18 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
18 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
18 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 322-се көнө (кәбисә йылында 323-сө). Йыл аҙағынаса 43 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Философия көнө (ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһы).
- Тәмәкенән баш тартыу көнө (ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһы).
Ер: Йәмәғәт ойошмалары көнө.
- Төймәле телефон көнө.
Латвия: Республика иғлан итеү көнө.
Марокко: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй: Ҡыш бабайҙың тыуған көнө.
Үзбәкстан: Флаг көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1775: Рәсәй империяһының яңы административ бүленеше буйынса 50 губерна булдырыла.
- 1868: Д. И. Менделеев башланғысы менән Рус химия йәмғиәте ойошторола.
- 1926: Хәҙерге «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы эшләй башлай.
- 1971: СССР Ҡораллы Көстәрендә прапорщик һәм мичман хәрби дәрәжәләре индерелә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөхәмәҙина Шәмсиә Мөхәмәҙи ҡыҙы (1945), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тарихсы. 1996 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996—2013 йылдарҙа Ватан тарихы кафедраһы мөдире). Тарих фәндәре докторы (1994), профессор (2000). Сығышы менән Ҡаҙаҡ ССР-ы Орнек ауылынан.
- Сөләймәнова Рима Нөғәмән ҡыҙы (1960), ғалим-тарихсы. 1983 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре һәм хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡортостандың иң яңы тарихы бүлеге мөдире. Тарих фәндәре докторы (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Гусев ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баязитов Ишдәүләт Зәйнулла улы (1901—1954), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән лейтенант.
- Неганов Михаил Иванович (1926—15.07.2001), сәнәғәт өлкәһе эшмәкәре. 1979—1997 йылдарҙа Күмертау авиация производство предприятиеһының баш инженеры. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (1996).
- Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы (1931—2019), педагог, йәмәғәтсе. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. СССР-ҙың мәғариф, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Бөрйән районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Байназар ауылынан.
- Солдаткин Василий Васильевич (1931—14.12.2001), хеҙмәт алдынғыһы. Элекке «Башавтотранс» берекмәһенең Салауат ҡалаһындағы 1831-се автоколоннаһы водителе. Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Гоголевка ауылынан.
- Колокольников Владислав Леонидович (1941—7.07.2021), журналист. 1977 йылдан республика гәзиттәре хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1983—1991 йылдарҙа «Советская Башкирия» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары; 1991—2011 йылдарҙа – «Версия» гәзитенең, артабан «Версия» республика мәғлүмәт-хоҡуҡ агентлығы һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының әҙәби мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Кемерово өлкәһе Белое ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вуколов Филипп Николаевич, Вукулов-Эрлик (1902—28.07.1979), яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Кесе Мәнәүез ауылынан.
- Вәлиев Хәниф Фәйез улы (1927—18.11.1991), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1961—1991 йылдарҙа Дүртөйлө районының БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозы рәйесе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1987). Ленин (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Иванай ауылынан.
- Галышева Юлия Порфирьевна (1947), китапханасы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районының Фёдоровка ауылынан.
- Лузина Ирина Александровна (1947—02.11.2001), ғалим-иҡтисадсы. 1976—1978 йылдарҙа һәм 1981 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1993 йылдан — Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡтисад институтының Өфө факультеты уҡытыусыһы; 1996—2001 йылдарҙа. Өфө технология сервис институтының кафедра мөдире, 2000 йылдан — мәғариф һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр өлкәһендә хеҙмәттәшлекте координациялау буйынса проректор. Иҡтисад фәндәре докторы (2000). Сығышы менән Молдавия ССР‑ының Чимишлия ауылынан.
- Хәсәнов Ғәлийән Зәкир улы (1947), дәүләт эшмәкәре, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Сапыҡ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Болотнов Анатолий Миронович (1953), ғалим-математик. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2005 йылдан мәғлүмәт технологиялары кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (2003). Сығышы менән Смоленск өлкәһенең Родьковка ауылынан.
- Трубина Татьяна Борисовна (1963), ғалим-гинеколог. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәниев Ревмир Ғәли улы (1929—7.05.2007), ғалим-тарихсы. 1976—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылға тиклем тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре кандидаты (1961), профессор (1982). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).
- Томилов Михаил Иванович (1929—15.07.2008), хужалыҡ эшмәкәре. 1967—2000 йылдарҙа Мәсетле районы Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (1997) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1787: Луи Жак Манде Дагер, Франция уйлап табыусыһы.
- 1828: Джон Даун, Англия генетигы.
- 1889: Станислав Косиор, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1899: Михаил Водопьянов, СССР-ҙың хәрби осоусыһы, генерал-майор. Алтынсы Советтар Союзы Геройы (1934).
- 1923: Алан Бартлетт Шепард, Америка астронавы.
- 1940: Наилә Гәрәева, Татарстандың театр актёры.
- 1964: Рәшит Заһиҙуллин, театр педагогы, режиссёр. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008).
- 1969: Олег Яковлев, Рәсәй йырсыһы, «Иванушки International» төркөмөнең элекке солисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1856: Михаил Семёнович Воронцов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, генерал-фельдмаршал.
- 1886: Честер Алан Артур, АҠШ-тың 21-се президенты.
- 1962: Нильс Бор, Дания физигы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]