Дәүләтшин Рәшит Әхмәт улы
Дәүләтшин Рәшит Әхмәт улы | |
Тыуған көнө | 1943 |
---|---|
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Дәүләтшин Рәшит Әхмәт улы (10 ноябрь 1943 йыл) — ғалим-ревматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2003), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәшит Әхмәт улы Дәүләтшин 1943 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Түбә ҡасабаһының 2-се мәктәбендә белем ала. 1960 йылда урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә һәм уны 1967 йылда тамамлай. 1967—1969 йылдарҙа шунда уҡ клиник ординатурала уҡый һәм артабан Өфө ҡалаһындағы 18-се дауахананың терапия бүлеге мөдире булып эшләй, 1970 йылда Сибай медицина училищеһында уҡыта. 1971 йылда Башҡорт медицина институтының госпиталь терапияһы кафедраһында аспиратурала уҡый. 1974 йылда «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[2].
1982 йылдан башлап — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1984 йылдан — 5‑се эске ағзалар ауырыуҙары кафедраһы, 1986 йылдан — иммунология курсы менән 2‑се госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1991—99 йылдарҙа «Биоплант» ғилми-тикшеренеү һәм производство институтының (Өфө) директоры урынбаҫары. 1982—1986 йылдарҙа докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй[1].
Фәнни эшмәкәрлеге ревматоид артриттың һәм үпкә саркоидозының иммунопатогенезын өйрәнеүгә, уларҙы дауалауҙы яҡшыртыуға бәйле. Р. Дәүләтшин аутоиммун ауырыуҙар ваҡытында гормональ бәйлелек синдромының классификацияһын эшләй һәм комплекслы дауалау ысулын индерә.
420‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.
Хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина институтының кафедра мөдире[2].
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ревматоидный артрит. Уфа, 1989; Болезни органов кровообращения. Уфа, 2001 (авторҙаш);
- Болезни органов дыхания. Уфа, 2002 (авторҙаш)[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2003)
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2006)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 ДӘҮЛӘТШИН Рәшит Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 22 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ДӘҮЛӘТШИН Рәшит Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 22 бит.
- Сказание о земле Баймакской. Уфа, Издательство «Слово», 1998