Эстәлеккә күсергә

Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 18 ноябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Байназар, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 декабрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Байназар, Бөрйән районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы (18 ноябрь 1931 йыл Байназар — 20 декабрь 2019 йыл, Байназар)— РСФСР -ҙың мәғариф отличнигы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы

Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы 1931 йылдың 18 нояберендә Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған. 1947 йылда 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм Өфөләге Өфө ҡалаһының 9-сы башҡорт мәктәбе янындағы интернатында (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) урта белем алып сыға. Хеҙмәт юлын төҙөлөш өлкәһендә башлай. Мастер, прораб булып Байназар һәм Ҡурғашлы мәктәптәрен төҙөүҙә ҡатнаша.

Байназар урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй һәм ситтән тороп БДУ-ның тарих факультетын тамамлай. 1972 йылда Ырғыҙлы мәктәбенә директор итеп ебәрелә. Шул уҡ 1972 йылда Байназар мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Директор вазифаһында 1976 йылға тиклем эшләй. Артабан директор урынбаҫары була.

1979 йылдан 1985 йылға тиклем яңынан директор вазифаһын алып бара. Артабан Байназар ауыл Советы башлығы булып эшләй (1987—1990, март).

| һәм || Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булып ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булып тора (1995—2002).

Дөйөм эш стажы—54 йыл.

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР -ҙың мәғариф отличнигы
  • СССР-ҙың мәғариф отличнигы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы
  • Бөрйән районының Почетлы гражданы

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағай-ҡыпсаҡтарҙын шәжәрәһен барлау менән шөғөлләнә.