0%B5%D0%B2%D1%82%D0%B0%D1%80.jpg Әминевтар шәжәрәһе]
- Толомғужиндар, Ишмөхәмәтовтар (Сөлсәләр)
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1. Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (24.07.1927 — 05.2007) — педагог, 1960—1988 йылдарҙа ауылы мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. III дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957)
2. Әминева Резида Рәүф ҡыҙы (1.01.1964) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, ижади конкурстар лауреаты[7]
3. Аҫылғужин Рамаҙан Ҡунаҡбай улы (26.05.1956) — урмансы, солоҡсо, инспектор. Башҡортостан Республикаһы хайуандар донъяһын һаҡлау фондының «Урман рыцары» исемен йөрөтөүсе
4. Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы (25.11.1939) — мәғариф, комсомол, партия һәм дәүләт органдары ветераны, йәмәғәтсе
5. Сәғитов Зәки Хаммат улы (1929 — 19 май 1995) — БАССР-ҙың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы мәктәбе директоры, уҡытыусы-новатор, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы
6. Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
7. Хәтмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы — ғалим, химия фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Химия-физика проблемалары институтының ғилми хеҙмәткәр
8. Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы — педагогик хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф алдынғыһы (1998); 2015 йылдан Башҡорт Википедияһы мөхәррире, 2016 йылдан Бөрйән вики-клубы етәксеһе
9. Яубаҫарова Миңниса Әхмәҙулла ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы
10. Әминев Ағзам Яхъя улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы
11. Биккинин Хәйҙәр Ғилман улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003)
12. Аҫылғужин Вәхит Ишмөхәмәт улы — Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе
13. Сәғитов Ирек Хаммат улы — уҡытыусы. РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
14. Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы (2 апрель 1936 йыл—29 декабрь 1999 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, «БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы». 1972—1977, 1980—1997 йылдарҙа район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире.
15. Биккинина Заһира Ғилман ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы
16. Ғәҙелшина Мөнирә Зәкир ҡыҙы — (27 март 1954 йыл — 19 апрель 2015 йыл) — уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007)[8].
17. Ҡаһарманов Рәшит Рәжәп улы — Рәсәй Федерацияһының «атҡаҙанған нефть һәм газ ятҡылыҡтарын табыусы һәм почетлы белгесе»
18. Йәғәфәров Юлай Нурғәли улы (2 ғинуар 1953 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001)
19 Сәғитов Әхәт Ҡәйүм улы — һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, БАССР-ың атҡаҙанған уҡытыусыһы. «Ҡыҙыл Йондоҙ» һәм II дәрәжә «Ватан һуғышы» ордендары кавалеры
20. Сәғитов Барый Ҡәйүм улы — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хеҙмәт ветераны. Отставкалағы I ранг капитаны; Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры
21. Солтанова Зөһрә Зәки ҡыҙы (4 май 1952 йыл) — юғары квалификациялы уҡытыусы. СССР халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), «Уҡытыусы-методист» (1991), Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының 9 съезы делегаты (2001), Рәсәй Президенты гранты эйәһе (2006)
22. Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы (17 декабрь 1946 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы — методист, юғары категориялы уҡытыусы
23. Йәғәфәров Баязит Ғибәт улы (1 июнь 1956, БАССР Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы)— комсомол органдары һәм мәғариф ветераны. 1978—1982 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының бүлек мөдире, икенсе һәм беренсе секретары; 1983 йылдан район мәктәптәре укытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007)
24. Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы (3 ғинуар 1937, БАССР, Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы — 1996, Бөрйән районы Байназар ауылы) —Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
25. Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы (1 август 1942 йыл) — Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны
26. Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы (3 ғинуар 1937 йыл — 20 ғинуар 1996) — юғары квалификациялы математика уҡытыусыһы. РФ халыҡ мәғарифы отличнигы (1972), «Өлкән уҡытыусы» (1977), «Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы»
27. Әхмәтов Хәлил Атаулла улы (10 октябрь 1908 йыл — октябрь 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә Дан ордены менән кавалеры
28. Ҡаһарманов Әбдразаҡ Абдрахман улы (10 март 1925 йыл — 4 ғинуар 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ll дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Севастополде обороналаған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары кавалеры
29. Йәнғәлин Тайып Мөхәмәтғәле улы (1905 йыл — 9 февраль 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн»[9], «Батырлыҡ өсөн»[10] миҙалдары менән бүләкләнеүсе.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[11] | 2009[11] | 2010[1] |
470 | ↗501 | ↘483 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[12].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 216 | ||||
1920 йыл 26 август | 337 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 231 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 365 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 492 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 470 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 483 | 257 | 226 | 53,2 | 46,8 |
2021 йыл октябрь | - | - | - | - | - |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Әлеге ваҡытта ауылда Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы — Ғәлиәкбәр төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[13].
1850 йылғы рәүиз мәғлүмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Видеофильмдарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Видео Башҡа таштар. Ғәлиәкбәр ташы
Видео Әсе бал. Айнур Асҡаров фильмы
Видео Галиакбер — старинное село на берегу реку Нугуш, его называют «столицей бурзянов». Молодежь в дер. Галиакбар Бурзянского района Башкортостана перенимает навыки отцов в обработке дерева
- д. Галиакберово Бурзянского р-на Башкортостана, народные умельцы Хусния Исламбаева,Исмагил Яманаев,Дамир Аллабердин. Тканые паласы, попона из лыка. Фольклорный ансамбль «Такыя сусак», руководитель Сария Мингажева."Орнамент"Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы оҫталары
- Открытие школе в ГалиакберовоОткрытие школе в Галиакберово
- Культурный сезон — Медовый тур https://vk.com/video-28883427_456239728 Культурный сезон — Медовый тур
Видео «Орнамент»-Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы оҫтаһы Самат Сабитов«Орнамент» Мастера батмана из Бурзяна. 2011г., с субтитрами на русском языке
Фотолар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауыл советынан (1941 йылға ҡарата) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар[1]
Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нөгөш
- Аратау — ауыл уртаһындағы тау.
- Таҡыясусаҡ — Оло Нөгөш аша торған ауылға ҡаршы бейек тау.
- Кәзә тауы, Уралтау, Мәсет тауы, Ямаш тауы — ауыл эсендәге тау, убалар.
Ғәлиәкбәр ауылына ҡараған ер-һыу атамаларының риүәйәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Презентация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғәлиәкбәр ауылының микротопонимикаһы Презентация, Ғәлиәкбәр ауылының микротопонимикаһы
Риүәйәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғәлиәкбәр ауылына ҡараған ер-һыу атамаларының риүәйәттәре вики-дәреслектә
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
5.10.2021 Рауил Абдулхаҡ улы Ҡаһарманов Тынғыһыҙлыҡ — уның булмышы
17.11.2021Ғәлиевтар Йәшәүҙән йәм таба беләләр
28.09.2021 Байғазин Иштуған Бал ҡортоноң серен белгәс…
27.10.2021 Сабитов Ғәфүр Һынауҙар һындырмаған
5.10.2021 Ғәбитов З. З.Балаларына ҡыуанып йәшәйҙәр
- Ватандаш. 16.09.2021. Үрге Нөгөш һәм Ғәлиәкбәр ауылдары Бөрйәндең боронғо ауылдары хаҡында
4 август 2014 йыл. Кәсеп белгән — бөлмәҫ Кәсеп белгән — бөлмәҫ
17 апрель 2020 йыл. Мин дә һуғыш балаһымын…(Хөснә Исламбаева). Материалдың тулы вариантын «ТАҢ» гәзитенең 17 апрель һанында уҡығыҙ. (2020 йыл, 17 апрель, йома, № 31 (10375). Мин дә һуғыш балаһымын…
- Башҡортостан гәзите Һәр яҙмыш — оло тарих. 12 апрель 2012 йыл. (Шәһүрә Әхмәҙиева Атайым хәтирәләренән
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлиәкбәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 46. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46 б.
- Галиакберово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ғәлиәкбәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Война 1812 года
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 46. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 46. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Сайт «Единый портал башкирской культуры». Музыка —Музыкальная коллекция — Исполнители: Аминева Резида Рауфовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ноябрь 2019)
- ↑ Трудовая книжка
- ↑ https://1418museum.ru/heroes/32178354/
- ↑ https://1418museum.ru/heroes/32178354/
- ↑ 11,0 11,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine.
- ↑ Ғәлиәкбәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Ғәлиәкбәр Викидәреслектә |
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Ғәлиәкбәр Викимилектә |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |