9 декабрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
9 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 343-сө көнө (кәбисә йылында 344-се). Йыл тамамланыуға 22 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
БМО: Коррупцияға ҡаршы халыҡ-ара көрәш көнө.
Рәсәй: Ватан Геройҙары көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1842: Михаил Глинканың «Руслан һәм Людмила» операһы тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡуйыла.
- 1931: Икенсе Испан республикаһы иғлан ителә.
- 1968: Сан-Францискола Дуглас Энгельбарт беренсе тапҡыр үҙенең лабораторияһында уйлап табылған компьютер усламы һәм гипертекст күрһәтә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхәт Уразмәтов (Кәкүк; 1931—2.07.2015), совет һәм Рәсәй эстрада артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1983), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) артисы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мельников Николай Павлович (1922—30.05.1995), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, артиллерист. Полковник (1964). Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Абдуллина Гөлъямал Кәлимулла ҡыҙы (1957), хеҙмәт ветераны, Көйөргәҙе районы «Искра» хужалығының элекке машина менән һыйыр һауыу операторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Камалетдинов Зыяитдин Ямалетдин улы (Зыя Камали;1873—1942), ижтимағи һәм дини эшмәкәр, ислам белгесе, мәғрифәтсе. «Ғәлиә» мәҙрәсәһен нигеҙләүсе һәм уның 1906—1918 йылдарҙағы ректоры. Йәдитселек етәкселәренең береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһыбал улы (1898—5.07.1979), башҡорт шағир-импровизаторы. Беренсе донъя, граждандар, 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғыштарында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Чибрикова Евгения Васильевна (1923–13.03.2013), ғалим-геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1982). Урал һәм Көнсығыш Европа платформаһының геологик төҙөлөшөн өйрәнеүсе. К. Р. Тимергазин исемендәге премия лауреаты (2003). Сығышы менән Тамбов ҡалаһынан.
- Праведников Николай Константинович (1933—4.12.2001), ғалим-инженер‑нефтсе. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1987). 1981 йылдан Бөтә Союз яғыулыҡ‑энергетика комплекстары проблемалары ғилми-тикшеренеү институтында директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1986 йылдан — институт директоры, 1995—2001 йылдарҙа «ЛУКОЙЛ» нефть компанияһының фәнни‑инженерлыҡ үҙәге генераль директоры. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ҡуяштыр ауылынан.
- Захаров Николай Павлович 1948—2003), Шаран районы «Шаран» совхозының элекке механизаторы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Исламов Зиҡаф Исламғәли улы (1944), педагогик хеҙмәт ветераны. 1968—2013 йылдарҙа Краснокама районы Яңы Нуғай мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991 йылдан — мәктәп директоры. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2008), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Сығышы менән Яңы Нуғай ауылынан.
- Ғөбәйҙуллин Камил Ғөбәй улы (1949—15.07.2017), рәссам-график, 2004—2017 йылдарҙа Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
- Сафронов Анатолий Александрович (1959), хәрби эшмәкәр, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы һәм дәүләт хеҙмәткәре. ДОСААФ-тың Өфөләге авиация спорт клубын тамамлаусы (1976). Афғанстандағы (1988—1989) һәм Төньяҡ Кавказдағы (1994—1996 һәм 1999—2001) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Генерал-майор (2006). Иҡтисад фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000) һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби лётчигы (2003). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Саратовка ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1608: Джон Мильтон, инглиз шағиры, сәйәси эшмәкәр һәм аҡыл эйәһе.
- 1842: Пётр Кропоткин, Рәсәй империяһы тарихсыһы, әҙәбиәтсе, анархизм теоретигы.
- 1891: Максим Богданович — шағир, публицист һәм тәржемәсе. белорус әҙәби теленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1900: Хәсән Туфан, татар шағиры.
- 1944: Морат Аджи, совет һәм Рәсәй яҙыусыһы, публицист.
- 1952: Анатолий Вассерман, совет инженеры, интеллектуаль уйындар еңеүсеһе.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1864: Әл-Бируни, Урта Азия ғалимы.
- 1641: Антонис ван Дейк, Көньяҡ Нидерланд рәссамы.
- 1970: Артем Микоян, СССР авиаконструкторы.
- 2005: Роберт Шекли, Америка яҙыусыһы, фантаст.