10 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
10 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
10 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 314-се көнө (кәбисә йылында 315-се). Йыл аҙағына тиклем 51 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1917: Совет Рәсәйендә «Эшсе милицияһы» ойошторола.
- 1933: Иван Алексеевич Бунин Нобель премияһына лайыҡ була.
- 1961: Сталинград ҡалаһының исеме Волгоградҡа алмаштырыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тәкәев Данис Солтан улы (1940—9.09.2008), тел белгесе, педагог. 1976—1977 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты деканы урынбаҫары, 1983 йылдан әҙерлек бүлеге мөдире, 1987 йылдан — башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәсән Мохтар (Мохтаров Хәсән Баһауетдин улы; 1901—13.10.1963), журналист, нәшриәт хеҙмәткәре, яҙыусы һәм тәржемәсе. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1940—1953 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире.
- Барановский Степан Григорьевич (1916—12.08.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби осоусы, эскадрилья командиры урынбаҫары, өлкән лейтенант. Ленин (1942), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1943) һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, үлгәндән һуң) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Йәркәй ауылынан.
- Злотский Семён Соломонович (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-химик-технолог. 1968 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978—1987 йылдарҙа лаборатория мөдире, 2010 йылдан — дөйөм һәм аналитик химия кафедраһы мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009), химия фәндәре докторы (1977), профессор (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1989), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2019), Башҡортостан Фәндәр академияһының Д. Ф. Варфоломеев исемендәге премияһы (2012) лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мирзанов Бәхтейәр Ғүмәр улы (1892—17.07.1941) — уҡытыусы, шағир һәм журналист. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Йөрәктау ауылынан.
- Илешев Ғөбәйҙулла Шәрип улы (1927—7.08.2009) — ғалим-тарихсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
- Яппаров Винер Камалетдин улы (1942) — «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең минераль ашламалар заводының элекке аппаратсыһы, смена начальнигы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XХVII съезы делегаты. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Савина Клавдия Федоровна (1918—1995), СССР-ҙың комсомол, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай ҡала комсомол ойошмаһы секретары, һуңынан «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының кадрҙар бүлеге етәксеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ғәлиәкбәров Зөфәр Дилмөхәмәт улы (1923—2012), педагог, Кушнаренко ауылы 1-се мәктәбенең элекке военругы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Гололобов Николай Михайлович (1928—27 май 2016), табип-хирург, медицина өлкәһе эщмәкәре. 1959—1989 йылдарҙа Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Благовещен ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Павловка ауылынан.
- Хунафина Динә Хәлим ҡыҙы (1938), табип-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау (2002) һәм Башҡортостандың мәғариф (2006) отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш ауылынан.
- Дәүләтшин Рәшит Әхмәт улы (1943), ғалим-ревматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).
- Алеев Виталий Шамшеевич (1948), СССР һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, генерал-майор, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһының элекке кафедра начальнигы урынбаҫары, доцент. Ҡыҙыл Йондоҙ (1986) һәм III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Ҡалтасы ауылынан.
- Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы (1948—25.11.2012), ғалим-микробиолог, биотехнолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фенина Эвелина Павловна (1929—28.06.2014), сәнғәт ғилеме белгесе. 1976—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһынан.
- Әүәлбаев Мэльс Ситдиҡ улы (1939—23.10.2019), ғалим-инженер-механик, 1966–1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының үҫемлекселекте механизациялау бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1998). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990).
- Гәрәев Алексей Ғабдулла улы (1954), ғалим-физик. 1980 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—1993 йылдарҙа лаборатория мөдире. Техник фәндәр докторы (1999). Сахалин утрауы өсөн үткәргес торба проектлауҙа ҡатнашыусы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1888: Андрей Туполев, СССР авиаконструкторы.
- 1895: Терентий Семёнович Мальцев, ғалим-игенсе, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- 1919: Калашников Михаил Тимофеевич, СССР-ҙың ҡорал яһау оҫтаһы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958, 1976), Рәсәй Федерацияһы Геройы (2009).
- 1975: Тина Канделаки, Рәсәй журналисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1865: Ғатаулла Алтынғужин, башҡорт дин әһеле, Каруанһарай мәсете имам-хатибы (1846—1865).
- 1938: Мостафа Кәмал Ататөрк, Төрөк Республикаһының беренсе президенты.
- 1943: Хәйбуллин Ҡотләхмәт Ҡотлоғәлләм улы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1943: Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1982: Леонид Ильич Брежнев, КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары.
- 2017: Михаил Задорнов, СССР яҙыусыһы, сатирик.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]