Эстәлеккә күсергә

Сәғитов Барый Ҡәйүм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғитов Барый Ҡәйүм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 ноябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 19 июнь 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1][2] (98 йәш)
Вафат булған урыны Севастополь
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флоты
Хәрби звание капитан 1-го ранга[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы

Сәғитов Барый Ҡәйүм улы (10 ноябрь 1924 йыл19 июнь 2023 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, I ранг капитаны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Барый Ҡәйүм улы Сәғитов 1924 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында күп балалы урта хәлле башҡорт крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған. 1929 йылда атаһы Сәғитов Әбделҡәйүм Сәғит улы ауыл советында сәркәтибе булып эшләп йөрөгән сағында 58-се статья менән 10 йылға хөкөм ителә.

Барый Ҡәйүм улы беренсе класс белемде тыуған ауылында, әммә өйҙә өлкән ағайҙарынан алырға тура килә. Артабанғы башланғас белемде иң өлкән ағайы Хамматтан ала. Ул район ауылдарында, йылда бер мәктәптә уҡытыусы булып эшләп йөрөгән була.

Ғәйшә апаһы менән Әхмәт еҙнәһе үҙ тәрбиәһенә алғас, ул 4-се кластан алып Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡый башлай. Гел «5»-легә генә өлгәшә, мәктәп эштәрендә әүҙем ҡатнаша: 1940—1941 йылдарҙа уҡыу менән бер рәттән мәктәп китапханасыһы эшен дә алып бара. 1941 йылда уҡыуын алтын миҙалға тамамлай.

Йәй аҙағына уны тыуған ауылы Ғәлиәкбәргә ете йыллыҡ мәктәпкә уҡытыусы итеп ебәрәләр.

1941/1942 йылдарҙа мәктәптә эшләүҙән тыш, ауыл советы рәйесенең ҡушыуы буйынса ауылдаштарына хәрби әҙерлек дәрестәре бирә: винтовканы һүтеп-йыйырға, РГД-33 һәм Ф-1 гранаталары, противогаз менән эш итергә, яралыға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәтә. Иҫке Собханғол урта мәктәбендә хәрби әҙерлек дәрестәрен үткәндә алған белемдәре (дүрт значогы була: Ворошилов уҡсыһы, ГТО, ПХО һәм ПСО) эшләгәндә генә түгел, артабан хәрби хеҙмәттә лә бик ныҡ ярҙам итә.

1942 йылдың сентябрендә Барый Сәғитовты Ҡыҙыл Армия сафына алалар. 22 көнлөк башланғыс хәрби әҙерлекте хәҙерге Ырымбур өлкәһендәге Тоцк полигонында запастағы полкта үтә һәм Сталинград фронтына оҙатыла. Әммә юлда тревога буйынса икенсе тимер юл эшелонына тейәйҙәр һәм Алыҫ Көнсығышҡа — Япония фронтына ебәрәләр.

Ҡыҙылармеец Сәғитов Владивосток янындағы мөһим хәрби-диңгеҙ базаһы булған Рус утрауына эләгә. Бында ул яр буйы штурм төркөмөндәге диңгеҙ пехотаһы батальонында хеҙмәт итә. Штурмсылар төркөмөндә огнеметчик итеп ҡуялар. Төркөмдө Тымыҡ океан флоты караптарына десантсылар итеп әҙерләйҙәр.

1944 йылда хәрби хеҙмәт отличнигы Барый Сәғитов комсомол комитеты йүнәлтмәһе буйынса Владивосток ҡалаһына Ҡыҙыл Байраҡлы Юғары хәрби диңгеҙ артиллерия училищеһына ебәрелә. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, шул уҡ йылда училище курсанты булып китә.

Курсанттар 1945 йылдың июнендә Барановский хәрби полигонында Японияға ҡаршы алышҡа практик әҙерлек үтә. Унан училище менән бергә Ворошилов-Уссурийск ҡалалары янында империалистик Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнашалар. Һуғыштан һуң хәрби-диңгеҙ училищеһын Латвияға, Рига ҡалаһына, күсерәләр. Барый Сәғитов, унда өс йыл уҡып, уҡыуын уңышлы тамамлай.

Йәш лейтенантты хеҙмәткә кире Тымыҡ океан флотына ебәрәләр. Үҙенең командирлыҡ хеҙмәтен ул Оло Пелис утрауында 62-се яр буйы батареяһы ут взводының командиры вазифаһында башлай.

Өлкән лейтенант Барый Сәғитов, дивизион штабы начальнигы урынбаҫары булараҡ, Америка-Корея һуғышы (1950−1953 йылдар) барышында, Төньяҡ Кореяға хәрби материалдар алып барғанда, 1952 йылдың февралендә, ҡаты йәрәхәтләнә. Алты ай буйы Тымыҡ океан флотының баш хәрби госпиталендә дауалана.

1959 йылда капитан Сәғитов Ҡара диңгеҙ флотына хеҙмәткә ебәрелә. 1965—1966 йылдарҙа майор Барый Сәғитов 51-се айырым яр буйы ракета полкының командиры була.

Артабан Барый Ҡәйүм улы, подполковник (2-се ранг капитаны) дәрәжәһендә, Ҡара диңгеҙ флотының Фиолент морононда урынлашҡан 141-се айырым артиллерия дивизионына тәғәйенләнә, бында командир ғына түгел, ә хәрби уҡытыусы ла була. П. С. Нахимов исемендәге хәрби училище курсанттарын ҡатмарлы яр буйы ракета һәм артиллерия техникаһын практик ҡулланыу оҫталығына өйрәтеү менән етәкселек итә.

1962 йылда Грузияның Поти ҡалаһында урынлашҡан уҡыу үҙәгенә өлкән уҡытыусы итеп ебәрелә.

1969 йылда, һаулығы насарайыу сәбәпле, 1-се ранг капитаны Барый Ҡәйүм улы Сәғитов хәрби хеҙмәттән китергә мәжбүр була. Отставкаға сыҡҡас та, балыҡ сәнәғәте кораблдәрендә өлкән инспектор вазифаһында эшләүен дауам итә.

1948 йылда Тамара исемле рус ҡыҙына өйләнә. Ҡыҙы Людмила табип, улы Виктор һәм ейәндәре барыһы ла хәрби һәнәр һайлаған. Кейәүе П. Г. Ясңицкий — адмирал, 1996 йылда мәрхүм була. Ейәне Павел беренсе ранг капитаны, карап командиры, Балтика флотында хеҙмәт итә. Ейәнсәре Настя университет тамамлай һәм таможняла эшләй.

Виктор 20 йылдан ашыу балыҡсылыҡ сәнәғәтендә хеҙмәт итә. «Совет Украинаһы» кит аулау карабында инженер-төҙөүсе, капитан-директор ярҙамсыһы була. 2002 йылда Кариб диңгеҙендә, Гаити утрауы янында үлеп ҡала.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәғитов Б.Ҡ. хәрби хеҙмәттән һуң да, флотта хеҙмәт иткән кеүек, әүҙем йәмәғәтселек тормошонда ҡайнай. Балалар, уҡыусылар, студенттар, йәш флотсылар менән йыш аралаша.

«Азчеррыба» балыҡ сәнәғәтенең баш идаралығында өлкән диңгеҙ инспекторы булып эшләй һәм бер үк ваҡытта йәмәғәт эшендә ҡатнаша: ДНД-ның өлгөлө штабын ойоштора (уның тәжрибәһе һуңынан Севастополдә тарала, Ҡырым, Украина һәм Рәсәй).

Советтар Союзы Флоты адмирал Н. Г. Кузнецов бюсын ҡуйыуҙы ойоштора. ЛКСМУ исемендәге училище хөрмәтенә Лазарев казармаларында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙырта. Яр буйы артиллерияһы ветерандары советын ойоштороуҙа ҡатнаша, Адмирал Трифонов менән бергә Н. Г. Кузнецов исемендәге Совет офицерҙары союзын булдыра һәм унда почетлы ағза булып тора.

  1. https://ik.news/sev/1702/?ysclid=m3acfmxic1135058003
  2. https://vk.com/wall2003687_1425?ysclid=m3ad5hkxtp690794508